«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨЛДӨРӘБЕҘ, ТИП КӨСЛӨРӘК ИТТЕЛӘР...
+  - 

Рәсәй Хәрби Көстәр командалығы тарафынан Украинаның тыныс халыҡ йәшәгән ҡалаларына зыян килтермәү, фәҡәт хунтаның хәрби инфраструктураһы: хәрби аэродромдар, авиация, һауа һөжүменә ҡаршы оборона объекттарын ғына эшлектән сығарыу маҡсаты хаҡында алдан иғлан ителә килде һәм шул йүнәлеш әлегә тиклем һаҡлана.

Тыныс халыҡҡа һәм социаль объекттарға хәүеф янамауына ҡабат-ҡабат баҫым яһалыуға ҡарамаҫтан, шуны уҡ Украина Ҡораллы Көстәре тарафынан өмөт итергә тура килмәй. Ул ғына ла түгел, Украинаның Хәүефһеҙлек хеҙмәте "күпләп ҡорбан булыусылар" хаҡында ялған видеороликтар төшөрөп, телеграм-каналдарға, социаль селтәрҙәргә һала һәм оятһыҙ рәүештә алдаҡ хәбәрҙәр тарата. Рәсәй оборона министры Сергей Шойгуның украин хәрбиҙәренә ҡарата ла кешелекле булыу хаҡындағы махсус күрһәтмәһе лә мәғлүм хатта, ләкин беҙҙең тарафтан кешелеклелек акты күрһәтелгән һайын, ҡаршы яҡтың мәкерлеге лә арта бара кеүек. Рәсәйгә япһарыу өсөн Украина хәрби көстәренең һәм нац-батальондарҙың үҙ халҡына ҡаршы ут асыу факттары хаҡында ла төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Ә шулай ҙа бер көн килеп Кремлгә яҫҡыныу ихтималлығын эстән уйлаған хәлдә лә ысынбарлыҡта күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине, сөнки Мәскәүҙең генә түгел, уның йөрәге Кремлдең күҙ ҡараһылай һаҡланыуына бер кемдең дә шиге булмағандыр, моғайын. Был террористик акт хаҡында РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Вашингтон күрһәтмәһе буйынса Киев режимы тарафынан эшләнгән һөжүм, тип атаны һәм уға ҡаршы аныҡ ғәмәлдәр менән яуап биреләсәк, тип әйтте. Шул уҡ ваҡытта америка йоғонтоһо хаҡындағы һүҙен йөпләп, АҠШ-тың дәүләт секретары Блинкендың, Мәскәүгә ҡаршы көрәш ысулдарын һайлауҙа Вашингтон Киевҡа ҡамасаулыҡ итмәйәсәк, тигән оятһыҙ белдереүен иҫкә төшөрҙө. Тимәк, Кремль күгендәге шартлауҙың кем тарафынан һөсләтелеүенә бер ниндәй шик тә юҡ. Рәсәйҙең бөгөнгө донъя ҡоролошона ҡаршы сығыуы гегемон роленә ингән АҠШ-тың һарыуын ҡайната. Әлбиттә, ул ошо йөҙөн һаҡлап ҡалырға һәм сәйәсәтте үҙенең шарттары буйынса атҡарырға тырыша. РФ сит ил эштәре министры урынбаҫары Сергей Рябковтың Беренсе канал эфирында әйтеүенсә, "Беҙ АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе ҡораллы конфликттан алып ҡалыу өсөн бөтәһен дә эшләйбеҙ." Ә бына Чехияның элекке хәрби разведка хеҙмәте башлығы генерал Петр Пелз Рәсәй менән Европа мөнәсәбәттәрен көйләүҙә бер генә юл күрә, ул да булһа, үҙ-ара килешеүҙәргә өлгәшеү. Сөнки, ти ул, Мәскәүҙе санкциялар менән бөлдөрәбеҙ тип, беҙ уны тағы ла көслөрәк эшләнек. Икенсенән, беҙ Ҡытайҙың Рәсәй менән яҡынайыуына булышлыҡ иттек, ә был союзды еңеүе мөмкин түгел, тип иҫәпләйем, ти чех генералы Пелз. "Беҙ (йәғни Европа - Авт.) шуны аңларға теләмәйбеҙ: иҫ китмәле тәбиғи байлыҡтарға эйә, ватанын һаҡлап алып ҡалыу хаҡына ер өйҙәрҙә йәшәп, үлән ашарға ла риза булған шундай тарихлы рус халҡы булған донъялағы иң ҙур илгә унан Макдоналдстарҙы тартып алып ҡына зыян эшләүе мөмкин түгел" , - ти ул.
Әйткәндәй, Мәскәү АҠШ, Евросоюз һәм НАТО менән үҙ-ара ихтирам нигеҙендә мөнәсәбәттәр төҙөргә әҙерлеген бер нисә тапҡыр белдергәйне инде, ләкин, сит ил эштәре министры С.Лавров әйтмешләй, Көнбайыш менән мөнәсәбәттәрен, уның етәкселәре "айныҡҡас" та, Рәсәй фәҡәт үҙ шарттарына ярашлы көйләйәсәк. Юғиһә, РФ Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев "Известия" гәзитенә биргән әңгәмәһендә билдәләүенсә, АҠШ һәм уның Европа-клиенттары бер ниндәй оялыуһыҙ халыҡ-ара ойошмалар трибунаһынан тороп Рәсәйҙең һыу ресурстары менән планетаның бөтөн илдәре лә файҙалана алыу идеяһын килтереп сығарҙы. Йәнәһе, Рәсәйҙәге эсәр һыу запасы унда йәшәгән халыҡ һаны һәм илдең иҡтисади әүҙемлегенә тап килмәй. Ғөмүмән, көнбайыш ғалимдары һәм сәйәсмәндәре фәҡәт коллектив Көнбайыштың ғына донъя ресурстары менән файҙаланыу хоҡуғына эйә булыуы хаҡында аҡыл һатырға батырсылыҡ итә, ә Рәсәйҙең, улар фекеренсә, был байлыҡтарға хужа булыуы ғәҙел түгел, имеш. Эш бына ҡайҙа табан бара. Бер ниндәй әхлаҡ сик-тәренә һыйғыһыҙ ошондай аҫтыртын ниәттәре менән бергә үҙҙәренең мәкерле ике йөҙлөлөгөн дә асып һалды беҙҙең күршеләр.
Илгә тағы ҙур һынау килде, ир-егеттәребеҙ ватаныбыҙ һағына баҫты. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, беҙҙе тағы кем яҡлар?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 70

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru