«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСӨБӨҘ ТЫУҒАН ЯҠҠА
+  - 


Бер-беребеҙгә ярҙам итеү, кәрәк саҡта иңеңде ҡуя белеү, терәк-таяныс булыу - халҡыбыҙҙың иң матур ғәҙәттәренең береһе. Элек-электән холҡобоҙҙағы ошо сифаттар матур йолаларыбыҙға нигеҙ булған: бергәләшеп өй күтәреү, бесән әҙерләү, һуғым һуйыу, тула баҫыу, ауылдарыбыҙҙың тирә-яғын, йылға-күлдәребеҙҙе таҙартып тороу кеүек күмәк көс менән башҡарыла торған эштәр халҡыбыҙҙы берләштергән, илһөйәрлек, ерһөйәрлек сифаттары ла изге ғәмәлдәр аша тәрбиәләнгән.

"Атайсал" проекты 2021 йылда уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан тормошҡа ашырыла башлағайны. 2022 йылда ойошторолған "Яҡташлыҡ көсө" тип аталған тәүге форум был проекттың ни тиклем кәрәкле икәнен күрһәтте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпме файҙалы эштәр башҡарылған! Республика кимәле генә тар был проект өсөн - тыуған төйәгенән ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың да был изге эшкә ҡушылырға теләктәре ҙур. Уларҙы барлау, матур ғәмәлдәрҙе баһалау, тыуып үҫкән ауылын, районын күркәмләндереү өсөн үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙе берләштереү маҡсатында 2023 йыл "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы тип иғлан ителде. Асылыбыҙҙағы аҫыл сифатыбыҙҙың милли идеология кимәленә күтәрелеүен халыҡ ҡуш ҡуллап күтәреп алды. Бөгөнгө көндә "Атайсал" порталында 4 мең 600 кеше теркәлгән. 16, 5 мең проект (шуларҙың 6 меңгә яҡыны ағымдағы йылда) тормошҡа ашырылған: тыуған ауылында мәсет төҙөү, юл һалдырыу, ауыл зыяратын кәртәләү, клуб йә спорт залы һалдырыуға ярҙам итеү, мәктәп ремонтлатыу, дауаханаларҙы, мәҙәниәт усаҡтарын ҡиммәтле ҡорамалдар менән тәьмин итеү, балалар майҙансыҡтары төҙөү, конкурстарҙа бағыусы булыу, күп балалы әсәләргә йә һаулығы сикләнгәндәргә шифахаларға юлламалар бүләк итеү, тыуған төйәгенең йәш яҙыусы һәм шағирҙары өсөн әҙәби премия булдырыу - изге ғәмәлдәрҙең ниндәйе генә теркәлмәгән "Атайсал" порталында! Унда башҡарылған эштәргә күҙ һалыу менән яҡташлыҡ көсөн барлаусы проекттың кәрәк һәм изге ғәмәл икәнлегенә инанаһың.
4 майҙа "Торатау" Конгресс-холына "Яҡташлыҡ көсө" форумы изге уйлы, изге ниәтле меңдән ашыу меценаттарҙы, әүҙем эшҡыуарҙарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бергә йыйып, "Атайсал" проектының тәүге һөҙөмтәләрен барланы. Форум сиктәрендә йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ижади интеллигенция өсөн "Илһамландырыу өсөн тыуғандар" панель секцияһы, асыҡ студиялар, төрлө йүнәлештәге фекер алышыу майҙандары, матбуғат сараларының эшмәкәрлеген, "Айыҡ ауыл" республика конкурсы проекттарын, ағинәйҙәр, йәш яҡташтар берлеге хәрәкәттәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ойоштороу мәсьәләләрен яҡтыртҡан түңәрәк өҫтәлдәр һәм секциялар эшләне.
Шәхсән үҙем республикала әүҙем эшләп килгән "Ағинәй" һәм "Ир-егеттәр ҡоро" йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен бер майҙанға туплаған "Беҙ - Атайсалдың усағын, йолаларын, именлеген һаҡлаусылар" секцияһы эшендә ҡатнаштым. Был майҙанға саҡырылыусыларҙың уй-ниәттәренә Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары, сығышы менән Мәләүез районы Муллағол ауылынан булған күренекле яҡташыбыҙ Азат Сәлиховтың һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. "Беҙ - айыҡбыҙ, иманлыбыҙ, кәсеплебеҙ; беҙ - Атайсалыбыҙҙың ҡотон, рухын, усағын һаҡлаусылар", - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ҡорға йыйылыусыларҙың тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығын асып. Ысынлап та, республиканың төрлө төбәктәренән килгән ағинәйҙәр тергеҙгән кәсептәр һоҡландырырлыҡ: аҫалы балаҫтар, сергетыш, милли кейемдәребеҙ, биҙәүестәр, тамбурлы сигеү менән нағышланған алъяпҡыстар, өҫтәл, ултырғыс япмалары - һәр береһе ҡойоп ҡуйған, һәр биҙәккә халҡыбыҙҙың меңәр йылдар туплаған фәлсәфәһе нағышланған, ҡото һеңгән. "Беҙ эшләгән әйберҙәргә һорау бар, заказ биреүселәр күп, эшләп өлгөрөп булмай", - тиҙәр сығыш яһаусы ағинәйҙәр. Эшләй генә башлаған йылдарында балаҫ һуғыу өсөн станоктар эҙләү, кейеҙ баҫыу өсөн ауылдар буйлап һарыҡ йөнө йыйып йөрөү күп ваҡыттарын алған, хәҙер ул хәстәрҙәр хәл ителгән: һорау булғас, станоктар эшләүсе ирҙәр, һарыҡ үрсетеүсе фермерҙары ла табылған. Эшләп кенә өлгөр!
"Беҙ ағинәйҙәрҙе йырлап-бейеп, сәхнәләрҙә генә йөрөй тиһәк, уларҙың кәсептәре лә бар икән!" - тип аптырашты ҡайһы бер райондан килгән ирҙәр. Ысынлап та, ҡайҙа ҡарама, ниндәй сараны алма - ағинәйҙәр майҙан уртаһында шул: ил хужаларын ҡаршы алыусылар ҙа, килен төшөрөүселәр ҙә, эскелеккә ҡаршы көрәшеүселәр ҙә, һалдаттарҙы әрмегә оҙатыусылар ҙа, хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләүселәр ҙә, туҡмас ҡырҡыусылар ҙа, ҡорот баҫыусылар ҙа - ағинәйҙәр. Уйынлы-ысынлы әйтелгән һүҙгә ағинәйҙәрҙең яуабы тос булды: "Беҙ донъяны биҙәйбеҙ!" Улай ғына ла түгел, "Ир-егеттәр ҡоро" ағзаларын да әүҙемерәк булырға саҡырҙы улар. Халҡыбыҙҙың ирҙәр генә эшләр шөғөл-кәсептәре, йолалары, тәрбиә мәктәптәре күптән көтә ир-егеттәребеҙ ғәмәлдәрен.
Ир-егеттәр хәрәкәтен әүҙемләштереү буйынса тәҡдимде Башҡортостан "Ир-егеттәр ҡоро" рәйесе Зариф Байғусҡаров та хупланы: "Елкәң булһа, ауылда лә йәшәп була, ҡарағат, һарымһаҡ үҫтер, һарыҡсылыҡты тергеҙ, ошо тәңгәлдә уңыш ҡаҙанғандарҙың тәжрибәһен барып өйрән. Умартасылар умарта кәрәк-яраҡтары, солоҡтар һатып алырға әҙер - эш күп. Өйрән, эшлә, эш урындары булдыр - был эштәргә улыңды, ейәнеңде лә өйрәт - халҡыбыҙҙың кәсептәрен тергеҙеүгә үҙ өлөшөңдө индер", - тип саҡырҙы ул ир-егеттәрҙе һәм үҙ тәжрибәһе, үҙ балалары менән бергә башҡарған изге ғәмәлдәре менән ихлас уртаҡлашты.
Зариф Закир улының милләтебеҙҙең ҡотон һаҡлаусыларға төбәп әйтелгән тағы бер теләк-үтенесе айыҡ тормош булһа, икенсеһе - телебеҙ яҙмышы булды. "Иң мөһиме - ейәндәрегеҙ менән үҙ телебеҙҙә аралашығыҙ, телгә мөнәсәбәт ғаиләнән башлана", - тине ул. Хаҡ әйтте Зариф Закир улы - уның менән килешмәү мөмкин түгел. Эше буйынса аралашыу башлыса рус телендә һөйләшеүҙе талап итһә лә туған телен бөтә нескәлектәрендә белеүе, телмәрендә мәҡәл-әйтемдәрҙе иркен ҡулланыуы һоҡландырҙы Зариф Закир улының. Иң изге ғәмәл дә, бәлки, туған телебеҙҙе балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәребеҙгә тапшырыу, туған телебеҙгә, тыуған төйәгебеҙгә тоғролоҡтор? Ғүмеренең күп өлөшөн ситтә үткәрһә лә Азат Рәфҡәт улы Сәлихов та тоғро кесе ватанына: 2017 йылда уҡ тыуған ауылына мәсет һалдыртҡан, изге йортҡа үҙен изге ғәмәлдәргә өйрәтеүсе Нәсимә өләсәһенең исемен биргән.
"Атайсал" проекты рухи яҡтан яҡындарҙы берләштерҙе, ул хәҙер проект ҡына түгел, ә тыуған төйәктәрен яратыусылар хәрәкәте, берҙәмлек символы" - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйылғы йылдың төп идеологик майҙансығы эшенә баһа биреп. Юғары кимәлдә үткән форумға юғары ҡунаҡтар саҡырылған. Улар араһында 1991 йылда Рәсәйҙең яңы йәштәр сәйәсәтен формалаштырыусы, Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитетының беренсе рәйесе Андрей Шаронов, һалымдар һәм йыйымдар буйынса федераль министр Геннадий Букаев (әйткәндәй, күп ғәмәлдәребеҙҙе теркәп барыусы "социаль номер" - ИНН-ды ла Геннадий Иванович уйлап тапҡан, ИНН Башҡортостанда һынау үткәндән һуң тотош Рәсәйҙә ғәмәлгә ингән), Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары - төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов кеүек күренекле яҡташтарыбыҙ ҙа бар ине. Ҡатмарлы шарттарҙа Рәсәй мәнфәғәтен яҡлаусы дипломат Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов менән киң билдәле дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Геройы Анатолий Александрович Сафронов хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерҙеләр: "Беҙ Тыуған илдең тыныслығы һәм именлеге өсөн эшләйбеҙ".
Пленар ултырыштың һуңында Радий Хәбиров "Атайсал" проектында ҡатнашҡан бер төркөм әүҙем меценаттарға дәүләт наградалары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү ҙә "Атайсал" проекты сиктәрендә үтте. "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы уйлыларҙы, ғәмлеләрҙе, сәмлеләрҙе бергә туплай. Тупландыҡ. Уйлы, ғәмле, сәмле яҡташтарыбыҙҙың береһенән-береһе матур эштәрен күреп илһамландыҡ. Көсөбөҙ - республикабыҙҙың матур киләсәге хаҡына эшләнгән һәм эшләнәсәк изге ғәмәлдәребеҙҙә икәненә инандыҡ.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 329

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru