«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАРЫҠТЫҢ ТИРЕҺЕ ЛӘ, ЙӨНӨ ЛӘ ШИФА ҒЫНА
+  - 

Дауа - аяҡ аҫтында, тигән боронғолар. Ысынлап та, элек халҡыбыҙ сир-сырхауға шифаны ашаған ризығы, шөғөлләнгән кәсебе, тәбиғәт биргән һанһыҙ ниғмәттәр аша тапҡан. Үкенескә күрә, был дауалау алымдарының, им-том серҙәренең бихисабы онотолған, тиергә була, сөнки хәҙер беҙ саҡ ҡына сөскөрһәк тә, дарыу ҡаба һалабыҙ, ә дарыуҙың яртыһы ағыу, тигәнде онотоп ебәрәбеҙ.
Борон-борондан малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән халҡыбыҙ тап ошо тармаҡ менән бәйле бағым серҙәрен дә яҡшы белгән. Мәҫәлән, һарыҡтың итен дә, йөнөн дә, тиреһен дә әләф-тәләф итмәй, файҙалы ҡулланғандар. Йөндән кейеҙ һәм тула баҫып, тирмә ҡорғандар, кейем теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымға һарыҡ биргән. Тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, тәненә япҡандар. Бөгөн бына ошо онотолоп барған дауалау алымдары тураһында данлыҡлы Ғабдулла ишандың бүләсәре, билдәле Әнүәр мулланың ейәнсәре Дилара Мөхөтдин ҡыҙы РАФИҠОВА һөйләй.

- Аяҡ-ҡулы, арҡа-биле һыҙлап, быуындарына һары һыу йыйылып ыҙалаған кешене тирегә төрөп дауалау өсөн һау-сәләмәт, бөтә ағзаһы теүәл, ҡарар күҙгә күркәм һарыҡ малы һайлана. Яңы һуйылған мал тиреһе йылы ғына килеш ауыртҡан ергә яҡшы итеп урап бәйләп ҡуйыла. Был эш тандыр ғына итеп яғылған мунсала башҡарыла. Тиренең йылыһы бөткәнсе, кеше тирләгәнсе тоторға кәрәк. Аҙаҡ өс көн самаһы ныҡ һаҡланыу, йылы кейенеп йөрөү шарт. Ҡулланылған тирене Ер-Әсәгә рәхмәт әйтеп, ергә күмергә.
Һарыҡтың эс майы ла ныҡ файҙалы. Уны тимерәү, һыҙлауыҡ, сиҡан кеүек тире ауырыуҙарына, оҙаҡ бөтәшмәй ыҙалатҡан яраларға табала ҡыҙҙырып, эҫе килеш һөрткәндәр. Фатима, Ғәйниямал өләсәйемдәр мунсаға инер алдынан йәки йәйҙең эҫе көндәрендә, мейе кипмәһен тип, баш түбәһенә һарыҡтың эс майын йә һары май һылап, сәй ҡурғашы менән ҡаплап, яулыҡ ябынырҙар ине. "Мейе кипһә, нимә була, өләсәй?" - тип һораһаҡ, "Кешенең зиһене томалана, хәтере насарая", - тип яуаплай торғайнылар. Әлеге ваҡытта тап ана шундай сирлеләр - иҫен юғалтып, аҡылдан яҙып ауырыусылар күп. Бының сәбәбе мейе кибеүҙә түгелме икән, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡта, сөнки күптәр эҫе ҡояш аҫтында ла яланбаш йөрөүҙе хуп күрә.
Һарыҡ малының тиреһен, майын ғына түгел, йөнөн дә дауалауҙа ҡуллана белгәндәр. Тубыҡтар һыҙлап ыҙалатһа, сайырлы йөн бәйләгәндәр. Ҡатыу менән йонсоған кешенең арҡаһына япҡандар. Һарыҡ йөнөнөң көнкүрештәге ҡулланылышы ла бик киң: кейеҙ баҫҡандар, баҡта юрған эшләгәндәр, баш ауыртҡанда мендәр эшләп яҫтанғандар. Әйткәндәй, баҡта, йәғни һарыҡ йөнөнән эшләнгән юрған бик үҙенсәлекле - ҡышҡыһын йылы, ә йәйгеһен тирләтмәй. Балаға уҙа алмаған ҡатындарҙы кейеҙгә төрөп, эсе урынына ултырһын өсөн тигеҙ ергә һалып тәгәрәткәндәр. Йөндән бәйләнгән ойоҡбаш, баҫылған быйма ла йылы, уңайлы булыу менән бер рәттән, дауалау көсөнә эйә. "Йөн нәски кейегеҙ, аяғығыҙ һыҙламаҫ", - ти торғайны гелән өләсәйем.
Бына шулай, халҡыбыҙ көнкүрештәге ябай ғына әйберҙәрҙең файҙаһын да, шифаһын да күрә һәм ҡуллана белгән.

Лилиә ТАКАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.23 | Ҡаралған: 117

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru