«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 86 87 88 89 90 91 92 93 94 » #
БЕҘ АҒАРТМАҺАҠ, КЕМ АҒАРТЫР ДОНЪЯНЫ!


"Үәт беҙ буранды күрҙек, исмаһам! Ирәндек өс көн алдан олоно! Иллә мәгәр был хәтле булыр тимәгәйнек! Хәтәр шәп буран булды. Мал ҡарарға ла сыға алманыҡ. Баймаҡ менән Сибай араһында Ирәндек юлын яптылар, бер машина ла үтә алмаған шикелле. Әүәлгесә март бураны булды. Был әле башы ғына. Аҡман-тоҡманы менән Бишҡунағы килер тағы. Ул Бишҡунаҡ шул уҡ Аҡман-тоҡман да инде. Төрлө ерҙә төрлөсә әйтәләр..."

Уҡырға
19.03.21  
 
МИҢӘ ИЖАДЫМ ДА ҠӘҘЕРЛЕ...


Әҙәбиәт күгендә әленән-әле яңы исемдәр балҡып-күренеп ҡала. Ҡайһылары бер арауыҡ ҡына баҙлай ҙа юғалып ҡуя, ҡайһылары баштан уҡ был йыһанды биҙәр өсөн килгәнлеген аңғарта. Бына, мәҫәлән, Әлиә Саматова кеүектәр. Беҙ уның ҡыҙыҡлы хикәйәләрен төрлө баҫмаларҙа әленән-әле уҡып ҡына торабыҙ. Бөгөн ул Белорет районы Инйәр ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Тынғыһыҙ хеҙмәте араһында уҡыусыларын ҡыуандырырға ла онотмай. Әлиә Саматова менән әңгәмәбеҙ ижад хаҡында.

Уҡырға
19.03.21  
 
СОҠОР


Бер аҙ өҫкә ҡарап тын ултырҙы. Үҙенсә шулай тынысланырға тырышты.
- Әйҙә, әйҙә, һикер, һикер, әле, Зөбәйер! - тип үҙен дәртләндерергә тырышты. - Ҡара, ҡара, әллә менеп булмаймы шул, инәңдең ҡара сәйе. Эһе-һей. - Сәмләнеп маташты. Тағы, тағы ынтылып ҡараны. Һикереп нимәгәлер йәбешергә маташты. Тирләп сыҡты, еңе менән генә маңлайын, күҙ-ҡашын һөртөп, тағы өҫкә ынтылды. - Ҡара әле, ысынлап та менеп булмай, эт талағыр нәмә. Эһе-һей!
Шашып һикерергә тотондо, күҙен алартып өҫкә ҡараны.

Уҡырға
19.03.21  
 
ИНТЕРНЕТТА, ЦИФРЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАРҘА БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҮҘ УРЫНЫ БАРМЫ?


Был тормошта һәр саҡ башҡаларҙан бер аҙым алдараҡ йөрөгән кешеләр була. Улар йәмғиәттә үҙ идеяларын, фекерҙәрен әйтеп, ҡайһы ваҡыт аңлау тапмай һәм бер ни тиклем тынып торғандан һуң, ҡабат үҙ асылына әйләнеп ҡайтып, тағы ла аңлатыу эштәре алып бара башлай. Әммә улар бер ваҡытта ла үҙҙәре һайлаған юлдан тайпылмай, сөнки ваҡыт уларҙың хаҡлы булыуын раҫлай. Әле генә үҙебеҙҙе: "Ике башҡорт башҡорт телендә һөйләшә икән, тимәк, тел йәшәйәсәк", "Башҡорт телендә ғаиләлә һөйләшәләр икән - тел үлмәй", - тип тынысландырһаҡ, хәҙерге яңы технологиялар заманында: "Әгәр һинең телең интернетта, цифрлы технологияларҙа бар икән, тимәк ул йәшәй", - тигән юлдар төп әйтемгә әйләнә шикелле. Был, ысынлап та, шулаймы? Теманы нығыраҡ асыҡлау өсөн һүҙҙе социология фәндәре кандидаты Тимур МӨХТӘРОВ менән "Башҡорт проекттары" проекты ирекмәндәре координаторы Илдар КИНЙӘБУЛАТОВҡа бирәйек.

Уҡырға
19.03.21  
 
ЫРЫУЫБЫҘ ИРӘКТЕ - ЯУГИР БАШҠОРТ ЙӨРӘКЛЕ


Береһе артынан икенсеһе тоҡанып торған XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарының барыһында ла элек-электән һуғышсан рухтары менән дан ҡаҙанған ирәкте башҡорттары ла бик әүҙем ҡатнаша. Күп юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, бик күп тиҫтә йылдар буйына башҡорттар үҙҙәренең төп хоҡуҡтарын - аҫабалыҡты, дини инаныстарын, үҙ ҡанундарына һәм йолаларына ярашлы идара итә алыу мөмкинлеген һаҡлап алып ҡала. Иң ҡан ҡойошло, күп ҡорбандар килтерелгән 1735-1740 йылдарҙағы күтәрелеш башҡорт илен ныҡ ҡаҡшата. 1737-1738 йылдарҙа танып, ирәкте, уран, балыҡсы һәм ғәйнә башҡорттары, батша властарының төрлөсә өгөтләүҙәренә лә, янауҙарына ла ҡарамайынса, баш һалырға ашыҡмай.

Уҡырға
19.03.21  
 
ДИАЛЕКТ ҺҮҘҘӘРЕ ҺӨЙЛӘШЕБЕҘҘЕ БАЙЫТА ҒЫНА


Ни өсөн ауылдаштарыбыҙҙың ҡайһылары Ғайса ағайымды Айса тип атай икән, тип йыш уйлай торғайным бала саҡта. Бер аҙ һуңғараҡ аңлауымса, ғәрәп теленән күскән ғәйәт күп һүҙҙәр шулай төрлөгә төрләндерелгән икән. Мәҫәлән, Абдуллин, Ибәтуллин тигән фамилиялар кемдәрҙәлер Ғабдуллин, Ғибәҙуллин йә Һибәтуллин тип йөрөтөлә. Ғәлиә тигән исемдең дә һуңғы осорҙа Әлиә тигән варианты беҙҙә күберәк яңғырай башланы.

Уҡырға
19.03.21  
 
НИНДӘЙ ҠАНУНДАР ЭШЛӘЙ БАШЛАНЫ?


Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай былтырғы йылға йомғаҡ яһап, 2020 йылда республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән иң мөһим закондарҙы билдәләне.

Уҡырға
19.03.21  
 
ҠАРТЛЫҠТЫ ҠӘҘЕРЛӘ - ҠӘҘЕР КҮРЕРҺЕҢ


Тағы ла шул моңһоу, ауыр темаға әйләнеп ҡайтырға тура килә. Был турала беҙ гәзитебеҙҙең алдағы һандарында ла яҙғайныҡ инде. Әлеге лә баяғы дәүләт сәйәсәтенең үгәйһетелгән бер йүнәлеше - өлкән йәштәгеләр һәм шуларҙың да иң бәхетһеҙҙәре - ҡараусыһыҙ ҡалған ярҙамға мохтаж яңғыҙаҡ ҡарттар - дөрөҫөрәге, аҡтыҡ көндәрендә уларҙы һыйындырырлыҡ йылы мөйөш хаҡында бара һүҙ.

Уҡырға
19.03.21  
 
ҠИССАЛАР ҺӘМ ДОҒАЛАР ЮЛЫ...


Һуңғы йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙарының ижад кисәләре, китап туйҙары ғәжәп аһәңле һәм дәррәү үтә. Башҡорт актеры ижадына арналған тәрән эстәлекле күркәм сифатлы баҫмалар нәшер ителә: Гөлли Мөбәрәкова, Таңсулпан Бабичева, Заһир Вәлитов китаптары күҙ алдында. Театрыбыҙҙың йөҙ йыллығы уңайынан рус һәм башҡорт телдәрендә ифрат ҙур күләмле мәҡәләләр, ижади портреттар йыйынтығы хатта Рәсәй күләмендә ҙур баһа алды. Айһылыу Сәғитова менән Гөлсәсәк Саламатова яҙған "Башҡорт академия драма театры. 100 йыл" китабы илебеҙҙә "Йыл китабы" дәрәжәһен яуланы.

Уҡырға
12.03.21  
 
БАЙЛЫҠ ХӘЙЕРЛЕМЕ?


Кеше йыш ҡына: "Ошо ауырлыҡтар үтһә, дингә килер инем; һауыҡһам, намаҙ уҡыр инем; байыҡһам, зәкәт түләр, байлығымды изге юлда сарыф итер инем", - тип вәғәҙә итә. Әммә Аллаһы Тәғәлә еңеллек, һаулыҡ, байлыҡ биргәндән һуң был вәғәҙәләрен онота. Түбәндәге хәҙис ана шундай хәл хаҡында бәйән итә.

Уҡырға
12.03.21  
 
БЫЛ АУЫЛДА БАҠЫР ЗАВОДЫ ЭШЛӘГӘН


Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районының Воскресенск ауылында булып, ундағы XVIII быуаттағы тарихи ҡораманы - баҡыр иретеү заводы бинаһын ҡараны. "Заводты беҙҙең ата-бабалар төҙөгән. Уның мөһабәт архитектураһы бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған. Был ҡорама буйынса күҙаллаған пландарыбыҙ бар, һәр хәлдә, был урын киләсәктә турист Мәккәһенә әйләнергә тейеш" , - тине Радий Фәрит улы.

Уҡырға
12.03.21  
 
ЫРЫУҘАР ҠОР ЙЫЯ


Данлы, даланлы ҡаңлы

Борон ҡаңлы башҡорттары тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә бик ҙур территорияны биләгән. Биләмәләренә Иҙәш, Төрөш, Юрмый, Киәҙе ҡушылдыҡтары менән бергә Сәрмәсән йылғаһы үҙәне һәм Ҡандракүл буйы, шулай уҡ Ҡармасан, Яубазы, Нөгөш (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы), Ағиҙел (Бөрө ҡалаһы тирәһендә) йылғалары үҙәндәре ингән. Ҡаңлыларҙың аҫаба ерҙәрендә ике өйәҙ үҙәгенә - Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларына нигеҙ һалынған.

Уҡырға
12.03.21  
 
СОҠОР


Ир үҙҡурсаланыу тәртибен боҙорға булды. Был хәлде, йәғни бер ҡайҙа сыҡмай, түбәгә төкөрөп, дүрт стенаға ҡарап, фатирҙа ғына ятыуҙы, тажзәхмәт тигән батшалар вирусы барлыҡҡа килгәс уйлап таптылар. Ҡытайҙа башланған был сир бар донъяны баҫып бара тиҙәр, Рәсәйҙә лә бик таралмаһын өсөн, өйҙә генә эшләргә, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа булмаҫҡа, тип бик тә тыялар. Балалар мәктәпкә йөрөмәй хәҙер, өйҙә компьютер битлегенә генә ҡарап, уҡытыусыны тыңлайҙар, йәғни дистанция һаҡлайҙар, бер-береһен виртуаль күрәләр, виртуаль аралашалар, виртуаль һағынышалар.

Уҡырға
12.03.21  
 
ШИҒЫРЫН ДА, КӨЙӨН ДӘ ҮҘЕМ ЯҘАМ, ЙӘКИ БАШҠОРТ ЭСТРАДАҺЫ ТУРАҺЫНДА


Бөгөн башҡорт эстрадаһы еңел булмаған осор кисерә. Шоу-бизнесҡа ҡоролған йыр сәнғәте мәҙәниәт сиктәренән алыҫлашып, бары бизнес ыҙанында ғына ҡалмаҡсы. Әммә мәҙәниәт, милли мәҙәниәт шоу-бизнесҡа тиклем дә йәшәгән һәм йәшәргә тейеш ҡиммәттәр. Һәм уны йәшәтеүҙең ниндәй юлдары, алымдары, мөмкинлектәре бар? Ошо хаҡта һөйләшеү өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы, музыкант, концертмейстер Ғәли АЛТЫНБАЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Сулпан АСҠАРОВА һәм реклама бүлеге етәксеһе Ирина ЗАХАРОВАны саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡырға
12.03.21  
 
ЫРЫУЫБЫҘ ИРӘКТЕ - ЯУГИР БАШҠОРТ ЙӨРӘКЛЕ


Алтын Урҙа дәүләтенең бер өлөшө булған Ҡаҙан ханлығы хандары, башҡа монгол ханлыҡтарында ҡабул ителгән традицияларҙы дауам итеп, ошо территорияла һәм яҡын-тирәлә йәшәүсе яугир халыҡ вәкилдәрен хәрби хеҙмәткә яллап, үҙ ғәскәре составына ала торған була. Хеҙмәтттәре өсөн быларына айырым привилегиялар ҡаралған була: тарханлыҡ дәрәжәләре бирелә, билдәле бер территорияла уларға ғына тәғәйенләнгән ер биләмәләре бүлеп бирелә (русса - ленные владения). Тап шул замандарҙа, атап әйткәндә, XVI быуаттың тәүге сирегендә, Ыҡ йылғаһы үҙәне буйҙарында көнсығыш (Себер даруғаһы) һәм көньяҡ (Нуғай даруғаһы) башҡорт олоҫтарының дубликаттары барлыҡҡа килә. Был кесе олоҫтар, күрәһең, XVIII быуатҡа тиклем һаҡланып ҡалған: 1730 йылда Өфө канцелярияһы чиновниктары тарафынан төҙөлгән бер документта Ыҡ буйындағы Бөрйән, Табын, Түңгәүер, Әй, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Һеңрән, ә Уса даруғаһынан Ирәкте һәм Ғәйнә олоҫтары теркәлгән.br>

Уҡырға
12.03.21  
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК КЕНӘ ТҮГЕЛ ХЕҘМӘТ ТӘРБИӘҺЕ ЛӘ ЕТМӘЙ


Совет мәктәбендә уҡығандар яҡшы хәтерләйҙер: беҙҙе кеше маймылдан барлыҡҡа килгән, ул фәҡәт хеҙмәт аша кешегә әүерелгән, ике ҡул менән ҡорал тотоп эшләр өсөн аяғына баҫҡан, вертикаль йөрөгәс, яйлап ҡойроғо ҡыҫҡарып, аҙаҡтан бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан, тип уҡыттылар. Хатта ошо эволюция барышы тураһындағы һүрәт һаман булһа күҙ алдында тора әле. Мәҡәләмде ошолайтып башлап ебәрһәм дә, мин кешенең балсыҡтанмы, ҡабырғананмы барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәс ҡорғом килгәндән түгел, ә бөгөнгө балаларға ниндәй тәрбиә биреү хаҡында уйланыуҙарым менән бүлешкем килгәндән ҡулыма ҡәләм алдым.

Уҡырға
12.03.21  
 
УРТАҠ ТЕЛ ТАБЫРҒА!


Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшө проблемалары буйынса даими эшләүсе координацион кәңәшмә үткәрҙе. Был юлы ул айырым нөктәләрҙәге төҙөлөш мәсьәләһен күтәрҙе һәм ундағы ауырлыҡтар тураһында асыҡтан-асыҡ белдерҙе.

Уҡырға
12.03.21  
 
РӘХМӘТЛЕ КҮСТӘНӘС ТӘ РИШҮӘТ БУЛАМЫ?


Был донъяның аптыраш тыуҙыра торған күренештәренә беҙ йылдар буйы күнегеп, ҡайһыларыбыҙ хатта был юҫыҡта оҫтарып, шымарып та китте һәм әлеге кире күренеш йәмәғәтселек аңында нормаға, ғәҙәти хәлгә әүерелде. Нимә тураһында һүҙ башлағанды хәҙер аңларһығыҙ.

Уҡырға
12.03.21  
 
ЯҠТАШЛЫҠ КӨСӨН АТАЙСАЛДА ФАЙҘАЛАНАЙЫҠ!


Башҡорттар әүәл-әүәлдән бер-береһенә ярҙам итеп, дөйөм эште бер булып төптән ҡубып башҡарған. Бындай ирекмәнлекте улар өмә тигән матур исем менән атаған. Юҡҡа ғына "Һәр яҡшы нәмә - ул онотолған иҫкелек", тимәйҙәрҙер. Башҡортостанда ошо изге ҡиммәттәрҙе тергеҙеп, бер-береңә ярҙам итеүҙе системаға һалыу өсөн республика кимәлендә "Атайсал" проекты эш башлай.

Уҡырға
12.03.21  
 
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУҘЫҢ СЕРЕН АСАМ ҺЕҘГӘ ЛӘ


Байтаҡтан бирле "Киске Өфө"гәзитен алдырам. Ғаилә бюджеты наҡыҫ булыуға ҡарамаҫтан (үҙегеҙ шаһит: коммуналь хеҙмәттәргә түләү өлкәһендә генә ни ҡыланалар бит!), нисек тә аҡса арттырып, йылына ике тапҡыр яратып уҡыған баҫмама яҙыла алыуыма ҡыуанам.

Уҡырға
12.03.21  
 
Биттәр : # « 86 87 88 89 90 91 92 93 94 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru