«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ МӘҘӘНИ САРА ҮТКӘН МЕНӘН БӨГӨНГӨНӨ БӘЙЛӘЙ
+  - 

Үткән шәмбе бөтә ил буйлап күләмле акция - "Музейҙар төнө" уҙҙы. Йыл һайын был сарала әүҙем ҡатнашҡан Башҡортостандың Милли музейы быйыл да үҙ ҡунаҡтарына ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле саралар тәҡдим итте.

Күләмле сараға ҡарата республиканың төп музейында кинолекторий, видеолекция, төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, этностилдә фото төшөү мөмкинлеге булды, кис дауамында ҡунаҡтар өсөн "Джус бенд" һәм "Эйфория" музыкаль төркөмдәре сығыш яһаны.
- Башҡортостандың Милли музейы был саранан бер ҡасан да ситтә ҡалмай һәм етди әҙерләнә. Музей бөгөнгө көндә тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, улар аша тыуған ерҙең, төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың матди һәм мәҙәни тарихын өйрәнеү генә түгел, ә белем биреү, йәштәрҙә илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухын тәрбиәләү, рухи аралашыу мөмкинлеге биргән урын булараҡ та әһәмиәтле. Беҙ һәр саҡ ошоларҙы күҙ уңында тотоп эшмәкәрлек алып барабыҙ һәм "Музейҙар төнө"нә лә мауыҡтырғыс саралар әҙерләнек, - тип сәләмләне килгән ҡунаҡтарҙы музей директоры Рөстәм Исхаҡов.
"Тарих һәм тарихтар" темаһына арналған "Музейҙар төнө"нөң "Бер эскпонат тарихы" акцияһы сиктәрендә Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Марат Яҡупов, журналист Ришат Миндийәров, полиция полковнигы Руслан Шәйхетдинов һәм музей хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Камалиева менән Таһир Фәттәхов ғаиләләрендә быуындан-быуынға һаҡланып килгән ҡомартҡыларҙы тапшырып, үҙ исемдәрен мәңгегә музей тарихына яҙып ҡалдырҙы. Уларға дипломдар тапшырылды һәм музейға бер йыл дауамында бушлай йөрөү өсөн саҡырыу ҡағыҙҙары бүләк ителде. "Был аҫалы балаҫты минең өләсәйем Муллаярова Миниғәйшә Зәки ҡыҙы 35 йыл тирәһе элек һуҡҡан. Ул Бишбүләк районы Аҙнай ауылында йәшәне, ғүмере буйы колхозда эшләне, ҡул эштәренә ифрат оҫта булды. Беҙҙең ғаиләлә ул һуҡҡан буй һәм аҫалы балаҫтар күп һаҡлана. Был аҫалы балаҫты әсәйем музейға бүләк итәйек тигәс, барыбыҙ ҙа ҡуш ҡуллап риза булдыҡ. Өләсәйемдең ҡул һәм күңел йылыһы һалып һуҡҡан аҫалы балаҫы оҙаҡ йылдар музейҙа изге ҡомартҡы булып һаҡланыр, күргәҙмәләргә ҡуйылып, бында килеүселәргә башҡорттарҙың тормошо тураһында һөйләүсе бер сығанаҡ ролен үтәр, тип ышанам", - тине үҙ сығышында Гөлназ Фәйзулла ҡыҙы.
Музей эшмәкәрлеген экскурсияларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. "Музейҙар төнө"ндә уҙғарылған экскурсиялар ваҡытында ҡунаҡтар Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың биҙәү-ғәмәли сәнғәте, Көнъяҡ Уралдың күп төрлө минералдары һәм таштары, республиканың геологтары һәм уларҙың геология фәнен үҫтереүҙәге ролдәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде, ә музыкаль сәйәхәт барышында иһә башҡорт халыҡ йырҙарының тарихы һәм ҡурайҙа яңғырашын ишетте. "Башҡортостандың төп музейын ҡарарға махсус рәүештә Архангел районынан килдек. "Музейҙар төнө" бик матур ойошторолған, халыҡ та күп, тимәк, тарихыбыҙға һәм бөгөнгөбөҙгә иғтибар ҙур. Айырыуса балаларҙың күп булыуы ҡыуаныслы, уларҙы алып килгән ата-әсәләренә "Афарин!" тиергә генә ҡала. Бөтә саралар ҙа оҡшаны, шулай ҙа музыкаль сәйәхәтте айырым билдәләп үткем килә. Халҡыбыҙ йырҙарының тарихын белеү һәм шунда уҡ уларҙың яңғырашын да ишетеү күңелгә май булып ятты", - тип үҙ фекерен белдерҙе Әсмә Сәлихова.
Сарала уҙған быуаттарға сәйәхәт ҡылыу, шул дәүерҙә йәшәгән ҡыйыу батырҙар һәм һылыу ҡыҙҙар менән "осрашыу", шулай уҡ археология залында "Ҡараңғыла сәйәхәт" сиктәрендә мәмерйә кешеһе менән күрешеү балаларҙа ғына түгел, ололарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был кистә тағы ла медицина өлкәһенә ҡағылышлы, табиптар, республиканың алдынғы архитекторҙары тураһында, баш ҡала, башҡорттарҙың төрлө осорҙағы хәрби хеҙмәтен яҡтыртҡан, Бөйөк Ватан һуғышы осорона арналған ҡыҙыҡлы лекторийҙар уҙҙы. Ә "Музейҙар төнө" тип аталған интеллектуаль уйында ҡатнашыусылар тарих буйынса белемдәрен тикшереп ҡараны. Шулай уҡ был йәмле май кисендә музейҙа балалар һәм ололар өсөн тәғәйенләнгән бик күп оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Ағымдағы "Музейҙар төнө"ндә Башҡортостандың Милли музейында биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Йылына бер тапҡыр үткән был мәртәбәле сара халыҡты музейҙарға йәлеп итеүсе, үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән мәҙәни усаҡтарҙың мөмкинлеген күрһәтеү йәһәтенән әһәмиәтле мәҙәни ваҡиғаларҙың береһе. Шуға күрә алдағы йылдарҙа әлеге акция тағы ла күберәк халыҡты йәлеп итеүенә шик юҡ.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.23 | Ҡаралған: 84

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru