«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘКТӘН-ЙӨРӘККӘ ИЖАДИ КҮПЕР ҺАЛЫНА
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар "Каруанһарай" төркөмө солисы һәм етәксеһе Вилдан Яруллин тамашасыларына үҙенең юбилей концертын тәҡдим итте. Баш ҡаланың "Өфө-Арена" универсаль спорт аренаһында уҙған сағыу тамашала билдәле йырсылар һәм ижади коллективтар, сит ил ҡунаҡтары, Башҡортостан һәм Татарстан ижадсылары сығыш яһаны. Гөрләп уҙған концерттан һуң юбилярға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Концертығыҙ үҙегеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

- Концерт гөрләп үтте, тамашасыларға матур ял сәғәттәре бүләк иткәнбеҙҙер, тип ышанам. Минең юбилей концертымды йәмләп килгән ижадташ дуҫтарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Сәхнәнән Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов, Үзбәкстандың халыҡ артисы Фәрух Закиров етәкселегендәге "Ялла" төркөмө, Төньяҡ һәм Көньяҡ Осетияның халыҡ артисы Феликс Царикати, Мәскәү ҡалаһынан "Земляне" төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зәйнетдин, Марсель Ҡотоев, Филүс Ҡаһиров һәм башҡа билдәле йырсылар сәләмләне.
Бер нисә көн үтһә лә, концерттан алған яҡшы тәьҫораттар, йылы тойғолар сорналышындамын һаман. Ағайым Хәлит Яруллин һәм продюсер Резедә Зарипованың тамашаны "Өфө-Арена"ла үткәрергә тигән тәҡдименә риза булыуыма шатмын, сөнки Башҡортостанда иң ҙур спорт ҡоролмаһы һаналған майҙанда сығыш яһау мәртәбәле лә, ҙур яуаплылыҡ та. Һәр бер концерт йырсы менән бергә тығыҙ эшләгән ҙур команданан тыш юғары кимәлдә уҙа алмай. Мин был йәһәттән уңышлы йырсы, сөнки һәр ваҡыт янымда ышаныслы команда булды. Әлеге концертты ла улар менән бергә атҡарып сыҡтыҡ. Концерттың икенсе көнөндә ижадташ дуҫтарым менән Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ.

Концертта үҙегеҙгә ҡуйған маҡсаттарға өлгәшә алдығыҙмы?

- Мин бер ҡасан да ижадҡа илке-һалҡы ҡараманым. Бер йыр булһынмы ул, тотош концерт булһынмы - һәр саҡ бөтә булмышымды биреп йырланым. Әлеге юбилей концертымды ла юғары кимәлдә үткәреү өсөн бар көсөмдө, ынтылышымды, булмышымды һәм һәләтемде һалдым. Тамашасыларым күңеленә һәр бер йырҙың бөтә нескәлеген алып барып еткереү, ижади хис-тойғоларымдың концертҡа килгән барлыҡ ҡунаҡтарымдың да йөрәгенә үтеп инеүе, йәғни йөрәктән-йөрәккә ижади күпер һалыу маҡсатына тулыһынса өлгәшкәнмендер, тип ышанам. Концерттан һуң тамашасыларҙан килгән юғары баһаламалар ҙа ошо хаҡта һөйләйҙер, моғайын.

Һеҙҙе беҙ талантлы йырсы итеп кенә түгел, ә күп һанлы концерт, кисә һәм осрашыуҙар үткән "Башҡортостан" дәүләт концерт залының етәксеһе булараҡ та беләбеҙ. Етди, күп ваҡытты алған етәкселек эшенән бушап, ижадҡа ваҡыт еткереп буламы?

- Аллаға шөкөр, ижадҡа ваҡыт табам, яңы йырҙар яҙҙырам, сәхнәләш дуҫтар менән бергә эшләү мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырмайым. Шулай уҡ ваҡытҡа ҡарап, ял көндәренә тура килтереп, төрлө концерт, спектаклдәргә йөрөргә тырышам. Үҙебеҙҙең "Каруанһарай" төркөмөнөң эшмәкәрлеге лә әүҙем генә бара. Ғөмүмән алғанда, күңел сәнғәт тип янғанда, йөрәк йыр-моң тип типкәндә ижадҡа ваҡыт үҙенән- үҙе табыла.

Башҡорт эстрадаһының легендар йырсыһы булараҡ бөгөнгө йыр сәнғәтенә, йәштәрҙең ижадына ҡарашығыҙ хаҡында ла белергә ине.

- Бөгөнгө заман эстрадаһына килгәндә, уның тағы ла яҡшыраҡ, юғарыраҡ кимәлдә булыуын теләр инем. Әлбиттә, йәштәр тырыша, эшләй, ижад итә, шулай ҙа аранжировкаларҙы яҡшыраҡ яҙҙырыуға, башҡарыу һәләтен күтәреүгә иғтибар күберәк бүленергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Аранжировкаларҙың заманса стилдә, ләкин үҙебеҙҙең милли колоритты онотмайынса эшләнгәндәре бик тә отошло һәм уңышлы буласаҡ. Барлыҡ йәш ижадсыларға ла уңышлы эшмәкәрлек теләйем. Ҡыйыу, эшһөйәр булһындар.

Ижадҡа ҡағылышлы һеҙгә бирелгән кәңәш нисек яңғырай ине?

- Сәхнәлә ихлас булырға, үҙ тамашасыңды алдамаҫҡа, уны илке-һалҡылыҡ менән кәмһетмәҫкә. Тамашасы барыһын да күреп-белеп тора. Быны мин иң шәп кәңәш, тип һанайым.

Гөлназ САФУАНОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.23 | Ҡаралған: 51

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru