«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 72 73 74 75 76 77 78 79 80 » #
ҺЕҘҘЕ ТЕАТРҘА КӨТӘЛӘР


М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ла яңы ижад миҙгелен асты. Театрҙың тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы яңылыҡтары, киләсәккә пландары тураһында баш режиссер Рөстәм ХӘкимов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡырға
24.09.21  
 
УТТА ЯНМАЙ, ҺЫУҘА БАТМАЙ...


Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үткән түңәрәк ҡор халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы - легендар дивизияның командиры генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа ихтирамдың бер сағылышы булды.

Уҡырға
24.09.21  
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕН 1923-1933 ЙЫЛДАРҘА НИСЕК УҠЫТҠАНДАР?


Мәғлүм булыуынса, 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыу осоронда Башҡорт АССР-ында 3 миллион 844,3 мең кеше, шул иҫәптән 70-тән ашыу милләт вәкиле йәшәй.

Уҡырға
24.09.21  
 
КИТАП БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ


"Китап һатып алмайым мин. Интернет селтәрендә барыһы ла бар хәҙер, зауығыңа ҡарап, шиғырын да, повесть-хикәйәләрҙе лә табып уҡып була..." Берәүҙән ошондай фекер ишетергә тура килде. Нимә тип яуап бирергә белмәнем, тиһәм, дөрөҫ булмаҫ. Яуап итеп үҙ фекеремде белдерергә теләмәнем. Сөнки кешенең йәше лә арыу, үҙ фекере күптән формалашҡан. Кирегә түкмәстереү мөмкин булмаған осраҡ. Шулай ҙа, уйланып йөрөп, сәхифәмә булһа ла яҙып һалырға булдым.

Уҡырға
24.09.21  
 
ЫШАНЫС БАРҘА ХӘҮЕФ ЮҠҠА СЫҒА


Илдә, илдә генә түгел, планета буйынса барған хәүеф бер кемде лә урап үтмәне. Ул әле лә дауам итә. Әммә яңы шарттарҙа йәшәргә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Иҡтисади ауырлыҡтарҙы еңеп өйрәнгәнбеҙ, тик аҡса яғы кеҫәгә һуҡҡанда рухиәтте нисек һаҡларға? Ошо һорау Урал аръяғының мәҙәни үҙәктәренә әйләнгән А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры һәм Сибай концерт-театр берекмәһе вәкилдәренә йүнәлтелде. Улар бөгөнгө шарттарҙа нисек йәшәй, яңы миҙгелгә әҙерлектәре нисек - ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирергә ниәтебеҙ.

Уҡырға
24.09.21  
 
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (2-се бүлек)


Улар оло эш бөтөргән ҡиәфәттә тышҡа сығып киттеләр. Бөгөн артыҡ ҙур эш булмаҫтыр, митингыға килеүселәр таралышҡан, бола бөткән.
...Мәснәүи камераға бикләүҙәре менән тимер ишекте типкеләргә тотондо:
- Ах, мин сезне!.. Чыгыйм гына әле, жиде буын аналарыгызның җиде йөз җитмеш җиде ел яткан кабер такталарын... Бөтен токым-затларыгыз белән! Башым Себер китсә китәр, чукындырмый калмам! Сволочь, мөртәт, үзе татар бит әле! Чукынган татар! Җүнле адәм милициядә эшлиме! Ә мин шушыларга азатлык алып бирәм дип йөргән булам! Ничего, чыгыйм гына әле, төсеңне таныдым мин синең! - Ул һүгенде-һүгенде лә тағы типкеләргә, дөбөрләтергә тотондо. Тыштан кемдер: "Эй, ты там, еще надо что ли!" - тип екергәс, стена буйындағы тар һәндерәгә барып ятты. Үҙе эстән генә: "Ныу, теге башкортка нык эләкте! Анысы шәп булды да ул!" - тип бер аҙ үсен ҡандырып, ҡәнәғәтлек кисерҙе.

Уҡырға
24.09.21  
 
ЙӘНЕБЕҘ ЯЛ ИТКӘН УРЫНЫБЫҘ


Ауылыбыҙҙан тәүләп ҡалаға килгән сағыбыҙҙы иҫкә төшөрәйек. Күңелде шундуҡ ятһыныу тойғоһо ялмап ала. Меңәрләгән кеше араһында яңғыҙһың, берәү ҙә һинең менән һаулыҡ һорашмай, бөтәһе лә һиңә килмешәк күреп ҡарай һымаҡ, берәй етешһеҙлегеңде күреп көлә төҫлө. Ҡалаға өйрәнеүе бик ауыр, өйрәнә алмағандар кире ауылына ҡайта. Шуға күрәлер ҙә, ауылдан ҡалаға килеп, шунда йәшәп киткән һәр кем туғандарын, дуҫтарын, класташтарын, ауылдаштарын, райондаштарын янына туплап, күңелендә бушап ҡалған тыуған ауылы мөхитен барлыҡҡа килтерергә тотоналыр. Ҡалала тыуып үҫкән кеше менән ауылдан ҡалаға килгән кешенең төп айырмаһы ла ошондалыр, буғай.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: рәсми булмаған бындай ойошмалар элегерәк нәҡ ауыл принцибы буйынса ҡунаҡҡа саҡырышып аралашһа, йыш күрешеп йәшәһә, тәүҙә телефондың, аҙаҡ интернеттың барлыҡҡа килеүе ундай ауылдарҙың яңы формаларын ойоштороу мөмкинлеген бирҙе: улар социаль селтәрҙәге төркөмдәр, чаттар һ.б. Ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән ошондай ауылдарҙы икенсе төрлө гражданлыҡ йәмғиәтенең ячейкалары тип тә атарға мөмкин булыр ине. Тарих шаһит: дәүләттәр тарҡалғанда ла, халыҡтар юҡҡа сыҡҡанда ла йәшәй бындай ауылдар, аҙаҡ улар тағы ла халыҡ булып ойошоп, артабан дәүләтен барлыҡҡа килтерә.
Гәзиттә ошо хаҡта һүҙ башлап, яңы рубриканы образлы итеп "Өфөләрҙә бар бер ауыл" тип атарға булдыҡ. Рубриканы "Ҡалаларҙа бар бер ауыл" тип тә атарға мөмкин булыр ине, әммә "Киске Өфө" гәзите өсөн баш ҡалала, Өфө районында, Өфөлә рухи нигеҙе һалынып та, ауылдаштары оло донъяға таралып, әммә Өфөнө ойошоу урыны тип иҫәпләгән берләшмәләр мөһимерәк. Бисмиллаға тәүге Ауыл менән танышабыҙ. Унда беҙҙе Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлназ Ғафир ҡыҙы ӘХМӘҘИЕВА алып инә.


Уҡырға
24.09.21  
 
БЕҘ - ҠАРШЫНДАР, ЯУГИР ЗАТЛЫ БАШҠОРТБОҘ (1-се бүлек)


Көнбайыш башҡорттарының артыҡ ҙурҙарҙан булмаған башҡа ырыуҙары араһында ҡаршын ырыуы ла бар. Был ырыу башҡорттары нигеҙләгән ауылдар, башлыса, хәҙерге Кушнаренко, Өфө һәм Благовар райондарына ҡарай. Әйтергә кәрәк, боронораҡ бер бөтөн булған оло башҡорт ырыу-ҡәбиләләренән, тарихи процестар барышында айырымланып китеп, башҡа бер географик тарафҡа күсеп йәшәй башлаған этник төркөмдәр тора-бара үҙ атамаһы булған бәләкәйерәк ырыуҙарҙы хасил иткән. Яңы этноним алған хәлдә лә улар быуаттар буйына барса ырыуҙарға хас булған башҡортлоғон юғалтмаған. Ҡаршын ырыуының әлеге көнгә билдәле булған тарихы ошоно раҫлай. Башҡорт халҡының ошондай этник үҙенсәлеге хаҡында XIX быуатта йәшәгән рус лексикографы Владимир Даль ошолай яҙған: "Народ башкурт разделился с незапамятных времен на племена или, как их называют у нас, на волости; у каждой волости свой уран, отклик, рукоприкладный знак, свое дерево и птица, розданные, как верит народ, самим Чингиз-ханом…"

Уҡырға
24.09.21  
 
БЕСӘН ЮҠ, ТИП МАЛДАРҘЫ БӨТӨРМӘЙЕК ӘЛЕ


Һуңғы осорҙа иң киҫкен проблемаларҙың береһенә әүерелгән янғындар бөгөнгө көнгә яйлап ауыҙлыҡланды. Әммә ошо янғындарҙың эҙемтәһе башлыса малсылыҡ менән көн иткән райондар халҡы өсөн бик тә аяныслы булып сыҡты.

Уҡырға
24.09.21  
 
СЕНТЯБРҘӘН - ЯҢЫ ҠАНУНДАР


Гараж амнистияһы

2026 йылдың 1 сентябренә тиклем биш йыл буйына закон граждандарға уларҙың гараждары торған дәүләт һәм муниципаль ер участкаларын бушлай хосусилаштырыу мөмкинлеге бирә. Бында һүҙ 2004 йылдың 30 декабренә тиклем капиталь төҙөлөш объекты булараҡ һалынған гараждар хаҡында бара. Был яңылыҡ 3,5 миллиондан ашыу гражданға ҡағыла. Гараж амнистияһы гараждарҙы һәм улар ултырған ерҙәрҙе хосусилаштырыу өсөн кәрәкле документтар һанын ғына түгел, был эшкә кешеләрҙең сығымдарын кәметергә лә мөмкинлек бирә. Росреестр мәғлүмәттәре буйынса участкаларҙы милеккә күсереүҙең уртаса кадастр хаҡы төбәктәрҙә 5-7 мең һум тора.

Уҡырға
24.09.21  
 
СЕРЛЕ ИСЕМДӘР УТРАУЫНА...


Исемегеҙҙең нимә аңлатҡанын, атай-әсәйҙәрегеҙҙең исеменә ниндәй мәғәнә һәм сер йәшеренгәнен, республикала һәм унан ситтә күпме аҙашығыҙ йәшәгәнен һәм башҡа мәғлүмәтте белгегеҙ, ул ғына ла түгел, уларҙы асыҡлауҙа үҙегеҙ ҙә ҡатнашҡығыҙ киләме? Мәҫәлән, киң таралған Айгөл исеме барлығы барыбыҙға ла билдәле, ә бына Ҡырғыҙстандың Баткен районында ғына үҫкән, лилиәләр ғаиләһе, рябчиктар ырыуына ҡараған Айгөл исемле күп йыллыҡ үҫемлек барлығын беләһегеҙме? Юҡтыр, быны быға тиклем беҙ ҙә белмәй инек...

Уҡырға
17.09.21  
 
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (1-се бүлек)


Уларҙы милиция бүлегенә алып ингәс, ныҡ ҡына итеп туҡманылар. Кеше туҡмау үҙе һөнәр, рәтен белеп бирҙеләр. Әллә ни арала аяҡ-ҡулдарын бәйләнеләр ҙә типкеләргә тотондолар. "Бауырын төй, бауырын!" - тип бер-береһенә миҙәт бирҙеләр. Шулай төйгөсләгәндә: "Бүтәнсә милицияға ҡул күтәрмәҫһеңме? Ғүмерлеккә иҫеңдә ҡалдыр, ҡәбәхәт!" - тип ләззәтләнделәр.
Туҡмалыусылар, таҙа кәүҙәле, көслө егеттәр, бирешмәй маташтылар, погонлыларҙың бер-икеһенә ныҡ ҡына эләктереп тә өлгөрҙөләр. Әммә тегеләр күмәк һәм оҫталар, бүрене йыҡҡан эттәр шикелле ҡыланалар. Туҡмалыусылар ҙа, туҡмаусылар ҙа йәш яғынан бер самала, шуға ла милиционерҙарға тегеләрҙе бәргесләү айырата ләззәт ине. Тимәк, мин һинән көслөрәк, мин һине еңәм!

Уҡырға
17.09.21  
 
АТЫ БАРҘЫҢ ҠАНАТЫ БАР


Донъяла ҡайһы бер тереклек заты әҙәмгә хеҙмәт итеү һәм уның сикһеҙ һөйөүен татып йәшәү өсөн генә яратылған кеүек. Шуларҙың иң беренсеһе, моғайын, йылҡы малылыр. Бигерәк тә төрки халыҡтарҙа, һәм шул иҫәптән башҡорттарҙа, был мал кеше йәшәйешендәге мөһим бер символик образ кимәленә тиклем үҫешкән.

Уҡырға
17.09.21  
 
БЕР ЙӘШЛЕКТӘ, БЕР ҠАРТЛЫҠТА, ЙӘКИ ҮТКӘНДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ МӨМКИНМЕ?


"Мөхәббәт бер генә, килмәй ул гел генә…" тип йырлай инек йәш саҡта. Был йыр популяр булған ваҡыттарҙан инде ярты быуат самаһы үтеп тә киткән. Уны ҡасандыр һағышланып йырлаған кешеләр ҙә инде олоғайҙы. Ниндәй йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, бер кем һәм бер ҡасан битараф булмаған, йырҙарҙа йырланған ана шул мөхәббәт хаҡында фәлсәфәләп алырға ниәтем.

Уҡырға
17.09.21  
 
ПЕРМЬ БАШҠОРТТАРЫ


Альберт Мәхмүтов - ғәйнә башҡорто, Пермь крайының Барҙа районында тыуып үҫкән, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, "Пермь башҡорттары" китабы авторҙарының береһе, төбәк башҡорттарының тарихын һаҡлау йәһәтенән күп көс һалған милләттәшебеҙ. Ул үҙенең арҙаҡлы яҡташы, билдәле милләттәшебеҙ Туҡтамыш Ишбулатовтың данын терегеҙеү, уға һәйкәл ҡуйыу өсөн күп тырышлыҡ һалған.

Уҡырға
17.09.21  
 
КИЛМӘК НУРЫШЕВ


Тарихи шәхестәрҙең биографияһы һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу уята. XVIII быуаттың беренсе яртыһындағы ҙур башҡорт ихтилалы юлбашсыһы Килмәк Нурышев кеүек халыҡ геройы тураһында һүҙ барһа, был мәғлүмәт бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә.

Уҡырға
17.09.21  
 
САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ЯРҘАМ КӘРӘК!


Эксперттар Өфөлә Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде тикшереп, уны һүтергә (демонтаж) кәрәклеген белдергән. Бындай һығымта "Салауат Юлаев һәйкәле" федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға проект документацияһы буйынса үткәрелгән тарихи-мәҙәни экспертиза һөҙөмтәләре нигеҙендә эшләнгән. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ сайтына ҡуйылған документтан күренеүенсә, экспертизаны Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург белгестәре ҡала хакимиәте заказы буйынса үткәргән.

Уҡырға
17.09.21  
 
ТАУҒА ҠАРАП ТАШ АТМА


"Тауға ҡарап, тау була алмаҫһың " тип тә әйтәләр. "Тауға ҡарап таш атма" әйтемен иһә, ябай ғына итеп, "тауға ҡарап таш атма, атһаң, башыңа үҙеңдең атҡан ташың төшөр", тип тә аңларға була. Ысынлап та, бейек тау янында ҡулына таш тотоп, уны тау башына ташларға йыйынып торған кешене күҙ алдына килтерһәң, был күренеш көлкө лә тойола, шул уҡ ваҡытта әйтемдең мәғәнәһе үтә ябай һәм аңлайышлы кеүек. Әгәр ҙә мәғәнәһе шулай ғына булһа, ниңә кәрәк булды һуң әле бындай фәлсәфә, тип тә уйларлыҡ. Шуға күрә тәрәнгәрәк ҡараш ташлап ҡарайыҡ.

Уҡырға
17.09.21  
 
АҪАЛЫ БАЛАҪ ҺУҒЫУСЫЛАР БОРОНҒО ҺӨНӘРҘЕ ЯҢЫРТА


Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында балаҫ һуғыу оҫталары йыйыла, тигән хәбәрҙе алыу менән күңелгә ошо ауыл исеме менән бәйле яҡты хәтирәләр тулҡыны бәрелде: тархан Аҡсулпановтар ошо төбәктә йәшәгән. Иллә күркәм урында урынлашҡан был ауыл. Һайлай белгән бит Аҡсулпан тархан тоҡомдары һәм ырыуҙаштары өсөн нигеҙ ҡорор төбәкте. Батша уны - Шаһихәйҙәр Шаһигәрәй улы Аҡсулпановты - бик ҙурлаған: ауыр яуҙарҙағы шәхси ҡаһарманлығы өсөн юрматы ырыуы ерендә, йәне теләгән урында мәңге йәшәрлек грамота менән бүләкләгән... Бейек булмаған тау һырттары, иркен бесәнлеге, көтөүлеге, иң мөһиме, таҙа һыулы, балыҡ мыжғып торған йылғаһы бар!.. Йәшел тәбиғәт әлегә саф өмөттәр менән тулы, гөлдәре сәскәгә бөрөләнгән. Йорттар ҡалҡыу ғына ерҙә балҡып ултырғандай...

Уҡырға
17.09.21  
 
УТТЫ АУЫЛҒА ИНДЕРМӘНЕЛӘР

Фәнил ИРМӘКОВ фотоһы

Үткән аҙнаның иң шомло һәм иң ҡурҡыныс, шул уҡ ваҡытта баймаҡтарҙың, республика халҡының берҙәмлеген күрһәткән ваҡиға - ул Баймаҡ - Сибай юлындағы, Ғәле ауылы янындағы, телевышка яғына үрләгән янғын булғандыр.

Уҡырға
10.09.21  
 
Биттәр : # « 72 73 74 75 76 77 78 79 80 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru