«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ СИТ ТЕЛДӘ ЛӘ МАТУР ЯҢҒЫРАЙ
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөлә халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын - "Урал батыр"ҙы башҡортса һәм башҡа телдәрҙә яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһе булып үтте. 300-ҙән ашыу йәш ҡатнашыусыны үҙ ҡанаты аҫтына алған алтынсы тапҡыр үткәрелгән был конкурсты ЮНЕСКО эштәре буйынса Республика Комитеты, Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан Социаль технологиялар институты ойошторған.

Төрлө йәмәғәт ойошмаларынан, белем биреү учреждениеларынан саҡырылған баһалама комиссияларына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла өҫтәмә һорауҙар бирелде, уларҙың сәсәнлек оҫталығы баһаланды. Ҡатнашыусылар командалар менән дә, шәхси беренселек буйынса ла көс һынашты. Еңеүселәргә төрлө дәрәжә дипломдар, сертификаттар тапшырылды.
Гәзит уҡыусылар беләлер - республикала үткәрелгән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеләре бының менән генә сикләнмәй. Бына нисәмә йылдар инде йәй көндәрендә эпосты башҡорт телендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙғарыла һәм ул хәҙер иң матур традицияға әйләнде. Эпосты башҡорт телендә һөйләүселәр төркөмөнөң баһалама комиссияһы ағзаһы Флорида Фәхретдинова әйтеүенсә, әлеге конкурс йәй көнө уҙғарыласаҡ конкурсҡа йәш ҡатнашыусылар әҙерләүе менән дә әһәмиәтле. Шуға күрә, ике конкурс берен-бере, иң мөһиме, Башҡортостандағы йәш сәсәндәр мәктәбе йөкмәткеһен байытып, тулыландырып тора, тип әйтергә урын бар.
Ҡобайырыбыҙ ниндәй генә телдә яңғыраманы: Рәсәй халыҡтары телдәренән тыш, инглиз, немец, хатта норвег телендә һөйләүселәр ҙә табылды. Сит телдәргә тәржемә иткән саҡта төп нөсхәләге барлыҡ ынйы-гәүһәрҙәр иғтибарға алынмай, йә тәржемә ителмәй юғалып бөтмәйме икән, тигән һорау менән инглиз теле төркөмөндә баһалама комиссияһына рәйеслек иткән сәсәниәгә, БДУ-ның Сибай институтында инглиз теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан Асия Ғәйнуллинаға мөрәжәғәт иттек. Шулай уҡ унан ошо сараның әһәмиәте тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашауын һораныҡ. Ул бөгөнгө конкурстан бик ҡәнәғәт ҡалыуын әйтте. "Былтырғы иҫкәрмәләр ҡатнашыусылар тарафынан иҫәпкә алынған, беренсе тапҡыр ҡатнашҡандарға иһә үҙебеҙҙең талаптарҙы йәнә еткерҙек", - тине Асия Солтан ҡыҙы. Әңгәмәсебеҙ шулай уҡ яңғыҙлыҡ исемдәрҙе, геройҙар исемдәрен инглиз теленә тәржемә итеп әйткәндә яңылыштан китә торған типик хатаны ла билдәләп үтте:
- Урал батыр исеме боҙмай әйтелергә тейеш. Күбеһе, Юрал, тип әйтә. Юрал - географик атама. Ә кеше исеме - Урал батыр, Йәнбирҙе, Йәнбикә, Шүлгән - улар тәржемә иткәндә үҙгәртелергә тейеш түгел. Шуны ныҡ итеп аңлата йөрөргә кәрәк. Эпосты инглиз, немец, башҡа телдәргә тәржемә яһаған кешенең уны башҡортса белеүе бик мөһим. Рус теленән тәржемә иткән хәлдә, башҡорт теле менән сағыштырып эшләнергә тейеш тәржемә. Юҡһа, Урал батырҙың "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ" тигән васыятын да, ысын мәғәнәһенә төшөнмәйенсә, "Чтоб хороший конь был у вас", тип яҙып ҡуялар. "Атаһы юлын ҡыуған", тигән нығынған һүҙбәйләнеште лә ҡайһы бер тәржемәләрҙә "Гоняется за отцом", тип яҙалар. Дөрөҫө "беря пример с отца" була... Башҡорт телендә һөйләүселәр төркөмөндәге баһалама комиссияһы ағзаһы Флорида Фәхретдинова иң уңышлы сығыш яһаусыларҙы атап үтте. Ишембайҙан Әлфиә Ғайсинаның тасуири һөйләү оҫталығын юғары баһаланы, Ағиҙел ҡалаһынан Эльвина Гәрәеваның, иң йәш ҡатнашыусы булыуына ҡарамаҫтан, эпостың 130 юлын ятлауына һоҡланыуын йәшермәне. "Мин - илһөйәр" Республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Рәйлә Вәхитова Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусыларының эпосты аңлап һөйләүҙәренә баҫым яһаны. Рәйлә Камил ҡыҙы йәш сәсәндәргә: "Башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау өсөн һеҙ ниндәй саралар кәрәк тип уйлайһығыҙ?" - тип мөрәжәғәт иткәс, Ленар Байымов атлы бик рухлы йәш әлмөхәмәтовсы: "Телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү өсөн һәр ата-әсәнең үҙ балалары менән өйҙә башҡортса һөйләшеүе генә лә етер ине", - тип яуапланы.
Ошондай сараларҙың иң ҙур әһәмиәте, беҙгә ҡалһа, унда ҡатнашыусыларҙың Ленар Байымов һымаҡ ябай, әммә дөрөҫ һығымталарға килеүендәлер, моғайын.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.12.15 | Ҡаралған: 1488

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru