«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨРЛӨ МИЛЛӘТ БАЛАЛАРЫ БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫЙ
+  - 


Башҡортостандың барлыҡ милли белем усаҡтарына билдәле һәм арҙаҡлы шәхестәр исеме бирелеп, улар тураһында хәтер мәңгеләштерелә. Ә уҡыу йорттарының исеме есеменә тура киләме, улар үҙҙәренең иңенә алған яуаплылыҡты тоямы, олуғ шәхестәребеҙҙең рухын ҡыуандырамы? Ошо һорауҙарға яуап табыу һәм белем усағы менән яҡындан танышыу маҡсатында Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге "2-се Башҡорт лицейы" муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы директоры Миләүшә МЫРҘАҒӘЛИНА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Былтыр-быйыл мәктәптәрҙә генә түгел, тотош йәмғиәттә илһөйәрлек темаһы етди һәм ныҡлы күтәрелә. Уҡыусылар күңелендә атайсалға, тыуған илгә һөйөү осҡонон нисек тоҡандыраһығыҙ?

- Быйылғы уҡыу йылын беҙ ике Шайморатов класын асыуҙан башлап ебәрҙек. Бишенсе-алтынсы синыфтарҙан бөтәһе 48 уҡыусы шайморатовсылар сафын тулыландырҙы һәм декабрҙә матур итеп уларҙы тәбрикләү сараһын уҙғарҙыҡ. Шул уҡ маҡсаттан сентябрҙә һигеҙенсе класҡа кадет кластарына балалар тупланыҡ. Бөтәһе 25 ҡыҙ һәм егет сик буйы-кадет класына алынды. Улар февралдә ант ҡабул итеп, ысын кадет формалары кейеп, бөгөнгө көндә матур итеп уҡып йөрөйҙәр. Илһөйәрлек - ул тәү сиратта тыуған илеңде яратыу булһа, балаға ил тойғоһо менән бергә туған телгә һөйөү ҙә һеңә. Был йәһәттән мартта "Биҙәк" тип аталған республика фестивале үткәрҙек. Ул туған телдәрҙе һаҡлауға, уларҙы популярлаштырыуға арналған бик ҙур сара булды. Унда республиканың белем усаҡтарынан 200-ҙән артыҡ ҡыҙ һәм егет ҡатнашты, улар халыҡ бейеүҙәрен, халыҡ йырҙарын башҡарып һәм халыҡ инструменттарында уйнап, үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Был сараны беҙ Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә икенсе йыл рәттән үткәрҙек. БР Мәғариф һәм фән министрлығының календарь планына индерелгән был сара артабан йыл да уҙғарылыр тип ышанабыҙ. Шулай уҡ уҡыусыларыбыҙ быйылғы уҡыу йылында ҡала кимәлендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында бик әүҙем ҡатнашты. Туғыҙынсы кластың ике уҡыусыһы еңеүселәр рәтендә булды.
Ағымдағы уҡыу йылындағы сағыу сығыштарыбыҙҙың береһе - йыл һайын ҡалала үткәрелеп килгән шаяндар һәм отҡорҙарҙың "Шаяниум-2023" конкурсында гран-приға лайыҡ булған өс команда араһында беҙҙең лицей командаһы булыуы. Был беҙҙең көтөп алынған еңеү, сөнки нисәмә йылдар өсөнсө-икенсе урындарҙа килә инек. Быйыл, ниһайәт, иң ҙур наградаға лайыҡ булдыҡ. Шулай уҡ команда ағзаһы Ғарифулина Юлиәнең "Иң яҡшы ҡыҙҙар роле" номинацияһында еңеү яулауы ла лицей өсөн ҡыуаныс.

Тәрбиә менән белем биреү дилбегәһен бер тигеҙ тартыу мөмкинме? Бөгөн илгә тәрбиәле һәм шул уҡ ваҡытта заманға тап килгән белемгә эйә шәхестәр кәрәк. Ә шәхесте, мәғлүм булараҡ, ғаилә, йәмғиәт тәрбиәләй. Ә уҡыусылар өсөн йәмғиәт - ул белем усағы. Һеҙҙә уҡытыу мәсьәләһенә ниндәй иғтибар бирелгән?

- Быйылғы уҡыу йылында Өфө Фән һәм технологиялар университетының Иҡтисад институты менән килешеү төҙөп, социаль-иҡтисади синыфтар астыҡ һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусылары 10-сы класс уҡыусыларына дәрестән тыш лекциялар уҡып, балаларҙың иҡтисад, финанс, менеджмент, маркетинг өлкәһендә белемдәрен арттыра.
Ғөмүмән, республика вуздары менән тығыҙ бәйләнештә эшләп киләбеҙ. Инде икенсе йыл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, вуздың база мәктәбе булып торабыҙ. Шул арҡала лицейҙа һигеҙенсе кластарҙа психологик-педагогик йүнәлештәге ике синыф эшләп килә. Ул кластағы балалар менән психология, педагогика буйынса кластан тыш саралар үткәрелә, университетҡа сәйәхәттәр ҡылына һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыла.

Кластан тыш саралар тигәндән, ниндәй ҡыҙыҡлы тәжрибәгеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ?

- Республикала иғлан ителгән "Инициативалы бюджетлау" конкурсында уҡыусылар үҙҙәре башланғыс күрһәтеп, проект яҙып, еңеп сыҡтылар. Шуның һөҙөмтәһендә лицейҙа "Ауаз" исемле медиаүҙәк астыҡ. Ҡыҙҙар һәм егеттәр унда үҙҙәренең таланттарын арттырасаҡ, ведеороликтар эшләп, интервьюлар алып, матур ыңғай контенттарҙа эшләп өйрәнәсәктәр.
Шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелеп тора. Беҙ балалар менән осрашыуға бик күп сәнғәт әһелдәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен саҡырабыҙ. Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре килеп, ҡыҙҙарҙы башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының биҙәүесе - маңлайса эшләргә өйрәтте. Шулай уҡ ҡыҙҙар-егеттәр башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән осрашып, гитарала уйнау серҙәренә төшөндө.

Баланы тәрбиәләгәндә иң яҡшы һәм уңышлы алым - уға үҙең өлгө булыу. Уҡыусылар ҙа уҡытыусыларынан өлгө ала. Коллективығыҙ хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп китегеҙ әле.

- Уҡытыусыларыбыҙ ҙа бик әүҙемдәр, мәктәп тормошо уҡыусылар күңелендә яҡты хәтирә булып ҡалһын өсөн уны ҡыҙыҡлы итергә тырышалар, үҙҙәре лә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып торалар. Күптән түгел коллектив менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә арналған квест уйында ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаныҡ. Сараның Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үтеүе көс-дәрт өҫтәне.

Лицей киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәй?

- Республиканың "Ҡанатлан!" программаһы буйынса лицейға финанс бүленде һәм бөгөнгө көндә беҙ яңы уҡыу йылына өлгөртөргә тип стоматология кабинеты булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ.
Йәйге каникул ваҡытында өлөшләтә капиталь ремонт башланырға тора. Алла бойорһа, ниһайәт, лицейыбыҙҙың йөҙө үҙгәрер, йәмләнер, уҡыусылар һаны ла күбәйер, ата-әсәләр балаларын беҙҙең яңыртылған лицейға килтерер тип өмөтләнәбеҙ. Бөгөн беҙ уҡыусыларыбыҙ һанын арттырыу буйынса эшләйбеҙ. Күп ата-әсәләр "Башҡорт теле дәрестәре күп уҡытыла", тип балаларын беҙҙең лицейға бирергә ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең белем усағында башҡорт балаларынан тыш, башҡа милләт балалары ла дәртләнеп, ихлас уҡып йөрөй. Бер ҙә башҡорт теле дәрестәренән ҡурҡып тормайҙар. Улар дәрестәрҙә үҙ теләктәре менән, күңелле итеп шөғөлләнәләр. Беҙҙә башҡорт теле дәрестәре Мәғариф системаһының икенсе линия программаһы буйынса уҡытыла. Шуға күрә ҡурҡырға ярамай, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа һәр балаға индивидуаль ҡараш бар.

Шулай итеп...
Исемдәре Башҡортостандың белем усаҡтарына бирелгән шәхестәрҙең һәр береһенең үҙ сифаты, үҙ юлы, донъяға үҙ ҡарашы булған. Әммә уларҙы берләштереүсе бер уртаҡ һыҙат - ул илһөйәрлек, телһөйәрлек. Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге "2-се Башҡорт лицейы"ның уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы ла шәхес исемен лайыҡлы йөрөтә һәм аҡлай, тип, тулы ышаныс менән әйтергә була.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.23 | Ҡаралған: 95

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru