«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘӘК АРХИВ БОРОНҒОЛОҠ ҺАҒЫНДА
+  - 

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Үҙәк тарих архивы август айында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңай менән архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИН ойошманың тарихы, әһәмиәте, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итә.

Халыҡты хеҙмәтләндереү

90-сы йылдарҙан һуң, билдәлелек заманы башланғас, элекке һымаҡ сикләүҙәр бөтөрөлдө. Һәр теләгән кеше архивҡа килеп эшләй, эҙләнә ала. Ләкин һуңғы йылдарҙа ғына, шәжәрә төҙөргә, үҙ крайын өйрәнергә теләп архивҡа килеүселәрҙең һаны артыу сәбәпле, бер аҙ сикләүҙәр индерҙек. Сөнки кешеләрҙең күп булыуы арҡаһында ғалимдарға, ғилми эш менән шөғөлләнеүсе студент, аспиранттарға урын етмәй башлағайны. Шуға күрә ситтән килгән кешеләрҙе шәхси ғариза менән июнь-июль айҙарында ғына ҡабул итәбеҙ. Ҡалған ваҡытта төрлө ойошмаларҙың, ғилми үҙәктәрҙең йүнәлтмәһе буйынса ғына эшләргә мөмкин.
Әлеге ваҡытта үҙ эшебеҙҙә интернет селтәрен әүҙем ҡулланабыҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе электрон вариантҡа күсереп, сайтыбыҙға ҡуйҙыҡ та инде. Шулай уҡ шәжәрәләрен тергеҙергә теләүселәргә лә архивҡа килеп эҙләнеп ултырыуҙың кәрәге юҡ. "Ревизские сказки"ларҙың электрон күсермәһен интернетта, беҙҙең сайтта табырға була. Әлеге ваҡытта был хеҙмәт бушлай тәҡдим ителә (күп өлкәләрҙә түләүле). 800-ҙән ашыу берәмек "Ревизские сказки" документтарының күп өлөшө электрон вариантҡа күсерелгән, ҡалғандары өҫтөндә эш дауам итә. Әлеге мәлдә 1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан үткәрелгән ауыл хужалығын иҫәпкә алыу документтарын электрон вариантҡа күсерәбеҙ. Был кампанияла шәхси хужалыҡ, уның хужаһы (исеме, йәше), ҡатыны, балалары (уларҙың исеме телгә алынмай, йәше генә күрһәтелә) хаҡында мәғлүмәт бирелә. Ауыл хужалығы ҡорамалдары, ерҙәренең майҙаны, нимә үҫтерелеүе, малдың һаны иҫәпкә алынған булған. Оҙаҡламай ошо кампания документтарының күсермәләре эшләнеп бөтәсәк, төп нөсхәһе менән тикшеренеүҙәр үткәрелгәндән һуң, сайтҡа ҡуйыласаҡ.
Ғөмүмән, кешеләрҙе хеҙмәтләндереү яҡшы булһын өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышабыҙ. Беренсе тапҡыр архивҡа килеп ингән кеше документтар менән нисек эшләргә кәрәклеген аңламаясаҡ. Студент йылдарында мин үҙем дә шундай хәлгә ҡалғыланым. Күҙҙе бәйләп, ҡараңғы бүлмәгә индереп ебәргәндәр кеүек тояһың үҙеңде, нимәнән башлап китергә белмәйһең. Ошондай хәл булмаһын өсөн архивта һаҡланған фондтар системаға һалына, эҙләү ысулдары камиллаштырыла. Уҡыу залындағы хеҙмәткәрҙәребеҙ кәрәкле документтарҙы табып бирергә ярҙам итә. Шулай уҡ картотекала фондтарҙың теҙмәһе бирелгән, бында фондтарға ҡыҫҡаса байҡау ҙа бар. Был үҙеңә кәрәкле теманы табыуҙы еңелләштерә. Революцияға тиклемге документтарҙың күсермәһен эшләргә рөхсәт ителмәһә лә, кәрәкле документтарҙы фотоға төшөрөп алырға мөмкин. Ә 1917 йылдан һуңғы документтарҙың күсермәһен дә эшләргә була.

Белешмәләр әҙерләү

Әлеге ваҡытта архив эшенең күп өлөшөн халыҡҡа справка биреү ала. Пенсия фонды кеше пенсияға сыҡҡанда унан хеҙмәт стажы, эшләгән осорон, эш хаҡын күрһәтеүсе белешмәләр талап итә. Ошо һәм шундай йүнәлештәге башҡа мәсьәләләр менән беҙгә халыҡ күп мөрәжәғәт итә. Былтыр ғына 25 мең белешмә эшләп бирҙек. Ошо справкалар өсөн документтарҙы туплау, уларҙы эшкәртеп биреү күп ваҡытты ала, бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә тиерлек шуның менән мәшғүл. Архивта төрлө бүлектәр бар. Элек ошо справка эше менән белешмәләр бүлеге генә шөғөлләнгән булған. Ләкин мөрәжәғәттәр артҡан һайын башҡа бүлектәр ҙә ошо эшкә йәлеп ителде. Мәҫәлән, уҡыу залында эшләргә тейешле ике хеҙмәткәребеҙҙең береһе тулыһынса тиерлек справка яҙыу менән генә шөғөлләнә. Кеше ныҡ күп булғанда ғына архивтың уҡыу залына килгәндәрҙе хеҙмәтләндерә. Ә төп хеҙмәткәр көн һайын эш ваҡыты бөткәндән һуң ҡалып, бер нисә справка эшләп ҡайта. Бөтә бүлектәрҙә лә ошо хәл күҙәтелә, шул сәбәпле методик эш менән шөғөллөнеү икенсе планға ҡала килә. Әлбиттә, был беҙгә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ төп эшебеҙҙе эшләргә өлгөрәбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең бүлек йыл һайын документаль йыйынтыҡтар сығарып тора. Зәки Вәлиди, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл, француздарға ҡаршы Ватан һуғышына 200 йыл һәм Беренсе Донъя һуғышы башланыуға 100 йыл тулыуға арналған йыйынтыҡтар баҫылып сыҡты.

Тарихи ҡомартҡылар йәшеренгән тәрән хазина

Архивтар артабан да ентекле өйрәнеүҙе талап итә. Архив документтары күп, башҡорттарға, Башҡортостанға ҡағылышлы матералдар Өфө архивтарынан тыш, башҡа күп ҡалаларҙа һаҡлана. Ғилми эштәр яҙғанда, йыйынтыҡтар әҙерләгәндә бер нисә тапҡыр Мәскәүҙең Сенат архивының боронғо факттар, хәрби тарих бүлектәрендә бер нисә тапҡыр ултырырға тура килде. Унда беҙҙең төбәккә, башҡорттарға ҡағылышлы документтар бихисап. Араларында бөтөнләй өйрәнелмәгәндәре, ғалимдарҙың, тикшеренеүселәрҙең ҡулы теймәгәндәре лә юҡ түгел. Уларҙы табып, халыҡҡа сығарыу өсөн бик күп эшләргә кәрәк әле.
Архив материалдарын өйрәнеү үтә лә мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ эш. Эҙләнгән саҡта киң массаларға ғына түгел, ә үҙең өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан документтарға ла юлығаһың. Мин Белорет районынан. Беҙҙең районда күпселекте ҡатай ырыуына ҡараған башҡорттар тәшкил итә. Бер нисә йыл элек ҡатай башҡорттарының аҫаба ерҙәренең сиктәрен һүрәтләүсе документтарға осрауым үҙемә ҙур яңылыҡ булғайны. Күптән түгел, тамъян менән ҡатай башҡорттарының ер арҡаһында килеп тыуған бәхәстәре, бер-береһе менән судлашыуҙары хаҡында документтарға юлыҡтым.
Ғөмүмән, архив ул бик күп тарихи ҡомартҡылар йәшеренгән тәрән хазина. Уны нығыраҡ өйрәнгән һайын әле билдәле булмаған, онотолған яңынан-яңы факттар, тарихтың билдәһеҙ биттәре асыла, билдәле биттәре тағы ла нығыраҡ тулылана.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
(Дауамы. Башы 36-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.14 | Ҡаралған: 1497

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru