«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛЛЕРГИЯ ҒЫНА ТИМӘГЕҘ...
+  - 


Бөгөн "аллергия" тигән термин тормошобоҙға ныҡлап үтеп инде. Йылдан-йыл аллергик сирҙәр менән яфаланыусылар, шул иҫәптән, балалар араһында ла арта ғына бара. Бынан 20-30 йыл элек ишетеп тә белмәгән сирҙең аҙыуының сәбәптәре нимәлә? Ниндәй осраҡта уны мотлаҡ дауаларға кәрәк? Ошо хаҡта юғары категориялы аллерголог-иммунолог, медицина фәндәре кандидаты, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп белгесе, Республика балалар клиник дауаханаһының аллергология бүлеге мөдире Гөлназ Өлфәт ҡыҙы МАКАРОВА менән һөйләшәбеҙ.

Аллергия тигәндә, ғәҙәттә, күптәр уның тәндең сабыртыуы кеүек билдәләрен генә күҙ уңында тота. Республика балалар клиник дауаханаһының һеҙ етәкләгән аллергология бүлегендә нигеҙендә аллергия ятҡан ниндәй сирҙәрҙән дауаланалар?

- Аллергик сирле бәләкәй пациенттарға диагноз ҡуйыу, уларҙы дауалау менән шөғөләнеүсе махсуслашҡан бүлек республикала берҙән-бер. Шуға ла бында тотош Башҡортостандан киләләр. Ҡурылдай астмаһы, атопик дерматит, аллергик ринит, кесерткән биҙгәге - аллергия тыуҙырған сирҙәр башлыса ошолар. Стационар дауаланыуҙан тыш, көндөҙгө стационарыбыҙ бар, унда балалар йөрөп дауалана. Беҙҙә үҙ һөнәрен, балаларҙы яратҡан, махсус белеме булған аллерголог-иммунологтар эшләй.
Бөгөн, ысынлап та, аллергия һәр кемдең телендә булһа ла, уның тураһында аҙ беләләр. Миндә, баламда аллергия, тип уйлап, яңылышып йөрөүселәр ҙә байтаҡ. Уға нисектер етди сир итеп ҡарамау ҙа бар. Әммә диагноз раҫланған икән, ул инде хроник сир, уны дауалап булмай. Бары тик сирҙең аҙып киткән һәм тынып торған мәле генә була. Аллерголог-иммунологтың төп маҡсаты - сирҙең ана шул аҙып киткән сағында пациентҡа ярҙам итеү, һуңынан инде тағы ла ошондай хәлгә килмәһен өсөн дауа билдәләү һәм ошо ремиссияны оҙағыраҡҡа һуҙырға тырышыу. Былар барыһы ла дарыуҙар ярҙамында эшләнә. Тимәк, бала даими рәүештә ошо препараттарҙы ҡабул итергә тейеш була. Дарыу эсеүҙе туҡтатҡан осраҡтар ҙа бар, бында, иң мөһиме, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә һәм сирҙе белгес менән бергә еңергә тырышырға. Балаларҙы дауалағанда әсәй-атайҙарҙың роле ҙур, табип ҡушҡанды мотлаҡ үтәү ҙә ярты уңыш.
Ҡурылдай астмаһын дауалау иһә баҫҡыстарҙан тора. Пациенттың баҫҡыстың ниндәй кимәлендә тороуын билдәләп, дауа һайлана. Бында инде "баҫҡыс буйлап юғары күтәрелергә" - көслөрәк тәьҫирле препараттарға күсергә лә, шул уҡ ваҡытта, дарыуҙар ҡулланыуҙы кәметеп, "баҫҡыстан төшөргә" лә була. Бары тик табиптың ҡушҡанын теүәл үтәргә, үҙаллы дауаланмаҫҡа, эсергә ҡушылған дарыуҙарҙы ташлап ҡуймаҫҡа кәрәк.

Ниндәй билдәләр булғанда аллергологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк?

- Баланың танауы тоноуы, танауынан бер туҡтауһыҙ һыу ағыуы, сөскөрөү, йүткереү, тиренең сабыртыуы, тиренең ҡысыуы, йөҙҙөң, телдең, ирендең шешеүе, тамаҡ шешеү арҡаһында тын ала алмай һығылыу, күҙҙәрҙең ҡыҙарыуы, йәш ағыуы аллергия ваҡытында була. Әммә, әйтәйек, сөскөрөү, йүткереү башҡа сирҙәрҙең дә билдәһе булыуы ихтимал. Шуға ла аллергия тигән һығымта яһар алдынан тәүҙә вируслы инфекцияға түгелме икәнен тикшерергә кәрәк. Бала оҙайлы йүткерә, тын ҡыҫылыу менән йонсой икән, шулай уҡ тәүҙә тын юлдарында сит предмет юҡмы икәнен асыҡларға кәрәк. Пневмония ла шундай уҡ билдәләр менән үтә. Тире сабыртыуы шулай уҡ башҡа сирҙәр ваҡытында булыуы ихтимал. Мәҫәлән, коронавирустың бер билдәһе булып тире сабыртыуы торҙо. Быларҙы педиатрҙар, терапевтар диагностикалай ала һәм башта уларға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғына улар пациентты аллергологҡа ебәрә ала.

Бынан 30-40 йыл элек кенә аллергия тигәнде белмәнек тә тиерлек. Аллергик сирҙәрҙең артыуының сәбәптәре нимәлә һуң?

- Аллергологтарҙың глобаль ассоциацияһы теорияһы буйынса, сәбәптәр бер нисә. Сирҙең нәҫелдән килеүе лә билдәле, ата-әсәһендә аллергия бар икән, балаһында ла булыуы ихтимал. Экология ла ҙур роль уйнай. Экология тигәндә, кешелек эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тәбиғәттең, һауаның, эсәр һыуҙарҙың бысраныуын ғына күҙ уңында тотмайбыҙ. Беҙ хәҙер дезинфекциялаусы һабындарҙы, антисептиктарҙы күп тотонабыҙ. Улар кешенең эсәктәрендәге, тиреһендәге, лайлалы тиресәләрҙәге нормаль микрофлораны юҡҡа сығара. Йәғни, кешене һаҡлап тороусы ҡатламды үҙебеҙ үк йыуып төшөрәбеҙ. Һөҙөмтәлә, ғәҙәти ризыҡты ла организм аллерген итеп ҡабул итә һәм уның менән көрәшә башлауы ихтимал. Шулай уҡ вируслы сирҙәр ҙә һәр кешелә булған аллергия генын уятып ебәргән осраҡтар була. Сабыйҙы күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтереү ҙә һирәк күренешкә әйләнә бара, ә ул баланың иммунитеты формалашыуҙа төп урында тора. Иғтибар итегеҙ әле, хәҙерге әсәйҙәр баланы стериль шарттарҙа үҫтерә, өйө ялтырап тора, көн һайын саң һөртөлә, элекке яҫтыҡ-ҡаралтылар юҡ - аллергия тыуҙырмай торғанына өҫтөнлөк бирелә. Баланың ҡулдарын аҙым һайын бактерияларға ҡаршы салфеткалар менән һөртөп торалар. Былар ситтән ҡарағанда яҡшы кеүек тә ул, тик әлеге лә баяғы файҙалы, беҙгә кәрәкле бактериялар юҡҡа сығып торғас, уларҙы тиҙ генә патоген микроорганизмдар алыштыра. Микробиомды боҙоу өсөн барыһын да эшләү иһә аллергизацияға алып килә.

Йәй миҙгелендә балаларҙы бал ҡорто, һағыҙаҡ сағыуы осраҡтары ла күбәйә. Шулай уҡ серәкәй тешләүенә лә тире сабыртып китә. Аллергияның бындай төрҙәре хаҡында нимәне белергә кәрәк?

- Бал ҡорто, һағыҙаҡ, иңкеш кеүек яры ҡанатлы бөжәктәрҙең сағыуы бик хәүефле аллергия төрө. Беренсе тапҡыр саҡҡанда булмаһа, тимәк, уларҙың ағыуына аллергия юҡ, тип уйлай күптәр. Киреһенсә, беренсе тапҡыр бер ҡасан да аллергия булмай. Иммуноглобулин Е бүленеп сыҡһын өсөн ағыу тәүҙә организмға эләгергә тейеш. Әммә икенсе-өсөнсө тапҡыр сағылыу үлем осраҡтарына килтереүе лә ихтимал. Шуға ла балаларҙы бал ҡорто, иңкеш сағыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Дөрөҫ кейендерергә, кейемдәрен йыуғанда составында хушбуй булған порошок-гелдәр тотонмаҫҡа, киреһенсә, урман-ҡырға сыҡҡанда бөжәктәрҙе ҡурҡытыусы репелленттар һибергә кәрәк. Бала бөжәктәрҙе йәлеп итеүсе емештәрҙе лә урамда ашамаһын. Рәсәйҙә әлегә бындай аллергия төрөнән дауа юҡ, шок үлемгә килтермәһен өсөн үҙегеҙҙең һаҡлыҡ кәрәк.
Ә серәкәйҙәр тешләүендә бөтөнләй икенсе механизм ята. Тешләнгән урында гистамин бүленеп сыға һәм ул тиренең ҡыҙарыуына, шешеүенә, ҡысыуына килтерә. Тәүге осраҡта ағыуға аллергия, ә серәкәй тешләгәндә ағыу бүленеп сыҡмай. Шуға ла анафилактик шок булмаясаҡ. Әммә серәкәй тешләгәндән йорт саңына аллергия башланыуы бар. Бала серәкәйҙән йәйгеһен тешләнә, ә ҡышын йүткерә, ҡысына башлай. Сөнки йылытыу миҙгеле башланыу менән өйҙә яҫтыҡтарҙа, башҡа ҡаралтыларҙа йәшәгән саң талпаны әүҙем үрсей. Ябай ғына итеп аңлатҡанда, серәкәйҙең морононда тропомиозин тип аталған мускул ҡатламы бар, йорт талпаны аллергены шулай уҡ тропомиозин. Серәкәй тешләүенә реакция көслө икән, тәжрибәле табип пациенттың зарын тыңлап, анализдарын ҡарап, уның саң талпанына аллергияһы булыуын асыҡларға ярҙам иткән ошондай логик сылбыр төҙөй ала. Мәҫәлән, алма, кишер, сәтләүеккә аллергия бар икән, тимәк, балала ҡайын һеркәһенә аллергия. Сөнки был продукттарҙа ҡайында булған бәләкәй генә молекулалар бар. Сүп үләндәренә, көнбағыш һеркәһенә аллергия ваҡытында кеше көнбағыш, хәлүә, ҡарбуз, ҡауын ашай алмай. Балға аллергия булһа, бөртөклөләр һеркәһенә аллергия булыуын тикшереп ҡарарға кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Аллергия - ул иммун системаһының торошо. Йәғни, беҙҙе һаҡлаусы тип белгән иммун системаһы организмыбыҙға зыян килтереүе лә бар. Шуға ла ниндәйҙер "тылсымлы дарыу" эсеп кенә, унан ҡотолоп булмаясаҡ. Бары тик үҙеңдең, балаңдың сәләмәтлегенә етди иғтибар биргәндә генә был ҡурҡыныс сирҙең билдәләренән ҡотолорға һәм йәшәү сифатын яҡшыртырға була. Шуға ла үҙ аллы диагноз ҡуйырға, рекламаланған дарыуҙар эсергә ярамай. Сәләмәт булығыҙ!

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.23 | Ҡаралған: 102

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru