«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБЫЛДЫҠ-5
+  - 


Иртәгеһен инде бала түгел, үҙе үк ныҡлы ҡарарға килгәйне, баланы йонсотоп, етемһерәтеп, бер ҡайҙа ла алып йөрөргә кәрәкмәй, ни булһа ла ошонда бергә күрерҙәр. Бала ла ҡый һауытында ятһа ла һыуыҡ алдырмағайны, үҙен тыныс, сабырлы тота, ихласлап имә, тыныс йоҡлай. Тыныс булһа ла, бала барлығы бер беленмәһә бер беленер бит, ни тиһәң дә, дөйөм ятаҡ, коридорҙан унда-бында үтеп-һүтеп йөрөйҙәр. Ярай әле ике яҡ бүлмәләр буш тора, уның ҡарауы, ишеге йоҡа фанера таҡтанан, тауышты ғына түгел, коридорҙан иҫкән елде лә тишек-тошоғонан еңел үткәрә. Пружиналы карауатының аҫтында одеал ята ине, шуның менән ныҡлап ишекте нығытырға тотоноп китте: ошолай итһәң, тауышты ла үҙенә һеңдерер, елде лә тотоп ҡалыр. Аҙна ниндәйҙер елкенеү, күңелле мәшәҡәттәр менән һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Йома көн төштән һуң ентекләп ҡырынып, душ аҫтына баҫып йыуынып алды, таҙа кейемдәрен, тубыҡтары тупайып беленеп, балаҡтары торбаланып киткән салбарын үтекләп кейҙе. Бараһы ер алай ҙа йыраҡ түгел, 5-10 минутлыҡ ара. Көн һайын көйләнгән аҙан тауышы бында бермә-бер асыҡ ишетелә. Барғанында йома намаҙы тамамланып ҡына тора икән, ишек төбөнән йыраҡ булмаған урындағы эскәмйәлә сират та юҡ, килеүселәргә аят бағышлаған мулла ла унда-бында үтеп йөрөп ята. Спорт кәпәсен ҡулайлап кейеп, эскәмйә ситенә һаҡҡайны, теге килә һалып та етте:
- Әссәләмәғәләйкүм, изге йома көнө менән!
- Һаумыһығыҙ. Рәхмәт. Һеҙҙә ине йомош.
- Берәй әруахҡа аят бағышлатаһығыҙмы?
- Юҡ та... - Ары ни әйтергә белмәй тотлоҡто. - Ней, бынан бик алыҫтағы туғанымдың улы тыуғайны, шул шылтыратты, яҡын-тирәлә мәсет юҡ, һеҙҙә генә, шунда барып, малайыма исем ҡуша алмаҫһығыҙ микән, тип үтенде.
- Сәйер теләк. Балаға исемде йортҡа саҡыртып, ҡолағына ҡысҡыралар, ғәҙәттә, ә бында бик күп саҡрымдар аша ҡушылған исемде ҡабул итерме бәпес, уға барып етерме, бына эш нимәлә...
- Ишетер ҙә, барып та етер, бик һиҙгер бала ти туғаным...
- Хәйер, ата-әсә мосолманға йәбешеп бармаған исемде ҡуша ла шуның менән бөттө тип уйлай, изге йоланы үтәү хаҡында уйлап та ҡарамай. Шуға туғаныңдың теләге, уйы изге, уны урын-еренә еткерергә кәрәк. Кем тип ҡушырға ниәтләнегеҙ инде? - Танһыҡ, тип.
- Бик танһыҡтыр инде ул һеҙҙең өсөн. Матур исем һайлағанһығыҙ.
Йолаһы атҡарылып, исем ҡушылды, уға йәшел тышлы, тышына алтын ярым ай төшөрөлгән танытма тапшырҙы мулла:
- Ебәр туғаныңа яйын яйлап, ошо изге ҡағыҙ менән исеме лә барып етер...
Ҡайтты ла танытманы баланың башы аҫтына ҡыҫтырғас, ҡәнәғәт һөйләнде:
- Бына, ғүмереңдәге тәүге танытмаң, хәйерле булһын!
...Тағы ла ай самаһы ваҡыт үтте, хәйер ул бәхетле көндәр ағышын кем генә иҫәпләгән тиһең. Танһыҡ та ауырлығын бер аҙ арттырҙы, буғай. Һәр хәлдә, көн һайын ҡулында һәлмәкләп шуны һиҙә, әкренләп муйынын да тота башланы һымаҡ, уны танып йылмайырға ла итә шикелле. Бала йылмайыуын күреү үҙе бер бәхет икән дә баһа, шуны белә хәҙер.
Ҡапыл, көтмәгәндә, ҡаты итеп ишек шаҡынылар. Һиҫкәнеп уянды. Һаҡ ҡына баҫып ишеккә яҡынланы: "Кем йөрөй икән иртә менән?.." Теге яҡҡа баҫҡандарҙың яңғыҙ түгеллеген һиҙҙе. Кире сигенде. Балконға сығып, аҫ яҡҡа күҙ ташланы һәм күргәненән тертләп китте: ятаҡтың эргәһенә үк янғын машинаһын, "Тиҙ ярҙам"ды, полиция фургонын терәп тиерлек килтереп ҡуйғандар. Ишек алдына тиҫтәгә яҡын полиция хеҙмәткәрҙәре баҫҡан, ҡулдарында ҡорал да бар. "Тимәк, белеп ҡалғандар. Килештерәләр. Быларҙан тиген генә ҡотолоп булмаясаҡ..." Яңынан ишек төбөнә килде, тыңланып тора биргәс, һаҡ ҡына итеп өндәште:
- Кем йөрөй унда?
- Полиция! Ҡулыбыҙҙа прокурор ордеры ла бар. Хәҙер үк асығыҙ, юғиһә, емереп инәбеҙ!
Келәне ысҡындырҙы. Ҡапыл ишек асылып китте. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны тупаҫ стена ҡырына этәреп, аяҡ-ҡулдарын тарбайтып ҡуйып, күнегелгән хәрәкәттәр менән тентегәндән һуң төпкә үттеләр. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә бында икән. Эргәһенә баҫҡан йәш егет карауатҡа хужалай йәйелергә өлгөргән өлкәнгә доклад яһаны:
- Ҡорал-маҙары юҡ.
Ҡалған инеүселәр ҙә стена ҡырлатып баҫҡандар.
Өлкәне бүлмәләге берҙән-бер ултырғысҡа ымлап, ҡоро өндәште:
- Ултырығыҙ. Тынысланығыҙ. Көс ҡулланырға маташыу һеҙҙең файҙаға булмаясаҡ, шул хаҡта киҫәтәм. Исем-фамилияғыҙ?
- Ҡобағошев Мозафар Ғәли улы.
- Эш урынығыҙ?
- Бер ҡайҙа ла эшләмәйем. Пенсионер.
- Был баланы ҡайҙан алдығыҙ?
- Ҡыйлыҡтан таптым.
- Ҡайҙағы ҡыйлыҡтан?
- Ишек алдындағы.
- Тимәк, бесәй балаһы, йә эт көсөгө һымаҡ табып алғанһығыҙ. Ҡый һауытында ҡабырлыҡ аҙыҡ эҙләп соҡондоғоҙмо? Баланы табып алдым, имеш, ошо нигеҙһеҙ аҡланыуға кем дә булһа ышаныр тип өмөтләнәһегеҙме?
- Ә мин ышандырырға йыйынмайым да.
- Һеҙ үҙегеҙҙең енәйәт эшләгәнегеҙҙе беләһегеҙме?
- Ниндәй енәйәт?
- Кеше урлағанһығыҙ. Уның, бик беләһегеҙ килһә, статьяһы бик ҡаты, хатта кеше йәнен ҡыйырға тырышыуға яҡын.
- Мин кеше урламаным!
- Нимә эшләнегеҙ һуң?
- Уны бары үлемдән ҡотҡарҙым.
- Ниндәй үлемдән?
- Сүплектә ятһа, өшөнөп үлә ине бит. Әгәр мин уны алмаһам, ни булыр ине?
- Бер ни ҙә. Һеҙҙең уға ҡағылырға хаҡығыҙ юҡ ине. Был закон тарафынан ҡәтғи тыйыла.
- Кеше ҡотҡарыу, тимәк, законға ҡаршы сығыу була?
- Ҡабатлап әйтәм, һеҙ кешене ҡотҡармағанһығыҙ, ә кемдеңдер балаһын һорауһыҙ урлап алғанһығыҙ.
- Кемдең балаһын?
- Бына быныһын асыҡларбыҙ артабанғы тикшереү барышында.
- Әгәр мөмкин булһа, тауышығыҙҙы баҫыңҡырап һөйләгеҙ, бала йоҡлай, уянып илай башлауы бар.
- Ни тиклем мәрхәмәтле һеҙ, хатта илағы килеп китте. - Майор погонлы полицейский ирендәрен мыҫҡыллы салшайтты ла эргәһендәге аҡ халатлы иргә бойорҙо. - Баланы тикшерегеҙ хәҙер үк, һәм уның сәләмәтлеге хаҡында понятойҙар алдында протокол да төҙөгөҙ!
Тупаҫ ҡағылыуҙы тойған Танһыҡ уянып китеп илай башланы. Уны тынысландырырға теләп, баҫырға уҡталғайны, Мозафарҙы тупаҫ рәүештә ситкә эттеләр.
Ниһайәт,бүлмәләге тикшереү тамамланды. Фотоаппарат тотҡан полицийский бүлмә эсен, уны, биләүендә тырпырап ярһып илаған баланы ҡат-ҡат фотоға төшөрҙө.
Аяғөҫтө баҫҡан майор һуңғы ҡарарын сығарҙы:
- Үҙегеҙҙе күҙәтеү аҫтындамын тип хис итегеҙ. Ситкә сығып йөрөү ҡәтғи тыйыла, полицияға саҡырта ҡалһалар, бер минут та һуңламай барып етергә бурыслыһығыҙ, сәбәптәр табып тотҡарланыуығыҙ - яуаплылыҡтан ҡасыуға иҫәпләнә. Киттек! Танһыҡ ярһып илауын дауам итте. Ул һуңғы мәлдә генә ҡулына эләккән танытманы алға һоноп, алға уҡталды:
- Баланың исеме Танһыҡ, фамилияһы Ҡобағошев. Ҡайҙа алып бараһығыҙ баламды? Миңә бит уны мәлендә ашатырға кәрәк! Ҡайҙа? - Танытма дерелдәгән ҡулынан төшөп китте, аҙаҡ ҡалып сыҡҡан полиция хеҙмәткәре уны бысраҡ итеге менән тапап уҙҙы...
...Бына нисәнсе көн инде бүлмәһенән сыҡмай түшәгендә аунай Мозафар. Торлағы ҡараңғыланып, ҡотһоҙланып ҡалған төҫлө. Нишләптер полицияға саҡырыусы булманы. Һалҡын камераға ябып ҡуйһалар, еңелерәк тә булыр ине, бәлки. Тегендә, моғайын да, бер үҙе булмаҫ ине, бындағы һымаҡ интекмәҫ тә ине...
Тәҙрә төбөндә онотолоп ятҡан телефоны шылтыраны. Бына ғәжәп, ошоғаса өнө сыҡмаған әйбер телгә килһен сәле! "Әһә, тимәк полициянан... Иҫтәренә төшөргәндәр тәки һуңғы сиктә... Телефон номерымды ҡайҙан таптылар икән? Улай тиһәң, былар бит ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткән полиция..." Аппаратты һаҡ ҡына ҡулына алды ла теләр-теләмәҫ йәшел төймәгә баҫты:
- Алё...
- Һаумыһығыҙ, Мозафар Ғәлиевич!
- Һаумы... Һеҙ кем әле, танып етмәйем...
- Кем булһын, Леонтьев, Валерий Леонтьев!
- Аңлашылды, полициянан. Минең эште һеҙгә тапшырҙылармы?
- Ниндәй эш тағы? Һеҙ ҡайҙа?
- Ҡайҙа булһын, бүлмәмдә ятам.
- Инеп сығырға мөмкинме?
- Полиция рөхсәт һорап мәшәҡәтләнмәй, шунда уҡ прокурор ордерын тотоп килә лә, ишекте асмаһаң, емереп килеп инә.
- Барын тиҫкәренән һапламағыҙ әле, Мозафар Ғәлиевич, хәҙер инәм, подъезығыҙ ауыҙында торам мин!
Бер аҙҙан ишек шаҡынылар:
- Инергә мөмкиндер, Мозафар Ғәлиевич?
Ауырлыҡ менән урынынан ҡалҡты ла ҡунағын ултырырға саҡырып, эйәге менән ултырғысҡа ымланы.
- Хәлдәрегеҙ нисек тип һорамайым, һүҙһеҙ ҙә билдәле. - Участковой өҫтәл өҫтөндәге икмәк валсыҡтарын бер ситкә этеп, ҡулындағы пакетын шунда ҡуйҙы, ашамлыҡтар, бер шешә коньяк сығарҙы.
- Бына заманалар китте, ә, участковой билдәле эскесенең өйөнә араҡы ташып һыйлай. Был күренеш тә бит законға ҡаршы!
- Әсе телләнмәгеҙ, Мозафар Ғәлиевич, һеҙ бит прокуратурала түгелһегеҙ. Беҙ ирҙәр, әйҙә, үҙебеҙсә генә ултырып алайыҡ әле. - Стакандарға эсемлек ҡойоп, береһен уның алдына шылдырҙы.
- Юҡ инде, Валерий Иванович, был нимәне башҡаса ауыҙыма ла алмаҫҡа булдым. Ни өсөн тиһеңме? Был донъяла Танһыҡ улымдың барлығын беләм, тимәк, йәшәү мәғәнәм дә бар. Бына табиптар, артыҡлап файҙа килтермәһә лә, эскеселәрҙе дарыуҙар, гипноз ярҙамында дауалап маташалар. Ә мин аяҡҡа баҫтырыуҙың иң ябай юлын беләм хәҙер, һәр йәш кешенең ҡулына бала тотторорға кәрәк. Бала икән ул тормоштоң, йәшәүҙең мәғәнәһе! Йәмғиәттә эскелек арта, ни өсөн тиһеңме?
Балалар кәмегәндән кәмей, төп сәбәп шунда...
- Дөрөҫ әйтәһегеҙ, Мозафар Ғәлиевич... Нина менән беҙҙең дә тәмһеҙләшеүҙәр, урынһыҙ ғәйепләүҙәр ана шунан килә!
Бер килке һүҙһеҙ шымтайыштылар. Көттөрә биреп Валерий һүҙ башланы:
- Һинең участкаңда булған хәл тип, мине оҙаҡ йонсоттолар инде, әммә аныҡ ҡына бер ни ҙә асыҡлай алманылар.
- Уның нимәһен асыҡларға инде? Баланы сүплектән табып алып ҡайттым, бары шул ғына.
- Һеҙгә һуңғы сиктә "укрывательство" ярлығын тағырға маташтылар, уны ла прокурор кире ҡаҡты. Тағы мин һеҙҙең хаҡта матур ҡылыҡһырлама яҙып бирҙем, шуға ла һеҙгә оронманылар шикелле. Бер нисә көндән саҡыртып, аңлатма яҙҙырырҙар ул, шунһыҙ, бер ни ҙә килеп сыҡмай. Һуңғы сиктә эште ябырҙар.
- Танһыҡ ҡайҙа?
- Дауаханала. Барып, беләгенә таҡҡан пленка киҫәгенә Ҡобағошев Танһыҡ Мозафарович тип яҙҙырҙым. Күҙәтеүсе табип яҙҙы, башҡаса ни ҡылһын инде.
- Ары уны ни эшләтерҙәр икән?
- Бына быныһы мәсьәлә... Берәй ғаилә уллыҡҡа алғансы көтөрҙәр ... Мозафар Ғәлиевич, мин һиңә кәңәш менән килдем бит әле.
- Һөйлә, тыңлайым.
- Беҙҙең дә бала юҡ, уны яҡшы беләһең. Кисә Нина менән кәңәшләшкәндән һуң, шундай ҡарарға килдек, баланы үҙебеҙгә уллыҡҡа алһаҡ, һин нисек ҡарайһың?
- Нисек? Ул бит минең балам - Ҡобағошев Танһыҡ Мозафарович.
- Һеҙҙең бала икәнде беҙ таныйбыҙ, уны кире лә ҡаҡмайбыҙ. Әгәр беҙ алмаһаҡ, уны берәйһе барыбер үҙенә алыр бит. Бәлки, ситтән килеп. Шуға былай итәйек, баланы беҙ үҙебеҙгә закон нигеҙендә яҙҙырабыҙ, ә бала һиндә ҡала. Ике арала нисек тә үҫер әле, уҡытырбыҙ ҙа, әҙәм дә итербеҙ. Аҡса йәһәтенән мохтажлыҡ кисермәҫһең! Тик бына эсеүең...
- Эсмәйем бынан бүтән, тинем бит бер тапҡыр, ауыҙыма ла алмайым. Бала хаҡына ант итәм!
- Тимәк һеҙ риза?
Бер һүҙ ҙә өндәшмәне Мозафар, бары аяғөҫтө турайып баҫты, күлдәген төҙәтте, салбарын һыпырғыланы. Күҙҙәренән һаран йәштәр һығылып сығып, шырт баҫҡан биттәре буйлап түбән тәгәрәне. Ошоға саҡлы ныҡлыҡ һаҡлаған, бер тапҡыр ҙа иламаған ир илай ине, шатлығынан илай ине!

(Аҙағы. Башы 10-13-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru