«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ БОРСОҒАНЫ ШУЛ...
+  - 

Был өс ижадсы ла тамашасыға, уҡыусыға яҡшы таныштыр, тигән өмөттәбеҙ. Уларҙың ниндәй өлкәлә, ниндәй кимәлдә ижад итеүе лә билдәлелер. Был юлы ижади эшмәкәрлектәре тураһында һөйләп тормайынса ғына, уларҙың "Һеҙҙе бөгөн иң борсоғаны ни?" тигән һорауға яуаптарын ғына ишеттермәксе булдыҡ.

Алмас ШАММАСОВ, шағир, журналист, Башҡортостан Республикаһы Башлығы референты:
Беҙ бик ҡыҙыҡ заманда йәшәйбеҙ. Үҙем тарих фәнен яратҡан һәм ихтирам иткән кеше булараҡ, шуны әйтә алам: донъя тарихында ла, илебеҙ тарихында ла әлеге заман менән тулыһынса сағыштырырлыҡ осорҙо осратҡаным булманы. Әлбиттә, ниндәйҙер бер күренештәре менән хәҙерге Рәсәйебеҙ батша замандарын да, совет осорон да, капиталистик илдәрҙәге көрсөк йылдарын да, 60-70-се йылдарҙағы Европа илдәрен дә, хатта Салтыков-Щедрин һәм Франц Кафка әҫәрҙәрендәге ваҡиғаларҙы хәтерләтеп ҡуя. Был тәбиғи ҙә. Сөнки үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап беҙ ҡиблабыҙҙы таба алмай, һаман йә тегендә, йә бында төртөлөп, бәрелеп-һуғылып йөрөй бирәбеҙ. Был юлдың һаман осо-ҡырыйы ла күренмәй. Әлеге көндәр Горькийҙың "Клим Самгин тормошо" романын ныҡ хәтерләтә. Ундағы бәрелеп-һуғылыуҙар ни менән тамамланғанын уҡыусы яҡшы беләлер.
Мине бөгөн иң ҡурҡытҡан нәмәләр - ул битарафлыҡ һәм эгоизм. Тап бына ошо ике нәмә бөтә кешелекте генә түгел, Ер шарындағы барлыҡ тереклекте юҡҡа сығарыуы мөмкин. Бер ниндәй атом бомбалары ла кәрәкмәй, кешеләр тик битараф һәм эгоист ҡына булһын, бер-береһен ҡырып, бер-береһенең ҡырылыуын ситтән йәшенеп кенә күҙәтеүҙәре лә етә.
Кеше нимәнән башлана? Кеше, минеңсә, икенсе тере йәндең күңел әрнеүен, барлыҡ кешелектең бер туған булыуын аңлауҙан, ғәҙелһеҙлеккә һәм яуызлыҡҡа нәфрәт тойғоһонан башлана. Был мәңгелек закондар. Ул закондарға Бөйөк Еңеүҙе яулаған ата-бабаларыбыҙ, әсә-өләсәйҙәребеҙ тоғро булған. Ә беҙ уларҙы оноттоҡ. Күптәр тик үҙенең әрнеүен генә белә, үҙ мәшәҡәттәренә генә йомолоп, үҙ шатлығына, еңеүенә генә ҡыуанып йәшәй. Кешеләр ауырлыҡтан ҡасырға тырыша, һикәлтәләр аша атларға, дауылға ҡаршы барырға ҡурҡа. Әйтерһең дә, Горькийҙың пингвиндары. Күптәр тик үҙ туғандарының йәки үҙ милләтенең мәнфәғәттәренән генә сығып йәшәй, үҙен генә уйлай, башҡаларҙы һанға ла һуҡмай. Һанға һуҡмау ғына түгел, башҡаларҙы мыҫҡыл итеүҙән, башҡаларҙың интегеп йәшәүенән, күҙ йәштәренән йәм таба. Әйтерһең дә, аждаһалар, яуыз көстәр менән бәхәс ҡороп, күберәк яман эштәр эшләргә, яуызлыҡ конкурсында еңергә ынтыла. Ныҡлабыраҡ ҡарағыҙ тирә-яҡҡа, тыңлағыҙ: күпме зар ишетелә, күпме ҡан-йәш ағыла. Ҡот осҡос түгелме ни? Һеҙҙе был донъяның ни тиклем йәмһеҙ, бәғерһеҙ булыуы саҡ ҡына булһа ла уйландырмаймы?
Күптәр хәҙер быға хатта ғәжәпләнмәй ҙә. Сөнки телевизорҙа ла, интернетта ла ҡот осҡос яңылыҡтарға күнегеп бөткәнбеҙ. Хәҙерге кеше миңә Фонвизиндың бөйөк комедияһы геройын хәтерләтә. Һәм бына шундай һаҡаллы сабый компьютер алдында гамбургерҙар, кока-кола ашап-эсеп ултыра, ти. Ә уның күҙ алдында төрлө күренештәр пәйҙә була. Йорт ишелеп төшкән, һалдаттар һәләк булған, ғәрипләнгән. "Ай-ай-ай! Ҡот осҡос! Йәл! Йәл!" ти ҙә беҙҙең герой ашауын дауам итә. Террористар Пальмира музейын һаҡлаусыны үлтергән, тарихи, мәҙәни ҡомартҡыларҙы юҡҡа сығарған. "Ҡот осҡос!" - һәм ашауын дауам итә. Түбәнге Новгород ҡалаһында ата кеше алты балаһын, ҡатынын, әсәһен үлтергән, Октябрьскийҙа әсә кеше ике балаһын һыуға батырған. "Ҡот осҡос!" - һәм ашауын дауам итә. Украинала һуғыш, ҡарттар, балалар һәләк була. "Ҡот осҡос!" - һәм ашауын дауам итә. Был тағы-тағы ла көндәр-төндәр буйы ҡабатлана. Ошо күренештәр кешене тик ҡурҡыта, аптырата ғына. Иртәгәһен ул был яңылыҡтарға инде тетрәнмәй. Иртәнән һуңға ул быларға тыныс ҡарай. Бер айҙан уларҙы тулыһынса онота. Сөнки ул бөгөн төп нәмәнән - бөйөк идеалдарҙан, хыял итә белеүҙән, икенсе тормош теләй белеүҙән мәхрүм. Ул ҡото осоп йәшәй, ә донъяны үҙгәртергә, донъяның киләсәген саҡ ҡына булһа ла күҙ алдына баҫтырыу тураһында уйлап та ҡарамай. Сөнки уның тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, йоҡларға урыны бар, тирә-яҡта күңел асыу өсөн урындар шул тиклем күп - уйна, көл, иҫер, рәхәтлән! Кире күренештәр тураһында уйланма ла! Бер тапҡыр йәшәйһең, рәхәтләнеп йәшәп ҡал, үҙең тураһында ғына уйла - был хәҙерге заман девизы түгелме?
Икенсе тормош тураһында хыялланыу түгел, беҙ уның булыу мөмкинлегенә лә ышанмайбыҙ хатта. Беҙ утопияларҙы инҡар итеп, антиутопия селтәренә килеп эләктек. 90-сы йылдарҙа азатлыҡҡа ынтылыуыбыҙ бөтә йәмғиәттән азат булыуға ҡайтып ҡалды. Әммә был азатлыҡ түгел, иптәштәр. Был, киреһенсә, яңғыҙлыҡ камераһына үҙең теләп ябылып йәшәү. Ә был камераның һаҡсылары - битарафлыҡ һәм эгоизм.

Шәһит ХАММАТОВ, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры:
Мине һәр ваҡыт йәмғиәтебеҙгә ҡағылышлы бер проблема борсой: ауылда йәшәгән ир-егеттәребеҙҙең күбеһенең күҙендә нур, йәшәүгә дәрт һүнгән. Мин үҙем белгән заманда әле, һабантуйҙарҙа атҡа атланып ярышып, күкрәк киреп көрәшеп, бынамын тигән донъя көтөп, янып йәшәгән ағайҙар, нишләптер, тормош ауырлыҡтарына бирешеп, ҡулдарын төшөргән. Ҡайһылары хатта ҡарт ата-әсәһе алған пенсия аҡсаһына йәшәүгә күскән! Бына шул кешеләрҙең күҙҙәрендә яңынан ышаныс, дәрт уятырға, ҡулдарына ҡеүәт бирергә ине. Ергә ятып эшләп, тырышып-тырмашып йәшәһәләр, тип хыялланам.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ауылдарҙағы тормошто йәнләндереп ебәреү ысулын эҙләп табыу мөһим. Минеңсә, бының өсөн махсус комиссия төҙөп, халыҡты йыйып, улар араһынан эште яйға һалғандай лидерҙарҙы эшкә егергә кәрәк. Тәү сиратта үҙ креслоһын юғалтыуҙан ҡурҡмаған етәкселәр, тормошҡа зарланып, мыжып, аптырап ятмай, инициативаны үҙ ҡулына алырға әҙер булған йәштәр өлгө күрһәтергә, үҙ артынан эйәртергә тейеш. Халыҡ мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйған лидерҙар ғына ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк, тип уйлайым.

Альберт ИМАМЕТДИНОВ, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры:
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры булараҡ, күберәк балалар өсөн ижад итәм һәм балалар донъяһын күҙәтеп, уларҙың характерын, ҡыҙыҡһыныуҙарын, уй-фекерҙәрен өйрәнәм, анализлайым. Балалар донъяһы икһеҙ-сикһеҙ, бай, матур. Халҡыбыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәге бөгөн ололарҙан - ата-әсәләрҙән, олатай-өләсәйҙәрҙән ҙур яуаплылыҡ талап итә. Ғаиләлә һалынған белем, донъяға ҡараш кешенең артабанғы яҙмышында бик мөһим роль уйнай. Уның үҫеше сәнғәт донъяһы менән дә бик тығыҙ бәйләнештә барырға тейеш. Сөнки сәнғәт - ул матурлыҡ, белеүебеҙсә, донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр. Шуға күрә, балаларыбыҙҙа ни тиклем матур сифаттар тәрбиәләһәк, шул тиклем киләсәккә ныҡлы ышаныс менән баға алабыҙ. Бының өсөн тәү сиратта уларҙа сәнғәткә ҡарата һөйөү тыуҙырырға кәрәк. Кескенә саҡтарынан уҡ әкиәттәргә, йыр-моңға, бейеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, артабан беҙҙең Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры аша баланың белем даирәһен арттырыу мөһим. Сәнғәт донъяһы кешенең күңел даръяһын киңәйтә, хыялланырға һәм яҡшынан яманды айырырға өйрәтә. Балалар нимә менән ҡыҙыҡһына башлаһа ла самаһын белмәй, замана балалары компьютер, төрлө техника менән артыҡ мауыға. Уларҙың энергияһын, танып белеү теләген дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтәйек, рухи донъяһын тәрбиәләүгә вайымһыҙ ҡарамайыҡ, роботҡа әйләндермәйек. Бала тирә-яҡ мөхит, үҙен уратып алған һәр нәмәгә ҡыҙыҡһынып, аптырап, һоҡланып ҡарарға өйрәнһә, ул күрә белергә, битараф булмаҫҡа өйрәнә. Шуға ла спектакль ҡарап ҡайтҡандан һуң балалар менән унда барған тамаша тураһында фекер алышыу бик кәрәк, нимә оҡшай, нимә аңланы, ҡайһы персонаж күңеленә ятты, ул үҙе шул әкиәт геройы урынында нимә эшләр ине - былар бөтәһе лә Кеше сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә торған мәлдәр. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына балаларын етәкләп килеүселәр бик күп түгел. Аңлы, рухлы, матур балалар үҫтергән ғаиләләр беҙҙең театрҙа сәхнәләштерелгән изгелек, яҡтылыҡ, яҡшылыҡ өләшеүсе спектаклдәр, тамашаларҙан ситтә ҡалмаһа ине. Бала тәрбиәһендә ярҙам итергә теләп ярҙам ҡулы һуҙған Ҡурсаҡ театрына ата-әсәләр йышыраҡ иғтибар итһен, кескәйҙәрҙең рухи донъяһын байытыуға күберәк әһәмиәт бирһен ине. Режиссер булараҡ, бөтөн борсолоуҙарым, бөтөн ижадым бына ошондай маҡсатты тормошҡа атҡарыуға йүнәлдерелгән инде...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.15 | Ҡаралған: 1386

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru