«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҮҘЕМ БУЛЫП ҠАЛАМ"
+  - 

Фарсы теленән тәржемә иткәндә, уның исеме "Һөйөклө" тигәнде белдерә. "Һөйкөмлө һөйәк" тиҙәр, ғәҙәттә, ундайҙарҙы халыҡта. Яҙмышы, ғаиләһе, эшенән уңыуына шөкөрана ҡылып, үҙ-үҙе, тирә-йүндәгеләр менән тулы гармонияла йәшәгән Франгизә Финан ҡыҙы өсөн быйыл юбилей йылы. Телевидение режиссеры, Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы белгесе Франгизә Илбәкованың күркәм генә юбилейы алдынан үҙенә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Тамашасы Һеҙҙе кем булараҡ яҡшыраҡ таный - режиссермы, әллә сценарийҙар оҫтаһы итепме, әллә шағирә булараҡмы?

- Күберәк телевидение режисеры булараҡ беләләрҙер, тип ышанам, сөнки был эшкә үҙемдең көсөмдө, тырышлығымды күберәк һалғанмындыр, моғайын. "Аҡ тирәк, күк тирәк" тапшырыуы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн барған "Айгөл иле" тележурналы, "Инсан", "Нәҙер" тапшырыуҙар циклдарын өлкәнерәк быуын яҡшы иҫләй. "Йома" тапшырыуында ла эшләнем, "Арҡайым" зыялылар клубы бер нисә йыл бик уңышлы барҙы. Артистар, яҙыусылар, шағирҙар ижадына арналған тапшырыуҙар күпме булды! Мифтахетдин Аҡмулланың, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Марат Кәримовтың, Факиһа Туғыҙбаеваның ижадына арналған фильмдар ҙа ижад емештәрем исемлегендә. Режиссер бик ижади ҡараш талап иткән һөнәр ул, геройыңдың хистәрен, эске кисерештәрен тоя белеүҙән тыш, бар тупланған мәғлүмәтте дөрөҫ итеп үрә белеү ҙә кәрәк. Күп ижадсыларҙың концерттарын, юбилей кисәләрен үткәрергә, сценарийҙар яҙырға, был сараларҙың сәхнә режиссеры булырға ла тура килде. Шиғырҙарыма иһә Салауат Низаметдинов байтаҡ йырҙар яҙҙы. Ришат Сәғитов менән ижади дуҫлыҡ "Күрше малай" тигән балалар йырынан башланды. Бик популяр йыр булды ул, ғәжәп инде, хатта дискотекаларҙа шуға бейейбеҙ, тип килеп әйтә торғайны йәштәр.

Композиторҙар әйтеүенсә, бөтөн шиғырға ла йырҙар яҙылмай. Йырлап ҡына торған шиғырҙар нисек тыуа?

- Шағирә булыу өсөн ниндәйҙер айырыуса, бик юғары һәләткә эйә булырға кәрәк, тип иҫәпләнем гел генә һәм үҙемде шағирә тигәндәренән ояла инем. Шулай ҙа шағирҙар араһында ла минең шиғырҙарыма яҡшы баһа биреүселәр бар икәнен беләм. Тәүге хистәр тәбиғәткә һоҡланыуҙан килә, аҙаҡ инде икенсерәк тойғолар кисереүҙән түҙмәйенсә ҡулға ҡәләм алаһың. Шиғырҙарың шау хистән, һөйөүҙән генә тора, тигәндәре бар. Был шиғриәтемә, бәлки, ниндәйҙер еңеллек тә бирәлер, әммә ҡатын-ҡыҙға ил-көн темаһын, проблемаларын күтәреү мотлаҡ түгел, тип иҫәпләйем. Быныһы инде Хоҙай тарафынан ир-егеткә йөкмәтелгән бурыс.

Йыһан ҡанундары буйынса, ҡатын-ҡыҙ тормошҡа тап һөйөү аша бағырға тейеш түгелме һуң?

- Һис шикһеҙ, гүзәл зат булараҡ тормошто тап ошо яҡтан - һөйөү, наҙ аша күреү тәбиғи хәл. Беҙҙең был донъялағы бурысыбыҙ - яҡтылыҡ таратыу. Үҙе булып ҡала алған, үҙенең эске торошонан ҡәнәғәт ҡатын-ҡыҙ ғына нур сығынағы була ала. Яҙмышыма рәхмәтлемен, үҫкән ғаиләмдә ауыр эштәрҙе ағайҙар күтәрһә, еңелдәрен ҡустылар эшләне. Апайҙар ҙа күңелемде аяп ҡына торҙо, шуға бер аҙ иркәрәк тә инем. Ошо наҙҙы үҙ ғаиләмдә лә татыйым, Ишморат ысын егеттәрсә һүҙен дә әйтә, яҡлай ҙа, һаҡлай ҙа, баһамды күтәрә лә белә. Ғаиләмдә аңлау тапҡанға күрә, эшем дә алға барҙы. Ижад бит ул бер яҡлы ғына түгел, үҙемде төрлө яҡлап үҫтерә алыуыма ла шатланам.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Кем иһә Франгизә Илбәкованың төрлө яҡлы ижады менән тағы ла яҡынданыраҡ танышырға теләй, 25 сентябрҙә уның "Үҙем булып ҡалам" тигән концертына килә ала. Концерт тулыһынса уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙан торасаҡ. Тәүге өлөштә шиғырҙар менән йырҙарҙы бәйләп, бәләкәй генә драматик тамаша ҡороласаҡ. Икенсе өлөш тыуған яҡ, бөгөнгө көн хаҡында уйланыуҙарға бәйле буласаҡ. Сарала Франгизә Илбәкованың "Үҙем булып ҡалам" тигән шиғырҙар китабының презентацияһы ла ойошторола.

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.15 | Ҡаралған: 1272

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru