«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘШӘҠӘТЛЕ, ӘММӘ ОТОШЛО
+  - 

"Мәшәҡәтле булһа ла, ҡаҙ үрсетеү бик отошло, - ти Фәймә апай Сәлимова. - Ҡаҙ өмәләрендә "ҡауырһыны - ҡауырһынға, йөнө - мендәргә, тәпәйҙәре - кәрзингә, ҡанаттары - запасҡа", тип һамаҡлағандағы кеүек, ҡаҙҙың бер нәмәһе лә ташланмай беҙҙең ғаиләлә. Тауыҡ, бройлер, күркә һымаҡ йорт ҡоштарының башын, тәпәйен, йөнөн тотонмайҙар беҙҙең яҡта, ә ҡаҙҙыҡы барыһы ла ҡулланыла. Мин үҙем баш, тәпәй, бөрләтәүҙәрен һалып, ҙур бәлеш бешерәм. Майын иретеп, маргарин урынына ҡулланам, башҡа маҡсатта ла ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, күн итеккә ҡаҙ майын һөртһәң, аяҡ кейеме оҙағыраҡ һаҡлана. Мамығынан мендәр эшләйем. Үҙебеҙҙең балаларға, уларҙың балаларына эшләп биреп бөттөм. Хәҙер таныштар ҡыҙҙарына бирнәгә заказ бирә. Шуға күрә ҙур теләк менән, бик яратып ҡарайым ҡаҙ бәпкәләрен. Шөғөлөң күңелгә кинәнес биреүҙән тыш, килем дә килтерһә, икеләтә ҡыуаныс".

Ниндәй генә осорҙо алма, ауыл кешеһен шәхси хужалыҡһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Йәй ныҡ ҡоро килгән йылдарҙа ҡош-ҡорт аҫрау ҡыйбатҡа төшә, сығымдарҙы аҡламай, тип, Фәймә Ғәйзулла ҡыҙы ла ҡаҙ бәпкәһен алмай башлай. Әммә бер нисә йыл элек яратҡан шөғөлөн яңынан тергеҙгән. Тик хәҙер ул себеш һатып алмай, ә инкубаторҙа үҙе сығара.
- Быйыл бер ата, өс инә ҡаҙ алып ҡалдым. Йомортҡа һалыр алдынан бер ай самаһы яҡшы итеп ашатам, рациондарын төрләндерәм. Әле бына инкубаторға 40 йомортҡа һалдым. Бер айҙан кәмендә 30-35 бәпкә сығыр тип өмөтләнәм. Улар сығыу менән инәләрен айырып, бәпкәләрҙе ата ҡаҙға ҡушып ебәрәм. Инәһен айырмаһаң, бәпкәне ҡарамаясаҡ. Халҡыбыҙҙа "Атай - ата ҡаҙ" тигән әйтем бар. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр ул был кинәйә. Бына нисә йыл күҙәтәм: киреһенсә, инкубаторҙан сыҡҡан бәпкәләрҙе инәләре бар тип тә белмәй, шуға уларҙы айырып, бер аҙ һимергәс, һуйҙырам. Ә ата ҡаҙ себеште бейеп ҡаршы ала. Көҙгә тиклем һаҡлап-ҡурсып үҫтерә, - ти тәжрибәле ҡаҙ үҫтереүсе.
Бәпкә һатып, килем алғаны юҡ Фәймә апай. Уның ҡарауы, ҡаҙҙы ашатыу, ҡарауға бәйле төрлө һорау менән мөрәжәғәт иткәндәргә кәңәш менән ихлас ярҙам итә.
- Һатып алғанда бәпкә нисә көн булыуына ҡарамаҫтан, теремек, эсе йомшаҡ булырға тейеш. Һатыусынан уның ниндәй шартта йәшәүен мотлаҡ һорашығыҙ. Сәләмәт ҡошсоҡтар тауышҡа ныҡ тәьҫир итеүсән. Шуға күрә уларҙы ҡурҡытырға ярамай, бәләкәй сағында ҡурҡһа, ауырып китергә, хатта үлергә мөмкин. Алған ваҡытта бойоҡ күренһә, тимәк, улар сирле, шуға күрә шикле булып күренһә, алмағыҙ, аҡсағыҙҙы әрәм итмәгеҙ. Арты еүеш, һаҫыҡ еҫ булһа, ашҡаҙан-эсәк юлы проблемаһы булыуы ихтимал. Ете көнлөк бәпкә алырға тырышығыҙ. Ныҡ бәләкәй булһа, юлда үлеүе мөмкин. Йөнөнә лә иғтибар итегеҙ: йомшаҡ, ҡоро икән, тимәк, себештәр сәләмәт. Асыҡ һәм таҙа күҙҙәр ҙә - һаулыҡ билдәһе, - ти Фәймә Ғәйзулла ҡыҙы.
Бәпкә торған урын ҡоро, йылы, таҙа булырға тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды:
- Ҡошсоҡтар ашаған, эскән һауыт-һабаға уларҙың тиҙәге төшмәһен, был уларҙы һәр төрлө инфекциянан һаҡлар. Ҡауырһындары ҡалҡҡансы, ысыҡ, ямғыр һыуынан һаҡлағыҙ, ашатыуға ҙур иғтибар бирегеҙ: тәүге көндәрҙә махсус ҡатнаш аҙыҡ, йомортҡа, эремсек, геркулес, тары ярмаһынан бутҡа. Үлән ашай башлағас, кесерткән турап бирегеҙ, уны аҙыҡҡа ҡушып та, айырым да бирергә мөмкин. Ҡаҙ - һыу ҡошо. Алдынан һыу өҙмәгеҙ, йөҙөрлөк йылға булһа, тағы ла яҡшыраҡ...

Ләйсән СӘЛИХОВА.
Мәләүез районы.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.23 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru