Эльвира Аҡназарова менән Фәйзулла Ғөбәйҙуллиндың исеме үҙҙәре эшләгән Сибай концерт-театр берекмәһендә һәм ҡала халҡы араһында ғына түгел, тотош республикаға таныштыр. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары тигән маҡтаулы исем йөрөткән бейеүселәр булғандан ғына түгел, ә ябайлыҡтары, татыу һәм тырыш ғаилә булып йәшәүҙәре, тормошҡа айыҡ ҡарашлы, маҡсатлы һәм матур киләсәккә ынтылыштарынан да киләлер уларға булған ихтирам һәм һөйөү. Айсыуаҡ исемле улдары һәм Әмилә исемле ҡыҙҙары, ата-әсәһенән матур өлгө алып, уларҙан күрмәксе, бәләкәйҙән сәхнәгә тартылып, сәнғәт һөйөп, милли йыр-моңдарыбыҙға, бейеүҙәребеҙгә ғашиҡ булып үҫеп киләләр... Әңгәмәселәрем менән яҡындан танышыуҙы уларҙы сәнғәткә илткән сәбәптәр һәм юлдарҙы барлауҙан башланыҡ.
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Баймаҡ районының Байыш ауылында ете балалы ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгәнмен. Әсәйемдең моңло йырҙарын тыңлап, кескәй сағымдан уларҙы күңелемә һеңдереп үҫтем. Башҡорт сәнғәтенә беренсе һөйөү орлоҡтары шул саҡтарҙа уҡ һалынғандыр, бәлки... Спорт менән иҫ белгәндән дуҫ булдым, мәктәп йылдарында төрлө спорт ярыштарында ҡатнашыу, йүгереү минең өсөн ғәҙәти күренеш ине. Шулай ҙа профессиональ сәнғәткә килеүем осраҡлы рәүештә булды шикелле: тыуған ауылымда туғыҙынсы синыфты тамамлағас, әллә ни икеләнмәй генә Күмертауға - физкультура техникумына юл тоттом. Ике туған Зөһрә апайым да улы Мораҙымды Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына алып барыу ниәте менән бергә юлға сыҡты. Юлда ул мине лә шул уҡ техникумға ҡоҙалай башланы: "Бергәләп уҡырһығыҙ, һинең һәләтең бар бит, әйҙә, көсөңдө һынап ҡара", йәнәһе. Оҙаҡ уйламай ғына ризалаштым да ҡуйҙым. Әллә яҙмыш менән, әллә яңылыш инде, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, техникумдың "Театр һәм кино актеры" бүлегенә уҡырға инеп киттем. Йәш, дәртле саҡ, уҡыуҙан буш ваҡытымда ҡаланың бейеү театрында шөғөлләнергә лә өлгөрҙөм. Шулай итеп, студент йылдары ла артта ҡалды һәм мин үҙебеҙҙең Сибайҙа яңы ғына асылған филармонияға эшкә ҡайттым...
Эльвира Аҡназарова: Атайым Вәкил Яҡуп улы менән әсәйем Рәйсә Хашим ҡыҙы Баймаҡ районында танылыу яулаған бейеүселәр булһалар ҙа, ағайым менән апайымдан айырмалы рәүештә, мин күберәк йырларға яраттым. Әммә уҡытыусыларым барыбер мине бейеүгә йәлеп итергә тырыша ине. Хәтеремдә, беренсе синыфта уҡығанымда синыфташым Илһам менән икебеҙгә "Дуҫлыҡ" бейеүен һалдылар һәм беҙ, Темәстән Баймаҡҡа килеп, смотрҙа сығыш яһаныҡ. Бейеүебеҙ нисек килеп сыҡҡандыр, әммә бәләкәй генә ике сабыйҙың оло сәхнәлә күбәләктәй өйөрөлөүен тамашасылар бик йылы ҡабул итте һәм дәррәү алҡыштарға күмде. Илһамды минән ҙурыраҡ күрһәтеү өсөн ҡамсат бүрек эсенә ҡағыҙ тултырып кейҙергәндәре иҫемдә ҡалған. Артабан инде "Һыбайлы ҡыҙ", "Бишбармаҡ", "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүҙәре менән сәхнәгә сыҡтым. Бейеүгә тартылыуыма өләсәйем - РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡунаҡбикә Тулыбаева ла этәргес булғандыр. Ул да Темәстә йәшәне... Әммә Темәс урта мәктәбен тамамлағас та әле сәнғәт юлынан китергә баҙнат итмәнем, дөрөҫөрәге, хыялым уҡытыусы булыу ине. Шуға ла документтарымды Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына тапшырҙым. Тик бала саҡтан күңелемә һеңгән "бейеү сире" үҙенекен иткәндер инде, бында ла "Ирәндек" бейеү ансамблендә шөғөлләнеүемде дауам иттем. Дүртенсе курста уҡығанымда ансамблдең әҙерлек төркөмөнә етәкселек иттем, бер юлы Сибайға ҡайтып, "Сибай" бейеү ансамблендә шөғөлләнергә лә өлгөрә инем...
Ике бейеүсе бер-береһен нәҡ шул "Сибай" бейеү ансамблендә осратҡандыр инде, моғайын...
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Бер күреүҙән үк нисектер күңелемде яулап алды Эльвира. Ул саҡта филармониябыҙ "Төҙөүселәр клубы"нда өйҙәш кенә ине.
Эльвира Аҡназарова: "Ошо ҡыҙ барыбер минең кәләшем буласаҡ", - тип маҡтанып та йөрөгән әле ул Фәйзулла, аҙаҡ бергә эшләгәндәрҙән ишетеп кенә белдем...
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Байтаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәс, өйләнешергә булдыҡ. Әммә эшебеҙҙә бер кем бер ни белмәне. Ҡәйенбикәм - бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова, репетиция мәлендә беҙгә иҫкәрмә яһап, яңылыш ҡына "кейәү менән кәләш" тип ысҡындырғас ҡына белделәр... Туйҙан һуң наҙланышып ултырырға ла форсат бирмәнеләр - икенсе көнөнә үк башҡалар менән бергә Өфөгә концерт менән юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең өсөн юбилейҙар, тыуған көндәр, байрамдар булманы тиерлек - һәр саҡ юлда йәки эштә, сәхнәләбеҙ...
Эльвира Аҡназарова: Ысынында, бер төптән ике сәнғәт кешеһенең бер ғаилә булып йәшәүе үҙ ауырлыҡтарын да тыуҙыра. Бигерәк тә балалар бәләкәй саҡта ауырға тура килә - оҙайлы гастролдәргә сыҡҡанда үҙең сәхнәлә булһаң да күңелең өйҙә, балалар янында ҡала.
Бейеү сәнғәтендә бай тәжрибә туплаған бейеүселәр булараҡ, һеҙҙең һөнәргә бәйле һорау биреп китһәм, урынлы булыр, моғайын. Бейеүҙәрҙең эстәлеге, уларҙың ҡуйылышы хаҡында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
Эльвира Аҡназарова: Актуаль һорау һәм уға бер ҡатлы ғына яуап биреп тә булмайҙыр ул... Бейеү ҡуйыусылар юҡ тип әйтә алмайым - бар улар. Тик яңылыҡ эҙләүселәре, ниндәйҙер асыш яһарға теләүселәре һирәгерәк. Унан килеп, уларҙы яҡлаусылар, күтәрмәләүселәр юҡ кимәлендә.
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк: бөгөн барыбыҙ ҙа бер ҡаҙанда ҡайнайбыҙ, һәр кем үҙе өсөн генә йәшәргә тырыша, урыҫтар әйтмешләй, "каждый боится за свою шкуру". Нимә эшләйһең - заманы шулай! Кемгә нимә, нисек оҡшай, уңайлы һәм ҡулайлы - барыһы ла шулай булып ҡаласаҡ... Өс-дүрт минутлыҡ ҡына бер бейеүгә тотош тарихты һыйҙырыу бик ауыр, әлбиттә, шулай ҙа тырышһаң, барыһын да булдырырға һәм эшләргә мөмкин.
Быға ҡәҙәре Сибай филармонияһы айырым ойошма булараҡ эшләп килде. Хәҙер концерт-театр берекмәһе итеп үҙгәртелеп, балалар театры менән бергә ҡушылды. Берләштереүҙең ыңғай һәм кире яҡтарын нимәлә күрәһегеҙ?
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Әлбиттә, тәү сиратта ике учреждение ла үҙаллы ойошма булараҡ эшләргә теләр ине. Әммә һуңғы йылдарҙа урын алған финанс көрсөктәре, шуға бәйле ҡыҫҡартыуҙар, оптималләштереү күренештәре сәнғәт өлкәһенә лә ҡағылмайынса үтмәне. Бәлки, киреһенсә, мәҙәниәт уларҙан нығыраҡ зыян күргәндер: күпме учреждениелар ябылды, күпме кеше эшһеҙ ҡалды... Ҡасандыр шаулап-гөрлөп торған мәҙәниәт усаҡтары һүрелде, һүнде. Бөгөн бит халыҡ клубтарға, мәҙәни сараларға әллә ни йөрөмәй. Һәр кемдең - олоһоноң да, кесеһенең дә - белгәне телевизорҙан бөтмәҫ сериалдар ҡарау йәки сәғәттәр буйына компьютер алдында ултырыу. Рухиәтлек юғала, тимәк, кешеләрҙә күңел байлығы, халыҡсанлыҡ кәмей. Дөрөҫ, оло быуын вәкилдәре боронғоса концерт-тамашалар, спектаклдәр ҡарауҙы хуп күрә, әммә төп халыҡтың быға "ваҡыты юҡ"...
Эльвира Аҡназарова: Уҙған быуаттың беҙҙең филармония асылған 90-сы йылдарын ғына алып ҡарайыҡ - ниндәй генә концерт булмаһын, зал тамашасылар менән шығырым тулы булды! Ауылдарҙа ла беҙҙе, йәғни профессионал артистарҙы, ниндәйҙер күтәренкелек менән, шатланып ҡаршы ала торғайнылар. Ә һуңғы йылдарҙа сәнғәткә тамашасы һөйөүе, милли үҙаң кәмей төштө. Концерт залдары бик һирәк халыҡ менән тулы була, ә ауылдарҙа кешене клубтарға йыя алмайҙар. Был нимәнән киләлер - әйтеүе ауыр. Шулай ҙа сәнғәт эшмәкәрҙәренә еңел-елпе программалар менән мауығыуҙан арынып, ысын мәғәнәһендә халыҡсан, тамашасыларҙың күңеленә яҡын сценарийҙар төҙөү тураһында йышыраҡ уйланырға кәрәктер. Әҙме ни бөгөн көн ҡаҙағына һуғыр проблемалар! Әйтәйек, ауыл ерҙәрендәге эшһеҙлек, буйҙаҡтарҙың күплеге, ғаилә парҙары араһындағы йәмһеҙ күренештәр, эскелек һәм наркомания... Бына шуларҙы сағылдырырға ине сәхнәләрҙә һәм кешеләрҙә уларға ҡарата ытырғаныу, кире ҡараш тыуҙыраһы, һис юғы оялыу хистәрен уятырға ине...
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Филармония менән балалар театрын берләштереүҙең ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Беренсе нәүбәттә, әлеге лә баяғы финанс яғынан отошло. Унан театр актерҙары менән филармония артистары теге йәки был сарала бер-береһен тулыландырып, өҫтәп-күтәрмәләп ебәрә ала. Күрше Татарстан Республикаһында был байтаҡтан килгән ғәҙәти күренеш. Нисек кенә булмаһын, беҙгә бергә эшләргә һәм йәшәргә, халыҡтың рухи ихтыяждарын бергәләп, берлектә ҡәнәғәтләндерергә. Быныһы, минеңсә, иң мөһиме!
Һуңғы йылдарҙа, сәхнә - йәштәр өсөн, тигән ҡараш өҫтөнлөк итә. Бының менән килешәһегеҙме?
Эльвира Аҡназарова: Сәхнә - бөтә халыҡтыҡы! Милли мәҙәниәтебеҙгә, сәнғәткә битараф булған йәштәрҙән бар булмышы менән йыр-моңға, сәнғәт өлгөләренә бирелгән, халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ғашиҡ әбей-бабайҙар ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Шул уҡ фольклорҙы ғына алып ҡарайыҡ: оло быуын халҡыбыҙҙың үткәне, мәҙәни хазиналары менән яҡынданыраҡ таныш, күп нәмәне улар үҙҙәре күргән һәм кисергән. Һөҙөмтәлә фольклорҙы сәхнәлә уларҙан да теүәлерәк һәм халыҡсаныраҡ сағылдыра алыусылар юҡтыр. Ишетеп, уҡып ҡына белгәндән үҙ күҙҙәрең менән күргән яҡшыраҡтыр, тип уйлайым. Ә йәштәр йәштәрсә инде - уларға заманса ритм хас: көйө лә, бейеүе лә еңел, күңелле булһын! Милли колорит, халыҡсанлыҡ, тарихилыҡ артҡы планда ҡала...
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Эйе, сәнғәтебеҙҙә, ғөмүмән, йәшәйешебеҙҙә милли традициялар үҙгәрә, юғала - шуныһы йәл. Унан килеп, һуңғы осорҙа һөнәрмәндәр менән һәүәҫкәрҙәр араһын тигеҙләү күҙгә ташлана, ә кәрәкмәҫ ине. Сөнки нимә генә тип әйтмә, боронғоларса фекер йөрөтһәк, "уҡыған уҡыған инде"!
Былтырғы йыл Мәҙәниәт йылы тигән исем аҫтында үтте. Исемле йыл нимәләре менән хәтерегеҙгә һеңде?
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Беренсе сиратта, ниһайәт, финанс хәлебеҙ бер аҙ яҡшырҙы - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәрҙеләр, шуға ҡыуандыҡ. Әлбиттә, исемле йылда коллективыбыҙҙың сафы ярайһы ғына һирәгәйеүе күңелде ҡыра биреп ҡуйҙы ҡуйыуын, шулай ҙа дәрт-дарманлы йәштәрҙең эшкә килеүе, бөгөн уларҙың ҙур теләк менән ең һыҙғанып эшләп йөрөүе йыуаныс. Тимәк, киләсәккә лайыҡлы алмаш ҡаласаҡ, филармониябыҙ үҙ бәҫен юғалтмаясаҡ, тигән өмөт бар.
Эльвира Аҡназарова: Былтыр төрлө өлкәләргә гастролдәргә лә сыҡтыҡ һәм был йүнәлештә эш дауам итәсәк. Мәҫәлән, Санкт-Петербургта, Һарытауҙа, Свердловск өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе милли һабантуйҙар үткәрешеп ҡыуандырҙыҡ. Учалы филармонияһында эшләүсе коллегаларыбыҙ менән үҙ-ара йыр-моң, бейеү бәйгеләрендә ярышып, дуҫлыҡ күперҙәрен нығыттыҡ. Әйтергә кәрәк, ике ижади коллективтың бындай осрашыуҙары ике яҡ өсөн дә тик файҙаға ғына булды - бер-беребеҙҙән өйрәнер, тәжрибә уртаҡлашыр нәмәләр бихисап икән шул... Тамашасыларыбыҙҙың һөйөүен, ихлас алҡыштарын ҡаҙанған яңы программалар сығарҙыҡ. Әйткәндәй, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" тип исемләнгән театрлаштырылған тамашабыҙ үҙебеҙҙә һәм күрше райондарҙа аншлаг менән үтте һәм ижади состав уны республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Ишембай кеүек эре ҡалаларына ла алып сыҡты.
Һеҙҙең булмышығыҙҙа илһөйәрлек, аҫабалыҡ, милли рух һыҙаттары ярылып ята. Ижадығыҙҙа ла был төшөнсәләр төп урынды биләй, шикелле... Балаларығыҙҙы ла шул рухта тәрбиәләйһегеҙҙер, моғайын?
Эльвира Аҡназарова: Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тиҙәрме әле? Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең үксәгә баҫып киләләр, рәхмәт төшкөрҙәр. 3-5 йәштәренән бейей башланылар. 2003 йылда үткән "Ирәндек моңдары"нда, 2006 йылда Туймазыла үткән "Оҙон көй"ҙә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булдылар. "Сулпылар" өлгөлө ансамбленә, сәнғәт мәктәбенең "Осҡон" бейеү ансамбленә йөрөүҙәре лә шул беҙҙең юлды ҡыуыуҙарынан киләлер, ахыры.
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Балаларҙы сағыу кейемдәр менән халыҡ алдына - сәхнәгә сығыу, төрлө ерҙәргә барыу үҙенә тарталыр, тип уйлайым. Республика бәйгеләрендә ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙҙарына, дипломдарға лайыҡ булыуҙары ла үҙенекен итәлер. Улыбыҙҙа ла, ҡыҙыбыҙҙа ла милли ғорурлыҡ төшөнсәләре тәрбиәләүҙе үҙебеҙҙең бурыс итеп һанайбыҙ инде һәм һәр ата-әсә был тәңгәлдә балаларына ғаиләлә үк аныҡ йүнәлеш бирергә тейештер.
Икегеҙҙең дә бейеүҙәрегеҙгә бейеү сәнғәтенең нескәлектәрен, асылын төптән тойомлау, һөнәри оҫталыҡ серҙәрен тулы кимәлдә асыуға ынтылыш хас. Мәҫәлән, "Ҡоҙасам", "Елән" "Мөхәббәт шишмәһе", "Дуҫлыҡ", "Бүләк" парлы бейеүҙәрегеҙҙе генә алайыҡ - уларҙа һеҙ бер бөтөндө хасил итәһегеҙ...
Фәйзулла Ғөбәйҙуллин: Рәхмәт! Бейеүҙе тамашасылар хөкөмөнә сығарыр алдынан уны әҙерләү өсөн бик күп көс түгергә, хеҙмәт һалырға тура килә. Һәр бейеүҙең үҙ йөкмәткеһе, үҙ биҙәге бар. Тимәк, уны тейешле кимәлгә еткереү бейеү ҡуйыусының ғына түгел, ә бейеүҙе башҡарыусыларҙың да бурысы. Шулай икән, бейеүҙәргә өҫтән-мөҫтән ҡараш хилаф был йүнәлештә...
Эльвира Аҡназарова: Ысынлап та, ике бейеүсе бер-береһен яҡындан аңламай тороп, дөйөм уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Был йәһәттән икебеҙҙең бер ғаиләнән булыуыбыҙ тик беҙҙең файҙаға ғына - ғәҙәттәге репетицияларҙан тыш ваҡытта ла үҙ-ара кәңәшләшергә, бер-беребеҙҙе төҙәтергә мөмкин.
Мотал РӘМОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА