«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЗОЯҺЫ
+  - 

Коллегам, театрҙың баш рәссамы Валерий Яшкулов һүҙгә бик әүәҫ кеше. Ҡалмыҡ милләтенән булған яңы дуҫымды театр сәнғәтенә ҡағылышы булғандар яҡшы белә, ул Ҡалмыҡстандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Күп урында эшләгән, күп күргән, күп белә. Бик уҡымышлы, шуға күрә уны уйынлы-ысынлы ике аяҡлы энциклопедия тип йөрөтәбеҙ. Бер көн Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һүҙ сыҡҡас, "Башҡорт Зояһы тураһында беләһеңме?" тип һорап ҡуйҙы. Юҡ, тинем, был турала тәүгә ишеткәс. Валерий Борисович, ул саҡта Ҡалмыҡстан президенты Кирсан Илюмжиновтың эстетика һәм дизайн буйынса советнигы, үҙ республикаларының Сарпин районы Садовый ауылына эш буйынса барғанында ишетә башҡорт ҡыҙы Зоя-Зәйтүнәнең батырлығы тураһында. Шунда уҡ интернеттан ҡыйыу башҡорт ҡыҙы тураһында материалдар эҙләй башланым һәм ошо "Зоя-Зәйтүнә ҡалҡыулығы" тип аталған мәҡәләгә тап булдым.

"Миәкә хәтере" исемле эҙәрмәндәр отряды 2012 йылдан уңышлы эшләп килә. Ошо осорҙа илһөйәрҙәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар илебеҙҙең бик күп ҡалалары һәм һәм райондарында булып, ҙур эштәр атҡарҙылар. Һуңғы сәйәхәт ваҡытында улар Ҡалмыҡстандың Сарпин районы Садовый ауылында булдылар.
Билдәләнгән урын осраҡлы һайланмай, бындағы Хәрби Дан мемориалында беҙҙең яҡташыбыҙ, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан Зәйтүнә Альбаеваның (Әлибаевалыр, күрәһең - авт.) исеме мәңгеләштерелгән. Нәҡ ошо ҡалмыҡ ерендә 1942 йылдың авгусында ул батырҙарса һәләк була. Урындағылар данлыҡлы башҡорт ҡыҙын үҙ батырҙары кеүек күрәләр, хөрмәтләп иҫкә алалар.
Зәйтүнә Әлибаева 1922 йылда Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 1938 йылда улар ғаиләләре менән Маҡар (хәҙерге Ишембай) районына күсенәләр, сөнки ҡыҙҙың атаһын, Рәхмәтулла Хәйрулла улын Әсеялан ауылына совхоз директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Зәйтүнә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы санитаркалар әҙерләүсе тиҙләтелгән курстарға уҡырға инә. Әммә уҡып бөтмәйенсә, 1942 йылдың майында үҙе теләп фронтҡа китә. Йәш доброволец-ҡыҙҙарҙан торған эшелон тура Сталинград һуғышына килә. Ҡалмыҡстандың баш ҡалаһы Элистала ҡыҙҙарҙы дошман самолеттарын тауыштары буйынса танырға өйрәтәләр һәм Зәйтүнәне һауаны күҙәтеп, хәбәр итеүсе 44-се батальонға тәғәйенләйҙәр.
1942 йылдың 9 авгусында Зәйтүнә Әлибаева Сталинградтан 120 километр алыҫлыҡтағы Ҡалмыҡстан АССР-ның Сарпин районы Садовый ауылы эргәһендәге Песчанка ҡалҡыулығына хәрби дежурға баҫа. Шул көндә ауылға немецтарҙың моторизацияланған разведка отряды бәреп инә. Элемтәсе Зәйтүнә дежурлыҡ иткән ҡалҡыулыҡ ҡыҙыҡһындыра уларҙы. Мотоциклдарынан төшөп, гитлерсылар юғары үрмәләй башлай. Һәм шул саҡ атыу тауыштары яңғырай. Актриса булырға хыялланған сибек ҡыҙ, утыҙ ғына патроны булыуға ҡарамаҫтан, винтовкаһын тоҫҡап, тиңһеҙ һуғыш башлай, башкөллө ҡоралланған фашистарға ҡаршы тора. Гитлерсыларҙың береһе, убаны икенсе яҡтан урап, һалдатҡа пулялар яуҙырғансы, ҡыҙ оҙаҡ алыша. Шунан ғына немецтар көн оҙоно кем менән һуғышҡандарын аңлайҙар. Ҡыҙҙың үле кәүҙәһе эргәһендә карабины ята, тирә-яҡҡа атылған гильзалар сәселгән, винтовкала һуңғы патрон ҡалған.
Оҙаҡ йылдар Зәйтүнә Әлибаева хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, исеме онотола. Был тиңһеҙ алышты күргән, көнөн, сәғәтен минутына тиклем иҫләгән шаһиттар булыуға ҡарамаҫтан, ни өсөн ул хәбәрһеҙ юғалғандар араһында булыуы аңлашылмай. Күрше постарҙа торған ҡыҙҙар Зәйтүнәнең ғүмеренең һуңғы минуттарында әйткән һүҙҙәрен ишетә. Яҡынлашып килгән немецтарҙы күргәс, ҡыҙ тәртип буйынса, был турала роталарына хәбәр итә һәм "Ут асам!" ти. Яңғыҙ карабин тауышына автоматтар тырылдауы ҡушыла. Зәйтүнәнең "Ҡыҙҙар, бәхил булығыҙ, Тыуған ил өсөн үләм!" тигән һуңғы һүҙҙәре ишетелә. Был турала Әлибаеваның туғандарына 44-се ВНОС батальоны командиры В. Бейхлис хат аша хәбәр итә.
Ошо тиңһеҙ алыштың шаһиттары булған урындағы халыҡтың һөйләүенсә, Зәйтүнәләрҙең командиры яу яланын ташлап ҡаса. Немец разведчиктарының яҡынлашыуы тураһында ишеткәс тә, ул ҡатын-ҡыҙ кейеме кейеп, ҡасыу яғын ҡарай. Тик Зәйтүнә Әлибаева ғына антына тоғро ҡалып, дошман утына яңғыҙы ташлана".
Мәҡәләне уҡығас, тән сымырҙап, күҙҙәргә йәштәр төйнәлде... Аяттар уҡыған һайын, батырҙарыбыҙға доға ҡылайыҡ, дуҫтар! Әрүахтар тик шуға ғына мохтаждар...

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 75

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru