«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
үәт бит әй!
+  - 

ИНГЛИЗ ТЕЛЕН...
лагерҙа йөрөп өйрәнәләр

АҠШ-тың Мәскәү ҡалаһындағы илселегенең инглиз теле бүлеге, АҠШ-тың Екатеринбург ҡалаһындағы генераль консуллығы, БР Мәғариф министрлығы, Өфө ҡала округы хакимиәте һәм Совет районының мәғариф бүлеге ярҙамында Америка-башҡорт интерколледжы әҙерләгән "АССЕSS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы баш ҡалабыҙ Өфөлә сираттағы йәйге лагерын асты. Тантана мәлендә уҡыусыларҙы Америка Советтарының (АҠШ) Рәсәй Федерацияһындағы вәкиле Кори Глисон, Америка-башҡорт интерколледжы директоры Вячеслав Швайко сәләмләне. Сара һуңынан уҡыусылар төрлө тренингтарға таралғас, йәйге лагерь һәм Америка-башҡорт интерколледжы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу ниәтендә Вячеслав Дмитриевич Швайко менән әңгәмәләштек:

- Америка-башҡорт интерколледжы дәүләт ойошмаһы түгел, шуға ла ул булдырған бөтә белем биреү программалары түләүле. Матди яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ла инглиз телен өйрәнергә юл асыу ниәтендә бағыусыларыбыҙға мөрәжәғәт итеп, "АССЕSS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы буйынса 10 йыл элек эш башлағайныҡ. Проект сиктәрендә мәктәп уҡыусылары махсус әҙерләнгән уҡытыу-белем биреү модулдәре нигеҙендә ике йыл дауамында инглиз телен бушлай өйрәнә, был телдә һөйләшкән халыҡтарҙың, илдәрҙең мәҙәниәте менән таныша, йәй осоронда халыҡ-ара профилле тел лагерында ял итә, - тип һөйләй башланы Вячеслав Дмитриевич. - Ул программа буйынса, тәү сиратта, матди яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнеүсе йәки етем балалар ҡабул ителә. Оло тормош юлына аяҡ баҫып та өлгөрмәҫтән шундай ауыр шарттарға яраҡлашырға, донъя ҡыйынлыҡтарын үҙаллы ярырға өйрәнергә мәжбүр булыусы 14-17 йәшлек үҫмерҙәр, бәлки, киләсәктә инглиз теле ярҙамында үҙ юлдарын таба алыр. Аҙнаһына ике тапҡыр төрлө тренингтарға, йәйге лагерға йөрөп, уҡытыу курсын тулыһынса үтеүселәргә АҠШ-тың Мәскәү ҡалаһындағы Дәүләт департаменты илсеһе ҡултамғаһы ҡуйылған сертификат тапшырыла.
Быйыл лагерҙа Өфө ҡалаһының төрлө белем усаҡтарынан ҡырҡҡа яҡын үҫмер шөғөлләнә. Улар дәрестәрҙән тыш, уйын, спорт, мәғлүмәт технологиялары-интернет, драма, йыр, бейеү түңәрәктәрендә үҙебеҙҙең һәм сит ил инструкторҙары, вожатыйҙары менән инглиз телендә аралашып, һөйләү телмәрен шымарта. Иң мөһиме - балалар ҡәҙимге дәрестәге кеүек китаптан дәфтәргә төрлө күнегеүҙәрҙе күсереп эшләп кенә ултырмай, ә үҙенә ҡыҙыҡлы шөғөл менән булыша. Мәҫәлән, беҙҙең "АССЕSS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһына йөрөүселәрҙең күбеһе индеецтарҙың "Төш тотоусы" тип аталған әйберен эшләргә ярата. "Төш тотоусы"ны эшләгән саҡта ҡулланылған кәрәк-яраҡтар, бөтә эш барышы, инструкция инглиз телендә бирелә. Тимәк, үҫмерҙәр инглиз телендә аралаша, яңы һөнәр үҙләштерә. Быйыл беҙҙә сәғәт иртәнге туғыҙҙан алып өскә тиклем "Йондоҙҙар фабрикаһы", "Брейк-данс, уйындар, спорт", "Лагерь кино-клубы", "Инглиз драмаһы", "Интернет һәм АЙ-ТИ технологиялар", "Ҡул эштәре һәм сәнғәт һөнәрҙәре" тип аталған тренингтар ойоштороласаҡ. Уның араһында иртәнге зарядка, лидерлыҡ мәктәбе дәрестәре, тематик көндәр үтәсәк. Әйтергә кәрәк, тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы нигеҙендә һынау осорон үткән "АССЕSS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы бик уңышлы проект булып сыҡты, әлеге көндә был система буйынса Рәсәйҙең егермегә яҡын төбәгендә уҡытыу эштәре алып барыла. Ҡыҙғанысҡа күрә, программаның бындай билдәлелек яулауы бағыусыларҙың эшен ауырлаштыра. Уларға проект тормошҡа ашырылған һәр төбәкте уҡыу әсбаптары, бигерәк тә Американан инструкторҙар менән тәьмин итеүе ҡыйынлаша. Шуға күрә, үҙ сиратыбыҙҙа беҙгә лә программа сиктәрендә уҡырға теләүсе уҡыусылар һанын сикләргә тура килә. Мәҫәлән, тәүге йылдарҙа йөҙҙән ашыу үҫмер уҡый алһа, хәҙер ҡатнашыусылар һанын ҡырҡтан арттырмаҫҡа тырышабыҙ. Әммә шуныһы ҡыуаныслы, донъя кимәлендә ниндәй генә сәйәси ваҡиғалар күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, АҠШ менән бәйләнеш нығынғандан-нығына бара. Быйыл Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында ла Америка-башҡорт интерколледжы нигеҙендә ошондай "АССЕSS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы үҙ эшен башланы. Тимәк, республиканың тағы бер төбәгендәге һәләтле балалар үҙ мөмкинлектәрен ҡуллана, иле һәм халҡы өсөн кәрәкле белгестәр булып үҫеп етә аласаҡ, тигән һүҙ был.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Сит телде тәрәндән өйрәнеү өсөн мәктәп программаһында ҡаралған ваҡыт, әлбиттә, етмәй. Хәллерәктәр балаларының белемен уҡытыусы яллап, өҫтәмә дәрестәр алып, аҡса түләп камиллаштырта. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ундай мөмкинлектәре булмаған үҫмерҙәр өсөн ошондай дәүләт программаһы эшләүенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. "АССЕSS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләүҙең тәүге баҫҡысы булараҡ, сит илдәге коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу, уҡыусыларға иң алдынғы уҡытыу алымдары ярҙамында белем биреү йәһәтенән уҡытыусыларға ла ҙур ярҙам күрһәтә.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.14 | Ҡаралған: 1654

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru