«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АҒИҘЕЛ" ЖУРНАЛ ҒЫНА ТҮГЕЛ. УЛ ХАЛЫҠ КҮҢЕЛЕНЕҢ САҒЫЛЫШЫ.
+  - 


Быйыл март айында "Ағиҙел" журналының сыға башлауына 100 йыл тулды. Ошо уңайҙан журналдың ижади составын тәшкил итеүсе биш хеҙмәткәргә, биш әҙипкә - журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға, баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайға, яуаплы сәркәтип Луиза Кирәеваға, шиғриәт бүлеге мөхәррире Гөлнара Хәлфетдиноваға, проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәргә - бишәр һорау менән мөрәжәғәт иттек. Әңгәмәнең үҙенсәлеге шунда: һорауҙарға яуап биреүселәр, бер-береһенең яуабын ишетмәйенсә, уҡымайынса, үҙаллы фекер йөрөттө.

Халыҡ китап, гәзит-журнал уҡымай, тип зарланабыҙ, сәбәптәрен башлыса заманға, электрон мәғлүмәт сараларына япһарабыҙ. Башҡа сәбәптәре нимәлә? Бөтөнләй уҡымаған кешене "Аҡмулла арбаһы"нан төшөп ҡалған кеше тип иҫәпләп буламы?

Салауат:
Һәр зарҙың нигеҙендә сәбәп ята: заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, ураҡты - салғы, салғыны моторлы сапҡыстар ҡыҫырыҡлап сығара. Әлбиттә, китапты мин улар менән сағыштырмайым, ләкин заман технологиялары барыбер гәзит-журнал, китап уҡыуға йоғонтоһоҙ ҡалмай. Балалар хәҙер кеҫә телефондарына сат йәбеште, шунан айырыла алмай. Унда инде, урам ләститенән алып, бөйөк аҡыл эйәләренең хеҙмәттәренә тиклем йәнең көҫәгән мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Ҡыҫҡаса әйткәндә, кеҫәләрҙә донъя китапханаһы ята. Шулай булғас, кеше уҡымай, тип әйтеү менән килешеп етмәйем. Уҡыу, мәғлүмәт алыу ысулы ғына үҙгәрә бара. Тимәк, заман кешеләре "Заманса Аҡмулла арбаһы"нда бара хәҙер.
Әхмәр: Бында мәсьәләгә тик бер генә күҙлектән сығып ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Беренсенән, хәҙерге заман кешеһе ат менеп түгел, машина менән йөрөгәне өсөн генә беҙ уны йәйәү йөрөй тип иҫәпләй алмайбыҙ. Икенсенән, кеше китапты, гәзит-журналды иң күпләп уҡыған заманда китап, гәзит-журналдар иң төп һәм берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы булып иҫәпләнгән. Өсөнсөнән, бер мал ҡараусы мәсеткә килгәс, ундағы мулла: "Бер үҙеңә вәғәз һөйләп тормам инде", - тигәс, мал ҡараусы: "Ә ниңә мин эшкә барһам, һарайҙа бер генә баш һыйыр булһа ла, уға һыу эсерәм, бесән һалам?", - тип мулланы таң ҡалдырған. Күп кенә яҙыусылар шундай принцип менән ижад итә: яҙғандарымды бер генә кеше уҡыһа ла, ижад итәсәкмен. Иң мөһиме - уны кем уҡый бит әле? Нимә генә тимә, киләсәккә лә "Аҡмулла арбаһы" алып барасаҡ. Был арбаға ултырмаусылар үткәндә тороп ҡаласаҡ.
Луиза: Эйе, ҡағыҙ форматтағы китапты йөҙәрләгән телевидение каналдары, компьютерҙар, интернет селтәре, мобиль телефондар ныҡ ҡыҫырыҡланы. Кеше уҡымай икән, уйлауҙан, фекерләүҙән дә алыҫлаша. Үҙ-үҙеңде тәрбиәләү, зиһенеңде байытыу бит ул - китап уҡыу. Беҙгә, совет осоро балаларына, китап бүләк итһәләр, ҙур шатлыҡ булды... Ул ваҡытта илебеҙ ҙә иң күп уҡығандар иҫәбендә булған. Ә хәҙер ул статистика буйынса донъя кимәлендә 35-се урындарҙа ғына килә икән. Шулай ҙа электрон китаптарҙы, әҙәби сайттарҙы үҙ итеүселәрҙе лә иҫәпкә алғанда, бөтөнләй бер нәмә лә уҡымаған кеше юҡтыр, тип уйлағы килә.
Гөлнара: Халыҡ китап уҡымай тип уйлау дөрөҫ түгел инде ул, халыҡ уҡый. Иғтибар итһәгеҙ, ҡалабыҙҙа ғына ла яңынан яңы китап магазиндары асылып тора бит. Яңы йыл алдынан ғына билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм ойоштороусы Әлиә Айсина асҡан Zaman-Смена магазины әле йәштәр араһында ниндәй популяр. Күптән түгел унда фэнтези жанрында ижад иткән башҡорт ҡыҙы Асия Арыҫланованың яңы романы хаҡында һөйләшеү булған, унда күберәк йәштәр ҡатнашҡан. Музей форматында ойошторолған шул магазиндан кеше өҙөлмәй бит. Бында, әлбиттә, Әлиәнең шәхси бренды үҙе үк реклама булып тора. Бөгөн донъя тренды - психологик, мотивация биреүсе, шулай уҡ сәләмәтлек хаҡында һәм дә дини китаптар, уларға ихтыяж ныҡ ҙур. Башҡорт китабы донъяһында ундай авторҙар әлегә юҡ, дөрөҫөрәге, бар, улар шунда уҡ киң аудиторияны яулар өсөн рус телендә ижад итә. Шул уҡ Регина доктор, Азат Вәлиев, Динә Ғүмәрова һәм башҡа бик күп авторҙарҙың китаптары интернет аша донъя буйлап, яҡшы һатыла, русса яҙһалар ҙа - улар башҡорттар. Ә әҙәбиәткә килгәндә инде, беҙҙең үҙебеҙҙең локаль башҡорт әҙәбиәте лә көслө генә бит, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Әмир Әминев, Мөнир Ҡунафиндарҙың әҫәрҙәре баҫылған "Ағиҙел"дең һандарын эҙләп йөрөйҙәр икән, был бит үҙе уҡыусыларҙың барлығының күрһәткесе.
Халыҡ ихтыяжын иҫәпкә алмай, үҙенең исеме күренһен өсөн генә яҙып, аҙаҡ халыҡтан һөйөү талап итеп йөрөгән авторҙарыбыҙ ҙа етерлек инде. Баҙар шарттарында барыбер ҙә тауарың үтемле булыуын ҡайғыртмаһаң, уйындан төшөп ҡалаһың инде. Классик яҙыусыларҙан тыш, бөгөн интернет аша билдәлелек яулаған яҙыусыларыбыҙ ҙа бар, уларҙың яҙмалары интернетта башҡорт телен популярлаштыра. Матур ғына әҙәби интернет ресурстарыбыҙ, төркөмдәр эшләп килә, ана хикәйәләр төркөмдәре нисек популяр! Ғөмүмән, бөгөн мәғлүмәт һәм уны еткереү саралары күп булған заманда, кешеләр донъя көтөр өсөн әллә нисә эштә эшләргә мәжбүр булған йәмғиәттә әле беҙҙең китаптар бер ни тиклем һатыла һәм уҡыла икән, был үҙе үк ҡаҙаныш. "Аҡмулла арбаһы"на ла ихтыяж бар, был да һөйөнөс. Әле беҙҙең башҡортса яҙыусыларҙың аудитория бар ул, бына ун йылдан, егерме йылдан нимә булыр, үәт шуныһы мәсьәлә. Башҡортса уҡый белеүселәр, уҡырға теләүселәр булырмы?
Мөнир: Кеше ғүмер буйы әҙәбиәттән тормош юлында йүнәлеш, ғүмер асылына асҡыс эҙләп йәшәй. Яҙыусынан, гәзит-журналдан ул дөрөҫлөк көттө, әле лә көтә. Тура мәғәнәлә әйтеп булмаҫын аңлаһа ла, бигерәк тә совет осоронда, образдарҙан, йәшерен "аҫҡы ағымдарҙан", эзоп теленән сырамытырға тырышты хаҡлыҡты. Энә йомортҡала йәшеренгән кеүек, әйтәйек, заманында, бигерәк тә соцреализм осоронда, Мостай Кәримдең "Вәғәҙәләр бирмә", Рәми Ғариповтың "Табыныу", Рауил Бикбаевтың "Ностальгия", "Халҡыма хат", Әмир Әминевтың "Ҡытайгород" әҫәрҙәрендәге, Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Ғәзим Шафиҡов публицистикаһы төбөндә йәшеренгән мәңгелек һәм көндәлек серҙәрҙе, әсе хәҡиҡәтте шәйләһә, үҙен дә ижадсы итеп тойҙо, кинәнеп мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайҙы ябай уҡыусы. Шуға ул журнал өсөн аҡсаһын да йәлләмәне.
Ә бөгөн ул уҡыусы... бар мәғлүмәт, бар асыҡлыҡ һәм билдәлелек интернетта бар, тип уйлай. Уның ауына эләгә лә сыға алмай. Ысын хәҡиҡәт менән ялған мәғлүмәтте-фейкты айырмай башлай. Уның өсөн ысын зауыҡ, ысын сәнғәт, юғары әҙәбиәт яйлап-яйлап ҡына юҡҡа сыға бара. Был үҙ артынан башҡа ихтыяждар тыуҙыра. Әйтәйек, зауыҡлы сағында ул тәүҙә, журнал уҡып алайым, театрға барайым, тип кинәнес кисерә ине, ә хәҙер анау затлы шарапты тәмләп ҡарайым, аҡса булғанда Төркиәгә барайым, тип үҙен "замана кешеһе" итеп хис итә. Гәзит-журналға яҙылыу ижтыяжы өсөнсө урындан егерме өсөнсөгә күсә. Юғары сәнғәтте аңлап йәшәгән замандаш менән көндәлек ләззәт менән эш иткән кеше араһында айырма шунда ғына: беренсеһе усында Мәңгелекте күрә, уның менән эш итә, икенсеһе ошо мәлде мәңгелек тип хис итә. Ҡайһыһы хаҡлы? Шайтан ғына белһен.
Тормошта кеше һәр саҡ Үҙен эҙләй. Кемдер - аҡыллы китаптан, затлы тамашанан. Тик күптәребеҙ - ике нотанан торған йырҙан, осһоҙ эстрада таҡмағынан... Ҡыҙғаныс, бына шул кимәлдәге зауыҡ беҙҙә. Ә инде "Ағиҙел" журналының ике мең тоғро дуҫы Толстой менән Чеховтың, Мостай менән Рәмиҙең, Таңсулпан менән Шәкүрҙең, Йомабикә менән Гөлсирәнең, Чайковский менән Исмәғилевтың... дуҫы. Ике мең кеше ике миллион кеше менән идара итеп, киләсәккә алып бара алыр, шуға ышанайыҡ. "Ике-өс" уҡыған кеше өсөн булһа ла ижад итәбеҙ. Әйтәм бит, ана шул "ике-өс" үҙ артынан тотош заманды, тотош халыҡты үҙе менән рухлы, аңлы киләсәккә эйәртеп алып китәсәк. Ошо көнгәсә кешелек аҡыллы һүҙҙән, зирәк фекерҙән баш тартҡаны юҡ әле. Халҡыбыҙ ғүмер буйы ижад иткән. Тарих күсәрен барыбер ҙә матди байлыҡ, көндәлек мәшәҡәт түгел, ә классик ҡабатланмаҫ әҙәби әҫәрҙәр, сәнғәт гәүһәрҙәре әйләндерә. Ә "Ағиҙел" ана шул баҫыуҙа төрәнен батырып ер һөрә. Тимәк, мәңгелек менән эш итә, тип йыуанабыҙ ҙа, ҡыуанабыҙ ҙа. Әлбиттә, һине аңлаған, һанлаған дуҫтар күберәк булһа, тағы ла шәберәк.
"Аҡмулла арбаһы" хикмәтле, затлы, аҡыллы һәм миһырбанлы каруан ул. Һәр кем дә унда келтер-келтер барырға мөмкин. Тик ваҡыт һәм мәңгелек хакимдары уны тау-таш араһынан да, һәләкәтле соҡорҙарҙан да, баш әйләндерерлек хуш еҫле сәскәле болондарҙан да йөрөтә... Барған һайын ултырған урынды белем, юғары зауыҡ, яҡты зиһен менән көпләп, нығытып барырға кәрәк. Күптәр шуны аңламай, ҡулына китап алмай осоп төшөп ҡалыуы ла ихтимал. Бик ихтимал.

Әҙәбиәттең кимәле журналдың да кимәле тип иҫәпләп буламы? Һеҙ башҡа кеше өсөн әҫәр яҙып бирә алмайһығыҙ, мөхәррирләй генә алаһығыҙ. Барлыҡ художестволы талаптарға яуап бирерлек әҫәр ниндәйерәк әҫәр ул?

Салауат:
Һүҙ ҙә юҡ, йөҙ-ҡиәфәтең ниндәй, көҙгөлә шул сағылыш таба. Ай һайын сығып килгән журнал, әлбиттә, әҙәбиәтебеҙҙең асыҡ сағылышы. Нисек кенә булмаһын, әҫәрҙәр иң беренсе сиратта журналдарҙа, гәзиттәрҙә донъя күрә. Мостай Кәрим томдарын ҡарап әйткән бит әле: "Был әҫәрҙәрҙең барыһы ла иң беренсе "Ағиҙел" журналында донъя күрҙе". Хәйер, башҡа данлы яҙыусыларыбыҙ ҙа ошо уҡ һүҙҙе ҡабатлар ине, моғайын. Бына, журналдың кимәлен шунан сығып та баһалап була!
Ә инде барлыҡ художестволы талаптарға яуап биргән әҫәр тураһында әйткәндә, күктең сиге булмаған кеүек, кеше күңеленең дә сиге юҡ. Заман талаптары менән бергә әҙәби талаптар ҙа үҙгәреп тора. Кисәге яҙылған әҫәрҙәр - бөгөнгө уҡыусыға, бөгөн яҙылғандары иртәгәге уҡыусыға көлкө булып тойолоуы ла ихтимал. Әҙәбиәт - йән үҫешенең процесы ул. Киреһенсә лә булырға мөмкин...
Әхмәр: Беҙҙең башҡа халҡыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ юҡ һәм яңы әҫәрҙәр иң беренсе нәүбәттә берҙән-бер әҙәби журналда сағылыш таба икән, асылда, әҙәбиәт кимәле ул журналдың кимәле лә. Әммә бер үк ҡымыҙҙы ике төрлө һауытҡа: стаканға йә ижауға һалып эсеп ҡараған кеше уларҙың тәме араһында айырма тойған кеүек, шул уҡ яҙыусыларҙың яҙған шиғырҙарын, хикәйәләрен, повестарын, романдарын, очерктарын төрлөсә биҙәлештә журналға биреү ҙә яңы форма йөкмәткене лә яңыса балҡытып ебәрә. "Башҡорт халыҡ йыры "Һандуғас"ты елән кейеп тә, фрак кейеп тә башҡарып була", тигәйне бер саҡ Мостай Кәрим. Мәҫәлән, журналыбыҙ үҙ тарихында "реформатор" баш мөхәррирҙәр менән дан тота. Журналдың исемен "Әҙәби Башҡортостан"дан "Ағиҙел"гә үҙгәртеп, тарихта иң юғары тираж йыйыуға өлгәшкән Хәким Ғиләжев (әйткәндәй, уның да тыуыуына быйыл 100 йыл тула) баҫманы популярлаштырыу өсөн рекламаһын шырпы ҡабының тышында һынландырыуға өлгәшә. Булат Рафиҡов иһә яҙыусыларҙың юғары художестволы әҙәби әҫәрҙәр яҙыуын көтөп кенә ултырмай, үткер публицистикаға, тарихи хроникаға (тыйылған әҫәрҙәр циклы, "Ауылығыҙға - тыуыу тураһында таныҡлыҡ" һ.б.), йәштәргә, фантастик әҫәрҙәргә арналған махсус һандарға, "Бәпембә", "Шоңҡар", "Йәдкәр" ҡушымталарына мөрәжәғәт итеп, журналды өр-яңы йүнәлешкә бора. Һөҙөмтәлә "Ағиҙел"дән яңы журналдар үҫеп сыға.
Мөнир Ҡунафин иһә тотош һандарҙы бер романға, повестарға, хикәйәләргә, шиғырҙарға бағышлап, уҡыусыларҙың, шулай уҡ яҙыусыларҙың диҡҡәтен журналға ылыҡтыра алды. Һөҙөмтәлә беҙгә: "Ағиҙел" журналы һаман да сығамы ни? Бала саҡта уҡый торғайным. Шундай-шундай һанын ҡайҙан табырға була?" - тип шылтырата башланылар. Быларҙан сығып, шуны әйтергә була: эйе, әҙәбиәттең кимәле, ысынлап та, журналдың да кимәле, әммә журнал әҙәбиәт үҫешенә яңы йүнәлеш бирә ала. Быны беҙ журналдың юбилейына арнап иғлан иткән конкурстарҙа ныҡ тойҙоҡ. Ә барлыҡ художестволы талаптарға яуап бирерлек әҫәр - ул илле, йөҙ йылдан һуң да бөгөнгөләй уҡылырлыҡ, ҡабул ителерлек әҫәр.
Луиза: "Ағиҙел" журналының тарихы аша бар тарихи-әҙәби процесты күҙ алдына килтереп була: баҫма - үҙенең тәүге һанынан алып бөгөнгө көнгә тиклем - халыҡты әҙәбиәтебеҙҙең яңы ҡаҙаныштары менән таныштыра, республиканың сәйәси-иҡтисади хәлен яҡтырта, мәғариф, әхлаҡ, илһөйәрлек темаларын күтәрә, яҙыусыларыбыҙ өсөн ижад мәктәбе булараҡ сығыш яһай. Әҙәби журналдарҙың йәмғиәттәге роле тураһында күп һөйләргә булыр ине. Улар илебеҙҙең дөйөм әҙәби-мәҙәни мөхитен барлыҡҡа килтерә. Ә "әҙәби-мәҙәни мөхит" тигән төшөнсә ҡоро һүҙ генә түгел. "Әҙип үә ғалимдары булмаған халыҡ - бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ - яҡлаусыһыҙ, әҙәбиәте булмаған милләт - рухһыҙ". Аҡыл эйәһе Ризаитдин Фәхретдиновтың был һүҙҙәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмай.
Әҙәбиәттең художестволылығы, һис шикһеҙ, журналдың да кимәлен күтәрә. Әйтәйек, үткән быуаттың 60-сы йылдары - яҙыусылар Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре баҫылған дәүер - журналдың да "алтын осоро" булманымы икән?
Барлыҡ художестволы талаптарға яуап бирерлек әҫәр бармы? Был һорауға ниндәй күҙлектән ҡарайһың бит. Замана талабы, уҡыусы зауығы тип әллә күпме һүҙ сурытырға мөмкин был өлкәлә. Шуны ғына билдәләге килә: хәҙер ысынбарлыҡ шул тиклем тиҙ үҙгәрә. Бөгөнгө һүҙең иртәгәгә ярамауы ла мөмкин. Яҙыусыға был шарттарҙа ижад итеүе лә бик еңел түгелдер...
Гөлнара: Художестволы талаптарға яуап биргән әҫәр иң тәү сиратта уҡыусының иғтибарын тота алған әҫәр, минеңсә, ҡәләм оҫтаһының стиле бөгөнгө зауыҡты ла тойорға, шулай уҡ унан ниндәйҙер яңы һулыш та тойолорға тейеш. Ваҡиға булырлыҡ әҫәрҙәр әҙ, әммә юҡ түгел, табылып тора. Был беҙҙә генә түгел, бөтә донъя әҙәбиәтендә лә шулайҙыр.
Мөнир: Журнал кимәле менән иҫәпләп була тиһәк, атабыҙ - әҙәбиәтебеҙҙе, әсәбеҙ шиғриәтте кесерәйтеү төҫлө булыр. Әҙәбиәт журналда баҫылған әҫәрҙәр генә түгел бит, ул тарих, ул замандың сағылышы, ул шул уҡ быуаттар элек яҙылған әҫәрҙәр ҙә, әҙиптәрҙең тынғыһыҙ тормошо ла... Беҙ барыһын да нисек кенә үҙ эсебеҙгә алырға тырышһаҡ та, физик һәм рухи йәһәттән дә был мөмкин түгел.
Икенсенән, әҙәбиәт, хатта ки милләт тарихында тотош дәүерҙе айырым яҙыусылар билдәләгән кеүек, кимәлде лә, әҙәбиәтте лә айырым әҫәр, бөйөк әҫәрҙәр оло ареналарға сығара ала. Һәм шуныһы ла бар: ҡайһы бер әҫәрҙәр заманды, милләтте танытһа, ә ҡайһы саҡ үҙ зауыҡтарынан сығып, замандаштар ҙа айырым әҫәрҙе "классика" дәрәжәһенә күтәрергә мөмкин. Уйҙарым ситкә китте, ҡыҫҡаһы, журнал бөгөн әҙәби әҫәрҙәргә ҡытлыҡ кисермәй. Хикәйәләр генә табыуы ауырлашып китә. Һығымта шул: замана әҙәбиәте кимәлен журнал билдәләргә һәм уның үҫешенә йылдам йоғонто яһарға тейеш.

Хәҙер "клиплы фекерләү" заманы тиҙәр. Кешенең оҙон-оҙон романдар уҡырлыҡ ваҡыты ла юҡ. Роман жанр булараҡ юҡҡа сығыр тип уйламайһығыҙмы?

Салауат:
Яҡшы әҫәр бер ҡасан да юҡҡа сыҡмай. Роман булһынмы йә башҡа жанрҙа яҙылһынмы. Уҡыусы ҡыҙыҡһына икән, хатта биш-алты томдан торған әҫәрҙәр ҙә уның танһығын ҡандыра алмай, дауамын көтә. Иң ауыры, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырырлыҡ тема табырға, уны мауыҡтырғыс итеп еткерә белергә кәрәк. Үкенескә ҡаршы, әҙәбиәттә хәҙер талап төшөнсәһе бүҫкәрҙе. Шулай булғас, ғәйепте уҡыусынан түгел, үҙебеҙҙән эҙләргә ҡала... Әхмәр: "Клиплы фекерләү" ни, элек тә булған. Заман, ваҡыт тотош яҙыусының ижадын, айырым әҫәрҙәрен шул тиклем итеп шымарта, дөйөмләштерә, артыҡ урындарын алып ташлай һәм барыһынан бер генә һөйләм тороп ҡала. Әйтәйек, беҙҙең бөгөн Лев Толстойҙың "Анна Каренина" романын ҡат-ҡат уҡырға ваҡытыбыҙ ҙа юҡ, шуға күрә әҫәрҙең төп һығымтаһын клип формаһында әйтеү менән генә сикләнәбеҙ: "Кешенең бәхетһеҙлегендә үҙ бәхетеңде төҙөп булмай..." Клипҡа торош итерлек роман яҙырға кәрәк әле беҙгә.
Луиза: Бәлки, мин бик оптимист кешелер, шулай ҙа романдар юҡҡа сығыр тип уйламайым. Замана күренештәре менән бәйле сюжет динамикаһының етеҙлеге, стиль-форма йәһәтенән үҙгәрештәр булыуы мөмкин, әммә жанрҙың юҡҡа сығыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Әйтәйек, "Ағиҙел" журналында баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙе - Ғәлим Хисамовтың "Президент Рәхимов", Флүр Ғәлимовтың "Шайморатов генерал", Наил Ғәйетбайҙың "Йән" романдарын эҙләп йөрөп уҡыған китап уҡыусыларыбыҙ бар... Былар барыһы ла өмөттө һүндермәй әле.
Гөлнара: "Клиплы фекерләү" заманы тип ҡыҫҡалығы өсөн генә әйтмәйҙәрҙер, әҫәрҙең динамикаһы булһа, ул клиплы фекерләүселәр зауығын ҡандыра ала тип уйлайым. Бына яңы әҫәрҙәрҙән Наил Ғәйетбайҙың "Йән" романының тәүге өлөшөндә шул динамика бар тип уйлайым. Романдар жанр булараҡ йәшәр ул, "Ырғыҙ", "Емеш" форматында бөгөнгө башҡорт көнкүреше һәм рухиәтен сағылдырған берәй эпик романды күргем килә минең шәхсән. Бөгөнгө һынылыш дәүерендәге башҡорттарҙың психологияһын күрһәткән ул роман берәй яңы исем, беҙ әле бөтөнләй белмәгән яңы автор тарафынан тыуҙырылыр, тип уйлайым.
Мөнир: Һуңғы мәлдә, һиҙәһегеҙме икән, кешеләр уйсаныраҡ булып китте, пандемия осоронда, күңел-зиһенендә тартыш-алыш барған мәлдә кеше китапҡа тартылды. Кеше ауырлыҡтар күрә башлаһа, уйлана, һиҫкәнә шул. Айырым ҡайғы булһа булһын, илгә ҡайғы килмәһен, тигән кеүек, ил өсөн, киләсәгебеҙ өсөн борсолоуҙарыбыҙ ҙа етди уйҙарға һала. Беҙ өҙөк-йыртыҡ уйланып өйрәнмәгәнбеҙ. "Клиплы фекерләү" беҙгә хас түгел, оҙон көйҙәр, эпостар ижад иткән халыҡ ҡолас йәйеп йәшәгән, ҡолас киреп фекерләгән. Ул илаһилыҡ алдында телһеҙ ҡалған, ололар һәм сәсән алдында телен тыйған, һөйгәне янында һандуғас булып һайраған, яуҙа бөркөт булып ташланған. "Клиплы" кәртәләргә уны индереп булмай, ул шашҡан ярһыу саптар кеүек, бар ҡаршылыҡтарҙы емереп, азатлыҡҡа ынтыласаҡ. Ә үҙендә башҡортлоҡ рухын юғалтҡан, һындырған әҙәм үҙе лә һиҫмәҫтән ана шул ҡапҡанға эләгеүе ихтимал. Тар фекерләмәһен өсөн милләтебеҙҙә ҡан хәтерен яңыртып тороу фарыз. Улар тарихи романдарҙа, тарихи киноларҙа, фәлсәфәүи повестарҙа, иҫ киткес халыҡсан йолаларҙа...
Уйлана белгән кешелә бер кәлимәлә лә романға торошло фекер ятырға мөмкин - быныһы ла яңылыҡ түгел. Һеҙгә бер шиғыр.

Одиноко сижу в горах Цзинтиншань

Плывут облака
Отдыхать после знойного дня,

Стремительных птиц
Улетела последняя стая.

Гляжу я на горы,
И горы глядят на меня,

И долго глядим мы,
Друг другу не надоедая.

Артыҡ ябай шиғыр кеүек, эйеме? Ҡарап ултырған икән берәү тауға... Боронғо Ҡытай шағиры Ли Боныҡы ул. Бөйөк шағир. Уның шиғриәте менән танышып сыҡҡас, кеше таҙарына. Иҫ киткес тәбиғилек, күңел, фекер таҙалығы тоя уҡыусы. Уның бөйөклөгө шунда. Шағир бындай таҙалыҡҡа йылдар буйы килә. Ә баҡһаң, таҙалыҡтың бөйөклөгө ябайлыҡта икән.
Малевичтың "Ҡара квадрат"ы юҡтан ғына яҙылмай. Оло романдарҙы ике юллыҡҡа һыйҙырырға тырышыуҙан. Баҡһаң, ҙур, оло фекер ҙә ябайлыҡтан тора икән. Тик уны аңлар өсөн иҫ киткес тулы тормош һәм ижад юлы үтергә кәрәк.
Күктә йондоҙҙар болара, -
Сәғәт нисәләр икән?
Бер донъянан икенсегә
Ниңә күсәләр икән? - Мостай Кәримдең ошо дүрт юллығын уҡығас, ниндәй генә уйҙарға суммайһың. Хатта ки уның "Ярлыҡау" әҫәре тулыһынса иҫкә төшә, Любомир Зухтың тормошо, мөхәббәте, үлеме... күҙ алдына баҫа. Тик... "клиплы фекерләү" менән үҫкән быуын былай уҡ тәрәнгә инеп уйлана беләме икән, белмәйем. Уныһы уларға ят, шуныһы үкенес.

Бөгөнгө "Ағиҙел" журналының уҡыусыһы ниндәйерәк ул? Ул башҡаларҙан ни яғы менән айырыла?

Салауат:
Был йәһәттән тәүге һорауға ҡабат әйләнеп ҡайтып, заманға бәйләргә тура килә. Аллаға шөкөр, интернет селтәрендә "Ағиҙел" журналының сайтына инеп, өр-яңы әҫәрҙәрҙе уҡыусы йәштәр бихисап. Шулай уҡ совет осоронда журнал тотоп уҡып өйрәнгән өлкән йәштәгеләр әле лә "Ағиҙел"дән айырылмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Ағиҙел"де әҙәпле, әхлаҡлы, тәрбиәле, итәғәтле, изгелекле... кешеләр уҡый. Сөнки журналыбыҙ кешелектең ошо иң изге төшөнсәләренә хеҙмәт итеп, рухи донъябыҙҙы байыта.
Әхмәр: Халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләп йәшәгән кешелер ул беҙҙең уҡыусы. Әгәр ҙә улай булмаһа, ул кеше милләтебеҙҙең берҙән-бер әҙәби журналына яҙылмаҫ ине. Журналды алдырмаусыларҙан ул ана шул яғы менән айырыла.
Луиза: Ул - телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе хөрмәт иткән, тәрән аңлаған бик зауыҡлы кеше.
Гөлнара: "Ағиҙел" журналының уҡыусыһы ғәмле кешелер. Тик тиражды милләт һаны менән сағыштырғанда беҙҙең журналды башҡорттоң 0,1-0,2, күп тигәндә 0,5 проценты ғына уҡый булып сыға бит әле. Халыҡта ғәмлеләр һаны шулай уҡ әҙ булып сыға түгелме, был әҙәбиәтебеҙҙең генә түгел, халҡыбыҙ киләсәге өсөн дә шомлораҡ һан бит әле ул. Улай тиһәң, беҙҙең ҡулда әле бер журналды нисә кеше уҡый икәнлеге хаҡында мәғлүмәт юҡ, бер һанды бер нисә, кәм тигәндә биш кеше уҡыйҙыр, тигән өмөт бар шулай ҙа. Әле бына "Ағиҙел" иғлан иткән фотоконкурсҡа бик күп эштәр килде. Журналды тотоп, төрлө сүрәткә инеп, кәртешкәгә төшәләр, күберәк элекке йылдарҙағы журналдарҙы тотоп төшкән фотолар килә, яңылары менән төшкәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Тимәк, күпселек бәйге тураһында интернеттағы төркөмөбөҙҙән белеп ҡалып ҡатнашырға булған да, быйыл журналға яҙылмаһалар ҙа үҙҙәрен журналдың уҡыусылары тип иҫәпләйҙәр. Ҡыҙыҡ бит. "Ағиҙел"дең китап һымаҡ булыуын, һандарының мәғлүмәти яғынан иҫкермәүенә лә бер дәлил был, икенсе позитив яҡтан ҡараһаң.
Мөнир: Алда әйткәйнем инде, Толстой менән Чеховтың, Мостай менән Рәмиҙең, Әхмәр менән Салауаттың дуҫы тип, тағы шуны өҫтәй алам: Баймаҡ үҙәк китапханаһы (әйткәндәй, уның етәксеһе Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина ла, унда эшләүселәрҙең барыһы ла, ғөмүмән, бар китапханасылар ҙа беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ, таянысыбыҙ) бинаһының тышына : "Киләсәктә телевизор ҡараусылар һәм компьютерҙа уйнаусылар менән китап уҡыусылар идара итәсәк" (яҡынса фекерен еткерҙем) тигән олоғара һиҫкәндергес яҙыу була торғайны. Бик аҡыллы һәм дөрөҫ фекер, минеңсә. Киләсәктә заман атын ауыҙлыҡлар кешеләр уҡый "Ағиҙел"де.
Сайтта үткәргән мониторинг шуны күрһәтә, күпселектә беҙҙе (бында ҡағыҙ баҫма ғына түгел, беҙгә ҡағылышлы сайт, социаль селтәрҙәр ҙә инә) 45-65 йәштәге ҡатындар уҡый, улар артынса 50 йәштән олораҡ ир-азаматтар йыш ҡулына ала беҙҙең баҫманы. Шуныһы ҡыуандыра: уҡыусыларыбыҙҙың 17-19 проценты - 15-35 йәштәге йәштәр.

Иң һуңғы уҡыған китабығыҙ нимә тураһында, унан ниндәй фәһем алдығыҙ?

Салауат:
Иң һуңғыһы үҙебеҙ сығарған "Ағиҙел"дән 100 хикәйә" ике томлығы. Уларҙан алған фәһемде һүҙ менән әйтерлек, ҡәләм менән яҙырлыҡ түгел.
Луиза: Нисек кенә ваҡыт тығыҙ булмаһын, "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан яңы китаптарҙы, ғәҙәтләнгәнсә, һатып алырға һәм уҡып сығырға тырышам. Һуңғы ваҡытта шағирәләр Тамара Ғәниеваның, Зөлфиә Ханнанованың, Ғәлиә Кәлимуллинаның, Лариса Абдуллинаның, Наилә Хәмбәлиеваның өр-яңы китаптарын уҡып сыҡтым. Бик көслө һүҙ оҫталары улар! Әле өҫтәлемдә Гөлнара Хәлфетдинова менән Рита Фәтҡуллинаның шиғри йыйынтығы, прозаиктар Спартак Ильясов, Миләүшә Ҡаһарманова, Рәсүл Байгилдин, Раят Вәлиев китаптары "сират" көтөп ята.
Гөлнара: Төп эш өҙлөкһөҙ әҙәби әҫәрҙәр уҡыу менән (мөхәррир күҙлегенән) бәйле булғас, ҡапылдан яуап биреүе лә ҡыйын. Эшкә ҡағылышы булмаған осраҡтарҙы иҫләгәндә, ҡағыҙ вариантта Шамил Аляутдиновтың китаптарын уҡыйым. Күберәк документаль кино ҡыҙыҡһындыра. Ә уҡыған китаптарым йә тыңлаған подкастар әҙәби түгел, тарих, психология һәм сәләмәтлеккә ҡағылышлы, әлеге ваҡыттағы күңел ихтыяжым шундай. Улар, билдәле, башҡортса түгел инде. Яндекс Дзенда башҡортса яҙыу мөмкинлеге булмауы насар тип уйлайым, ул "клиплы фекерләгән" кешеләр өсөн генә түгел, эш араһында тиҙ генә уҡып алырға теләүселәр өсөн яҡшы майҙансыҡ. Яндекс Дзен башҡортсаны ҡабул итһә, беҙҙең журналистар һәм яҙыусылар ҙа шул иҫәптән унда үҙҙәренә аудитория табып алырҙар ине ул. Шиғриәткә килгәндә, "Бәйләнештә" аша ҡәләмдәштәрҙең ижадын ентекле күҙәтеп барам тип әйтә алам.
Әхмәр: Иң һуңғы уҡыған китабым Африка яҙыусыһы Алекс Хейлиҙың "Тамырҙар" романы. Әҫәрҙә 1767 йылда Африканың Гамбия иленән Кунта Кинте атлы яугирҙы европалылар тотоп алып, Америкаға ҡоллоҡҡа оҙаталар. Ҡоллоҡтоң барлыҡ ғазаптарын татый Кунта, тыуған иленә әйләнеп ҡайта алмай. Уның ҡоллоҡтан азат ейәне меңәрләгән Африка ҡәбиләләре араһынан ҡартатаһының тыуған ерен, ырыуын эҙләй. Бик оҙаҡ ваҡыт үткәндән һуң ғына уға был урынды табырға туған телендәге бер генә һүҙ ярҙам итә. Роман буйынса фильм да төшөрөлгән. Тамырҙарыңдың, туған телеңдең ҡәҙерен белергә ярҙам итә роман.
Мөнир: "Воспоминания Об Анне Ахматовой". Ысын талант ирекле фекерләргә һәм мөмкин тиклем тормош ваҡлыҡтарынан, ғаләм бейеклектәренән дә юғары һәм азат, дөрөҫөрәге, бойондороҡһоҙ булырға тейеш, уйҙары, шөғөлө, ҡылығы, ҡылғандары... барыһы менән дә. "Женщины с таким свободолюбием и с таким громадным внутренним содержанием счастливы тогда, когда ни отчего, и тем более, ни от кого не зависят". Шуның менән ижадсы бәхетле лә һәм шәхси тормошта иҫ киткес бәхетһеҙ ҙә!

Әмир ҒҮМӘРОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 178

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru