«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУҘАН ЯҢЫ ҮРҘӘРГӘ ЮЛ ҺАЛЫНА
+  - 

Майҙың иң күркәм һәм тантаналы сараларының береһе - "Һуңғы ҡыңғырау" сараһы быйыл Башҡортостандың 15 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы өсөн ойошторолдо. Улар араһында баш ҡала белем усаҡтарының 4,5 мең 11-се класс уҡыусыһы ла бар. Шулай уҡ был көндә республикала 42 меңдән ашыу, шул иҫәптән Өфөнөң 11 мең 9-сы класс уҡыусыһы өсөн дә тантаналы линейкалар үтте. Тормоштарының иң иҫтәлекле ваҡиғаларының береһен кисергән балалар өсөн Өфөлә дөйөм ҡала "Һуңғы ҡыңғырау"ы 22 майҙа "Торатау" Конгресс-холы амфитеатрында ойошторолдо: балалар күмәкләп мәктәп вальсын башҡарҙы.

Баш ҡаланың һәр белем усағында "Һуңғы ҡыңғырау" байрамын үткәреүҙең үҙ йолаһы бар. Шулай ҙа быйылғы уҡыу йылында индерелгән яңылыҡ - Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт гимндарын яңғыратыу һәм дәүләт флагтарын күтәреү барыһын да берләштергән күренешкә әүерелде. Һәр тантаналы сара тап ошо ғәмәлдән башланып китте. Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында дәүләт флагтарын күтәреү кеүек яуаплы бурысты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, сығарылыш класс етәксеһе Лилиә Бикбаева менән 11-се класс уҡыусыһы Денис Торсонбаев атҡарҙы. Артабан иһә, был белем усағының тағы бер матур йолаһына әүерелер ғәмәл үтәлде: БАССР-ҙың мәғариф отличнигы, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Фатима Мостафина исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде. Икенсе тапҡыр тапшырылған наградаға быйыл уҡыу йылы алдынғылары 10-сы класс уҡыусыһы Дилара Дилмөхәмәтова, 11-се класс уҡыусылары Азалия Ишкинина һәм Айгизә Заһитова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Гөлсөм Шафиҡова менән Гөлнара Хажиева, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина лайыҡ булды. "Был премияны алыу бик тулҡынландырғыс булды. Гимназиямда 11 йыл белем алған осорҙа тырышлыҡ һалып яулаған еңеүҙәремде баһаланылар һәм был мине киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға, асыштарға дәртләндерә. Гуманитар йүнәлешле класта белем алдым һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын тарих менән йәмғиәтте өйрәнеү предметтарынан тапшырырға йыйынам. Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инергә теләйем, артабан да тарихты өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен", - тип шатлығы менән уртаҡлашты Айгизә Заһитова.
Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында быйыл 11-се класты 39 уҡыусы тамамлай. Уларҙы гимназия директоры Булат Зинуров, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова тәбрикләне. Йәштәргә аҡ юл теләп, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫергә, гел алдынғылар булырға тигән нәсихәт һүҙҙәрен дә еткерҙеләр. "Беҙ - һәр ваҡыт беренселәр, беҙгә ҡарап өлгө алалар. Бөгөн дә беҙ һеҙгә ҡарап тағы бер тапҡыр һоҡланабыҙ, сөнки шул тиклем матур, аҡыллы, тырыш уҡыусылар тик беҙҙә генә бар ул. Ҡәҙерле уҡыусылар, алда һеҙҙе ҙур һынау - имтихандар көтә, барыһын да уңышлы тапшырып, теләгән юғары уҡыу йорттарына инерһегеҙ, тип ышанып ҡалабыҙ. Сөнки һеҙ - егерменселәр, башҡаса булдыра алмайһығыҙ. Беҙ һеҙҙе һәр ваҡыт ҡолас йәйеп ҡаршы алырға әҙербеҙ, барығыҙҙы ла студент билеттары менән үҙебеҙҙә ҡунаҡта көтәбеҙ", - тине Зинур Илшат улы.
Баш ҡаланың 115 белем усағында үткәрелгән тантаналарҙан һуң, сығарылыш уҡыусылары "Торатау" Конгресс-холы амфитеатрына йыйылды. Унда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов, Башҡортостан Ректорҙар советы рәйесе Салауат Сәғитов, баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев һәм район башлыҡтары үҫмерҙәрҙе оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙары менән тәбрикләне. "Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән һеҙҙе ҡотлайым! Бөгөн уның ҡыуаныслы сыңы бөтә ил буйлап яңғырай. Ҡәҙерле балалар, һеҙ мәктәптәрҙе тамамлайһығыҙ, тимәк, дәрестәр, мәктәп дәфтәрҙәре, балалыҡ артта ҡала. Алда имтихандар, юғары уҡыу йортон һайлау тора. Өлгәшкән уңыштарҙа туҡтап ҡалмауығыҙ мөһим. Бөтә донъяла бөгөн уңышлы булыу ғүмерең буйы уҡырға һәләтлелеккә ҡарап билдәләнә. Шуға был ҡыңғырау ҡыҙыҡлы дәрестәр араһындағы оҙайлы тәнәфесте генә аңлатһын. Бөтә көсөн, күңелен биреп белемдәре менән уртаҡлашҡан уҡытыусыларығыҙҙы һәм остаздарығыҙҙы бер ҡасан да онотмағыҙ. Барығыҙға ла бәхет, һаулыҡ һәм әүҙем тормош алып барыуығыҙҙы теләйем! Аҡ юл һеҙгә!" - тип мөрәжәғәт итте министр Айбулат Вәкил улы һәм ата-әсәләргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Байрам сараларынан һуң сығарылыш класс уҡыусыларын дәүләт йомғаҡлау аттестациялары көтә. Уның төп осоро 24 майҙан 1 июлгә тиклем барһа, тағы ла 4-нән 23 сентябргә тиклем өҫтәлмә көндәр бүленгән. Өфө ҡала мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин әйтеүенсә, 11-се кластар араһында профилле математика, йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатика предметтарын һайлаусылар күп, ә бына 9-сыларҙан географияға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә байтаҡ. Тормоштарының өр-яңы битен асырға йыйынған йәштәребеҙгә алда торған һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең лайыҡлы граждандары булыуҙарын теләйбеҙ!

Сәриә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.23 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru