«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АПРЕЛЬ КӨЛКӨНӘН БАШЛАНДЫ
+  - 

Апрель, тигәндә, "ҡарҙар ирей, һыу таша, талдар бөрөһөн аса" тигән күңелле йыр һүҙҙәре яңғырап киткәндәй ҡолаҡта. Хәйер, апрелдең көләс, ҡояшлы, күңелле ай булыуын уның тәүге көнө үк һөйләп тора: көлкө һәм юмор көнө. Бөтөн донъя халыҡтары мәрәкә, шаян ҡылыҡтар һәм эләкләшеү, зыянһыҙ алдашыуҙар менән бер күңел асып ала.

Март ахыры төнгө һәм иртәнге сатлама һалҡындары менән нисек кенә тартҡылашмаһын, апрель дилбегәне үҙ ҡулына алды: һиҙҙермәҫтән генә ҡар ҙа иреп бөтөп бара, хатта йылы яҡтан ашығып, тәүге сыйырсыҡтар ҙа ҡайтып еткән, тиҙәр. Күрәһең, улар ҙа үҙ байрамдарын тыуған яҡтарында үткәреүҙе хуп күрә. Ниндәй байрам ул тағы, тиһегеҙме? Һуң әлеге 1 апрель инде! Халыҡ-ара ҡоштар көнө лә бит ул. Өфөлә сыйырсыҡ ояларын да күргән юҡ, һайрағандары ла бик ишетелмәй, сөнки был ҡоштар аулаҡ һәм йәмле ауыл ерҙәрен үҙ итеүсән, күрәһең. Ә унда инде йорт һайын тиерлек ҡупшы сыйырсыҡ оялары эшләп ҡуйыла. Уның ҡарауы, ҡышҡы-яҙғы көндәрҙә ҡала парктарында, мәктәп биналары тирәләй үҫкән ағастарҙа тағараҡтар элеп, ем һибеп ҡуя хәстәрле ҡулдар - ҡоштар дуҫтары. Был эшкә айырыуса балаларҙың йәлеп ителеүе мөһим. Йәш быуынды изгелек, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ата-әсә һәм мәктәптән тыш, хөрмәтле яҙыусыларыбыҙ бурысы ла икәнен онотоп ебәрмәйек, тип аңғартҡандай беҙгә 2 апрель - Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Яҡшымы-насармы, әммә ХХ быуат ахыры тыуған балалар кумирына әүерелгән Гарри Поттерға тиң башҡа герой тыуҙыра алмай нишләптер ҡәләм оҫталары. Был тормошта балаларыбыҙ Поттерҙағы кеүек "тылсымлы таяҡҡа" ғына ышанып үҫмәһен ине берүк... Йәш быуын вәкилдәре ысынбарлыҡҡа виртуаль "селтәр" аша күҙәтеп түгел, ә төплө белем алып, үҙҙәре теләгән һөнәргә эйә булып, ысын гражданлыҡ позицияһынан баҡһын, тиһәк, уларға тормоштарында маҡсат һәм өлгө булырҙай миҫалдар, фиҙаҡәр һөнәр эйәләре хаҡында күберәк һөйләйек. Ҡыҙыҡ, бөгөнгө балалар, үҫкәс, кем булырға хыяллана икән? Бер таныш уҡытыусы әйтмешләй, уларҙың күпселеге хәҙер банкир, эшҡыуар, директор кеүегерәк аҡсалы кәсепте хуп күрә, ә геолог булып, тау-таш аҡтарып, ил өсөн файҙалы ҡаҙылманы кем эҙләр? Йыһан, күк киңлектәрен кем айҡар? Ошо ҡаһарман һөнәр эйәләре хаҡында һөйләргә форсат тыуа апрелдә балаларға: 5 апрелдә Бөтөн донъя геологтар көнө билдәләнһә, Һыу аҫты кәмәһендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу (7), Бөтөн донъя авиация һәм космонавтика, шулай уҡ Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре көндәре (12), Бөтөн донъя сәләмәтлек (7), Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар (18), Халыҡ-ара бейеү (29) көндәре киң билдәләнәсәк был айҙа. Бер ыңғайҙа мосолман ҡәрҙәштәр ҡолағына ла төшөрөп ҡуяйыҡ: 23 апрель - Рәжәб айының тәүге йомаһына ҡаршы төн Рәғәиб кисе билдәләнәсәк. Был кистә Аллаһтың бәндәләргә мәрхәмәте тағы ла көсәйә: доғалар ҡабул булыр, намаҙҙарҙың, ураҙаларҙың, бирелгән саҙаҡаларҙың әжер-сауаптары күп тапҡырға арттырылыр, тиелә.
Был айҙағы тағы бер мөһим иҫтәлекле дата - 30 апрель - 70 йыл элек совет яугирҙарының Берлинда рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағын ҡаҙаған көндө нисек онотаһың! Әйткәндәй, шул да булһын мәғлүм: хәҙерге календарҙарҙа, нишләптер, 22 апрель фәҡәт Ер көнө булараҡ ҡына билдәләп кителә, ә ваҡытында планетала тәү тапҡыр революция яһап, халыҡ ҡулына ерҙе тартып алып биреүсе В. И. Лениндың исеме - ләм-мим... Тарихҡа еңел ҡарамайыҡ: күпме юғалтыуҙар аша яуланған Еңеүебеҙҙе лә әлегеләй онота күрмәйек, йөрәгебеҙҙән сығарып ырғытмайыҡ, йәмәғәт, ҡорбандар рухы кисерә алмаҫ быны...

Әйткәндәй, апрелдә шундай юбилейҙар билдәләнә:
4 - Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамоваға - 70 йәш
19 - БАССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты режиссер Лек Вәлиевтың тыуыуына - 80 йыл
20 - шағир Батыр Вәлидтең тыуыуына - 110 йыл
20 - яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Талха Ғиниәтуллинға (Анатолий Генатулин) - 90 йәш
29 - РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Йәмил Әбделмәновҡа - 50 йәш.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.04.15 | Ҡаралған: 1769

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru