«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙСАЛ УЛ КӨС ТУПЛАЙ ТОРҒАН УРЫН
+  - 


Республикала "Атайсал" проектын тормошҡа ашырыу республика етәксеһе Радий Хәбировтың "Яҡташтарҙың берҙәмлегенә, уларҙың оло һәм кесе ватанына һөйөүенә ышанам", тигән инаныуы һәм тәҡдиме менән башланып киткәйне. "Атайсалға- изге ғәмәлдәр" йылы тип нарыҡланған 2023 йыл да үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән проект эштәренә бай булмаҡсы. Быны Баймаҡ районында Межгорье, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы һәм Хәйбулла райондары ҡатнашлығында үткән "Кесе ватаным - Атайсал" муниципаль-ара форумының алтынсы этабы сараһы ла раҫланы.



Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев "Атайсал" проекты буйынса ҡыҫҡаса телмәр тотоп, шулай тигәйне: "Атайсал нимә ул?" тигән һорауға яуап эҙләгәндә иң тәүҙә, әлбиттә, ул атай йорто булып күҙ алдына баҫа. Атайсал - ул төп нигеҙ. Ул - тыуған йорт. Ул - тыуған урам. Бала сағың үткән урын. Туған тәбиғәт. Атайсал - ул илһам һәм көс туплай торған урын. Атайсалды бына шулай һәр кем үҙенсә күҙаллай. Ә "Атайсал" проекты - ошо һәр кемдең кендек ҡаны тамған ергә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтеүе ул. Проекттар башлыса шишмәләрҙе тергеҙеүгә, мәсет, сиркәү төҙөү, зыяраттарҙы тәртипкә килтереүгә, төрлө спорт турнирҙары үткәреүгә һәм башҡа ғәмәлдәргә ҡайтып ҡала. Йәғни, кеше атайсалы өсөн күптән эшләргә теләгән эштәрҙе тормошҡа ашыра. "Атайсал" проекты - ул аҡса түгел, эш иҫәбе лә түгел, ул иң тәүҙә - хис-тойғолар. Ул яҡташтар, ауылдаштарҙың шатлығы..." Шулай итеп, Баймаҡта үткән форумда ла һәр районда, ҡалала тыуған яҡ өсөн башҡарылған һәм башҡарыласаҡ әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы проекттар тураһында һөйләнеләр. Мәҫәлән, "Атайсал" проекты ярҙамында Сибайҙарҙың хәҙер үҙ Бәхет шишмәһе бар. Эшҡыуар Дамир Ғиззәтуллин шишмә буйын таҙартҡан һәм төҙөкләндергән. Урындағы халыҡ өсөн был изге урын булып һанала хәҙер. "Проектта эшҡыуарҙар, ҡала халҡы, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, депутаттар, урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Әлеге ваҡытта сибайҙар 97 проект тәҡдим иткән, уларҙың 59-ы тормошҡа ашырылған", - ти Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина.
Йылайыр районында иһә "Атайсал" проектын ғәмәлгә ашырыуҙы хакимиәт башлығы Борис Мелкоедов үҙе контролдә тотҡан. Тап уның башланғысы менән 2022 йылдың ноябрендә Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына төрлө балыҡтар үрсетеүгә ебәрелгән. 2021 йылда йылайырҙар изге эштәр өсөн 1 миллион 360 мең һум аҡса йыйған, 2022 йылда дөйөм суммаһы 3 миллион 616 мең һумлыҡ проекттар тормошҡа ашырылған. Меценаттар ғибәҙәтханаларҙы, мәсеттәрҙе, футбол майҙансыҡтарын төҙөкләндергән, һәйкәлдәр ҡуйған. Шул иҫәптән үҙенсәлекле арт-объект, ҡурайға арналған композиция ла барлыҡҡа килгән. 2023 йылда 4 миллион һумдан ашыуға эштәр башҡарыу планлаштырыла.
Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева әйтеүенсә, ошо проект сиктәрендә Белоретта ауыл һәм ҡасаба-ара спорт ярыштары үткәрелә башлаған. "Күпселектә - башҡорт милли спорт уйындары үтте, сөнки урман яҡтары ауылдарының төп халҡы - башҡорттар. "Бәйге" башҡорт күпбәйгеһе ошо ярыштарҙың иң әһәмиәтлеһе булып тора. Ул ауылдың сәләмәт тормош алып барған ир-егеттәре өсөн берләштереүсе фактор ҙа, район кимәлендәге ваҡиғалар туризмы сараһы ла була алды, тип иҫәпләйбеҙ..." - тине ул.
Форумдың республика "Ағинәй" һәм "Ир-егеттәр ҡоро" йәмәғәт ойошмалары ағзалары секцияһы Баймаҡ үҙәк китапханаһында үтте. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева ҡатнашыусыларҙы эшлекле һөйләшеүгә, фекер алышыуға саҡырып, шулай тине: "Ошо ойошманы ойошторған ваҡытта уның ағзалары алдына ауылдарыбыҙҙың йәшәйеш утын, ҡотон һаҡлау, ундағы тормош ағышын күҙ менән ҡаш араһында тотоу бурысы ҡуйылғайны. Был бурысты атҡарыуҙың бихисап саралары билдәләнгәйне. Беренсенән, һәр ҡатын-ҡыҙ кәсепле, һөнәрле булып, уны йәшәйешенең төп шөғөлө тип иҫәпләгән. Быға тиклем кәрәкмәгән шөғөл тип ташлап ҡуйыла яҙған балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, сигеү-бәйләү-тегеү кеүек кәсептәр, һарыҡ йөнө кеүек күп төрлө файҙалы һәм кәрәкле кейем-һалым сеймалы ҡулланылышҡа ҡайтарылды. Халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбе аяҡҡа баҫтырылды. Милли аш-һыуҙарға, милли кейем һәм биҙәүестәргә, йолаларға яңынан йөҙ боролдо. Ҡыҫҡаһы, ағинәйҙәр алдына ҡуйылған бурыстар үтәлде, үтәлә. Улар бөгөн ауылдарҙың утын һәм ҡотон, милләттең бәҫен, ырыҫын һаҡлаусы төп көскә әйләнде. Ә бына ир-егеттәргә атай-олатайҙарҙың бик күп бурыстарын тергеҙәһе бар әле. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров был "Ир-егеттәр ҡоро"н ойоштороуға ең һыҙғанып тотоноп, бик дөрөҫ эшләне. Ағинәйҙәр һеҙгә ярҙам итергә, шулай уҡ һеҙҙең дә ярҙамдан файҙаланырға бик шат булыр..."
Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы "Йома" тапшырыуын алып барған Морат Лоҡманов форумда "Айыҡ ауыл" проектын тормошҡа ашырғанда дин әһелдәре менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе хаҡында һөйләне һәм "Айыҡ ауыл" проектының кураторҙарына мөрәжәғәт итеп, шулай тине: "Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин менән был проектта мөхтәсибтәрҙең ҡатнашыуы тураһында юғары кимәлдә һөйләшеү ойошторорға, йә килешеү төҙөргә кәрәк. Еңеүселәрҙе билдәләгән, бәйгене баһалаған саҡта ла, башҡа критерийҙар менән йәнәшә ауылда мәсет эшмәкәрлеген иғтибарға алырға тәҡдим итәм. Ни өсөн тигәндә, элек-электән халыҡты эскелектән һаҡлаған төп ҡорал - ул дин. Бөгөн эсеүен ташлағандарҙың да күбеһенә ул этәргес булды..."
"Бәләкәй Ватаным - Атайсал" форумдары сиктәрендә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ундағы ике секция майҙансығы эше өсөн яуаплы булды. Уларҙа яҡташтар берләшмәләре һәм ауылдың стратегик үҫеше мәсьәләләре ҡаралды. Ҡоролтайҙың бар донъялағы йәмәғәт ойошмалары һәм яҡташтары менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе, билдәле маҡсатлы аудитория өсөн мөһим саралар уҙғарыу тәжрибәһе, әлбиттә, "Атайсал" проектын лайыҡлы атҡарыуға нигеҙ булып тора. Үҙ сығышында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов республиканан ситтәге яҡташтар һәм ватандаштарыбыҙ институтын Башҡортостан тормошона йәлеп итеү һәм муниципаль берәмектәр үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре мәсьәләләрен айырып билдәләне. "Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы баштан уҡ тотош Ер йөҙөндәге башҡорттарҙы берләштереүсе кәңәшмә органы булараҡ ойошторолдо, - тине ғалим булараҡ республика һәм муниципаль кимәлдәге бер нисә стратегик документты әҙерләүҙә ҡатнашҡан, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын әҙерләүҙе ойоштороусыларҙың береһе Юлдаш Мөхәмәт улы.- Хәҙер беҙ донъяның илле илендә йәшәгән һәм шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендәге ватандаштарыбыҙ менән бәйләнеш тотабыҙ. Яҡташтарҙың терәге ябай булмаған осорҙарҙы еңеп сығырға ғына түгел, киләсәккә ҡыйыу ҡарарға ла мөмкинлек, нигеҙ бирә. Үҙ-үҙеңә, күршеңә ышанмайынса, биләмә стратегияһы төҙөү мөмкин түгел. Еңеү өсөн ерҙә ышаныслы баҫып торорға - стратегик планлаштырыу законы булдырырға кәрәк..."
Әйткәндәй, "Кесе ватаным - Атайсал" муниципаль-ара форумдар циклы былтыр 18 ноябрҙә Асҡында башланғайны. Форумдың икенсеһе былтыр 9 декабрҙә - Ҡырмыҫҡалыла, өсөнсөһө быйыл 18 февралдә - Туймазыла, дүртенсеһе ике аҙна элек Мәләүездә үтте. Форумдар теҙмәһе Баймаҡ районында тамамланды. Киләһе сара 4 майҙа Өфөлә ойоштороласаҡ.

Айгөл СӘЛИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.23 | Ҡаралған: 145

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru