«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 91 92 93 94 95 96 97 98 99 » #
ХӘҘЕР ИНДЕ СЕЛ БӘЛӘКӘС


Ә шулай ҙа заманында уны иң ҙур урман ҡошо булған, тейҙәр. Шундай дәү булған, тей, хатта уны күтәрерлек ағас, ул һыу инә алырлыҡ йылға-күл булмаған. Әгәр ысынды һөйләһәләр инде (ышанырлыҡ та түгел, әй), селдең ауырлығы биш йөҙ килограмм самаһы булған! Дәү кәүҙәле булғанға сел ояны ағаста түгел, ә ерҙә эшләгән. Һыу инеп булмай, тип аптырап тормаған, "рәхәтләнеп" саңда аунаған. Бына шулай тормош шарттарына яраҡлашып һәүетемсә генә көн күргән сел.

Уҡырға
15.01.21  
 
ҠОРТТОҢ ҠОТОН ҺАҠЛА


йәки бөрйәнгә ҡорт алырға тип килгән берәүҙең һөйләгәндәренән

Бер мәл мин бал ҡорто тоторға булып киттем. Әйткәндәй, нишләптер күптәр бал ҡортон, ҡорт, тип кенә атарға күнеккән икән. Умартасылар үҙ-ара, ҡорт алдым, ҡорт сығарҙым, ҡорт бикләнем, ҡорт айырҙы, ҡорт ултырттым, тип һөйләшәләр икән. Мин дә хәҙер кеше ыңғайына, ҡорт алырға булдым әле, тип эре сирттереп йөрөгән булам. Кәләш көлгән була. Йәнәһе лә, минән булмай. Ә мин уға үс итеп, ҡорттоң иң шәбен аласаҡмын, Алла бирһә, иң шәп ҡортсо буласаҡмын (һуңғыһы артығыраҡ ысҡынды, буғай).

Уҡырға
15.01.21  
 
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!


Тағы ла бер ни тиклем ваҡыттан Сара полиция бүлексәһендә ултыра ине. Һорау алыу башланды, ул булған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләне. Был юлы Стәрлетамаҡтан Илдар ағаһы үҙе килеп төштө. Сара уға ни өсөн бындай хәлгә тарыуын аңлатты, тик әсәһенең исемен әйтмәне. "Социаль селтәрҙә минең хеҙмәттәштәрем менән бер кеше танышҡайны, карточкаһындағы аҡсаһы юғалды". "Ниндәй осраҡта ла тейешле органдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, Сара!" "Мөрәжәғәт иткәндәр, тик файҙаһы булманы шул. Бына мин ҡыҫылғас, эш ҡуҙғалды". Ағаһы яуап урынына сикәһенә һуҡ бармағын ҡуйып борҙо, һиңә етешмәй, йәнәһе. Юҡ, Сара Илдар ағаһына һис кенә үпкәләмәне, әрен дә өндәшмәй генә тыңланы. Уның ҡарауы, ағаһының килеүе Сараны төрлө бюрократик мәшәҡәттәрҙән азат итте. Оҙаҡ та үтмәй, яһалма алкоголь етештереүсе цехтың хужаһын тоттолар, һәм артабан тикшереү эштәре дауам итте. Ганс Гасановичтың үҙенә айырым эш астылар.

Уҡырға
15.01.21  
 
ҮҘ ИСЕМЕ МЕНӘН АТАУ ОЯТМЫ, БЫЛ ҺҮҘҘӘРҘЕ ЛӨҒӘТЕБЕҘҘӘН АЛЫРҒАМЫ?


Авторҙар әленән-әле ҡорған бәхәстәргә әүҙем ҡушылырға яратһам да, бығаса үҙем башламай торғайным. Бөгөн үҙемдең ҡарамаҡҡа ҡыҙыҡ ҡына булған бер мәсьәләне күтәрмәк булдым әле.

Уҡырға
15.01.21  
 
БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ БЫЛ ЕРҘӘРГӘ ТАШ БУЛЫП ҺЕҢГӘН


Заманалар үҙгәреү менән халыҡтарҙың менталитеты ла үҙгәрә, тиҙәр. Ул үҙ йәшәйешенә яраҡлаша, формалаша, һығылмалана. Ысынлап та шулаймы икән? Ошо өлкәне асыҡлау өсөн Башҡорт дәүләт университеты докторанты, философия фәндәре кандидаты Зилә РӘХМӘТУЛЛИНАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Уҡырға
15.01.21  
 
УЛ БАЛЫҠТАР ДОНЪЯҺЫН ӨЙРӘНӘ


Уның биографияһы менән таныша башлағас та күҙ алдына совет заманында тын да алмай бер нисә тапҡыр ҡараған "Кеше-амфибия" киноһы килеп баҫа. Юҡ, ул Ихтиандр түгел, әммә ошо һыу аҫты донъяһы менән бәйле - биолог-ихтиолог. Тап Башҡорт дәүләт университетында ошо һөнәргә эйә булып, ул күп йылдар Европала ғилми тикшеренеүҙәр алып бара, Японияла ла эшләргә өлгөрә. Бөгөн ул Польша Фәндәр академияһының Ихтибиология һәм аквамәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе, ғалим-генетик-иммунолог Илгиз Рәшит улы. Ҡасандыр Өфө ҡалаһында тыуып, уның урамдарында тәпәй баҫып, ауа-түнә атларға өйрәнгән, ҡолап йығылып әллә күпме күҙ йәштәре түгеп үҫкән малайҙы бөгөн шулай һәр саҡ атаһының исемен ҡушып ололайҙар. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тиһәләр ҙә, сит ерҙә абруй, дан ҡаҙанған милләттәштәребеҙ булыуы беҙҙең, Башҡортостанда йәшәгән башҡорттар өсөн дә ҙур мәртәбә һәм ғорурлыҡ. Бөгөн Илгиз ИРНАЗАРОВ менән уның бала сағына һәм тыуған төйәге менән бәйле ваҡиғаларға бергәләп сәйәхәт ҡылайыҡ.

Уҡырға
15.01.21  
 
БАШҠОРТ БАЙЫҺА, БИСӘ АЛҺЫНМЫ?


Хәлил Һөйөндөковтың "Башҡорт байыһа, бисә аламы?" тигән мәҡәләһенә эйәреп, үҙ фекерҙәремде яҙмаҡсы булдым. Әлиә Сәйғәфәрованың ошондай уҡ баш аҫтындағы тәүге мәҡәләһендә, әлбиттә, тема бер аҙ икенсерәк мәғәнәлә ине. Хәлил ағай яуапты һүрәткә ҡарап, үҙенсәрәк үҙгәртеп, икенсерәк юҫыҡҡа күсереп яҙған. Шулай ҙа зыян юҡ, бик ҡыҙыҡ тема ҡалҡып сыҡҡан.

Уҡырға
15.01.21  
 
ХӘЙЕР ҺОРАШЫУСЫЛАР ЯРҘАМДАН БАШ ТАРТА


Өфөлә даими рәүештә урамдарҙа хәйер һорашып ултырған йәки йөрөгән инвалидтарҙы, оло йәштәге граждандарҙы, шулай уҡ асарбаҡтарҙы йыш күрергә тура килә. Асыҡлай башлаһаң, уларҙы йә фатирҙарынан туғандары ҡыуып сығарған, йә бәғзеләрҙең мәкерле ауына эләгеп, фатирынан ҡолаҡ ҡаҡҡан була. Граждандар был әҙәмдәрҙе йәлләп, нисек тә булһа ярҙам күрһәтергә тырыша, әммә ҡайһы бер осраҡта уларҙың тарихы кешеләрҙә йәлләү тыуҙырыу өсөн уйлап сығарылған матур хикәйәләү генә булып ҡуя.

Уҡырға
15.01.21  
 
ТЕЛЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘН ХАЛЫҠ ҮҘЕ ЛӘ ҠӘҘЕРЛЕ БУЛЫР


Республикала үткән 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип нарыҡлау бик урынлы булды, күптән телебеҙгә иғтибар йәлеп итеү өсөн шулай эшләргә кәрәк булғандыр ҙа. Әйтергә кәрәк, ошоға бәйле республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә ойошторолған төрлө белем биреү, мәҙәни саралар ярҙамында башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, даирәһен киңәйтеү йәһәтенән матур ғына эштәр атҡарылды.

Уҡырға
30.12.20  
 
СИБАЙҘА ПРЕМЬЕРА АРТЫНАН ПРЕМЬЕРА!


Былтырғы йылда республика театрҙары "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" проекты буйынса тамашалар ҡуйҙы. Шулар араһында Сибай концерт-театр берекмәһе бер-бер артлы ике премьера менән сығыш яһаны. Шуларҙың һуңғыһы хаҡында һүҙем.

Уҡырға
30.12.20  
 
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!


Өҫтәлдә ятҡан һүрәткә бер генә ҡарап алды ла, ҡарт үҙенең һүҙен дауам итте.
- Был фатир миңә мираҫ буйынса бирелде. Әсәйем Өфөнөкө. Ә атайымдарҙың ғаиләһен Ватан һуғышы башланғас, СССР-ҙың көнбайышынан күсергәндәр. Дөрөҫөрәге, хәрби завод эшселәре менән ҡуша эвакуациялана. Минең атай, ул саҡта үҫмер бала, шунда ата-әсәһе менән шул заводта эшләгән. Һуғыш бөткәс, әсәйем менән таныша, шуның һөҙөмтәһе булып мин, Аркадий атлы вирус, донъяға тыуам да инде, - ҡарт кет-кет көлдө. Яңы тәмәке алып тоҡандырҙы. - Мин үҫкән йылдар ҙа еңел түгел ине. Ниндәй генә бандиттарҙы, кеше талаусыларҙы күрергә тура килмәне. Урам мине күп нәмәгә өйрәтте. Эйе... - Ҡарт, бирелеп, тамаҡ өсөн көрәш, урам өсөн көрәш тураһында һөйләй.

Уҡырға
30.12.20  
 
ТУЙ МӘЖЛЕСТӘРЕ ЙОЛА ҮТӘҮГӘ ӘЙЛӘНҺЕН УЛ


Бөгөн артистарҙың, журналистарҙың, йырсыларҙың һәм башҡаларҙың тамада булып китеүенә төрлө ҡараштар бар. Әммә байрам-туйҙар үтеп тора һәм уларҙы ойоштороусылар ҙа кәрәк икән - был заман талабы. Шулай ҙа "тамада тамаданан айырыла" ла тиҙәр. Нисек итеп айырыла улар һәм тағы ла ниндәй үҙенсәлектәре, серҙәре, уй-тойғолары бар икәнде белеү өсөн журналист Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА менән артист Шәһит ХАММАТОВтың, башҡортсалап әйткәндә, "аяҡсы" вазифаһы тураһында әңгәмәләшеп алырға булдыҡ.

Уҡырға
30.12.20  
 
БЕҘ САУҘАГӘР, КӘСЕПСЕ ТҮГЕЛ, БЕҘ ЯУГИР ХАЛЫҠ ВӘКИЛЕ


Күп кенә ғалимдар Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында башҡорттар йәшәй тип раҫлай. Был ысынлап та шулаймы, улар үҙҙәренең сығышын беләме, ниндәй уйҙар менән йәшәйҙәр, ниндәй телдә һөйләшәләр, үҙҙәрен кем тип таныйҙар. "Без - башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиевтың Нефтекама ҡалаһынан Адис МӨХӘМӘТГӘРӘЕВ менән монологында ошо һорауҙарға һеҙ ҙә яуап табырһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

Уҡырға
30.12.20  
 
НИ СӘСҺӘҢ - ШУНЫ УРЫРҺЫҢ ЙӘКИ "КЕШЕ БАЛАЛАРЫ"НА НИСЕК ЯРАРҒА?


Башҡа ерҙәрҙә нисектер, белмәйем, әммә беҙҙең яҡтарҙа үҙенең балаһынан башҡаны "кеше балаһы" тип кенә әйтәләр. Бәғзе ваҡыт, ярым шаяртып, кейәү, килендәрҙе лә шулай тип атап ебәрәләр. Бөгөнгө һүҙем тап шул "кеше балалары" хаҡында.

Уҡырға
30.12.20  
 
ХӘЙЕРЛЕГӘ ЮРАЙЫҠ


Йыл ахырында бөтәбеҙҙе лә бер үк һорау борсой: киләһе йыл нисек булыр? Әҙәм балаһы, ғәҙәттә, тыуасаҡ йылға ҙур өмөттәр бағлап, йәше-ҡартына тиклем ниндәйҙер мөғжизә көтөп ҡаршылай. Ә был юлы айырыуса уйланырға, фараздар ҡорорға урын бар, шулай уҡ төрлө күрәҙәләрҙе лә аңлап ҡабул итергә була, сөнки бөтә ғаләм алдында бер үк һорау: Сысҡан ҡороп киткән тоҙаҡтан тиҙ генә ҡотолормо кешелек?

Уҡырға
30.12.20  
 
ТЕТРӘНЕҮҘӘР ФӘҺЕМ-ҺАБАҠ БУЛҺЫН КЕШЕЛЕККӘ


Һәр Яңы йылға матур теләктәр, зәңгәр хыялдар артмаҡлап, тормошобоҙға ниндәйҙер үҙгәрештәр килеренә, мөғжизәләр ысынбарлыҡҡа әүерелеренә ышанып аяҡ баҫабыҙ. Ләкин... Көткәндәр тормошҡа ашһын өсөн үҙебеҙ ниндәй һынауҙар аша аҡыл төйнәйбеҙ һуң?

Уҡырға
26.12.20  
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘ АРНАЛДЫ


Бер кисәлә...

Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо айҡанлы тотош республикала һәм милләттәштәр күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыл дауамында башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар ойошторолдо. Тематик йылға йомғаҡлау 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә, Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ла үтте.

Уҡырға
26.12.20  
 
ТАМАШАСЫЛАРЫБЫҘ БЕҘҘЕҢ ХУПЛАУСЫ ЛА, ТӘНҠИТСЕ ЛӘ


Республика карантин сиктәрендә лә халыҡты сәнғәттән айырмау юлдарын табып килә. Барлыҡ мәҙәниәт усаҡтары кеүек үк, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры ла тәғәйен шарттарҙа тамашасыларын хеҙмәтләндереүен дауам итә. Асылда, коллектив эсендә артыҡ үҙгәрештәр юҡ: актерҙар шулай уҡ репетициялар үткәрә, һөйләшеүҙәр ойоштора, әҫәрҙәр өйрәнә, яңы пьесалар менән таныша. Был ижади процесс онлайн да, оффлайн да булырға мөмкин, әммә ул туҡталмай. Театр һынлы театрға ошондай шарттарҙа эшләү нисегерәк йоғонто яһай? Был хаҡта Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театрының художество етәксеһе Айҙар ЗАРИПОВ менән һөйләштек.

Уҡырға
26.12.20  
 
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!


Сара терт итеп ҡалды. Ул иптәш ҡыҙҙарының хәрбиҙәр менән хатлашҡанын белә. Тегеләр, йәнәһе, Американан, йә Сириянан яҙалар. Матур-матур фотолар ҡуялар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡыҙҙарҙың документтары менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Ҡайһы берәүҙәренең Рәсәйгә килер өсөн аҡса һорағандары булды, шуға ла әсәһенең хәбәре Сараны һағайтты ғына.
- Әле ул Өфөнән ситтә йорт һала. Осрашайыҡ тип өгөтләгәне юҡ. Хат ҡына алышабыҙ. Минең менән бер йылғы, хатта бер көндә тыуғанбыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, - тип дауам итте Линиза ханым.
Аҙаҡҡы һүҙҙәре ышанмау тойғоһон көсәйтте генә.

Уҡырға
26.12.20  
 
БАЛАЛАРҒА АЙЫҠЛЫҠ ӨЛГӨҺӨ КҮРҺӘТӘЙЕК


Етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлар алдынан милләттәштәргә тап ошо ваҡытта әйтә торған һүҙебеҙ бар. Иҫке йылды оҙатҡан, ә яңыһын ҡаршылаған тылсымлы миҙгелде әле һыҙланмай көтөп алғаныбыҙ юҡ. Ниңә? Бер уйлаһаң, ялтырауыҡлы, күңелле, ап-аҡ был миҙгелде ҡырылған күңел менән ҡаршыларлыҡ сәбәп тә юҡ һымаҡ. Икенсе яҡтан ҡараһаң - бар икән шул!

Уҡырға
26.12.20  
 
Биттәр : # « 91 92 93 94 95 96 97 98 99 » #
Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru