«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЛЫҢ БИК КҮПМЕ? СИКЛӘРГӘ ТУРА КИЛЕР!
+  - 

Ауылдың йәме лә, ҡото ла мал-тыуарҙа, ҡош-ҡортта. Шуға күрә Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимировтың шәхси хужалыҡтарҙағы эре һәм ваҡ малдың, шулай уҡ ҡош-ҡорттоң һанын сикләү тураһындағы һорауҙы күтәреүе күптәр өсөн көтөлмәгәнлек булды. Хужалыҡтарында күпләп мал аҫраусылар был тәҡдимде ҡаты тәнҡит утына тотто. Шул уҡ ваҡытта уны яҡлаусылар ҙа юҡ түгел.

Губернатор үҙенең әлеге теманы күтәреүен һәм ошо юҫыҡтағы ҡануниәтте төплө тикшереп, тейешле үҙгәреш-тәр индерергә кәрәклеген түбәндәгесә нигеҙләй. "Беҙҙең илдә бөгөнгө көндә шәх-си хужалыҡтың аныҡ ҡына критерийы юҡ. Мәҫәлән, ҡайһы бер төбәктәрҙә шәхси хужалыҡ артына "йәшеренеп", 14000 баш һарыҡ, 1500 баш эре мал, 2000 меңләп ҡош-ҡорт тотоусылар бар. Улар шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлмәгән, дәүләт ҡаҙнаһына һалым түләмәй", - тине ул Сочила үткән кәңәшмәләге сығышында. Ул федераль кимәлдә шәхси хужалыҡтар өсөн сикләүҙәр булдырыу йәки төбәктәргә бындай сикләүҙәрҙе үҙаллы билдәләү мөмкинлеге биреүҙе һораны һәм миҫал өсөн Ставрополь крайын килтерҙе. Унда 5-тән артыҡ һыйыр һәм 20-нән күберәк һарыҡ көткән кешеләр шәхси хужалыҡ булыуҙан туҡтап, шәхси эшҡыуарҙар рәтен тултыра икән. Хөкүмәт башлығы Ауыл хужалығы министрлығына Иҡтисадты үҫтереү, Финанс министрлыҡтары менән берлектә һәм Рәсәй төбәктәре ҡатнашлығында "ҡануниәттең шәхси хужалыҡ алып барыуға ҡағылышлы өлөшөнә үҙгәрештәр индереү, шул иҫәптән бындай хужалыҡтағы ауыл хужалығы малын һәм ҡош-ҡортто сикләү тураһындағы һорауҙы өйрәнергә һәм хәл итергә" ҡушты. Тәҡдимдәр ағымдағы йылдың 23 сентябренә тиклем Хөкүмәткә тапшырылырға тейеш, тип билдәләнә документта. Әйткәндәй, шәхси хужалыҡта мал һанын сикләргә тырышыуҙар 2009 йылда ла әлеге лә баяғы Ставрополь крайы депутаттары тарафынан күтәрелеп сыҡҡайны, ләкин ул ваҡытта инициатива яҡлау тапманы. Әлеге тәҡдим 112-се һанлы "Шәхси хужалыҡ тураһында"ғы федераль законға үҙгәртеүҙәр индерерме-юҡмы икәнлеген ваҡыт күрһәтер.
Ҡайһы бер төбәктәрҙәге кеүек, ихатаһында меңәрләп мал аҫыраусы шәхси хужалыҡтар беҙҙең республикала юҡ икәнлеге көн кеүек асыҡ. Ул тиклем һандағы мал-тыуарҙы 12-18 сутыйлыҡ биләмәлә урынлашҡан ауыл өйө ихатаһында тотоуҙы күҙ алдына килтереп тә булмай. Хәҙерге ваҡытта 4-5 һыйыр көтөүсе ауыл ғаиләһен тапһаң да бик мәслихәт әле. Ә ҡош-ҡортто меңәрләп түгел, бер-нисә тиҫтә алған кеше лә бөгөнгө көндә ауылдаштары араһында аптырау тыуҙыра, сөнки ул тиклем ҡош-ҡортто үлән менән генә үҫтереп булмай, ә емдең хаҡы "тешләшә". Уларҙы ашатыуға киткән бойҙай хаҡына ҡышҡылыҡҡа етерлек ҡаҙ йәки өйрәк ите һатып алырға мөмкин, ә бәпкә көтөп ыҙалайһы түгел.
Губернаторҙың һалымдар тураһында һүҙ ҡуҙғатыуы буштан юҡҡа түгел, әлбиттә. Ошондай эшмәкәрлек менән булған берәү һалымдарҙы түләп, ә икенсе берәү түләмәй генә малсылыҡ менән шөғөлләнә икән, кемеһе яйлыраҡ позицияла икәнлеге аңлашылып тора. Шулай уҡ дәүләт ҡаҙнаһы ла әллә күпме килем юғалта. Тимәк, меңәрләп мал тоторға теләүселәр булһа, улар, ысынлап та, тейешле процедураларҙы үтеп, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә бурыслылыр, моғайын. Бындай һорауҙы күтәреүгә халыҡтың сәләмәтлеге тураһындағы борсолоуҙар ҙа этәрҙе, ти әлеге инициатива менән сығыусы. Шәхси хужалыҡтарҙа санитар нормаларҙың һаҡланыу-һаҡланмауын тикшереп йөрөүселәрҙе кем күргәне бар? Һәр кем хәленән, мөмкинлегенән һәм егәрлегенән килгәнсә ихатаһын тәртиптә тоторға тырыша, ләкин мал тиҙәгенә, ҡош-ҡорт йөнөнә батып ятҡан ихаталарҙы ла осратырға була. Нәҡ шундай хужалыҡтарҙа малдар төрлө сирҙәргә дусар булып, тирә-яҡтағыларға ҡамасау һәм борсолоу тыуҙыра ла инде. Улар янында йәшәүсе күршеләргә, ысынлап та, түҙемлектәрен йоҙроҡҡа төйнәп көн итергә генә ҡала. Ә шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы ойошмаларында таҙалыҡ, сифат һәм эшселәрҙең хәүефһеҙлеге яғынан контроль көслө.
Рәсәйҙе төрлө яҡлап "быуған" санкциялар ил етәкселеген ауыр хәлгә ҡуя. Сәйәсәт сәйәсәт менән, ә ашарға көн дә кәрәк. Тимәк, ил Хөкүмәте тиҙ арала һөҙөмтәле саралар уйларға һәм уларҙы ғәмәлгә ашырырға бурыслы. Белгестәр фекеренсә, ошо рәүешле Хөкүмәт үҙенең тырым-тырағай ваҡ етештереүселәр түгел, ә эре ауыл хужалығы предприятие һәм ойошмалары, фермер хужалыҡтары яҡлы икәнлегенә ишаралай, илдәге иҡтисади көсөргәнешлекте ошо рәүешле генә үтергә мөмкин булыуына ымлай. Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән һәм бар эшмәкәрлеге күҙ алдында булған ҙур хужалыҡты контролдә тотоуы ла, улар етештергән продукцияның күләмен һәм сифатын тикшереп тороу ҙа бермә-бер еңел. Ләкин был ниәт халыҡты ҡарап ҡына торған мал-тыуарынан яҙҙырырға тейеш түгел. Һәр ғаиләнең мал-тыуарға булған ихтыяжы төрлөсә - кемгәлер бер һыйыр ҙа етә, ә икенселәр өсөн 5 баш мал да әҙ. Шуға күрә, ҡарар тотош ил өсөн уртаҡ түгел, ә һәр төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡабул ителер, тигән ышаныс ҡына ниндәйҙер өмөт уята. Шуныһы көн кеүек асыҡ - ил етәкселегенең шәхси хужалыҡтарҙағы мал-тыуар һанының күпме булырға тейешлеген билдәләүсе ҡарарҙы хуплаусылар ҙа, уның менән ҡырҡа килешмәүселәр ҙә буласаҡ.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Айнур ҒӘБИТОВ, Баймаҡ районы: Был, минеңсә, ауыл кешеһенең күҙ терәп торған малынан, ҡош-ҡортонан яҙҙырырға итеү. Әгәр ҙә һәр ғаиләгә, ундағы кеше һанын иҫәпкә алмайынса, берәр баш һыйыр, ике һарыҡ һәм ун тауыҡ ҡына көтөргә рөхсәт итһәләр? Ауылдарҙа эш юҡлығы, аҡсаһыҙлыҡ халыҡты бар көсөн мал-тыуарға йүнәлтергә мәжбүр итә: беҙҙе ашатыусы ла, кейендереүсе лә мал. Шуға күрә Хөкүмәттең барыһын да ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар ҡабул итеүен көтөргә генә ҡала. Тормошта былай ҙа мәғәнәһеҙлек аҙым һайын, инде үҙ ихатаңда шуның менән осрашырға яҙмаһын.
Сәлим ҒАРИПОВ, Ҡырмыҫҡалы районы: Агросәнәғәт комплексында тәртип булдырыу күптән кәрәк ине. Ләкин ауыл хужалығындағы контролде яйларға тырышыу шәхси хужалыҡтарҙы аграр өлкәнән бер-нисә эре компанияның ҡыҫырыҡлап сығарылыуына килтермәҫкә тейеш. Шәхси хужалыҡ менән ҙур ауыл хужалығы ойошмаһын сағыштырыу һәм уларҙың эшмәкәрлеген бер нисбәттән сығып ҡарау урынһыҙ, сөнки беренселәренең етештергән тауары, икенселәр менән сағыштырғанда, диңгеҙгә тамған тамсы кеүек кенә. Ләкин шулай булыуға ҡарамаҫтан уларҙың да йәшәүгә, үҙ тауарын һатырға һәм килем алырға хоҡуҡтары бар. Шуға күрә Хөкүмәт шәхси хужалыҡтарҙың тынын быумаҫлыҡ, ауыл кешеләрен әсендермәҫлек ҡарар ҡабул итергә тейештер, тип уйлайым. Халыҡты асыуландырмау хәйерле.
Эльвира МӨХӘМӘҘИЕВА, Иглин районы: Һүҙ, ҡайһы берәүҙәр аңлағанса, мал-тыуарҙы кәметеү тураһында түгел, ә уларҙың һанын сикләү хаҡында бара. Мин, мәҫәлән, өйөм алдын күршемдең 7 һыйырынан, 20-ләп һарығынан, 30-лап ҡаҙынан ҡалған ҡалдыҡтарынан таҙартып арыным. Уның менән ипләп тә һөйләшеп ҡараным, әрләшергә лә тура килде, хатта ауыл Советына саҡыртып та малдарын төнгөлөккә урамда ҡалдырмауын талап иттем - һөҙөмтәһе булманы. Ауыл Советы рәйесе белдереүенсә, һәр кем күпме теләй, шул тиклем мал тоторға хоҡуҡлы, тимәк, күршем артабан да малдарының һанын арттырырға мөмкин. Шуға күрә шәхси хужалыҡтарҙағы малдар һанын сикләү тураһындағы ҡарарҙы түҙемһеҙләнеп көтәм, сөнки күршемә закон нигеҙендә үҙ талаптарымды ҡуя аласаҡмын.

Гөлназ МАНАПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.09.15 | Ҡаралған: 1292

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru