«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСАЛА ЛА АЛТЫНДА ЛА ТҮГЕЛ БӘХЕТ
+  - 

Уҡыусыға алтын яратҡан Фригия батшаһы Мидас тураһындағы тарих мәғлүмдер. Ул Дионистан уға үҙе ҡағылған бар нәмәне алтынға әйләндереү һәләте биреүен үтенә. Әммә бер көн эсендә ул бар ҡағылған нәмәләре, хатта үҙе яратҡан роза сәскәләре һәм яратҡан берҙән-бер ҡыҙы ла алтынға әйләнгәс, ысын бәхеттең алтында түгел икәнен аңлай. Бәхеткә күрә, Дионис уға алтынға әйләнгән нәмәләрҙе кире үҙ хәленә ҡайтарыу һәләтен дә биргән була...

Санкциялар һуғышы үҙ маҡсатына өлгәшә башланы шикелле. Рәсәй Хөкүмәте нисек кенә тырышмаһын, хаҡтарҙың артыуы дәүләт контроленә буйһонмай, тиҙлеген арттыра бирә. Был халыҡтың күпселеге тарафынан ыңғай ҡабул ителмәһә лә, Рәсәй иҡтисады үҫеше өсөн яңы офоҡтар асты: үҙебеҙҙең етештереүселәр был шарттарҙа яҡшы табыш алып, баҙарҙы сифатлы тауар менән тәьмин итә алды - ҡытлыҡ тигән нәмә һиҙелмәй. Күптәр уйлана башланы: баҙарҙан ит, һөт продукттары һатып алыу урынына үҙеңдең малыңды аҫырау отошлораҡ түгелме? ВТО-ға инеү, ил сиктәрен асыу хатта ауыл кешеһе өсөн был шөғөлдө файҙаһыҙға әйләндерә башлағайны бит…
Санкцияларға эләккән дәүләт корпорациялары резерв фондтарындағы аҡсаға дәғүәләрен белдерә тора. Олигарх Аркадий Ротенбергтың Италиялағы виллаларына арест һалғас, Дәүләт Думаһына ошоноң һымаҡ юғалтыуҙарҙы Рәсәй бюджетынан ҡаплау кәрәклеге тураһында закон проекты индерелә һалды. Ә бит Советтар осоронан ҡалған бурыстарҙы тиҙерәк ҡаплау тураһындағы уй бер депутаттың башына ла инеп сыҡмағайны. Һаҡлыҡ банкыһындағы, "Росгосстрах"тағы аҡсаларҙы "тамсылап" ҡына ҡайтарған булалар...
Владимир Путиндың инаугурацион указдарының үтәлеше лә иғтибарҙан ситтә ҡала. Бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһында онотторорға тырышалар. Был йәһәттән үҙҙәренә миллионлаған эш хаҡы ҡуйырға яратҡан ректорҙар корпусы даими "һелкенеп" тора. Һуңғы йылдарҙа ғына республиканың 3 алдынғы вузында ректорҙар эштән ебәрелде.
Рәсәй Хөкүмәтендә лә иҡтисади һәм социаль тармаҡтар етәкселәре араһындағы тартҡылаштар тураһында мәғлүм булды. Иҡтисади үҫеш һәм финанс министрлыҡтары әсәлек капиталын бөтөрөү тураһында һүҙ ҡуйыртһа, социаль блок етәкселәре быға ҡәтғи ҡаршы сыҡты. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар, үҙ файҙаһына килтергән дәлилдәрҙең бик икеле, шикле булыуына ҡарамаҫтан, үҙ позицияһын ныҡ яҡлайҙар. Әсәлек капиталы демографик үҫешкә һиҙелерлек тәьҫир итмәне, тип бара финанс блогы. Йәнәһе, "бала табыу календары ғына күсте" (икенсе баланы иртәрәк таба башланылар, ә балалар һаны артманы), ауыр шарттарҙа йылына 300 миллиард һум түләү дөрөҫ түгел. Шул ҡатмарлы ваҡытта ярҙам рәүешендә булдырылғайны түгелме ни әле әсәлек капиталы?
Бөгөн әсәлек капиталы 429 мең һум тәшкил итә. Киләһе өс йылда уны ярты миллионға еткереү күҙаллана. Был аҡсаны халыҡтың күпселеге торлаҡ алыу өсөн ҡуллана. 2009 йылдың 1 ғинуарынан башлап 2014 йылдың башына тиклем 2,3 миллион ғаилә был аҡсаны алған, 95 проценты уны торлаҡ алыу өсөн файҙаланған, 2/3 өлөшө (1,5 миллион ғаилә) ипотека түләү өсөн ҡулланған.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса әсәлек капиталының тыуымға булған тәьҫире бик ыңғай: 2000 йылдар башында бер ҡатын уртаса 1,3 бала тапһа, бөгөн был күрһәткес 1,7-гә етте. Фән буйынса ул 2,15-тән дә кәм булырға тейеш түгел. Демографтар билдәләүе буйынса, әсәлек капиталы башлыса 25 йәштән олораҡ ҡатындарҙы ғына дәртләндерҙе. Йәшерәктәре өсөн уның йоғонтоһо юҡ кимәлендә. Рәсәйҙең ярлыраҡ төбәктәре, моноҡалалар һәм ауылдарҙа йәшәгән ғаиләләр өсөн был ҙур ярҙам булды. Мәҫәлән, 2007 йылда 250 мең һумлыҡ әсәлек капиталы Дағстанда 44 айлыҡ эш хаҡын тәшкил итһә, бөгөн 406 мең һум тик 25 айлыҡ эш хаҡына тиң. Мәскәү өсөн был 2007 йылда 11 айлыҡ эш хаҡына тиң булһа, бөгөн 7 айлыҡтан артығыраҡ. Мәскәүҙә йәшәгән чиновниктарҙың был "файҙаны" күрмәүенә аптырарға ярамай. Әсәлек капиталын демографик һәм финанс күрһәткестәр менән генә сикләү дөрөҫ түгелдер. Атай һәм әсәй, олатай һәм өләсәй булыу бәхетен аҡса менән генә үлсәп булмай шул. Халыҡ юҡҡа ғына "Маллы бай түгел, уллы бай", тип әйтмәгән.
Бында икенсе факторҙы ла инҡар итергә ярамай. Бала тыуған ғаиләлә ата-әсәй күберәк аҡса эшләргә ынтылып тора. Әсәлек капиталын бөтөрөү йәмғиәт тарафынан кире ҡабул ителәсәк, сөнки был күп балалы ғаиләләрҙең Рәсәй дәүләтенә кәрәкмәй тигән сигналы булып яңғыраясаҡ.
Бюджет тармаҡтарын оптималләштереү процестары тамамланды, буғай. Һәр хәлдә, был сара менән ҡаҙна сығымдарын кәметеү мөмкинлектәре бөттө шикелле. Чиновниктар ҡаҙна килемдәрен арттырыу сараларын эҙләү менән мәшғүл. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы яңы тәҡдим эшләне, йәғни киоскыларҙа алкоголь һәм тәмәкене һатыуҙы киренән рөхсәт итергә кәрәк, тип һүҙ күтәрҙе. Билдәле булыуынса, һыранан башҡа алкоголь һатыу киоскыларҙа 1998 йылдан бирле тыйылғайны. 2013 йылдың 1 ғинуарынан майҙаны 50 квадрат метрҙан кәм булған магазиндарҙа һыраны һатыу ҙа тыйылды. Шул иҫәптән был эсемлектәрҙе рекламалау ҙа туҡтатылғайны. Әйтергә кәрәк, был саралар бик һөҙөмтәле булды. Эскелек һиҙелерлек кәмене. Рәсәй Хөкүмәте 2020 йылға тиклем алкоголде ҡулланыуҙы 55 процентҡа кәметеү бурысын да ҡуйғайны. Әммә ҡаҙна ихтыяжы был яҡшы башланғыстан баш тартырға мәжбүр итәсәк. Төндә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы рөхсәт һәм йәш буйынса сикләүҙе кәметеүҙе көтөргә ҡала. Бында ла тик беренсе планға ҡуйылған аҡсаны айыҡ тормош биргән бәхет менән сағыштырып булмай.
Был йәһәттән социологтар үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһе бик ҡыҙыҡ күренде. Иҡтисадсылар тарафынан ҡулланылған макроэкономик индикаторҙарҙың (эске тулайым продукт, хеҙмәт етештереүсәнлеге, эш хаҡының күләме һ.б.) кеше йәшәйешен билдәләүҙә тотҡан роле сикле икәне бер кемгә лә сер түгел ине. 2013 йылда 135 дәүләттә 133 000 кеше араһында үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса аҡса (финанс) йәһәтенән яҡшы күрһәткестәре булған дәүләттәрҙә йәшәгән халыҡ мотлаҡ бәхетле булырға тейеш, тигән фекер дөрөҫтән булып сыҡманы. Иң бәхетле дәүләттәр - улар Панама, Коста-Рика, Дания, Австралия һәм Бразилия. Бай булып иҫәпләнгән 4 кенә дәүләт (Швеция, Дания, Канада, Голландия) бәхетле беренсе тиҫтәгә инә алды. Йәшәү кимәле генә бәхетте билдәләмәй икән. Рәсәй 62-се урынды алды. Беҙҙең үҙенсәлек булып быуындар араһындағы айырманың үтә лә ҙур булыуы тора. 45 йәштән олораҡтар үҙҙәренең матди хәлен йәшерәктәргә ҡарағанда насар тип иҫәпләй (ололарҙың - 52 проценты, йәшерәктәрҙең - 38 проценты). Оло быуындың "бәхете" бөтә күрһәткестәр буйынса ла йәштәрҙекенән хөртөрәк: һаулыҡ торошо буйынса (36 процент һәм 8 процент), финанс буйынса - 31 процент һәм 21 процент, ғүмер маҡсаттарына 45 процент оло кеше өлгәшмәнем тип иҫәпләһә, йәштәрҙең тик 27 проценты ғына үҙен уңышһыҙ тоя.
...Әйткәндәй, ҡомһоҙ Мидас һуңынан Аполлон менән йырҙа ярышып еңелә. Әммә үҙенең еңелеүен танымауы арҡаһында ишәк ҡолаҡлы булып ҡала. Мидас һымаҡ, һалпы ҡолаҡлы булып ҡалмаҫҡа ине ул.

Илдар ҒӘБИТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.14 | Ҡаралған: 1681

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru