«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ КИТАП КӘШТӘГӘ ҺАЛЫП ҠУЙЫР ӨСӨН ТҮГЕЛ!
+  - 


Бала сағымдан дин тотоусы, намаҙ уҡыусы оло кешеләрҙең әңгәмәләрен тыңларға әүәҫ булдым. "Аяҡ быуындары ауыртҡас, Фәләнбикә әбей Ҡөрьән битен йыртып алып, аяҡтарына бәйләй икән. Нишләп улайтырға? Тома наҙанлыҡ бит был!" тип һөйләшкәндәре лә хәтеремдә ҡалған. Мин, пионерия тәрбиәһендә үҫеп килгән малай булараҡ, үҙемсә генә фекерләп, был һүҙҙәрҙе үҙемсә генә хуплай инем. Әммә бөгөнгө көндә әлеге олатайҙарҙың шул һүҙҙәренең асылына төшөнөп, ни өсөн улар шул әбейҙе тәнҡитләгәнен ысын мәғәнәһендә аңланым. Изге Китапты дөрөҫ ҡулланмауға ризаһыҙлыҡ белдергән, үҙҙәре Ҡөрьән уҡып ғүмер иткән шул иманлы ҡартатай-ҡәртәсәйҙәребеҙҙе оло ихтирам менән иҫкә алам.

Әлеге көндә лә был Китаптың тәғәйенләнешен бөтөнләйгә тиерлек белмәүселәр аҙ түгел. Бәғзеләрҙең "шайтан килмәһен өсөн" уны баш аҫтына һалып йоҡлауы тураһында ла ишеткәнем бар. Икенселәр, башта әйтмешләй, ауыртҡан еренә ҡуйып, унан шифа өмөт итә. Ҡөрьән - үлгән кешеләргә мулла уҡый торған ғына ябай әсбап тип һанағандар ҙа юҡ түгел. Ә күпселек уны фәҡәт китап кәштәһендә генә тота, "өйгә ҡот һәм бәрәкәт биреп ятһын өсөн"…
Ауыл-ҡалаларыбыҙҙа изге Ҡөрьән-Кәрим китабы булмаған бер өй ҙә юҡтыр, тип уйлайым. Был - бик тә яҡшы. Кемдәрҙәлер уның башҡортсаға тәржемә ителеп, дөрөҫ уҡырға өйрәтә торған транскрипцияһы менән бирелгән варианты ла бар. Тик бик күптәр был китапты асып та ҡарамай, унда ни яҙылғанын белмәү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ! Иң башта әйтмешләй, Ҡөрьән аяттарының дауалау көсө барлығы шикһеҙ, әлбиттә. Әммә, ана шундай ниәт менән йә иһә шайтанды яҡынлатмау, Аллаһы Тәғәләнән сауап, бәрәкәт алыу өсөн дә ул аяттарҙы фәҡәт уҡыу (үҙең әлегә уҡый белмәһәң, белгән кешенән уҡытыу) кәрәк!
Ошо темаға ҡағылышлы "Аҡсаны кем урлаған?" тип аталған бер риүәйәт төрлө баҫмаларҙа, "Киске Өфө"лә лә баҫылып сыҡҡайны. Ифрат фәһемле булған шул риүәйәттең йөкмәткеһен тағы иҫкә төшөрәйек: "Ниндәйҙер ауылға йәш имам тәғәйенләгәндәр. Ул Ҡөрьәнде тулыһынса яттан белгән, урындағы халыҡтың ерле һөйләшен яҡшы аңлаған һәм ҙур ғилемгә эйә булған. Был имамды халыҡ бик яратып ҡабул иткән, бөтә ғаиләләр ҙә уны үҙҙәренә саҡырып, ҡунаҡ итергә тырышҡан. Оҙаҡ ҡына көткәндән һуң бер ғаиләнең сираты еткән. Улар имамды рамаҙан айында ифтарға саҡырып, бик йылы ҡаршылаған һәм ҡунаҡ иткән. Имам улар өсөн доға ҡылып, ҡайтып киткән. Хужабикә ҡунаҡ бүлмәһен йыйыштыра башлағас, өҫтәлгә һалып торған аҡсаһының юҡлығын шәйләп ҡалған. Ул бөтә ерҙе ҡарап бөткән, ләкин аҡсаны тапмаған. Ире тәрәүих намаҙынан ҡайтып ингәс, ҡатын унан: "Өҫтәлдәге аҡсаны һин алманыңмы?" - тип һораған. Ире: "Юҡ" - тигән. Шулай итеп, ир менән ҡатындың икеһендә лә "Аҡсаны имам алған", тигән шик тыуған. Ир кеше: "Нисек имамдың быға ҡулы барҙы икән? Мин бит уны изге рамаҙан айында өйөмә ҡунаҡҡа саҡырҙым! Ул бөтә кешегә үрнәк булырға тейеш бит!" - тип, бик ныҡ асыуланған. Йәне ныҡ көйһә лә, ир бик баҫалҡы һәм тыйнаҡ кеше булған, шуға ла был турала бер кемгә лә ләм-мим өндәшмәгән, имамдың үҙен дә борсоп тормаған. Тик был хәлдән һуң уға осрамаҫҡа, уның менән һөйләшмәҫкә тырышҡан. Тағы бер йыл үтеп киткән. Әлеге ғаиләнең имамды ифтарға саҡырырға тағы ла сираты еткән. Был юлы уны саҡырырғамы-юҡмы тип бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, ҡатыны ирен күндергән: "Бәлки, имамдың хәле бик ауыр булғандыр, шулай эшләүҙән башҡа әмәле ҡалмағандыр… Беҙ уны ғәфү итәйек. Аллаһ та беҙҙе ғәфү итер", - тигән ҡатыны.
Ифтар тамамланғас, шулай ҙа йорт хужаһы имамға әлеге борсоған һорауын бирергә булған:
- Үткән рамаҙандан һуң минең һиңә мөнәсәбәтем үҙгәргәненә иғтибар иткәнһеңдер? - тип һораған.
- Эйе, тик бының сәбәбен асыҡлай алманым, эшем дә күп булды, - тигән имам.
- Мин һиңә бер һорау бирәм, тик һин дөрөҫ кенә яуапла! Минең ҡатыным өҫтәлгә аҡса һалып торған, ә беҙ уны һин килеп ҡайтҡандан һуң таба алманыҡ. Аҡсаға һин тейгәйнеңме?
- Эйе, мин…
Йорт хужаһы үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмаған. Ә имам артабан шулай тип дауам иткән:
- Аҡса өҫтәлдә ята ине. Асыҡ тәҙрәнән кинәт кенә ел инеп, аҡсаларҙы иҙәнгә осорҙо. Шунан мин уларҙы йыйып алдым да…
Имам шул саҡ илап ебәргән һәм шулай тип өҫтәгән:
- Ниңә илағанымды беләһеңме? Минән шикләнгәнеңә иламайым. Инде бер йыл үтһә лә, һеҙҙең берегеҙҙең дә Ҡөрьәнде бер тапҡыр булһа ла асып ҡарамағанығыҙға илайым! Әгәр уны асып ҡараһағыҙ, унда үҙегеҙҙең аҡсағыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ! Хужа Ҡөрьәнгә үрелгән. Уны асып ҡарағас, эсендә бөтә аҡсаһының теп-теүәл ятҡанын күргән…"
Ошо риүәйәтте уҡығас, минең дә күҙҙәремә йәш килде. Эйе, ысынлап та ҡыҙғаныс хикәйәт. Ә бит Ҡөрьән-Кәримде тотоп та ҡарамағандар беҙҙә лә аҙым һайын! Үкенескә, был Китаптың нисек яҙылғанлығы һәм уның төп тәғәйенләнеше хаҡында белеүселәр ҙә һирәк. Бәғзе берәү уны Мөхәммәт бәйғәмбәр с.ғ.с яҙған тип тә уйлай, ниндәйҙер башҡа бер кеше тарафынан яҙылған тип һанаусылар ҙа юҡ түгел. Тик уның егерме өс йыл дауамында Бәйғәмбәребеҙгә с.ғ.с Аллаһы Тәғәлә тарафынан аят-аят итеп төшөрөлгәнлеге хаҡында һәммәбеҙ ҙә белергә тейешбеҙ. Бәғзе аяттар Ябраил фәрештә аша тапшырылһа, икенселәре Бәйғәмбәребеҙгә с.ғ.с. туранан-тура вәхи ҡылынған (йөрәгенә һеңдерелгән). Әйткәндәй, Мөхәммәт с.ғ.с. бөтөнләйгә уҡый-яҙа белмәгән. Аллаһы Тәғәләнән төшөрөлгән һәр бер аятты Расүлуллаһ с.ғ.с шунда уҡ сәхәбәләренә һүҙмә-һүҙ һөйләп бирер булған. Ә сәхәбәләр уларҙы ятлап алған, яҙа белгәндәре ҡағыҙға яҙып та барған. Бына шул Китап аша әҙәм балаларына динебеҙ талаптары өйрәтелгән. Мөхәммәт с.ғ.с - иң һуңғы бәйғәмәр, ә Ҡөрьән - иң һуңғы Китап. Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр башҡа бәйғәмбәр һәм китап та булмаясаҡ. Бәғзе берәү "Ҡөрьән әллә ҡасан уҡ яҙылған, шуға күрә хәҙер иҫкергән, беҙҙең заманға тап килмәй", тип фәлсәфә һатырға ярата. Беренсенән, "Ҡөрьән яҙылған" тип әйтеү бигүк дөрөҫ түгел, ә "Ҡөрьән төшөрөлгән" тиеү кәрәк. Икенсенән, ниндәй генә замандар етмәһен, ул Ҡиәмәт көнөнә тиклем иҫкермәйәсәк һәм үҙгәртелмәйәсәк. Ҡөрьәндең Әл-Бәкара сүрәһендә ошолай тип әйтелә: "Ошо китап, һис шикһеҙ, тәҡүәле кешеләргә ҡулланма, ғә-йеп (күҙгә күренмәгән) нәмәләргә иман килтереүселәргә һәм намаҙҙа тороусыларға…"
Ошо изге Китапты - ҡулланманы мөмкин тиклем өйрәнеп, ундағы ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарынан тыйылып ғүмер итергә ынтылайыҡ, ҡәҙерле туғандар. Бик күп аяттарҙың тәржемәләрен уҡып та, төшөнөп етмәүебеҙ бар, әлбиттә. Әммә улар Ислам ғалимдары тарафынан тәфсирләнеп (мәғәнәһе аңлатылып), китап итеп тә яҙылған (мосолман кибеттәрендә һатыла). Улары ла аңлашылып етмәгән хәлдә, хәҙрәттәребеҙгә мөрәжәғәт итеү ҙә тыйылмай бит. Бөгөнгө көндә һәр ауылда тиерлек мәҙрәсә, хатта Ислам университеты тамамлаған ғилемле имамдарыбыҙ бар, әлхәмдүлиллаһ. Уларҙан динебеҙ ҡанундарын өйрәнергә тырышайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.23 | Ҡаралған: 69

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru