«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ЭШТӘ ЛӘ САБЫРЛЫҠ КӘРӘК...
+  - 


"Ғаилә ҡоро"ноң бөгөнгө ҡунаҡтары Иглин районы Һарт-Лабау ауылында йәшәүсе Әлфиә менән Илдар НУРИЕВтар. Уларҙың матур ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Илдар ауылдың Шәйхулла мәсете имам-хатибы, Әлфиә - уҡытыусы. Нуриевтар ғаиләһе "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының төбәк этабында "Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре" номинацияһы еңеүселәре лә. Әңгәмәбеҙ ғаилә ҡиммәттәре, тәрбиә, йолалар тураһында.

Ваҡыты етә килә һәр кем үҙенең буласаҡ ғаиләһенең моделен күҙ алдына баҫтыра. Ә һеҙҙең ошо күҙаллауығыҙ тормошҡа аштымы?

Илдар:
Мин ғаиләлә бер бала ғына инем, шуға күрә һәр саҡ ҡорасаҡ ғаиләмдең ҙур, ишле, балалар тауышынан гөрләп торған йортло итеп күҙ алдына баҫтыра инем. Бәләкәйҙән етем ҡалып, бабайым Ғәбделшәкүр ғаиләһендә тәрбиәләндем. Ул хәҙрәт ине һәм бәләкәйҙән уның: "Яҡшы ғаилә ҡороп, матур итеп донъя көтөргә яҙһын, аҡыллы, уңған ҡатын тура килһен, балалар бәхете бирһен", - тигән теләктәрен ишетеп үҫтем.
Әлфиә: Һәр ҡыҙ бала буласаҡ иренең яҡшы күңелле, эшсән, матур холоҡло булыуын теләй. Беҙ ғаиләлә ике бала үҫтек һәм мин ҙур ғаилә тураһында ул ҡәҙәре уйланманым да. Ләкин Илдар менән ғаилә ҡороп йәшәй башлағас, уның ышаныслы икәнлеген аңланым, уның донъя тотҡаһы, ныҡлы терәк булырҙай кеше икәнен күрҙем. Әле бына алты балаға ғүмер биреп, матур итеп йәшәп ятабыҙ.

Баланы табыу ғына түгел, уны бағыу, тәрбиәләү ҙә ҙур, яуаплы эш...

Илдар:
Биш малай һәм бер ҡыҙ үҫеп килә ғаиләбеҙҙә. Балалар үҙ-ара дуҫ, олоно оло, кесене кесе итә беләләр. Киске намаҙҙан һуң мотлаҡ балалар менән төрлө темаларға - сәйәсәт, һаулыҡ, дини һәм башҡалар тураһында әңгәмәләр үткәрәм. Иң күбе 5 минут тирәһе ваҡыт түгәм бындай әңгәмәләргә, ләкин ошо әҙ генә ваҡыт та миңә, атай булараҡ, тәрбиә эшен алып барыуҙа ҙур роль уйнай.
Әлфиә: Балаларҙың характерҙары, холоҡ-фиғелдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, үҙҙәрен тотоштары, темпераменттары бер-береһенән айырылып тора. Илдар менән һәр ваҡыт уларҙың бер туған булыуҙарын, береһе өсөн икенсеһе ҡая һымаҡ торорға тейешлектәрен аңлатырға тырышабыҙ, берҙәм, татыу булып үҫеүҙәренә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Араларында аңлашылмаусылыҡтар килеп тыуһа ла, һүҙгә килешеп китһәләр ҙә, бер-береһенә ихтирамлы булып үҫеп киләләр, туғанлыҡ хисе көслө, тормошта ниндәйҙер хәл килеп тыуһа, улар бер-береһенә ныҡлы терәк буласаҡтар.

Дини тәрбиәгә айырым урын бүленәлер ғаиләгеҙҙә...

Илдар:
Хәҙрәт бабайым ғаиләһендә, дини мөхиттә үҫһәм дә, бер кем дә мине бер ҡасан да дингә килергә көсләмәне, бар нәмә бабайымдың өлгөһө менән бирелде миңә. Хәҙер үҙемдең ғаиләлә лә шулай: балаларҙы мәжбүри дингә алып килеү, тигән ҡағиҙә юҡ өйөбөҙҙә. Малайҙар бәләкәйҙән минең намаҙ уҡығанды, дини ғәмәлдәрҙе башҡарғанды күреп үҫә һәм үҙҙәре лә ошоға тартыла. Ҙур малайҙар минән күреп үҫһә, бәләкәстәре ағалары миҫалында тәһәрәт алыу, бит-ҡулдарын йыуыу тигән ғәмәлдәрҙе үтәп, беҙҙең менән бергә намаҙға ултыра.

Баланы эш тәртибенә өйрәтеү ҙә атай-әсәйҙең изге бурысы...

Илдар:
Йортобоҙҙа һәр кемдең үҙ эше, үҙ вазифаһы бар. Өйҙәге, ҡуралағы бөтә эш малайҙарҙың үҙҙәре төҙөгән график буйынса эшләнә. Аҙанды ла һәр береһе алмашлап уҡый. Бөтә эш тә бүленеп башҡарылғас, барыһын да тиҙ генә эшләп ҡуялар. Мин дә, Әлфиә лә уларҙы ҡарауыллап, "шуны эшлә, быны эшлә", тип ултырмайбыҙ, барыһын да үҙҙәре белеп башҡара.
Әлфиә: Малайҙарҙың олоһона 17 йәш, ҡалғандары ла уны ҡыуа килә, инде ҡул араһына инеп, беҙҙең ҙур ярҙамсыларға әйләнделәр. Ҡатын-ҡыҙ эше, тип тә баш бороп тормайҙар, миңә ярҙам итәләр. Кәрәк икән, ҡамырын баҫып, билмән дә эшләйҙәр, башҡа аш-һыуҙы ла етештерәләр.
Ғаилә ҡорғас та уҡ, балаларҙың үҙаллы булып үҫеүҙәренә баҫым яһарға кәрәк, тип килештек Илдар менән. Шуға күрә һәр эштең рәтен-яйын белеп, уның айышына төшөнөп башҡарһындар, тип өйрәтергә тырышабыҙ. Яндарында беҙ булмаған саҡта ла, ниндәйҙер хәл килеп тыуһа, йәки берәй эш башҡарырға кәрәк булғанда, аптырап ҡалмаһындар, тотоп эшләй башларлыҡ һәләттә булһындар, тип тәрбиәләйбеҙ.
Илдар: Һәр эштә лә сабырлыҡ кәрәк. Шул уҡ эшкә өйрәткәндә лә сабыр булыу мөһим. Уларҙың эш эшләгәндә яңылышыуын күреп, ҡыҙмаҫҡа, килеп сыҡмаһа, тауыш күтәрмәҫкә, ипләп кенә төҙәтергә, эштең айышына яңынан өйрәтеү фарыз. Берәү ҙә белеп тыумай, барыһы ла яйлап, яңылыша-яңылыша өйрәнә, иң мөһиме, баланың эшкә булған ҡыҙыҡһыныуын юғалтыуға юл ҡуймаҫҡа, уның күңелен һүрелдермәҫкә кәрәк.
Әлфиә: Тиҙ-тиҙ генә үҙең эшләп бөтөү яйлы, әлбиттә, ләкин ошо эш араһында буталанып йөрөп кенә бала эштең рәтен белеп үҫәсәк. Шуға күрә бөтөн эштә лә балаларҙы бәләкәйҙән ҡатнаштырабыҙ: баҡса, бесән эштәре, еләк-бәшмәк йыйыу, миндек бәйләү һәм башҡалар. Бер-икене күрһәтеп бирһәң, артабан улар үҙҙәре лә бик матур итеп башҡара.
Илдар: Беҙҙең өйҙә һәр бер малайҙың үҙенең йәшенә тура килеп торған, уңайлы эш ҡоралдары - балта, бысҡы, сүкеш, көрәк, салғы һәм башҡалары бар. Минең янда булышып йөрөп, эшкә өйрәнеп китәләр. Әлеге көндә, мәҫәлән, мунсаға утын әҙерләгәндә минең хатта ҡулым да теймәй ҡала, барыһын да малайҙар үҙҙәре эшләй. "Дружба" электр бысҡыһын да ышанып тапшырҙым уларға. Башта ҡыйыныраҡ тотоналар ине, хәҙер оҫтарҙылар. Бысҡыны тотона ғына башлағандарында күпме сылбыр алыштырҙым мин, ҡаҙаҡҡа йә берәй тимергә тейҙергәндәрендә бысҡыны йәлләп ҡуя инем, ләкин бер нәмә лә әйтмәнем, сөнки минең ҡул аҫтында өйрәнмәһәләр, кем өйрәтә уларға. Һәр атай кеше малайына эш рәтен танытып, өйрәтергә тейеш тип уйлайым. Башта әллә ни килеп сыҡмаһа ла, күңелдәрен ҡалдырырлыҡ һүҙ әйтмәйем, яйлап ҡына аңлатып бирәм барыһын да.
Бәләкәй генә сағында балаға уйынсыҡ балта тотторам. Ул минән, ағаларынан күреп, уны нисек тоторға, үткерләргә, ҡулды нисек күтәрергә, утындың ҡайһы еренә сабырға кәрәклеген күреп өйрәнә. Бер аҙ үҫкәс, ысын балта тотторам да, бәләкәйерәк утын киҫәктәрен ярырға өйрәнә.
Ғөмүмән, балаларҙы тормошҡа төрлө яҡлап әҙерләйем. Атай-әсәйҙең оло бурысы был. Мәҫәлән, ҡорбан салыу, уны тунау, эшкәртеү кеүек эштәрҙе лә белгән кеше һирәк хәҙер, тотош ауыл менән бер-ике кешегә ҡарап тороп ҡалған ерҙәр бар. Минең үҙемде бабайым өйрәтте был эшкә. Талап та итмәне, ныҡышманы ла, башта "Улым, ҡарап тор нисек эшләргә икәнлеген", тиер ине. Мин уның янында булышып ҡына йөрөнөм, ә бер ваҡыт ул: "Улым, мин намаҙ уҡып сығайым, һин эшкәртә тор", - тине лә инде лә китте. Минең бабайҙан шелтә алғы килмәй, бөтә өйрәнгәндәремде иҫемә төшөрөп, теүәл генә эшләп ҡуйҙым, бабай маҡтаны. Уның тәрбиә нескәлеген нисек аңлап эш иткәненә һоҡланам. Әгәр ҙә минең эшләгәнде ҡарап торһа, мин ҡаушар инем, белгәнемде лә онотор инем, ә бер үҙемде ҡалдырып киткәс, яйлап эшләп бөттөм. Хәҙер үҙем дә шулай итәм. Малайҙарға "Эшләй тороғоҙ", тием дә ситкә китәм. Эш барышының ниндәй булыуы мөһим түгел, уның һөҙөмтәһе мөһим.

Бер-берегеҙҙә булған ниндәй сифаттар оҡшай һеҙгә?

Әлфиә:
Илдар бик дәртле кеше, башлаған эшен урын еренә еткереп тамамлай. Йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ул - спортта ла, мәҙәниәт өлкәһендә лә уртала йөрөй.
Ул тыныс холҡло, шул уҡ ваҡытта юморға бай. Һәр нәмәне төплө уйлап, аҡыл менән эш итә. Бөтә үҙгәрештәрҙе лә тик яҡшыға юрай белеүе менән дә күңелемә яҡын. Уның ошо холҡо мине лә тынысланырға, ниндәйҙер кире күренеште лә ыңғай үткәреп ебәрергә булышлыҡ итә. Йәш саҡтағы дауамаллығы, тиҙ ҡыҙып барыусанлығы яйлап бөтә бара. Сабыр булыуы беҙҙең ғаилә өсөн ҙур терәк.
Ярҙамсыл, асыҡ күңелле, һәр кем менән уртаҡ тел табып, һөйләшергә темаларын табып ҡына тора, әңгәмәсеһе менән матур мөғәмәләлә була белә. Яҡты, асыҡ кеше Илдар.
Илдар: Ҡатын-ҡыҙҙы биҙәгән оло сифат - ул тыныслыҡ. Әлфиәләге ошо сифат бик күңелемә яҡын. Ниндәй хәлдә лә ул үҙен ҡулда тота белә, артыҡ, кәрәккән-кәрәкмәгән һүҙ һөйләүҙән азат, аҡыллы. Ир һүҙен һүҙ итә белә, ғаиләбеҙҙең йылы усағын һаҡлаусы. Балалар өсөн яҡшы әсәй, тәрбиә өлкәһендә лә бик аҡыллы эш итә. Әлфиәнең бешергән аш-һыуы бик тәмле.

Ялдарығыҙ нисек үтә? Ғаиләгеҙгә генә хас ниндәй ғәҙәттәрегеҙ бар?

Әлфиә:
Беҙҙең ял - күмәкләшеп тәбиғәттә булыу, бергәләп бесән эшләү, еләк-емеш йыйыу, миндек бәйләү. Шулай уҡ балаларҙың тыуған көнөндә, каникулдар ваҡытында Илдар уларҙы Өфөгә алып бара. Кино ҡарап, тәм-том ашап, паркта йөрөп, музейҙарға барып, бәләкәйерәктәре уйын бүлмәләрендә уйнап, күңелдәре булып ҡайта.
Илдар: Ҡышын да, йәйен дә спорт менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Ҡышын ауылдағы күл туңғас, балалар хоккей уйнай, йәйгеһен туп тибә. Лабау йылғаһы буйында ял итергә яратабыҙ, унда балыҡ тотоп ҡурабыҙ, көтөү көтөргә лә малайҙар менән бергә йөрөйбөҙ. Ошондай ваҡытта ла малайҙар менән тәрбиә эшен алып барам - төрлө темаларға аралашабыҙ, ниндәйҙер шөғөлдәргә өйрәтәм.
Әлфиә: Балалар менән һәр ваҡыт әңгәмәләшәбеҙ. Мәктәптән ҡайтҡас, дәрестәре нисек үтеүен, ниндәй хәлдәр булыуын, көндәлек пландары тураһында гелән ҡыҙыҡһынып, һорап ҡына торабыҙ. Һәр ата-әсә балалары менән һөйләшергә, уның тормошо менән ҡыҙыҡһынырға, уның кәйефе, эштәре тураһында белеп торорға тейеш, тип уйлайым. Әгәр ҙә балаңды тыңларға ваҡыт бүлә алмаһаң, һуңынан уның тормошонда атай-әсәйгә бөтөнләй урын булмауы бар.
Илдар: Ғаиләбеҙҙең тағы бер матур йолаһы - һәр бер баланың үҙенең фотоһүрәттәр альбомын тултырып барабыҙ. Балалар табыу йортонан сыҡҡанда төшкән фотонан башлана һәм артабан тулыландырыла. Был бала өсөн дә, ата-әсәгә лә бик матур иҫтәлек. Ваҡыты-ваҡыты менән бергә ултырып ҡарап алабыҙ, фотоларға бәйле төрлө ваҡиғаларҙы иҫләйбеҙ. Был дә ғаиләне яҡынайта, бер бөтөн итә.
Әлфиә: Тыуған көндәргә, байрамдарға бер-беребеҙгә матур бүләктәр әҙерләү ҙә ғаиләбеҙҙең матур бер йолаһы. Балалар һәр береһе айырым йәки бергәләшеп аталарына, миңә, бәләкәй һеңле-ҡустыларына бүләктәр ала. Бүләк өсөн аҡсаны үҙҙәре эшләп таба, эшләйем тигән кешегә ауылда эш күп.
Илдар: Дин, спорт һәм мәҙәниәт - беҙҙең ғаиләнең девизы. Дин беҙгә рух тәрбиәһе бирә, күңелде тәрбиәләй, иман байлығы бирә. Спорт - ул хәрәкәт, хәрәкәттә - бәрәкәт, тән таҙалығы, һаулыҡ өсөн файҙалы. Мәҙәниәт күңел өсөн, берәй мәҙәни саранан һуң күңелләнеп, илһам алып ҡайтаһың.

"Башҡорт ғаиләһе" конкурсында ҡатнашыу һеҙҙең өсөн шәхсән һәм башҡа ғаиләләр өсөн нимәһе менән яҡшы, тип уйлайһығыҙ?

Илдар:
2021 йылда конкурста үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараған инек, ул ваҡытта төбәк этапта 3-сө урын яуланыҡ. Быйыл конкурсҡа төплө әҙерлек менән сыҡтыҡ, балалар ҙа хәҙер аңлы рәүештә үҙҙәренән талап ителгәндең барыһын да теүәл генә башҡара, үҙҙәрен сәхнәлә лә иркен тота.
Әлфиә: Илдар матур итеп гармунда, ҡурайҙа уйнай. Уның музыкаль һәләте балаларға ла күскән, шулай уҡ йыр-моңдо яраталар, аяҡтарына баҫҡас та, көй ишетһәләр, бейеп торалар. Әлеге конкурста бик теләп ҡатнашабыҙ. Республика кимәленә сығыуыбыҙға бик шатбыҙ. Бындай конкурстар ғаиләләргә төрлө өлкәлә үҙ көсөн һынап ҡарарға булышлыҡ итә, башҡа ғаиләләр менән танышырға мөмкинлек бирә. Балалар өсөн дә яҡшы тәжрибә, тип уйлайым, сөнки улар күмәк кеше араһына сыға, тиҫтерҙәрен күрә, үҙҙәренең мөмкинлектәрен барлай.
Илдар: Конкурс ғаилә ҡиммәтен арттырырға, ғаиләләге атай һәм әсәй ролен үҫтерергә булышлыҡ итә, милли традицияларҙың бәҫен күтәрә.

Гөлназ САФУАНОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru