«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҘӘНИӘТ БЕҘҘЕ КҮТӘРӘ, БЕҘ МӘҘӘНИӘТТЕ КҮТӘРӘЙЕК!
+  - 

IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына килгән делегаттарға, республикалағы мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәтебеҙҙең кимәлен нисек баһалайһығыҙ, тип мөрәжәғәт иттек.

Римма Ғөбәйҙуллина, Күмертау ҡалаһының Республика политехник лицей-интернаты директоры: Һәр дәүләттең мәҙәниәте, әҙәбиәте нигеҙендә ошо ерҙә йәшәгән халыҡтарҙың әхлаҡи ҡиммәттәре ята. Ғөмүмән, мәҙәниәттең, сәнғәттең, әҙәбиәттең әһәмиәтен бер ҡасан да төшөрөргә ярамай. Уларҙың барыһын да "мәҙәниәт" тигән терминға берләштерһәк, бына шул мәҙәниәт аңыбыҙҙы киңәйтә, улай ғына ла түгел, беҙҙең бөгөн һәм иртәгә ниндәй ҡиммәттәр менән көн күрәсәгебеҙҙе билдәләй. Шөкөр, бөтөн донъя беҙҙе йырлы-моңло тәбиғәт балаһы итеп таный, милли кейемдәребеҙҙең һәр биҙәгенә һоҡлана. Ысынлап та, Башҡортостанда башҡорт сәнғәте бөтөн яҡлап кәүҙәләндерелә. Юғары профессиональ кимәлдәге театрҙар, бейеү ансамблдәре бар, йырсыларыбыҙ традицион башҡарыу оҫталығын быуындан-быуынға тапшыра килә.
Уҡытыусы, лицей директоры булараҡ, уҡыусыларымдың бөгөнгө мәҙәниәт менән таныш булыуҙарына ныҡ иғтибар итәм. Ҡалабыҙға артистар килһә, уларҙы мотлаҡ үҙебеҙгә саҡырып, һөйләшеүҙәр үткәрәбеҙ. Балаларға билдәле шәхестәрҙе кумир тип иҫәпләү, уларға оҡшарға теләү ғәҙәти күренеш бит инде ул. Кемдеңдер өлгөһөндә киләсәккә маҡсат ҡуйып, уға өлгәшә белһендәр өсөн кәрәк бындай осрашыуҙар. Унан һуң, халҡыңдың тарихын мәҙәниәттән тыш нисек өйрәнәһең? Йыраҡ тип тормайбыҙ, Күмертауҙан спектаклдәргә, концерттарға килеп етәбеҙ, шулай уларҙың белеме арта, үҙҙәренең зауҡын үҫтерәләр, милли сәнғәт аша милләтебеҙ менән ғорурланырға өйрәнәләр, ҡыҫҡаһы, төрлө яҡлап камиллашалар. Әммә шул уҡ ваҡытта баш ҡала тамашасыһының театр-филармонияларға йөрөмәүенә аптырайым мин. Ярты зал тулыр-тулмаҫ ҡына була ҡайһы саҡ. Башҡорттар бармы ул Өфөлә? Телевизор милли аңығыҙҙы күтәреүҙә ярҙамсы түгел, үҙегеҙ ҡыҙыҡһынмаһағыҙ, балаларығыҙ башҡорт йыры, башҡорт бейеүе, башҡорт театры ниндәй икәнен бөтөнләй белмәйәсәк һәм белергә лә теләмәйәсәк бит.
Әхиәт Ғәйетбаев, Өфөнөң Әҙһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка мәктәбе директоры: Ҡоролтайға көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙән тыш, сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөмүмән, үҙебеҙҙең бөгөнгө тормошобоҙҙо, донъяла биләгән урыныбыҙҙы күҙалларға тырышыу маҡсатынан да йыйылғанбыҙ. Сәнғәтебеҙҙең кимәленә килгәндә иһә, уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша ла яҡшы самаларға була. "Башҡорт йыры", "Байыҡ" тапшырыуҙарында ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл күбәйә, "Юлдаш" радиоһы йырсылар араһында үҙенең бәйгеләрен үткәрә. Йәғни, һуңғы ваҡытта сәнғәтебеҙ, халҡыбыҙҙың йыр, бейеү традициялары шул тиклем юғары кимәлгә күтәрелде. Артабан да шулай ғына барһын, тигән өмөттә йәшәргә ҡала. Был йүнәлештә хәлебеҙ насарҙан түгел, шөкөр. Милли сәнғәтте үҫтереү маҡсатынан асылған сәнғәт училищелары, бер аҙ ҡыҫҡартыуҙарға эләкһә лә, филармониялар ҙа эшләй. Музыка мәктәптәре күп, яңы программа буйынса хәҙер унда белем алыу 8-се класҡа тиклем оҙайтылды. 4 йәштән 6 йәшкә тиклемге балалар әҙерлек төркөмдәренә күпләп килә. Һәр музыка мәктәбендә ҡурай кластары бар. Үткән быуаттың 70-се йылдарында Ғата ағай Сөләймәнов Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайға өйрәтә башлағанда, был музыка ҡоралының популярлығы ул тиклем түгел ине. Хатта ҡурайҙа уйнау өсөн юғары белем нимәгә, тип көлә инеләр элегерәк. Айрат Ҡобағошовҡа рәхмәт, уның тырышлығы менән сәнғәт академияһында ҡурай ғына түгел, ҡыл ҡумыҙ, башҡорт думбыраһы ла тергеҙелде. Шулай булғас, мәҙәниәтебеҙ үҫә, ә мәҙәниәт булғанда, беҙ юғалмаясаҡбыҙ, башҡорт халҡының ситтәргә үҙен танытырлыҡ үҙенсәлектәре лә һаҡлана.

Мөжәүир Буранбаев, Свердловск өлкәһе, Каменск-Уральский ҡалаһы: Мәҙәниәт - ул халыҡтың рухын күтәреү сараһы. Башҡортостанда йәшәүселәр ошо мөхиттең эсендә булғанлыҡтан, быны бик һиҙеп-тойоп бармаһа ла, ситтә йәшәүселәр бик яҡшы белә. Минең төп теләгем - беҙ бер-беребеҙ менән туғандар кеүек тығыҙ бәйләнештә йәшәһәк ине. Әлбиттә, башҡорттоң төп йәшәгән урыны - Башҡортостан Республикаһы, тик шулай ҙа башҡорт телевидениеһы, башҡорт радиоһы беҙҙең төбәккә лә килеп етһен ине. Башҡорт телевидениеһы, радиоһы булһа, халыҡ яйлап башҡорт телендә гәзиттәр уҡырға ғәҙәтләнер ине. Коммуникациялар үҫешкән заманда ошоно булһа ла эшләй алһаҡ, киләсәк быуындар үҙ теленең моңон ишетеп үҫәсәк. Юғиһә, беҙҙең төбәктә халыҡ тарихын онота, үҙҙәрен башҡа милләт тип атап йөрөткәндәр ҙә осрай. Үҙ халҡының тарихын ишетеп, йырын тыңлаһа, уларҙа ла башҡорт булғандары өсөн ғорурлыҡ уянып китер ине. Ҡоролтай шартлы ғына түләү хаҡы ҡуйып, концерттар ойоштормаҫмы икән, тип тә уйлайым. Бер килеп, шаулап ҡайтһалар, аҙаҡтан халыҡ үҙе үк саҡырып торасаҡ бит.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.11.15 | Ҡаралған: 1201

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru