«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙҘА УҠЫРҒА БАРЫРҒА?
+  - 


Йыл һайын республиканың юғары белем биреү системаһында бюджет урындары һаны арта. 2023 йылға 13 541 бюджет урыны билдәләнгән - Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова ҡабул итеү кампанияһы мәсьәләләре буйынса брифингта ошо хаҡта аңлатты һәм был һандарҙың үҙгәреүе мөмкин булыуын әйтте: Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының өҫтәмә квоталар бүлеүе ихтимал. Брифинг барышында шулай уҡ Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡабул итеү кампанияһына ҡағылышлы төрлө көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Шулар араһынан иң мөһимдәре менән таныштырабыҙ.

Быйыл Өфө фән һәм технологиялар университеты булараҡ тәүге йыл абитуриенттар ҡабул иткән юғары уҡыу йортонда 2023 йылғы сығарылыш уҡыусылары өсөн 5000 бюджет урыны һәм 800 маҡсатлы урын ҡаралған. Унда уҡырға инеү үҙенсәлектәре тураһында ректор Вадим Захаров аңлатты: "Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университеты тулыһынса ҡабул итеү кампанияһын башларға әҙер. Биш меңгә яҡын бюджет урындары һәм белгестәрҙе әҙерләү йүнәлештәре лә күп төрлө. Әүҙем үҫешәбеҙ. Абитуриенттарҙы ҡабул итеү шарттарында ниндәйҙер ҙур үҙгәрештәр юҡ, әммә маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеү мөмкинлеге бар - быға иғтибар итһендәр ине йәштәр. Йәғни, студент беренсе курсҡа уҡырға килгәндә үк вузды тамамлағандан һуң ҡайҙа эшкә төшөрөн белә һәм уҡыу барышында уҡ буласаҡ эш биреүсеһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә ала", - тине Вадим Петрович. Шулай уҡ ул республикала тик Өфө фән һәм технологиялар университетында ғына булдырылған йүнәлештәрҙең береһе - хәрби уҡыу үҙәге тураһында ла һөйләне. Унда кадр офицерҙары, запастағы офицерҙар, запастағы һалдаттар әҙерләйҙәр. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар гражданлыҡ һәм хәрби белем ала, улар армияла хеҙмәт иткән граждан статусына эйә була. Өфө фән һәм технологиялар университеты сайты: www.uust.ru; ҡабул итеү комиссияһының телефоны: 8 (908) 350 49 84.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ҡабул итеү кампанияһы 2023 йылдың 20 июнендә башланасаҡ. Юғары уҡыу йортоноң стратегик үҫеш буйынса беренсе проректоры Алмаз Мостаев брифингта сығыш яһап, көндөҙгө бүлектә белем алыусылар өсөн бюджет урындары арттырылыуы, быйыл яңы 11 белем биреү программаһы барлыҡҡа килеүе тураһында әйтте. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға 2023 йылда бакалавриат һәм специалитет программалары буйынса бюджет урынға 1311 студент, магистратура программаһы буйынса - 382 студент ҡабул итеү ҡаралған. Шулай уҡ түләүле нигеҙҙә бакалавриат һәм специалитет программалары буйынса - 1106, ә магистратурала 255 студентҡа уҡырға мөмкинлек бирелә. Әйткәндәй, вуз эргәһендәге колледжда ла 400-гә яҡын бюджет урын булдырылған. "Былтыр юғары уҡыу йортона инеү өсөн Берҙәм дәүләт имтиханында уртаса 72,6 балл тирәһе булғайны, әммә төрлө йүнәлештәрҙә хәлдәр төрлөсә. Иң юғары конкурс лингвистика, дефектология, психологияға бәйле йүнәлештәрҙә күҙәтелә. Шуға абитуриенттарға үткән йылдарҙағыһын күҙ уңында тоторға һәм һәр вуз үҙе билдәләгән иң түбән сиккә лә иғтибар итергә кәңәш бирәм. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеүгә килгәндә, быйыл Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, педагогика йүнәлештәре буйынса ул 10 проценттан 30-ға тиклем арттырылды һәм беҙ 400-ҙән ашыу урын тәҡдим итә алабыҙ. Шулар араһында 386 маҡсатлы урын уҡытыусылар әҙерләүгә бүленгән. Беҙ муниципалитеттар менән әле үк әүҙем хеҙмәттәшлек башланыҡ, маҡсатлы уҡырға инеүселәр етерлек", - тине Алмаз Мостаев.
Әйткәндәй, Рәсәй Мәғариф министрлығы программаһы буйынса илдең педагогия вуздарын модернизациялау сиктәрендә 2021 йылда М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла универсаль педагогик компетенциялар технопаркы булдырылғайны. Технопаркта дәрестәр, буласаҡ һөнәренең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, юғары уҡыу йортоноң бөтә факультеттары һәм институттары студенттары өсөн үткәрелә - алынған күнекмәләр һәм тәжрибә бөтә йүнәлештәргә хас. Эшләп йөрөүсе уҡытыусылар ҙа педагогия технопаркында квалификацияһын күтәрә ала. Технопаркта шулай уҡ уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре, өҫтәмә белем биреү курстары, лекциялар үткәрелә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ҡыҙыу линия телефоны: 8 (800) 787 99 99.

Башҡорт дәүләт аграр университетында агротехнологиялар һәм урман хужалығы, биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы, механика һәм һанлы инжиниринг, энергетика, аҙыҡ-түлек технологиялары, тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш, иҡтисад, ситтән тороп уҡыу факультеттары бар. Юғары уҡыу йортоноң уҡыу-уҡытыу эштәре һәм һанлаштырыу буйынса проректоры Наил Юнысбаев әйтеүенсә, бында уртаса БДИ күрһәткесе 62,4 балл тәшкил иткән. Шулай ҙа һәр йүнәлеш өсөн үҙенең уртаса күрһәткестәре бар. "Миҫал өсөн агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультетында уртаса балл - 78, механика һәм һанлы инжиниринг факультетында - 68 балл. Бөгөн БДАУ-ға уҡырға килеүселәр араһында күбеһе ландшафт дизайны, аргономия, аргохимия, агропочвоведение, агроинженерия, йылылыҡ энергетикаһы һәм техникаһы, ветеринария һөнәрҙәрен һайлай", - тип аңлатты Наил Мортаҙа улы. Шулай уҡ ул юғары уҡыу йортонда һанлы технологияларға өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленеүе, быйыл абитуриенттарға 1429 бюджет урыны, шуның 210-ы - маҡсатлы урын булыуын да әйтте. Быларҙың барыһы тураһында ла тулыраҡ мәғлүмәтте БДАУ-ның рәсми сайтында: bsau.ru алырға мөмкин. Бәйләнештәр өсөн телефон: 8 (347) 216 46 42, 8 (937) 34 04 500.

2023 йылда Башҡортостанда уҡырға ҡабул итеү кампанияһы мәсьәләләре буйынса брифингта Башҡорт дәүләт медицина университеты Федераль аккредитация үҙәгенең Симуляция уҡытыу үҙәге тураһында ла һөйләнеләр. Был Рәсәйҙә иң ҙур һәм инновацион үҙәктәрҙең береһе. "Студенттар һәм табиптар Симуляция уҡытыу үҙәгендә белем биреү процесының "белергә, булдырырға, эшләргә" тигән өлөштәрен үҙләштерә ала. Үҙәк бөтә кәрәкле уҡыу программалары һәм төрлө киҫкен хәлдәрҙе имитациялау өсөн яңы тренажерҙар менән йыһазландырылған. Эксперт класы ҡоролмаһына виртуаль ысынбарлыҡ һәм яһалма интеллект һалынған", - тип аңлата Башҡорт дәүләт медицина университетының Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты курсы менән анестезиология һәм реаниматология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Илдар Лотфарахманов.
Әйткәндәй, яңы уҡыу йылында Башҡорт дәүләт медицина университетында 2250-нән ашыу бюджет урыны ҡаралған. Вузда биология бүлексәһе менән медицина-профилактика, дауалау, педиатрия, стоматология, фармацевтика факультеттары бар. "Дауалау һәм педиатрия факультеттарындағы бюджет урындарҙың 70 проценты маҡсатлы уҡытыу өсөн бирелә. Был йәштәр вузды тамамлағандан һуң, кәмендә 3 йыл маҡсатлы рәүештә уҡырға йүнәлткән дауаханала эшләргә тейеш. Беҙҙең медицина колледжы ла һуңғы йылдарҙа бик йылдам үҫешә, шулай уҡ яңы белгеслектәр асыла - биология, сәнәғәт, фармацевтика, микробиология, клиник психология, социаль эшмәкәрлек. Бына шулай табип тирәләй эшләгән башҡа белгестәрҙе лә уҡытырға тырышабыҙ. Киләһе йыл медицина инженерҙарын формалаштырыуға йүнәлтелгән эште башларға торабыҙ. Медицина үҙе бик киң мөмкинлектәр бирә, ул фәнгә лә, ғәмәлдәр өсөн дә асыҡ", - тине Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов. Юғары уҡыу йортоноң сайты: bashgmu.ru; ҡабул итеү комиссияһы телефоны: 8 (347) 272-92-31.

Ә бына Өфө дәүләт нефть университеты студенттарының беренсе курста уҡығанда уҡ предприятиеға эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар. Йәғни, эш менән уҡыуҙы берләштереп, эш хаҡы алырға була. Бының өсөн юғары уҡыу йортонда 46 корпоратив төркөм эшләй, студенттар унда етештереү бурысын үтәй, тине 2023 йылда Башҡортостанда уҡырға ҡабул итеү кампанияһы мәсьәләләре буйынса брифинг барышында юғары уҡыу йорто ректоры Олег Баулин. "Кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен аңлап, урта һөнәри белем биреү программаларын да киңәйтәбеҙ. Быға тиклем 11 класс нигеҙендә уҡырға алыуға күберәк иғтибар йүнәлтһәк, быйыл урта һөнәри белемде 9 класс нигеҙендә лә бирә башлаясаҡбыҙ. Шулай уҡ ӨДНТУ юғары стипендиялар түләү, ятаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла алдынғылар рәтендә", - ти Олег Баулин. ӨДНТУ сайты: www.rusoil.net; ҡабул итеү комиссияһының телефоны: 8 (800) 55-14-528.

Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы - дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өсөн профессиональ кадрҙар, шулай уҡ төбәк иҡтисадының төрлө тармаҡтары өсөн менеджерҙар әҙерләү буйынса республиканың берҙән-бер махсус юғары уҡыу йорто. Академияла ике факультет - юридик һәм дәүләт, муниципаль идара һәм иҡтисад факультеттары. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында ҡабул итеү кампанияһы тураһында һанлы үҫеш буйынса проректор Иван Сергиенко һөйләне. Бында мәктәп һәм урта һөнәри уҡыу йорттарын тамамлаусылар ғына түгел, юғары белемле белгестәр ҙә дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһендә белемдәрен камиллаштырыу өсөн килә. Вузда бакалавриат һәм магистратура йүнәлештәрендә лә бюджет урындары бар, шулай уҡ өҫтәмә белем биреүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы сайты: bagsurb.ru; ҡабул итеү комиссияһы: 8 (917) 43 13 293, 8 (347) 273 72 92.

Олег Ханов, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Роберт Юлдашев кеүек Башҡортостан мәҙәниәтен донъя кимәлендә танытыусылар, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова - барыһы ла Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Был юғары уҡыу йортоноң абитуриенттарға үҙ ҡағиҙәләре, талаптары бар һәм быларҙың барыһы тураһында ла рәсми сайтта www.ufaart.ru йәки ҡабул итеү комиссияһының 8 (347) 276 19 36 телефон һандары буйынса белешергә мөмкин.

Камила ҒӘЛИЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.23 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru