«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХ БЕҘҘЕ ҒӘФҮ ИТМӘҪ...
+  - 

"Башинформ" агентлығында ойошторолған сираттағы матбуғат конференцияһы былтыр Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән семинар материалдары йыйынтығын презентациялауға арналды.
Был сара ниндәйҙер кимәлдә йөрәктән сыҡҡан әрнеү ҙә, республика халҡына оран да булып яңғырағандай булды. Сөнки делегация етәксеһе, Башҡортостан Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин белдереүенсә, быйыл Юлай Аҙналиндың тыуыуына 285 йыл тула. Ләкин республика бөйөк батырҙың атаһының, уның көрәштәшенең юбилейын бөтөнләй "онотто". Ул ғына ла түгел, хатта Салауат Юлаевты ла хәтерҙән ҡыҫырыҡлап сығарып барабыҙ. Ғәли Фәйзрахман улы әйтеүенсә, юғары уҡыу йорттарының береһендә икенсе курс студенттарынан Салауат Юлаевтың кемлеген һорағас, 19 кеше араһынан ни бары бер генә студент уның тураһында ыңғай фекерҙә була. "Әгәр батырҙарыбыҙҙы үҙебеҙ пропагандаламаһаҡ, тиҙҙән рухи көрсөккә барып терәләсәкбеҙ, - тине Ғәли Фәйзрахман улы. - Бөгөн былай ҙа Крәҫтиән һуғышы етәкселәрен бандиттар һәм башҡа исемдәр менән кәмһетергә тырышалар, ләкин Салауат Юлаевтың донъяуи кимәлдәге феномены - уның ғәҙеллек көрәшсеһе булыуында һәм был хаҡта оноторға ярамай".
Сәфәргә килгәндә инде, Палдиски халҡының милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа мөнәсәбәте үҙенсәлекле - улар уның тураһында быуындан-быуынға үҙҙәре белгән тарихты тапшыра, Салауатты кенәз тип атай, уның рухын, әхлаҡи сифаттарын хәтерендә һаҡлай һәм ундағы мөхиттән Салауат рухы аңҡый, әйтерһең дә, батыр һаман да эргәлә генә йөрөй. "Әгәр Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа ниндәйҙер рәсми мөнәсәбәт булһа, Эстонияла уға йылы, кешелекле мөнәсәбәт булыуы хайран итте. Олоһо ла, кесеһе лә уны белә, хатта батыр хаҡында һөйләгәндә күҙҙәренә йәш тула", - тип үҙенең фекерҙәре менән бүлеште Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Азат Бердин. Артабан ул йыйынтыҡ менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте һәм ғәҙеллек көрәшсеһе символы булған башҡорт батырына бағышланған семинарҙың Еңеүсе Георгий сиркәүендә уҙғарылыуы ла тәрән мәғәнәгә эйә булыуын белдерҙе.
Палдискиҙа заманында рус мәктәбендә ойошторолған Салауат Юлаев музейы бер ваҡыт эшләүенән туҡтап, уның экспонаттары подвалға "ябылғайны". Әлеге ваҡытта музей экспонаттарының ҡала хакимиәтенең бер бүлмәһендә урын табыуы ла ҡыуаныслы күренеш. Ғәли Вәлиуллин әйтеүенсә, делегация мэрияға барып ингәндә, коридорға күргәҙмә итеп ҡуйылған экспонаттарҙы күреп, күңелдәрҙә Башҡортостандан Башҡортостанға барып төшкәндәй тойғолар кисерҙек, тине тулҡынланыуын һәм ғорурланыуын йәшермәйенсә һәм киләсәктә экспонаттарҙы айырым бинаға - ҡабат рус мәктәбенең бер класына күсереү мәсьәләһенә етди тотонасаҡтарын да белдерҙе. Ләкин был бер ойошманың йәки бер кешенең генә эше түгел, ә дәүләт, хөкүмәт кимәлендә һәм батырыбыҙҙың юбилейы йылында ғына түгел, даими, системалы алып барыла торған мәсьәлә.
Эйе, финанс көрсөгө, нисек кенә ауыр булмаһын, килә лә китә. Ә бына рухи көрсөктән сығыу, бәлки, мөмкин дә түгелдер. Әгәр ғәҙеллек һәм рух символы булған милли батырыбыҙҙы онотһаҡ, тарих беҙҙе ғәфү итмәҫ...

Шәрифә САЛАУАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.06.15 | Ҡаралған: 1433

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru