«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА
+  - 

Амбициялар аңды томалағанда, ялған хистәр дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ҡамасаулағанда, бәләкәй генә хата ла ҙур эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Йөҙ йыл элек башланып киткән Бөйөк һуғыш (Икенсе донъя һуғышы башланғансы уны шулай тип йөрөтәләр) шуға миҫал. Ул ваҡытҡа тиклем бер ниндәй аналогы ла булмаған, миллионлаған кешенең ғүмерен өҙгән, дүрт империяның ҡолауына, донъяның сәйәси картаһы ҡырҡа үҙгәреүенә, бәлки, ике тиҫтә ярым йылдан йәнә ҙурыраҡ ҡан ҡойош башланып китеүенә сәбәпсе булған был һуғыш бер быуат үткәс тә ғибрәт һәм фәһем биреп, яңылыш аҙымдарҙан иҫкәртеп тора. Яңыраҡ ҡына ошо тарихи ваҡиғаларға арналған, "1914-1918 йылдарҙағы Беренсе Донъя һуғышы осорондағы Башҡортостан" исемле йыйынтыҡ донъя күрҙе. Йыйынтыҡты төҙөүҙә ҡатнашҡан тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән хеҙмәткәре Рәмил Насибулла улы РӘхимов ошо һуғыш, Башҡортостандың, Рәсәйҙең уға индергән өлөшө менән таныштыра. Һуғыш алдынан барған сәйәси ваҡиғалар

Беренсе Донъя һуғышының башланып китеү сәбәптәрен тикшергәндә, тәү сиратта донъялағы XIX быуат аҙағы, XX быуат башында барған сәйәси ваҡиғаларға байҡау яһап китергә кәрәк. XIX быуат аҙағында Европала ике ҙур сәйәси блок барлыҡҡа килә. Бер яҡтан - Франция, Бөйөк Британия һәм Рә-сәйҙән торған Антанта, икенсе яҡтан - Германия, Австро-Венгрия, Ғосман империяһы берләшкән Тройственный союз. Һәм ошо ике сәйәси блок донъялағы хакимлыҡ өсөн бер-береһе менән ярыша башлай. Әлбиттә, тәү сиратта был Англия менән Германияның сәйәси йоғонто өсөн үҙ-ара көрәше була.
Германия бары тик XIX быуат аҙағында ғына Бисмарк ярҙамы менән ҡеүәтле империяға әүерелә. Был ваҡытта донъяла сырье баҙары, колониялар тулыһынса бүленеп бөткән була. Йәш империя иһә армияһына ҙур иғтибар бүлә һәм һуғыштың башланып китеүе өсөн төрлө сәбәптәр эҙләй. Дөрөҫөн әйткәндә, был теләктә Германия яңғыҙ булмай, бар Европа йәмәғәтселеге, шул иҫәптән Бөйөк Британия, Франция һәм башҡа илдәрҙең интеллигенция вәкилдәре ниндәйҙер ҙур сәйәси үҙгәрештәр, донъяның ҡабаттан бүленеүен, һуғыш көтәләр.
Рәсәй императоры Николай II, һуғыш була ҡалһа, Рәсәйҙең уға әҙер булмауын аңлай. Беренсенән, армия менән флотта башланған модернизация тамамланмаған була әле. Шулай уҡ иҡтисади торғонлоҡ масштаблы һуғыш алып барырлыҡ кимәлдә булмай. Ә тимер юлдар системаһының насар үҫеше ғәскәрҙәрҙе бер урындан икенсе урынға күсереү мәсьәләһен ҡатмарлаштыра. Рәсәй императоры һуғыш теләмәй. Ул халыҡ-ара конференцияларҙа, ҙур дәүләттәр ҡоралдарҙан баш тартырға тейеш, тигән тәҡдим менән сығыш яһай, башҡа бер ҡасан да һуғышмаҫҡа саҡыра. Ләкин уның саҡырыуы яуапһыҙ ҡала, дөрөҫөрәге, башҡа дәүләт башлыҡтары был тәҡдим менән риза булмай, шуға ла ҡоралдарҙан баш тартыу идеяһы донъя лидерҙары тарафынан хуплау тапмай.

Һуғыштың башланып китеүе

1914 йылдың 28 июнендә Балҡанға килгән Австрия эрцгерцогы Франц Фердинандтың серб милләтсеһе Гавриил Принцип тарафынан үлтерелеүе һуғыш башланыуҙың формаль сәбәбе була. Германия был енәйәттә айырым кешене, йәки серб милләтселәре ойошмаһын түгел, ә бар Сербия хөкүмәтен ғәйепләй, Австро-Венгрия ультиматум иғлан итә (әйтергә кәрәк, был кеше ҡараған милләтселәр ойошмаһының Сербия хөкүмәте тарафынан финансланыуы бөгөнгө көнгә тиклем иҫбатланмаған). Австрияның ультиматумы Белград өсөн отошһоҙ була, шуға күрә ул быны ҡабул итә алмай. Рәсәй хәлдең ауыр икәнен аңлап, ультиматумды ҡабул итергә саҡырғас ҡына, Белград яуабын үҙгәртә. Ләкин Австро-Венгрия яуапты көтөп тормайынса, Белградты утҡа тота башлай, ғәскәрҙәрен Балҡан иленә индерә.
Рәсәй империяһы, Сербияла хәлдәр киҫкенләшә башлағас уҡ, уның союздашы булараҡ, мобилизация иғлан итә. Германия мобилизацияны туҡтатыуҙы талап итә. Рәсәй императоры рәсми рәүештә хәрби әҙерлектең Германияға ҡаршы йүнәлтелмәүен белдерә. Тыныс шарттарҙа һөйләшеүҙәр үткәреп, енәйәтсене ҡулға алырға һәм яуапҡа тарттырырға тәҡдим итә. Ләкин тыныс юл менән мәсьәләне хәл итеп булмай. Немец илсеһе Пурталес Рәсәйҙең тышҡы эштәр министры Сазоновҡа Берлиндың рәсми талаптары менән мөрәжәғәт итә. Немецтар ике документ әҙерләгән була. Пурталес Сазоновтан өс тапҡыр: "Мобилизацияны туҡтатырға әҙерһегеҙме?"- тип һорай. Өс тапҡыр кире яуап ишеткәс, "Германия Рәсәйгә һуғыш иғлан итә!" тип, ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы Сазоновҡа тапшыра. Пурталес үҙе һуғышҡа ҡаршы була, шуғалырмы, әллә тулҡынланыуы арҡаһындамы, ике төрлө яуап яҙылған ике документты ла Рәсәй тышҡы эштәр министрына тапшыра. Был документтарҙан Рәсәйҙең мобилизацияны туҡтатыу, туҡтатмауы бер ниндәй ҙә роль уйнамаясағы, ике осраҡта ла Германия һуғыш иғлан итәсәге асыҡлана.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.14 | Ҡаралған: 1409

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru