«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӘСӘ ҺӨТӨ МЕНӘН ҺЕҢДЕРҘЕМ
+  - 


Үткән кесаҙна иртәндән үк бик етди сараға - башҡорт теленән диктант яҙырға йыйындым. Унан алда ғына Өфө ҡала округы хакимиәтендә рус теленән тоталь диктант яҙыуҙа ҡатнашҡайным. Ни өсөн үҙемдең икенсе туған телем булған башҡорт теленән дә яҙып ҡарамаҫҡа, тигән уй-ниәт менән дәртләнеп, үҙем белем алған уҡыу йортона - Өфө фән һәм технологиялар университетына юлландым.

...Байрам ишектән ингәс тә башланды: музыка яңғырай, бөтөн ерҙә милли кейемдәге егет-ҡыҙҙар. "Ағай, әйҙә, мин Һеҙҙе оҙатып ҡуям, ул икенсе корпуста, физматта", - тип, береһе минең менән аудиторияға тиклем бара. Йәштәр теҙелгән тере коридорҙан үтәбеҙ, минең менән тиңләшкән һәр кем һаулыҡ һораша. Мин үҙем дә яуап бирәм һәм күптән, ярты быуат элек булған ваҡиға иҫемә төшә. Был хәлде әсәйемдәр гел көлөп иҫкә төшөрә торғайнылар. Ауылдан оло йәштәге инәйебеҙ ҡунаҡҡа килгән. Быға тиклем Өфөлә лә, башҡа ҡалала ла булмаған. Ә ауылда, билдәле, урамда барыһы менән дә - танышмы ул һиңә, юҡмы, иҫәнләшәһең. Был инәй ҡала урамы буйлап йөрөп ҡайтҡан да, зарлана икән: "Бынау Ленин урамында шул тиклем халыҡ күп! Барыһы менән дә һаулыҡ һораша торғас - телем, башымды һелкә торғас башым арып китте. Күбеһе һаулыҡ һорашмай әле!" Өфөлә халыҡ тәрбиәһеҙ икән, тип ҡайтып киткән ҡунағыбыҙ.
Ҙур аудитория алдында ысын башҡорт байрамы - ҡурай яңғырай, милли кейемдәге апайҙар бейей, килгән ҡунаҡтарҙы ла үҙҙәре менән бейергә төшөрәләр. Мин йәһәт кенә аудиторияға инә һалам. Ә унда яйлап ҡына студенттар, республиканың арҙаҡлы ғалимдары, артистар, педагогтар йыйыла. Милли кейемдәге матур-матур өләсәйҙәр ултырған рәткә урынлашам. "Мине танымайһыңмы әллә? - тип һорай үпкәләберәк эргәмдә ултырған апай. - Мин әсәйеңдең яҡташы ла инде, һин уның менән бергә Ейәнсураға килгәйнең бит!" Бындай өндәшеүҙәргә өйрәнеп бөткәнмен мин. "Таныйым, әлбиттә. Нисек танымайым инде!" - тигән булам. Йәнле итеп һөйләшергә тотонабыҙ. Арттағы рәттә "Ашҡаҙар" радиоһының татыу хеҙмәткәрҙәре ултыра. Шул иҫәптән "Вечерняя Уфа" гәзите тураһында ла матур тапшырыуҙар эшләгән билдәле журналист Фәнүзә Баһауетдинованы күреп шатланам.
Бына беҙҙе бер ҡорға йыйған диктант башлана. Әммә унан алда ойоштороусылар диктанттың әүҙем ҡатнашыусыларына бүләктәр тапшыра. Улар араһында коллегаларым да күп. Ашҡаҙарҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. "Ҡалай күңелде күрҙеләр", - тип ҡыуана Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы бүләк алғас.
Быйыл башҡорт теленән диктант туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә. Халыҡ-ара тигән статусы ла бар, күп кенә сит илдәрҙә лә башҡорт теленән диктант яҙалар. Уны һәр кем яҙа ала. "Тере" майҙансыҡтар - белем биреү, мәҙәниәт усаҡтары, вуздар, йәмәғәт ойошмалары залдарынан тыш, диктантты телевизор йәки компьютер алдында ғына ултырып, онлайн форматта ла яҙып була. Ойоштороусылар уны башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар өсөн айырым яҙҙыра. Башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш диалектында ла диктант яҙҙылар. Был бик яҡшы, башҡорт теленең диалекттары күп бит. Телселәр кешенең һөйләшенә ҡарап, уның ҡайһы төбәктән икәнен әйтә ала. Мин уларҙы бик айырмаһам да, көньяҡ диалектта һөйләшкән кешене тиҙ танып ҡалам: "йығылды" тимәй, "ҡоланы" тей икән, ул мотлаҡ Ейәнсуранан йә уға сиктәш райондан. Башҡа диалекттарҙы ҡайһы бер һүҙҙәренә ҡарап айырам, мәҫәлән, илештәр "иш" тигән ымлыҡ өҫтәп ҡуя, ҡыйғылар "ҡый" ти...
...Азамат Тимеров башҡарыуындағы "Урал" йырын барыһы ла аяғүрә баҫып тыңлай. Бына барыһы ла етди төҫ алып, диктант яҙырға әҙерләнә. Етди, тиһәм дә, диктант яҙғанда ла байрамса кәйеф беҙҙе ташламай. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр икенсе майҙансыҡҡа сығып киткәс (мин башҡорт телен яҡшы белгәндәр менән ҡалырға йөрьәт иттем), трибунаға "диктатор" сыҡты. Уның ролендә билдәле бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БДУ-ны 1978 йылда тамамлаусы Риф Ғәбитов сығыш яһай. Риф Фәтих улы залға ҡарап: "Балалар", - тип мөрәжәғәт иткәйне, халыҡ геү килеп, йәнләнеп китте. 60, 70 йәште үткән өлкән ағайҙар ҙа йор ғына бер-береһенә ҡарашты. Риф Ғәбитов юғалып ҡалманы: "Эйе, балалар. Һеҙ барығыҙ ҙа тыуған Башҡортостаныбыҙҙың балалары түгелме һуң?"- тип ҡабатланы.
Алғараҡ китеп, уның диктатор ролен дә уңышлы башҡарыуын әйтер инем. Әлбиттә, ул драма артисы түгел, шуға ла диктант уҡығандағы ҡайһы бер етешһеҙлектәргә иғтибар итмәҫкә лә булыр. Бейеүсе һөйкөмлөлөгө менән бар аудиторияның иғтибарын яуланы. Иң аҙаҡҡы һөйләмде уҡыр алдынан: "Минең ниндәй интонация менән уҡыуыма иғтибар итегеҙ һәм һөйләмдең аҙағында ниндәй билдә ҡуйырға икәнлеген аңларһығыҙ", - тине Риф Фәтих улы. Уҡып бөткәс иһә, бар зал ҡул сабып ебәрҙе.
Рус теленән тоталь диктанттағы текст яҙыусы Арсеньевтың нанай Дерсу Узала менән дуҫлығы тураһында ине һәм уны уҡығанда Себер тайгаһының еҫе сығып киткәндәй булғайны. Башҡорт теленән диктантта иһә Башҡортостандың дала елдәре битебеҙҙе һөйгән кеүек булды. Рус теленән диктант өсөн махсус текстар яҙылһа, башҡорт теленән диктантты ойоштороусылар классик әҫәрҙәрҙе һайлай. Был, минеңсә, бик дөрөҫ. Әле беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың әҫәренән өҙөк яҙҙыҡ. Ә мин Рауил Төхвәт улы, ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры һәм ҡурҡыу белмәҫ гражданин менән яҡындан аралашып йәшәй алғаным менән бәхетле. Беҙҙең аранан иртә киткән улы Айҙар менән университетта бер төркөмдә уҡыныҡ һәм дуҫ булдыҡ. Әле шағир исемен йөрөткән парк янында йәшәйем. Парк буйлап йөрөгәндә уның нисек итеп редакцияға килеп инеүен, китаптарын бүләк итеүен һағынып хәтерләйем. Рауил Бикбаев ниндәйҙер кәртәләргә һыймаған, тәүәккәл, сая ине. Мине һәр ваҡыт асылы менән бик ихлас, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу ҙа кешеләр һоҡландыра. Уның әҫәрҙәре лә шулай. Бөгөн уҡылған өҙөк тә шундай ине. Уны хистәр бураны ҡуптармай уҡып буламы ни! Риф Ғәбитов өҙөктө уҡығанда тотош спектакль ҡуйғандай булды, туған телгә гимн булып яңғыраны ул!
Башҡорт теле буйынса яҙған тәүге диктанттың һөҙөмтәләре ниндәй һуң? Башлыса был осраҡта нөктә-өтөрҙәр, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы тураһында һүҙ алып бараһың. Әммә мин матур һандарҙан башлағым килә: 2345. Тап ошо һандағы майҙансыҡта быйыл диктант яҙылған. Быға нисек ҡыуанмайһың! Әгәр ҙә 2015 йылда 3505 ҡатнашыусы булһа, былтыр улар 300 меңдән ашып киткән. Быйыл был рекордты ла үтеп киткәнбеҙҙер, моғайын.
Мин яҙмышыма шул тиклем рәхмәтлемен - башҡорт телен әсә һөтө менән һеңдерә алдым. Ике телдә лә иркен аралашам. Башҡорт теленең ни тиклем һутлы, бай икәнен беләм. Шиғирҙарҙы ла улар ижад иткән телдә уҡырға кәрәк. Шунда ғына телдең матурлығы, образлылығы, тәрәнлеге асыла. Мостай Кәримде руссаға тәржемә иткән Елена Николаевская шәп белгес, әммә Мостай ағайҙы башҡортса уҡыһаң, бөтөнләй башҡа тойғолар кисерәһең. Авторҙың хистәрен, кисерештәрен тәржемәлә тулыһынса биреү мөмкин түгел шул.
Ошо урында тағы бер тарих иҫкә төшә. "Всадник на золотом коне" фильмын төшөргәндә Башҡорт академия драма театрының бер төркөм артистары ла ҡатнаша. Актер Ғайса Хәсәнов атҡа һикереп менеүе була, ат һыбайлыһын саптырып алып китә, уны бер кем дә туҡтата алмай. Артист бер нисә сәғәттән үҙе йәйәү ҡайтып килә лә, иҫе китеп һөйләй икән: "Бер ауыл "выжт" итеп ҡалды". Бер ауылды һә тигәнсе үткән инде, йәнәһе. Башҡорт телендәге ошо ябай ғына һөйләм дә бына нисек үҙенсә яңғырай!
Тел - ул бер нәмә менән дә үлсәп булмай торған байлыҡ. Беҙгә ошо телде биргән, уны яратырға өйрәткән атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға рәхмәт әйтәйек.

Вячеслав ГОЛОВ,
"Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.23 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru