«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 4
+  - 


* * *

Тағы ике көн йөрөнөм мин әсәйем менән бесән йыйырға. Икенсе, өсөнсө көндәренә бесән, бакуйҙарҙың башын әйләндермәһәң дә, кипкәйне инде. Мин хәҙер әсәйем артынса ҡалдыҡ-боҫтоҡ бесәнде йыйып йөрөү менән генә сикләнмәйем, ҡыҫҡараҡ бакуйҙарҙы ла тәгәрләтәм. Шулай ҙа өсөнсө көнөнә ныҡ арыным, ауылға саҡ ҡайтып еттем. Өйгә инеү менән, йыуынып та тормаҫтан, башымды мендәргә төрткәйнем, үҙем дә һиҙмәҫтән, йоҡлап киткәнмен. Әсәйем уятҡанда, төн үтеп, яңы көн тыуғайны инде.
- Тор, балам, - ти әсәйем, сәсемдән һыпырып, - анау ҡалған бакуйҙы йыйып бөтөп ҡайтайыҡ.
Тороу түгел, бармаҡты ла ҡыбырҙатҡы килмәй. Сабынлыҡҡа йәйәүләп барырға, көн буйы тирләп-бешеп бесән йыйырға, унан арыған көйө тағы һәлпәңләп ҡайтырға. Унда йыяһы бакуй күп ҡалманы бит, мин бөгөнгә бармаһам да, әсәйем яңғыҙы бөтөрөр әле. Ҡотолоу юлын эҙләп, шулай аҡыл ҡороп яттым да, ауыр ғына ҡуҙғалып, тороп ултырҙым.
- Әсәй... баш ауырта...
- Китсе, - әсәйем йүгерә-атлап эргәмә килеп етте, - әллә кисә ҡояш һуҡтымы икән? Һы... - Башымды тотоп ҡарап, аҙ ғына һүҙһеҙ торғас, өҫтәне: - Ярар, бөгөнгә барма, йә ныҡлап ауырып китерһең. Тик, ҡара уны, урамға сығып йөрөмә, ятып ҡына тор. Хәшейә апайыма ла үҙе ҡайтҡансы ниҙәр эшләргә кәрәклеген әйткәс, ул яңғыҙы ғына бесәнгә китте. Мин, юрғанымды ҡабат бөркәнеп, тағы йоҡлағанмын. Уянһам, ҡояш әллә ҡайҙа күтәрелгән, тәнемде бая баҫып торған ауырлыҡ та ғәйеп булған. - Туғаным, ҡабат ятһаң, урыныңды анау ситкә күсереп һалып бирәйем. Был урындыҡты йыйыштырырға кәрәк, - ти апайым, миңә хәстәрлекле ҡарап.- Әллә ашап алаһыңмы?
Һуңлап торғас ни, ашағы ла килә ине. Тышта йыуынып ингәс, яйлап тамаҡ туйҙырҙым. Ләкин, апайым урын һалып ҡуйһа ла, ҡабат ятаһы килмәй ине. Күңел тышҡа, иптәштәр янына, тартыла. Өс көн уларҙы күрелмәгән бит. Уйын да һағындырған. Нисек итеп түҙеп ятмаҡ кәрәк? Өйҙә, унан ихатала ары-бире һуғылып йөрөнөм дә, апайым өйҙә эш менән булышып йөрөгән арала, урамға сығып һыҙҙым. Ғәҙәт буйынса, Ғимран бабайҙарҙың өй артына ыңғайланым. Унда минән бер-ике йәшкә бәләкәй өс-дүрт малай ғына саңға ултырып, тупраҡтан тау яһап, әллә ниндәй таш, кирбес киҫәктәре менән уйнап маташа. Былар менән буталыу ҡыҙыҡ түгел ине миңә. Үҙемдең дуҫ малайҙар ниңә күренмәй әле?
- Ағайың ҡайҙа? - тип һорайым, әлеге уйнап йөрөгән малайҙарҙың береһенән.
- Бесәндә. Бөгөн атайым кәбән ҡоя. Шәфҡәт ағайым күбә тарттырғанда ат башында йөрөй, - тип теҙеп алып китте малай. - Мин дә барайым тигәйнем, арбала урын булманы.
Ҡайҙа барырға, тип торғанымда, аҫҡы урамдың һуҡыр Шәһите килеп сыҡты. Ул минән өс-дүрт йәшкә олораҡ. Ниндәйҙер иҫке снаряд башынан еҙ ҡулсаһын алырға маташҡанында әлеге нәмәкәй шартлап киткән дә бер күҙе әйләнеп сыҡҡан. Һис тә һүҙ күтәрмәй, һәр саҡ һуғышырға әҙер торғанғамы, яратмай инек беҙ уны. Әсәйем дә, үҙенең ҡушҡанын тыңламай ҡаршылашһам: "Шәһит булдыңмы әллә", - тип асыулана.
Шуға күрә әле лә Шәһиттең эргәмә килеүенә иҫем китмәйерәк тора инем, ул үҙе:
- Әйҙә, Кинйәбай, күпер аҫтына балыҡ мәскәүләргә, - тип һүҙ башланы.
Беҙҙең Ҡыҙылташ йылғаһы аша күпер ғәләмәт ҡыҙыҡ итеп һалынған. Баш-баштары ярҙағы таш бураларға терәлгән буй урҙалар дүрткелләп бысылған арҡыры урҙалар менән арҡыс-торҡос тоташтырылған. Күпергә йәйелгән таҡталар менән ошо арҡыры урҙалар араһында ике метр самаһы ара бар. Беҙ, малайҙар, ана шул аралыҡта урҙанан-урҙаға тейендәй һикереп йөрөүҙе һөнәр иткәнбеҙ. Һөнәр генәме, бер баштан икенсеһенә туҡтауһыҙ барып сыҡҡан малай иң йылғыр, ҡыйыу кеше иҫәпләнә. Минең улай уҡ йөрөргә батырсылыҡ иткәнем юҡ, әммә бер нисә араны һикергәндә һикереп, йә буй урҙаға йәбешеп үткәнем бар. Был күпер аҫтына тартҡан нәмәләрҙең береһе йылғырлыҡты һынау булһа, икенсеһе - балыҡ. Күпер аҫтындағы тәрән генә сыбайға, көн эҫе саҡта унда күләгә булғанғалыр инде, бәрҙеләр йыйылыусан. Беҙ осона мәскәү тағылған оҙон һуйылдарыбыҙҙы тотоп киләбеҙ ҙә, арҡыс-торҡос урҙаларға ашатланып ултырабыҙ һәм сәғәттәр буйына бәрҙе мәскәүләйбеҙ. Әлбиттә, уларҙы эләктереүе еңел түгел. Күпер аҫтына көн һайын әллә нисәмә кеше төшөп йөрөгәнлектән, бәрҙеләр шул тиклем шаянланған, һуйылыңды һыуға төшөрөү менән улар икенсе яҡҡа ялтана. Һин уларға яҡынлау өсөн артабанғыраҡ урҙаға күсәһең, ә балыҡтар, ялт итеп, тәүге урынына барып ята... Шулай ҡыуыша торғас, күҙҙәр тоноп бөтә. Ләкин беҙ уларҙың бер нисеһен тотмайынса күпер аҫтынан сыҡмайбыҙ.
Әле Шәһиттең ана шул күпер аҫтына димләүе ине. Бүтән саҡта булһа, берәй сәбәбен табып, уның менән йөрөмәҫ тә инем. Башҡа иптәштәр күренмәгәс, аласыҡ башында ятҡан оҙон һуйылымды ҡайтып алдым да киттек күпер аҫтына. Бөгөн, беҙҙән алда килеп, балыҡтарҙы өркөтөп йөрөүсе булмаған, ахырыһы. Күпер күләгәһендә әллә ни тиклем бәрҙе теҙелеп ята, хатта араларында ҡарыш-аялайҙары ла бар. Шәһит урҙаларҙың дүртенсе рәтенә үк һикереп сыҡты, мин өсөнсөһөндә ҡалдым. Һуйылымды ипләп кенә төшөрөп, мәскәүҙе ҙурыраҡ бәрҙегә яҡынлата башлайым. Мәскәүҙе башына инде кейҙерҙем генә тигәндә, бәрҙе йылҡ итеп борола ла аҫҡараҡ күсеп ята. Икенсе береһе атылып мәскәү үтә сығып, юғарыға - шаршыға уҡ елдерә. Мин урҙа буйлап түбәнгәрәк шыуышам. Һәм өсөнсө бер балыҡты эләктерергә самалайым. Бына, мәскәү балыҡтың муйынында. Тартҡан ыңғайы мәскәүеңдең балыҡты һыҡҡанын тойоу, уның ялтырап һыу өҫтөнә күтәрелеүен күреү ниндәй рәхәт! Ләкин был юлы мин ошо рәхәтлекте кисерһәм дә, балыҡты ҡулға уҡ тотоу бәхетенә ирешә алманым. Бәрҙе ҡойроҡ ос яғынараҡ һығылған, күрәһең, тартып сығарып килтергәндә шап итеп һыуға төштө лә китте. Ул ҡырылған тәңкәләрен ҡойоп, ары-бире ялтанғылап түбәнгәрәк барҙы ла, кире әйләнеп килеп, Шәһит тәңгәленә ятты. Ахырыһы, бәрҙе ныҡ һығылған, таш ҡырына һыйынып, һыу төбөнә үк лыпашты.
Күҙе рәтләп күрмәгәнгәме, Шәһиттең балыҡ мәскәүләргә барымы юҡ ине. Ошонда ҡайһы саҡта көндәр буйы ултырһа ла, бер балыҡ тота алмай ҡайта. Әле уға:
- Шәһит, һығылған бәрҙе ана һинең тәңгәлгә барып ятты. Мәскәүлә! - тип ҡысҡырғайным, эй аланлап эҙләргә тотондо.
- Анау яҫмаҡ таш буйын ҡара!
Бәрҙене шулай тип әйткәс кенә күрҙе Шәһит һәм күп тә үтмәй уны ялпылдатып килтереп тә сығарҙы. Мин һеңгәҙәткәнсе һығып төшөргән балыҡты алғанын уйламай:
- Уларҙы дәдәң бына шулай итеп эләктерә! - тип маҡтанған була бит әле.
Әллә ҡайҙан әйттем шул маҡтансыҡҡа, тип йәнем көйөп ултыра инем, тәңгәлемә генә бер ҙур бәрҙе килеп ятты. Быны эләктерһәм, әсәйем ҡайтыуға һый була инде, мин әйтәм. Бәрҙе ике сиректәй булыр. Арҡаһы йәшкелтләнеп, ҡанаттары ҡыҙарып ята. Ниңәлер йөрәгем дөпөлдәп тибә, ҡулдарым ҡалтырана башланы. Бәрҙене Шәһит тә әллә ҡайҙан күрә һалып ҡалған бит әле.
- Һинең өркөтөп кенә ебәреүең булыр, ҡана үҙем мәскәүләйем, - ти шәп кеше һымаҡ.
Әллә ул шулай һөйләнеп сәмләндергәнгә инде, ҡулым дерелдәүе ҡапыл бөттө, донъямды онотоп, әлеге бәрҙегә төбәлдем. Ух, ҙурлығы! Ауыҙын бер асып, бер йомғанында айғолаҡтары ҡыҙарып күренеп ҡала. Алып булһа инде быны, Шәһиттең күҙен дүрт итер инем... Ипләп кенә мәскәүемде яҡынлатам быға, ә ул әкрен генә артына сигенә. Мин һуйылды шәберәк алып барып, мәскәүҙе башына керттем дә бөтә көсөмә тарттым. Елле бәрҙене тыбырсындырып үргә һөйрәйем, хатта һуйыл бөгөлөп киткән. Бына ул минең ҡулда, ике усыма ҡыҫып тотоп алдым. Ә ул тулай, һаман ысҡынырға маташа. Мәскәүҙән ысҡындырып, айғолағына бармағымды тыҡтым ғына тигәндә...
...Балыҡтың һыуға ялпылдап төшөп барғанынан башҡа бер нәмә лә хәтеремдә түгел. Иҫемә килгәндә, өйөбөҙҙөң ишек төбөндәге урындығында ята инем. Өй эсе ниңәлер томанһыу төҫтә күренә. Эргәмдә сырайы ҡасҡан апайым ултыра. Әллә илаған инде, күҙҙәре ҡыҙарып бөткән. Туҡта, был ни ғәжәп әле? Мин күпер аҫтында балыҡ мәскәүләп ултыра инем бит. Ҡыбырҙарға иткәйнем, тәнем ауырта, ә уң ҡулым таш бәйләгән кеүек. Ҡараһам, ул, ысынлап та, буйынан-буйына ураулы, етмәһә, уны ниҙер ике яҡтан ҡыҫып тора.
- Ни эшләгәнмен мин, апай? - тип һорайым, аптырағас.
Яуап биреү урынына, апайым танауын мыш-мыш тартып илай башланы.
- Күпер аҫтына осоп төшкәнеңде лә белмәйһеңме әллә? - тине ул йәш аралаш.
Ошонан аҙаҡ ҡына ике сирекле, ҡып-ҡыҙыл ҡанатлы бәрҙенең ҡулымдан ысҡыныуы, үҙемдең уны тоторға теләп ынтылыуым, өтәләнеүҙән урҙаға яҙа таяныуым һәм күпер аҫтына баш түбән ҡолауым берәм-берәм күҙ алдыма килде.
- Апай, ә теге балыҡ ни эшләне икән?
Хәшейә апайым миңә асыуланып ҡарай.
- Һаман балығыңды һөйләйһеңме ни әле? Үлемдән ҡотолғаныңа ҡыуанмай...
Ул миңә хәлде төшөндөрөбөрәк һөйләп бирҙе. Бәхетемә күрә, мин осоп төшкән саҡта күперҙән өҫтәрәк бар апай кер сайҡап торған икән. Теге апай йүгереп килеп күтәреп алмаһа, шунда иҫемә килмәйенсә һыуҙа сәсәп тә үлгән булыр инем. Шәһит, ауыҙын йырып көлөп, минең ҡулдан ысҡынып, һеңгәҙәп ятҡан балыҡты мәскәүләп тик ултыра, ти.
- Алдымы икән балыҡты?
- Исмаһам, һөйләмә шул балығыңды!.. - тип апайым асыуҙан иренен тешләй. - Фельдшер Настя апай килеп, ҡулыңды ике яҡлап ҡабыҡ менән ҡыҫтырып бәйләгәс кенә йән инеп ҡалды. Үләһең тип торам. - Апайымдың күҙенән тағы йәш тәгәрәй. - Йә, әсәйем ҡайтҡас, ни тиермен...
Ошонан аҙаҡ ҡына мин үҙ хәлемдең мөшкөллөгөн аңлаған һымаҡ булдым. Ауырыйым тип алдап тороп ҡал да әсәйем ҡайтыуға шулай ҡул һындырып ят инде. Ҡайҙан тура килде шул һуҡыр Шәһите? Ниңә шуға эйәреп китеп барырға миңә? Их, ҡыйын булһа ла, бесәнгә барһам, был бәләгә лә тарымаған булыр инем... Аптырағас, апайымды йыуатып ҡарайым.
- Һин ғәйепле түгел бит. Ниңә илайһың?
- Түгел һиңә... Әсәйем бер ҡайҙа сығарып йөрөтмәҫкә ҡушып киткәйне, һин сығып ҡасҡанһың!..
Эйе, бөтәһе лә минең арҡала. Ялҡаулыҡтың аҙағы яман, тип әйткәндәре шулдыр инде. Әсәйем бесәндән ҡайтҡас, уның күҙенә ҡарарға ла ҡурҡып ятҡандарымды, иртәгеһенә район больницаһына алып барып һалғастар, унда ай буйына көн үткәрә алмайынса, ауылымды, әсәйем менән апайымды, иптәштәремде һағынып йөҙәгәнемде белһәгеҙ ине. Шул саҡта мин ҡабат ғүмеремдә лә алдашмаҫҡа эсемдән генә ант иттем.

* * *

Һуғыш бөтһә лә, уның ҡара еле һаман йәндәрҙе ҡыя ине. Ана бит, шунда алып ҡайтҡан яранан атайым үлде. Ә 1947 йылдың яҙы алып килгән аслыҡ тағы ауыр һуғыш йылдарын хәтерләтте. Әсәйем көҙҙән үк ондо бермә-бер ҡәҙерләп тотона башлағайны. Барыбер ҡыш уртаһына уҡ бөттө. Ҡайһылай етте, шулай итеп ҡыш сыҡтыҡ. Был хәл беҙҙең күңелдәрҙе лә һүрәүләндерҙе. Уйындар һирәкләнде, Ғимран бабайҙарҙың өйө эргәһенә йыйылған саҡта ла һүҙ күберәк тамаҡ тураһында бара. Кем күпме һарына ҡаҙып алып ҡайтҡан, монар көпшәһе тәмлерәкме, әллә балтырғанмы? Онға әтлек ҡушып бешергән икмәк яҡшымы, әллә бәрәңге ҡушһаң туҡлыҡлыраҡмы?..

(Дауамы. Башы 15-17-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 79

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru