«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫҢ ИЗГЕ ТЕЛӘГЕ
+  - 


Ошо көндәрҙә Башҡортостанда уҡыусы балаларҙы үҙҙәре белем алған мәктәп тормошона әүҙем йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған "Мәктәптәрҙе инициатив бюджетлау"ға старт бирелде. Был сараның маҡсаты - уҡыусыларҙың гражданлыҡ ҡарашын формалаштырыу, уларҙы үҙаллы һайларға, ҡарарҙар ҡабул итергә, яуаплылыҡҡа, тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе педагогтар менән берлектә хәл итергә өйрәтеп үҫтереү. Балаларға үҙҙәре уҡыған белем усағында уңайлы шарттар булдырыу, заманса йыһазландырыу, үҙҙәре өсөн мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биргән был эшкә республикабыҙҙың бик күп район-ҡалаларынан әүҙем ҡушылдылар. Ә беҙ иһә, редакциябыҙға килгән хәбәр-хаттар аша Әбйәлил районы мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башланғысын көткән эштәр менән ҡыҫҡаса ғына танышып үтәйек.

- 2023 йылдың 17 апреленән 16 майға тиклем муниципаль белем биреү ойошмалары уҡыусылары инициативаһы нигеҙендә төҙөлгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса БР бюджетынан субсидия юллау өсөн һайлап алыу конкурсына райондың Яңы Балапан урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҙә ҡушылды. Тиҙ арала төҙөлгән инициатив төркөмдәр 5 проектта туҡталған: Д.Р. Ғибәҙәтова етәкселегендә "Тантаналы саралар үткәреү өсөн мәктәп алды майҙансығы", Г.М. Зәйтүнова етәкселегендә "Мәктәп метеостанцияһы", Г.Ф. Дауытова етәкселегендә "Заманса уҡыу кабинеты", Э.З. Һөйөндөкова етәкселегендә "Мәктәптә тренажер залы" һәм Д.Б. Ҡорманаева етәкселегендә "Мобиль отряд "Хәүефһеҙлек мәктәбе". Тауыш биреү һөҙөмтәһендә бер генә проект һайлап алыныуын белгән уҡыусылар бик актив эшләгән, һәр яҡлап та үҙ тәҡдимдәре әһәмиәтле булыуын иҫбат итергә тырышҡан. "Һөҙөмтәлә Д.Р. Ғибәҙәтова етәкселегендәге "Тантаналы саралар үткәреү өсөн мәктәп алды майҙансығы" проекты иң ҡулайлыһы тип табылған. Сөнки бөгөн мәктәптә спорт залы, актовый зал булмауы педагогтарға ла, уҡыусыларға ла ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, улар бөтә сараларҙы тығыҙ коридорҙа үткәрергә мәжбүр. Шуға күрә, саф һауала, уңайлыҡтар булдырылған майҙансыҡта төрлө тантаналы саралар, иртәнге физик күнекмәләр, дәүләт флагын күтәреү һәм төшөрөү кеүек мөмкинлектәр биргән проект һәр баланың күңеленә хуш килгән. Уның тормошҡа ашыуын Әбйәлил районы Яңы Балапан урта мәктәбе уҡыусылары өмөтләнеп көтә", - тип хәбәр иттеләр белем усағынан.

- Сиҙәм урта мәктәбе уҡыусылары ла инициативалы тиҫтерҙәренән ҡалышмай. Улар башҡарған проект эштәре араһында заманса уҡыу кабинеты, интерактив мәктәп музейы, тамашасылар һәм спорт залдары, интерактив технологияларҙы үҙ эсенә алғандары күпселекте тәшкил иткән. "Фекерҙәр тыңланғандан һуң, һәр бер эш уңышлы тип табылыуына ҡарамаҫтан, интерактив технология проекты тауыш биреүҙәр буйынса еңеп сыҡты. Был аңлашыла: беҙ компьютер технологиялары киң үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Дәрестәрҙә интерактив таҡталар ҡулланыу ҙа әйтеп үтелгән миҫалдарҙың береһе генә. Уны файҙаланыу даирәһе һәм эш алымдарының төрлөлөгө уҡыусыға яңы идеяларҙы тиҙ һәм еңел үҙләштерергә булышлыҡ итә. Мәктәптә ойошторолған сара ла был йәһәттән үҙ маҡсатына өлгәште тип әйтергә мөмкин", - тиҙәр Сиҙәм урта мәктәбе педагогтары.

- Ә бына Хәлил урта мәктәбе уҡыусылары башланғыс класс уҡыусыларына юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү өсөн "Смешарики", ял итеү зонаһы булдырыу тураһында "Релакс", ҡышҡы уйындар өсөн төҙөлгән хоккей майҙансығын йәйге осорға үҙгәртеп ҡороу ниәтен яҡлап сыҡҡан "Сәләмәтлек", мәктәп яны участкаһында урынлашҡан "Орхидея" йәшеллек класы һәм оҫтахана бүлмәһен ҙур залға әйләндереүгә йүнәлтелгән "Хыял" проект эштәрен яҡлаған. Биш төркөм араһынан "Хыял " проекты енеүсе тип табылған. Был хаҡта Хәлил урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Вәлиева хәбәр итте һәм уҡыусыларға башлаған эштәрендә уңыштар, ныҡышмаллыҡ һәм киләсәктә лә ижади еңеүҙәр теләне.

- "Халҡыбыҙ "Ятып ҡалғансы - атып ҡал", ти. Ә инде сәпкә тейҙерә атыуҙа, мәргәнлектә беҙҙең халыҡҡа етеүселәр, тиңдәр юҡтыр. Шуға күрә беҙ, Әбйәлил районының Красная Башкирия урта мәктәбе уҡыусылары, "Мәктәптәрҙең инициативаларын бюджетлау" проектында ҡатнашырға булдыҡ һәм еңеп сығырыбыҙға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Республика конкурсы һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәр өлөшөнә төшәсәк дәүләт ярҙамын үҙебеҙ уҡыған белем усағында спортты үҫтереүгә йүнәлтергә теләйбеҙ", - тип башлана киләһе хат, уны беҙгә Красная Башкирия урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Әлиә Ғибәҙәтова яҙған. Мәктәптең юғары класс уҡыусылары советының инициатив төркөмдәре белем усағы өсөн көнүҙәк һәм бик әһәмиәтле биш проектты үҙҙәренең көндәлек ихтыяжынан сығып билдәләгән. "Бик эшлекле шарттарҙа үткән сарала 176 уҡыусы тауыш биреүҙә ҡатнашып, күпселек - 144 кеше "Спорт менән бер ҡатарҙан" проекты өсөн ҡул күтәрҙе. Ә хәҙер инде беҙҙе республика конкурсы көтә. Унда һынатмаҫ өсөн әҙерлек алып барабыҙ", - ти Әлиә Ғибәҙәтова.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Беҙҙең балалар һис кенә лә битараф түгел, уларҙың эргә-тирәһендәгеләрҙе яҡшыртырға, матурларға, үҙгәртергә теләктәре бар. Тик форсат бирергә һәм изге ниәттәрен күтәрмәләргә, ижади фекерләргә һәм хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр асырға кәрәк. "Мәктәптәрҙе инициатив бюджетлау" нәҡ шундай эштәрҙең береһе булып сыҡты һәм ул республикабыҙҙың белем усаҡтарында ла үткәрелеүе, ауыл мәктәптәре уҡыусылары ла ихлас ҡатнашыуы хуплауға ғына лайыҡ. Бөгөн беҙ Әбйәлил районы мәктәптәрендә туған мәктәп, тыуған ер һәм Ватан өсөн йән атып, тиҫтерҙәренең мәнфәғәтен яҡлаған йәш быуын тәрбиәләнеүен белдек. Уҡыусыларҙың башланғыстарын хуплау - киләсәгебеҙ өмөтлө ҡулдарҙа булыуын сағылдырған эш.


"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.23 | Ҡаралған: 147

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru