«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУНСАҺЫҘ – БАҠСА ЕРҺЕҘ БАШҠОРТ БУЛМАЙ!
+  - 

Баҡса тигәс тә, һәр кемдең уға үҙ ҡарашы. Кемдер уңышы менән ҡыуандырған алма-ҡарағатын, кишер-кәбеҫтәһен күҙ уңында тота, кемдер сәскә ярата. Кемдер был мәьәләлә бигерәк фәлсәфәүи ҡарашта. Башҡортмон тигән башҡорттоң баҡсаһында мотлаҡ мунса һәм сәй эсергә самауыры булырға тейеш - бейеүсе, балетмейстер, режиссер-ҡуйыусы, ҡурайсы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис НИЗАМЕТДИНОВ шундай фекерҙә. Рәис Жәүәт улын Илештән, "Ауаз" Башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивалендә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Аманат" этнотөркөмө менән Гран-при яулап ҡайтып ҡына торған сағында тап иттек.

Ҡала кешеһе булып иҫәпләнһә лә, ауылда тыуып-үҫкәндәрҙең ергә тартылыуы тәбиғи инде. Һеҙ ҙә шундай фекерҙәһегеҙме?

- Беҙ бит башҡорттар, беҙ ер кешеһе, мотлаҡ ер кәрәк. Ниндәй генә уңайлы фатирҙарҙа көн итһәң дә, ҡала ситенән йорт алырға ине, тип уйлай башлайһың. Әҙерәк соҡонорлоҡ баҡсаһы, мунсаһы булһа, тип хыялланаһың. Өфө тирәләй ҙә шундай урын эҙләп, йорт һатып алдыҡ. Мунсаһы эшләнеп бөтмәгәйне, уны төҙөп ҡуйҙыҡ. Бик ҡәнәғәтбеҙ, шөкөр. Баҡсала бөтөн нәмәбеҙ бар, емештәрҙең дә, йәшелсәнең дә үҙебеҙҙекен ашайбыҙ. Беҙ үҙебеҙ ялҡау баҡсасы, тик бында ер уңдырышлы, үҙенән-үҙе емерелеп үҫә лә ҡуя.

Баҡсасының ялҡауы нисегерәк була инде?

- Йығылып ятып, баҡса тәрбиәләмәйбеҙ. Йәй етһә, өйҙә лә тормайбыҙ. Баҡсасылар, киреһенсә, йәй ергә талпан һымаҡ ҡаҙалып ята бит инде. Йәй ул йәнде имләү мәле - ҡояш, һыу, ерҙән энергия алып, ҡыш буйы йыйылған кире тойғоларҙан арыныр саҡ. Йылға буйлап ағабыҙ, сәйәхәттәргә сығабыҙ, уҡ атыу буйынса ярыштарға йөрөйбөҙ. Шул беҙ өйҙә булмағанда үҫеп, бешеп торған еләктәрҙе, ҡыярҙарҙы үләнде ярып ебәреп кенә өҙөп ашайбыҙ. Мин ныҡ ҡыҙыҡ баҡсасы ул. Мәҫәлән, бер генә алманың да сортын белмәйем. Уларҙың 4 төрлөһө үҫә, береһе - һары, береһе - йәшел, береһе - ҡыҙыл, береһе ҡыр алмаһы. Береһе тиҙ генә өлгөрә, икенсеһе ныҡ һутлы, өсөнсөһө ҡар яуғансы ултыра. Грушаның да ике сорты үҫә, береһе ҡапыл ғына бешә, ашап өлгөрмәһәң, биҙрә-биҙрә булып, ергә ҡойолоп ята. Ә икенсеһе шундай эре грушалар бирә. Беҙгә йортон һатҡан кеше бик яҡшы баҡсасы булған. Үҙебеҙ ҙә ултырттыҡ төрлөһөнән: сейәләр ҙә, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат та, слива ла, торн да, алыча ла, әберсә лә (ҡурай еләге), муйыл да, балан да бар. Викторияһы уңа, уға ла тәрбиә эләккәне юҡ, ер еләге кеүек ваҡланып бөттөләр. Кәрәк нәмә барыһы ла бар инде, сөгөлдөр, кишер, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, борсаҡ - барыһы ла үҫә. Варенье ашамайбыҙ, емештән ҡаҡ эшләйбеҙ, киптерәбеҙ. Туңдырғанын сей килешләй ҙә ашайбыҙ, бәлештәргә эслек итеп тә ҡуллана еңгәгеҙ. Боронғо ата-бабалар шул тиклем аҡыллы булған бит ул, емештәрҙән ҡаҡ ҡойған, бар витаминдары ла һаҡланған. и Һеҙҙең олатай булыу ҡыуанысын кисереп йөрөгән сағығыҙ. Ейәнегеҙ баҡсала ярҙамлаша башламанымы әле?
- Былтыр бәләкәйерәк булды, быйыл бөтөн ерҙе һыҙырып йөрөр тип көтөп торабыҙ. Яңыраҡ килгәйнеләр, "ярҙамлаша", һарымһаҡты йолҡҡан - бер "бушамай". Ер йөҙөндәге иң һәйбәт тойғо икән ул - олатай булыу. Ниндәй эштәр башҡарғанһың, ниндәй дәрәжәләрең, исемдәрең бар - былар барыһы ла ваҡланып ҡала уның алдында. Ниндәй бәхет күрҙең һин йәшәү дәүерендә, тип һораһалар, олатай булыу бәхетен тиер инем, Аллаға шөкөр. Йәшәүҙең мәғәнәһе - тиң ҡартайып, балаларҙың балаларын ҡарап ултырыуҙа икән. Балалар килһә, мотлаҡ самауыр ҡайнатабыҙ, күңелле бит. Төтөн еҫен яратам мин, самауыр иһә бала саҡты иҫкә төшөрә, самауыр сәйе эсеп үҫтек. Башҡорттоң шул еренән тыш, тағы ла самауыры булырға тейеш инде.

Самауыры ла, тағы мунсаһы инде. Мунса ул шулай уҡ фәлсәфәүи бер күренеш, тәндең генә түгел, йәндең таҙарыныу урыны...

- Мунса, тәү сиратта, сәләмәтлек сығанағы. Мунсала юғары температура, дымлылыҡтан бөтөн процестар әүҙемләшә. Иғтибар итегеҙ, мунсала бөтөн стихиялар ҙа - ут, һыу, ер, һауа берләшкән. Ул яңырыу урыны. Ғөмүмән, мунсаның ниндәй файҙаһы бар икән тип уйлағаным да юҡ, миңә хис-тойғолар мөһимерәк. Ҡышын эҫе мунсанан сығып, ҡарға сумырға яратам. Тән янып китә, меңәрләгән энәләр ҡаҙалған кеүек була. Ошо кисерештәр оҡшай миңә. Миндекте үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Кеше ыңғайына имән, йүкә миндеге әҙерләгәнебеҙ бар, тик уларға күңел ятмай. Беҙ ҡайын миндегенә өйрәнгәнбеҙ, ҡайындыҡына етмәй инде. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә генә ҡыҫтырып бәйләйһең.
Йәй күп йөрөйбөҙ, тигәйнем бит инде. Махсус рәүештә ҡыр мунсаһы һатып алғанбыҙ. Тимер рәшәткәбеҙ бар, шуның аҫтына 4 таш ҡыҫтыраһың дә, өҫтөнә йылға буйынан йыйып алған таштарҙы һалып, ҡыҙҙыраһың. Әҙер булғас, палаткаға оҡшаған брезент мунсаны ҡораһың. Бик йәтеш мунса ул, быуы еңел. Йәйен, яҙын, көҙөн төшөргә була бындай мунсаны. Уның тағы бер кинәнесе - сығып, шунда уҡ һыуға ырғыйһың. Бигерәк тә һыу һыуыҡ саҡта кисерештәр сағыуыраҡ. Ирәмәлдә, Ағиҙелдең башында мунса төшкәнем бар. Унда йылғаның киңлеге метр ғына, тик ныҡ һыуыҡ. Ағиҙелгә төшөп, килеп сығыу менән яңынан тыуған кеүек хис иттем үҙемде. Төрлө алама уйҙар, тойғолар, кисерештәр юғала бит ошо мәлдә. Тәнең менән йәнең дә таҙара. Балаларҙы ла тәбиғәтте яратырға, тәбиғәт ҡосағына сығырға өйрәттек, хәҙер үҙҙәре лә йә тауҙарҙа, йылға-күлдәрҙә йөрөп яталар. Бының бер насарлығын да күрмәйем мин. Ғәләмәт матур илдә йәшәйбеҙ бит, Башҡортостаныбыҙҙың йөрөр, күрер урындары күп әле.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.23 | Ҡаралған: 76

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru