«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЙҘАРҒА УЙЫЛЫР СПЕКТАКЛЬ
+  - 

Ошо көндәрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк һүҙ оҫтаһы Мостафа Сафа улының тағы бер бик тәрән фәлсәфәүи әҫәре буйынса яңы спектаклде сәхнәгә сығарҙы. "Ауыл адвокаттары" тигән повесть буйынса ҡуйылған "Силсәүит, Алдар һәм Адвокат" театрҙың күңелдәрҙе йылытыр, уйландырыр тамашалары рәтен тағы тулыландырҙы.

Спектакль ауылдаштары араһында "Адвокат" ҡушаматы алған Ҡорбанғәлиҙе һуңғы юлға оҙатыу күренеше менән башланып китә: йәше лә, ҡарты ла йыйылған. Ә Ҡорбанғәли хәҙер улар араһында түгел, фани донъяны үҙенән алдараҡ ташлап киткән ғүмерлек дуҫтары - "Силсәүит" Кәшфулла һәм "Алдар" Нурислам эргәһендә. Һәм улар Адвокаттың ҡылған эштәре буйынса һорау ала башлай. Яйлап был өсәүгә тағылған ҡушаматтарҙың сере лә асыла, уларҙың үҙ-ара һәм ауылдаштары менән мөнәсәбәттәре, тормош һынауҙарын нисек кисереүҙәре, күңелдәрен йыуандырған да, йөрәктәрен өткән дә ваҡиғалар иҫтәренә төшә. Актерҙар һәм тамашасы үҙе өсөн "Был донъяның һынауҙарын мин лайыҡлы үттемме? Дөрөҫ йәшәнемме?" тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй, фәлсәфәүи уйҙарға ла төшөп китә, сәхнәләге мәҙәк күренештәргә эйәреп, ихлас көлә лә.
М. Кәримдең бына шундай тәрән фәлсәфәүи повестарының береһен Милли йәштәр театры Владимир Жеребцов авторлығындағы пьесаға нигеҙләнеп сәхнәләштергән, ҡуйыусы режиссер - БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Күңелдәргә яҡын һәм шул уҡ ваҡытта ябай ауылса сәхнә биҙәлешен рәссам Искәндәр Бакиров, ә актерҙарҙың кейемдәрен Әлиә Байрамғолова, сәхнәләге яҡтылыҡ буйынса Светлана Насонова эшләгән. Һәр күренештә урынлы яңғыраған музыкаль биҙәлеш - композитор Вәсил Ғафаровтың ижад емеше. Спектаклдең тексын башҡорт теленә яраҡлаштырыу С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, драматург Зөһрә Бураҡаева тарафынан атҡарылған. Ә инде төп ролдәрҙе Вадим Ҡылысов, Гилүс Минһажев һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов башҡара. Шулай уҡ БР-ҙың халыҡ артистары Мәғәфүр Усманов, Венер Камалов, Илсур Хәбиров, Рушанна Бабич, Гөлшат Ғайсина, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Гөлбинә Сафуанова, Гөлсөм Бикбулатова, Илгиз Таһиров, Шәһит Хамматов һәм театр актерҙары Салауат Юлдашбаев, Ләйсән Миңлеғәлиева, Динислам Сафин, Әбйәлил Үтәбаев, Гөлсәсәк Зарипова уйнай. Улар һәр береһе үҙ урынында - оҫталыҡтарына һоҡланмай булмай.
"Силсәүит, Алдар һәм Адвокат" спектакле һәр быуын вәкиле күңеленә кешелеклелек, миһырбанлыҡ, тоғролоҡ, дуҫлыҡ орлоҡтары һала, яҡшынан яманды, дөрөҫтән ялғанды айыра белергә өйрәтә. Заман шауҡымында ни сәбәптәндер тоноҡлана барған күрше-күлән, ауылдаш, райондаш, ватандаштар тигән кешеләрҙе берләштерер көслө һәм мөһим төшөнсәләр барлығын хәтергә төшөрә. Быларҙы спектакль күрһәтелгән тәүге көндәрҙә килеп ҡараған һәр тамашасы асыҡ тойҙо һәм аңланы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының яңы спектакле, әлбиттә, яҙыусының әҫәрендә барған бөтә ваҡиғаларҙы, фекерҙәрҙе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсенә һыйҙырып, үҙендә туплап бөтә алмаған. Әммә унда һәр кеше өсөн яҡын, мөһим һәм бөгөн дә көнүҙәк мәсьәләләр, аҡыл сағылдырылды. Һәр тамашасы үҙе өсөн кәрәкле хис-тойғоларҙы, уйҙарҙы кисерә алғандыр. Был инде "Силсәүит, Алдар һәм Адвокат" драмаһының сәхнә ғүмере оҙон булырына ныҡлы ышаныс тыуҙыра.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 117

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru