«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"КИСКЕ ӨФӨ" ҠОРОТ КЕҮЕК УНЫҢ “ТӘМЕН” БӨТӘҺЕ ЛӘ БЕЛМӘЙ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең шул яғы бигерәк тә оҡшай: унда төрлө дәрәжәләге, төрлө һөнәрҙәге кешеләр сығыш яһай, ул ысын мәғәнәһендә фекер алышыуҙар майҙансығы. Ҡайһы бер фекерҙәр менән бөтөнләй килешмәҫкә лә мөмкинһең, әммә ул барыбер һине уйландыра, яңы һығымталар яһата.

Мин гәзиттең һәр һанын аҙаҡҡы битенән башлап уҡыйым. "Аҡыл - ҡаҙна" рубрикаһында баҫылған башҡорт халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәр, риүәйәттәр бик фәһемле. Беҙҙең ата-бабаларҙың аҡылына иҫең китерлек, улар төрлө ситуацияла, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда, хатта кеше характерын билдәләргә яраҡлы кәңәштәр биреп ҡалдырған. Ҡыҫҡа ғына, әммә йөкмәткеле, тәрән фекерле, фәһемле мәҡәл-әйтемдәрҙе гәзит уҡыусыларға еткереү бик яҡшы. Сөнки улар кешенең тормошон еңелләштерә. Бигерәк тә йәштәргә әллә ҡайҙан аҡыл һорап йөрөйһө, сит ил кешеләренең тормош тәжрибәһенә таянып йәшәйһе түгел. Мәҡәлдәрҙә, хикәйәттәрҙә һәр ваҡыт эҙләгән һорауҙарыңа яуап табырға була.
Ваҡытымды дөрөҫ бүлеп, гәзитте башынан аҙағына тиклем уҡырға тырышам. Алған белемем буйынса тарих уҡытыусыһы булғас, тап тарихи темаларға бағышланған мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. "Һүҙлек" рубрикаһында баҫылған үлән, ағас һәм башҡа төрлө үҫемлектәрҙең башҡортса-русса атамаларын ҡыҙыҡһынып ҡарайым. Сөнки күп кенә башҡортса атамалар онотолған, ҡайһыларын бөтөнләй белмәйем. Ғөмүмән, һәр һанда үҙемә кәрәкле мәғлүмәт табам. "Киске Өфө" гәзитенең сере нәҡ шунда: уны уҡырға теләгән, үҙенә кәрәк тип тапҡан кешеләр генә алдыра. Мин эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағас, атайым: "Улым, ҡорот тәмен башҡорт ҡына белә, ә белмәгән кешегә уны һатып алырға тәҡдим итмә", - тип әйтте. "Киске Өфө" гәзите лә шул ҡорот кеүек, уның "тәмен" белмәгән, файҙаһын аңламаған кешеләргә, гәзитте алдырығыҙ, тип тәҡдим итергә кәрәкмәй. Был теләп яҙыла торған баҫма, уны бөтәһе лә уҡымаясаҡ. "Киске Өфө" милләттең зыялы шәхестәре гәзите.
"Мин үҙ принциптарымдан тайпылмайым", тип ҡабатларға яратҡан кешеләр була. Бөтә нәмәне лә принциптарҙан сығып ҡына эшләп булмай, ваҡыт үтеү менән кеше үҙе туплаған тормош тәжрибәһенән сығып үҙгәрә, фекерҙәре лә үҙгәрә, донъяға ҡарашы ла бөтөнләй икенселәйгә әүерелеүе мөмкин. Принцип, тигәс тә, ул тимер бағана кеүек ҡағып ҡуйылған да, ғүмер буйы шулай торасаҡ нәмә, тигәнде аңлатмай. Тормош тимер бағананы ла шылдырып, ҡолатып, баш түбән әйләндереп, бөтөнләй икенсе урынға ҡаҙап ҡуйыуы бар. "Киске Өфө" гәзите лә нәҡ шулай: ул кешене үҙгәртә, уйландыра, дөрөҫлөктө бер яҡлы ғына ҡабул итмәҫкә, төрлө яҡлап анализ яһарға күндерә. Ғөмүмән алғанда, милләттең иң алдынғы ҡарашлы, фекерле кешеләрен үҙе менән бергә үҫешергә, үҙе белгәнде башҡаларға ла еткерергә ынтылып торған баҫма был.

Даян МӨХӘМӘҘИН,
шәхси эшҡыуар.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.06.16 | Ҡаралған: 1122

Киске Өфө
 
Аҡыл - ул тар булғанды киңәйтеү, киң булғанды бәләкәйләтеү, бер-береһенә оҡшағанды күбәйтеү һәм ҡәҙимге генә нәмәләргә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

(Квинтилиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru