«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТ ҒӘРӘСӘТТӘРЕНӘ КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?
+  - 

Радио, телевидениенан яңғыраған "Һауа торошо" мәғлүмәттәрен көтөп алабыҙ. Ошо ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәттән сығып, бөгөн урамда ниндәй кейем кейеп йөрөү яҡшыраҡ икәненән башлап, иртәгә һаулығыңа, хәл-торошоңа тәьҫир итерлек ниндәй атмосфера баҫымы, дымлылыҡ көтөлөүенә тиклем мәғлүмәт алырға була. Әммә был мәғлүмәт бер көн өсөн генә. Тейешле хеҙмәттәргә көндөң нисек килерен билдәләү ҙур көс һәм тырышлыҡ талап итһә лә, тәбиғәттә бынан да ҡатмарлыраҡ хәл-ваҡиғалар бихисап. Шуғалыр, метеорологтар, синоптиктар, фенологтар көндәр, айҙар, йылдар буйы эш өҫтөндә. Ә халыҡ көн, тәбиғәт торошона ниндәй мөнәсәбәттә? Миңә ҡалһа, көн торошо менән бөтә кеше лә ҡыҙыҡһынып та бармайҙыр. Кеше уның менән ҡыҙыҡһынып китһен өсөн берәй этәргес көс, етди генә сәбәп кәрәк.

Мин, мәҫәлән, бала саҡтан ололарҙың "ай башы", "числа (число) башы", "ай араһы", "әүҙәким", "питрау", "әҡрап", "ҡышҡы селлә", "йәйге селлә" тип һөйләгәндәрен, яңы ай тулғанын көтөп алып, ҡарап, төҫөн билдәләп, ай урағының оҙонлоғон, яҫылығын, уның яҙыҡ, кәкес булыуын һәм торошон (салҡан ята, текә тора) билдәләп, фараздар килтереп, доға ҡылғандарын ишетә-күрә йөрөнөм.
Шул халыҡ һынамыштары аша улар йылдың, айҙың, көндөң нисек килерен алдан әйтер булды. Улар нисек тормошҡа ашҡандыр - белмәйем. Шулай ҙа, һынамыштар тура килмәһә, ололар: йола "ҡартая", тиҙәр ине. Һынамыштар бер бөгөн генә аҡланмағандыр, күрәһең - элек тә тормошҡа ашмаған саҡтар булғандыр. Үҫә төшкәс, ололар әйткәндәрҙе дәфтәргә теркәй барҙым. Ул саҡта үлсәү приборҙарын (термо-, баро-, гидрометр) белеү түгел, ел йүнәлешен билдәләрлек белемем дә юҡ ине. Был хәлдән һуң инде 65 йылдан артыҡ ваҡыт та үтеп киткән. Иҫке яҙмаларымды һаҡламағанмын. Ә аҙмы-күпме белемгә эйә булғас, төрлө приборҙар ҙа туплағас, күҙәтеүҙәрҙе үҙем дә алып бара башланым. Шулай итеп, инде 40 йыл күҙәтеү алып барам.
Яҙҙырған, осратҡан гәзит-журналдарҙан папка-папка тупланмалар, төрлө китаптар йыйҙым. Был, билдәле, тик ҡыҙыҡһыныуым һөҙөмтәһе. Тупланған мәғлүмәттән, китап-белешмәләрҙән сығып, фәнни яҡтан нигеҙләп, китап та әҙерләрмен һымаҡ ине. Билдәле ки: йәшәү рәүеше үҙгәрҙе, хыялдар һүрелде. Шулай ҙа күҙәтеүҙәремде ташламаным.
Ваҡытында алдырған "Наука и жизнь" журналында бер-нисә йыл рәттән "Рокот забытых бурь" тигән исем аҫтында төрлө тәбиғәт катаклизмдары тураһында мәғлүмәттәр баҫылды. Был мәҡәләләрҙә беҙҙең эранан алдағы йылдарҙан беҙҙең көндәргәсә һәм киләсәккә күҙаллауҙар бар ине. Уларҙы бер урынға туплап, төпләп алмаҡ булдым. Ләкин бер һанын (№ 10, 1981 й.) таба алманым. Өфөләге бер китапханала эшләгән йәш ауылдашым Әмир Ҡотләхмәтовтан шул һанды табырға ярҙамлашыуын һораным. Өфө китапханаларында ул журналдар бар, ә миңә кәрәкле биттәре береһендә лә юҡ - йыртып алынған. Әмир Мәскәүгә заказ биреп, ксерокопия алдыртып, миңә ебәрҙе. Үтә лә ҡыҙыҡ һәм һәм әһәмиәтле мәғлүмәттәрҙе шулай таптым... Элекке күҙәтеүҙәр көн, йыл килерен дини ваҡиға, шәхестәр менән бәйләп алып барылған. Мәҫәлән, "Времена года. Православный народный календарь" китабы ошоға асыҡ миҫал. Күрә-һең, дин - йәшәү рәүешең, көнитмешең, тигәндәрҙер. Шул уҡ хәл В. Грошевтың "Календарь российского земледельца" китабында, йәки, "Российский календарь знаменательных дат" айлыҡтарында асыҡ күренә (бөтәһен һанап бөтөп тә булмай).
Йылдың, миҙгелдең нисек килерен элек дөрөҫ фаразлап та булғандыр. Ләкин һуңғы йылдарҙа һауа торошо беҙҙең фараздарға, теләктәргә һис кенә лә "бойһонмай". Сөнки, Ер полюсы ла, Ер һәм космос бәйләнеше үҙгәреүе һөҙөмтәһендә, Ерҙең күсәре 7 градусҡа ауышҡан, тип белдерәләр. Киләсәктә Уралда ла әфлисун үҫтереү ғәҙәти күренешкә әүереләсәк, тигәндәренә лә ышанмай булмаҫ.

Йылдың нисек килерен мөсәл йылдары менән дә бәйләйҙәр. Мәҫәлән, "Барыс йылы - барын сәс, һис булмаһа, тары сәс", тиҙәр. Мин һәр йылдың нисек килеүен ҡыҫҡаса яҙып барам. Барыс йылы 1986 йылда үткән. "Ҡар күп, йылы, яҙ - яуым-төшөмһөҙ, йәй - һәйбәт. Бесән күп, икмәк мул, ныҡ шәп йыл", тип яҙғанмын. 1998 йылдағы барыс йылын: "Йылы, бәҫле ғинуар, февралдә - һыуыҡ, буран. Март - яҙ һуң килде. Эҫе, ҡоро йәй. Ямғыр һирәк. Бесән, иген насар. Йылы, ҡоро көҙ. Ҡар һуң яуҙы. Һыуыҡ ноябрь, йылы, болотло декабрь", тип ҡылыҡһырлағанмын. 2010 йылдағыһын иһә: "Ҡар - уртаса, һирәк-һая бураны булды. Яҙ ныҡ һуң, һыуыҡ килде, ел. Майҙа - эҫе. Эҫе, ҡоро йәй. Бесән аҙ. Икмәк юҡ. Оҙон көҙ. Декабрҙә ҡапыл һыуытты", тип теркәгәнмен. Минең күҙәтеүҙәрҙән шул күренә: халыҡ юрауы, ышанысы аҡланмай.
Ерҙә лә, йыһанда ла циклдар бар. Уларҙы төрлө арауыҡтар: 30, 60, 120... йылдар менән билдәләйҙәр. Шулайҙыр. Ундай күҙәтеүҙәр белгестәргә, ғалимдарға билдәле. Ә беҙгә, синоптик, фенолог "вазифа"ларын башҡарыусыларға, уларҙың һүҙенә ышанырға, дөрөҫлөгөнә өмөт итергә генә ҡала. Шуға, моғайын, ерҙең, йыһандың циклдарын иҫәпкә алғанда, мөсәлдәрҙең бер-береһенә тап килмәүе ул тиклем үк ҡурҡыныс та түгелдер.
Быйыл йылдың нисек килере менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә төштө. Был, әлбиттә, насар түгел. Был ынтылыш беҙҙе тәбиғәт менән бәйләй, уға яҡынайта, иғтибарыбыҙҙы йүнәлтә. Сөнки, йәшәгән мөхитебеҙ тарая, ярлылана бара. Шлезвиг-гольтштейн вәкиле О. Адам 1639 йыл тирәһендә: "Вся Россия - бездна всякой лесной дичи, птиц и зверей", - тип яҙған. ("Человек и природа", №6, 1981 г.). Эйе, беҙ бала саҡта яҙын төрлө яҡта уйнаған ҡор тауыштарынан ҡолаҡ тонор ине. Уларҙы хатта тоҙаҡҡа эләктерер булдыҡ. Бөгөн улар үтә һирәк. Йәшәү сығанағы булған тәбиғәтте һаҡлай белмәйбеҙ. Хәҙер килеп, уның үҙгәреүенә аптырарға ла түгел, тим мин.
Быйыл ҡыш ҡарһыҙ булды, йылы-һыуыҡ алмашлап килде. Яҙ булған ҡарҙың март башында уҡ иреүенән башланды. Әле лә ҡар ята. Апрель башында ямғыр яуҙы. Йәйе лә ошолай бола булыр һымаҡ.
Ҡар һыуының ергә һеңгәнен боронғолар оҡшатмаған. Үткән йылда ла, быйыл да ҡар һыуы миңә бер ҙә оҡшаманы. Урыҫтарҙың "вербное воскресенье"һы үтте. Ошо көнгәсә тал көсөгө күренмәй, ниңәлер. Урыҫтар: "Апрель с водою - май с травою", - ти. Әле апрель ҡояшы менән ҡыуандырмай. Әллә майҙы көтәйекме? "Май холодный - год хлебородный", - тиҙәр бит.
Күптән түгел "Юлдаш" каналы бер тапшырыуында "Һеҙгә ниндәй тәбиғәт ғәрәсәттәрен кисерергә тура килде?" тигән һорау ҡуйғайны. "Юлдаш"тың үтенесен ҡәнәғәтләндереп, үҙ ғүмеремдә шаһит булған тәбиғәт ғәрәсәттәре тураһындағы яҙмаларымдан өҙөктәр килтермәксемен.
"1943 йылда ҡар ҙурайғас, ҡапыл һыуытты. 1944 йылдан аҙаҡ йылдар ҡоро килде. Тик 1952 йылдар ғына матур булды. Бер-нисә йыл инде беҙҙә оҙайлы ҡоролоҡ тора. 1949 йылдың ғинуары ямғырлы, йылы килде. Ә көҙө ҡоро, оҙайлы ҡоро һыуыҡлы булды. 1968 йыл июнь баштарында атҡа бесән сапмалы ине. Ә бишенә ҡараған төндә 30-35 см ҡалынлығында ҡар яуып һалды. 2000 йылдың май-июне шул тиклем ямғырлы булды, хатта һыу һеңмәй, яҙғы ташҡын һымаҡ аҡты..." "1947, 1965 йылдарҙың йәйҙәре лә көслө ямғырлы булды. Һаҡмар йылғаһы яҙғы ташҡындай һыуға тулышты. 1958 йылдың сентябрь башы матур көн ине. Ямғыр башланды. Комбайнда эшләйем. Бына 19-ы көнө 15-20 см ҡалынлығында ҡар яуҙы. Ирене. Октябрь аяҙ, йылы килде. 1991 йыл (4 июль) Юлдыбай аша үткән борсаҡ боҙо 63 мм. ине..."
Бындай күренештәр урыны менән булғылай. Үткән йәй беҙҙең тирәлә 2-3 тапҡыр ғына уртаса ямғыр үтһә, Иҙел башында артыҡ һыуҙан картуф серегәнен, Инйәр һыуының таҙарып та өлгөрмәгәнлеген беләбеҙ. Республиканың көнбайыш райондары үткән йылдың йәйе ҡоро килә, тип ҡурҡҡан саҡта, көҙ мул уңыш алыуҙарынан ниндәй шатлыҡ кисереүҙәрен аңлайым. БСТ-ла "Базы" хужалығы етәксеһе, арпа гектарынан 60 центнер уңыш бирә, тигәнен ишетеп, ҡоларҙай булдым. Фермерыбыҙ сәскән иген йыйып алырлыҡ та үҫмәгәйне шул.
Ошо урында нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә үпкәмде белдерәм. Селлә башланыуын яңылыш күрһәтәләр. Ул хата "Башҡорт теле һүҙлеге"ндә лә бар. Быйылғы "Башҡортостан календары"ның 6-сы битендә лә ул ҡабатлана.

Шулай итеп...
Селлә башланыу ваҡиға менән бәйле. Ҡыш Раштыуанан (7.01) һуң (шуға ла, "начало крещенских морозов" ти урыҫ), ә йәй - питрауҙан (08.07) һуң башлана ла, 40 көн дауам итә. Мин юрый селләне өлкәндәрҙән генә түгел, йәштәрҙән дә белешәм. Улар дөрөҫ яуап бирә. Бирелгән көндәр иҫкесә календарҙан. Эйе, католик, протестанттарҙа Раштыуа - 25 декабрь. Ә насраниҙар 26-һынан башлап, Раштыуаға хәтле 12 көн киләһе айҙар килешен билдәләй. Әммә юрау һис тә тап килмәй. Мин ҡайһы саҡта "тикшергеләйем". Тәбиғәт үҙенсә йәшәй. Ҡайһы осраҡта уға йәшәргә ирек тә бирмәйбеҙ, уның беҙгә хеҙмәт иткәнен онотабыҙ. Йәл.

Йәмних ҠАШҠАРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.15 | Ҡаралған: 1957

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru