Ошо көндәрҙә Өфөнөң бер төркөм спортсы балалары Голландияның Алкмар ҡалаһында үткән 2015 йылғы Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашты. Делегацияны Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов етәкләне.
Өфө командаһы Халыҡ-ара балалар уйындарында 2011 йылдан бирле ҡатнаша. Хәтерегеҙҙәлер, ошондай юғары кимәлдәге, ҡышҡы уйын төрҙәрен үҙ эсенә алған балалар уйындары бынан бер-нисә йыл элек Өфөлә лә уҙғайны. Өфө командаһы ул ярышта ла һынатмағайны. Ләлә сәскәләре илендә үткән быйылғы ярышта ҡатнашыусы дзюдо, еңел атлетика, спорт гимнастикаһы һәм волейбол менән шөғөлләнеүсе 14 бала шулай уҡ оло еңеүҙәр яуланы. Улар иҫәбендә 5 - алтын, 1- көмөш, 2 бронза миҙал!
Өфөнөң волейбол командаһы егеттәре бер тапҡыр ҙа еңелеү көйөнөсө кисермәй һәм алтын миҙалға лайыҡ була. Гимнастар Светлана Мазунина (ике алтын) һәм Екатерина Левченко ла үҙ командаһын алға сығарыуға үҙ өлөшөн индерә. Светлана - ирекле программала, ә Екатерина алдан билдәләнгән программала беренсе урын яулай. Гимнастар командаһы шулай уҡ команда многоборьеһы ярыштарында ла матур һөҙөмтә күрһәтә. Был - тағы бер алтын миҙал, тигән һүҙ. Дзюдо оҫталары Илья Алонов менән Данила Баландин иһә бронза миҙалға лайыҡ була. Еңеүселәр араһында ике бер туған еңел атлеттар - Айҙар менән Айрат Шәйхетдиновтар ҙа бар. Айҙар көмөш миҙал яулаһа, Айрат 4-се урын алып, шулай уҡ яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тигәндәй, һуңғы йылдарҙа Өфөлә, республикала сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа ылығыусы балаларҙың арта барыуы һөйөндөрә. Өфөнөң спорт майҙансыҡтарында хоккей уйнаған, футбол типкән малайҙар күбәйҙе. Иртәле-кисле йүгереп, тән яҙлыҡтырған, велосипедта йөрөгән йәштәр ҙә күп. Спорт тотош йәмғиәт шөғөлө дәрәжәһенә күтәрелеп етмәһә лә, балаларыбыҙҙың Халыҡ-ара кимәлдәге уйындарҙа ҡатнашыуы, етмәһә, оло еңеүҙәр яулауы киләсәккә яҡты өмөттәр уята барыбер.
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|