«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠӨРЬӘН ҺҮҘЕ ЙӨРӘКТӘРҘЕ ЯУЛАУЫН ДАУАМ ИТӘ
+  - 

Хаҡ мосолмандар өсөн иң бөйөк Китап - Ҡөрьән бик күп халыҡтарҙың йөрәген асты, маяҡ булып, уларҙы иман юлына алып килде. Хәйер, Китап индерелә башлағандан алып был процесс туҡталғаны юҡ. Ун дүрт быуат инде ул йәндәрҙең ҡояшы һәм шифаһы. Бөйөк Китап серҙәрен нығыраҡ белергә, хикмәтен аңларға, уға яҡын килергә тырышҡан милләттәр һаны күбәйә генә бара. Ҡөрьән бик күп телдәргә тәфсир яһалған. Мосолман булмаған халыҡ вәкилдәренең, ғалимдарҙың Ҡөрьәнде өйрәнеп, уға мөрәжәғәт итеп, артабан үҙҙәре лә Исламды ҡабул иткәндәре мәғлүм.

Ҡөрьәнде ғәрәп телендә камил үҙләштерер өсөн беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа, йәйәүләп тә, атта-дөйәлә лә оҙон юлдар үткән. Башҡорттарҙың да ошо изге юлда мең йыллыҡ тарихы бар. Эйе, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихы Ислам дине, Ислам донъяһы, Ислам ҡиммәттәре менән бәйле. Үткән осорҙарҙа йәшәп киткән ғалимдарыбыҙ, шәйехтәребеҙ әле лә йондоҙ булып рухи күгебеҙҙә балҡый. Ләкин дәһрилек осоронда иман ныҡ зәғифләнгәйне. Әле минең бала саҡта, ҡайһылыр ауылда мулла юҡ йыназа уҡырға тип икенсе ауылдан алып килгәндәр, тип һөйләй торғайнылар. Бабайҙарҙы әбейҙәр алмаштыра башлағайны. Ләкин бер хәҡиҡәт бар: Аллаһ һүҙе донъяла бөтөнләй юҡҡа сыҡҡаны юҡ. Бәйғәмбәребеҙ аша индерелгән Изге китаптың һүнмәҫ ҡиммәттәре ун дүрт быуат буйы быуындан-быуынға тапшырыла килә. Ә бит был дәүерҙәр эсендә нимәләр генә булып үтмәне - һәр төрлө формациялар алмашынды, революциялар яһалды, батшалар ҡолатылды, әллә күпме яңы илдәр барлыҡҡа килде. Ер йөҙө һаман үҙгәрә тора, ә Ҡөрьән бар, йәшәй һәм ахырызаманға тиклем хәрефе лә үҙгәртелмәйәсәк. Уны Аллаһы Тәғәлә Үҙе һаҡлай.
Ҡөрьән һүҙе йөрәктәрҙе яулауын дауам итә. Урыҫ телендә лә бит тәфсирҙәр байтаҡ. Сүрәләрҙе, аяттарҙы урыҫ телендә шиғри рәүештә ишеттереү шулай уҡ иғтибарға лайыҡ түгелме ни! Туҡһанынсы йылдарҙа Рәсәй зыялылары йәнә Ҡөрьән-Кәримде өйрәнеү, тәфсирләү эше менән мәшғүл булды. Теодор Шумовскийҙың шиғри тәржемәһе быға миҫал булып тора. Телсе ғалим: "Ҡөрьәнде прозала аңлатыу уның матурлығын, сағыулығын юҡҡа сығара", - тип асыҡтан-асыҡ әйтә. Валерия Порохованың Ҡөрьәндең шиғри телдәге тәржемәһе шулай уҡ киң ҡатламда ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул үҙенең эшен "Перевод смыслов Корана" тип атай . Ысынлап та, Аллаһы Тәғәләнең телмәрен тәржемә итеү мөмкин түгел. Сүрәләрҙә - сикһеҙ һәм оло мәғәнәләр. Улар аша һәр бер дәүер яңы асыштар яһай. Валерия Порохованың хеҙмәте лә мосолман өммәтен йәнләндереп ебәреүгә сәбәп булды. Ҡөрьәнде урыҫ теленә тәфсирләү - Уны киң ҡатламға еткереү мөмкинлеге, тигән һүҙ. Миллионлаған кеше уны ҡулына алды. Рәсәй мосолмандарын төрлө милләт кешеләре тәшкил итә һәм Ҡөрьән-Кәримдең татар телендә лә, ҡумыҡ телендә лә тәфсирҙәре бар. Дағстандың халыҡ шағиры, арабист ғалим Абдурагим Ҡандауров ошо эште атҡарҙы. Уның хеҙмәте художестволы тәржемә тип атала.
Беҙҙә хәлдәр нисегерәк тора һуң? 1993 йылда 50 мең тираж менән сыҡҡан Ҡөрьән тәфсире ҙур ваҡиға булды. Ижади төркөм ысынлап та ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Динебеҙ менән ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артҡан мәлдә тәфсир ошо бушлыҡты тулыландырырға булышлыҡ итте. Был китап әле лә ҡулланма булып тора. Байышев, Сөйәрғолов, Мәһәҙиевтарҙың фиҙаҡәрлеге арҡаһында күптәр Ислам ҡиммәттәренә яҡыныраҡ килде. Хәҙер ауыҙ тултырып әйтергә була: 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар, демократик башланғыстар рухиәт донъяһына яңы һулыш бирҙе. Башҡортса Ҡөрьән тәфсире ҙур тираж менән сыҡты. Илле мең дана тиҙ арала һатылып бөттө һәм ул әле лә һәр ғаиләлә тиерлек ҡулланылышта. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡайһы бер хаталар, теүәлһеҙлектәр асыҡланды, шуға ҡарамаҫтан, ул башҡорт телендә тәфсирләнгән иң ҙур хеҙмәт булып ҡала. Был ваҡыттан алып хәҙер тотош бер быуын үҫеп сыҡты, йәш дин әһелдәребеҙ бар, улар ҙа иң башта ғаиләлә ошо китапты ҡулға алғандыр. Заман үҙгәрә, Аллаһ һүҙе генә үҙгәрмәй. Мәңгелек. Тик уны аңлау кимәле тәрәнәйә бара. Кисәге талаптар менән генә йәшәп тә булмай. Рухи ихтыяж үҫә бара.
Илһөйәр шағир Мәүлит ағай Ямалетдин оҙаҡ йылдар Ҡөрьәнгә шиғри аңлатмалар биреү өҫтөндә эшләне. Был эште туҡтатманы, даими алып барҙы. Беҙ уның теге йәки был матбуғат баҫмаларында шиғри юлға һалынған аңлатмалары менән таныша торҙоҡ. Үтә яуаплы эш ул бөйөк Китапты икенсе телдәрҙә яңғыратырға тырышыу. Етмәһә, был эш дин әһелдәре тарафынан бик хупланмай. Төп талап - Ҡөрьәнде төп нөсхәһендә уҡыу. Ләкин бөгөн бөтөн кеше лә ғәрәп телен өйрәнә алмай. Мосолман кешеһе тәфсир һәм аңлатмаларҙы үҙ телендә уҡырға, өйрәнергә теләй икән, бының яҙыҡлығы юҡтыр. Ә ул телде өйрәнә башлар өсөн һуҡмағы, юлы, этәргесе булыуы ихтимал. Башҡорт энциклопедияһы ғилми нәшриәт комплексында шағирҙың Ҡөрьән-Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатмаһы донъя күрҙе. Халыҡ рухы менән янған шағирҙың маҡсаты ла изге, уның шәрехтәре Ислам ҡиммәттәрен аңлауға бер һуҡмаҡ. Мәүлит ағайҙың ижтиһат итеүе бушҡа булманы. Изге Зөлхизә айында беҙ аңлатманы ҡулыбыҙға алдыҡ. Китапта 76 сүрәгә аңлатма бирелгән. Тимәк, Ҡөрьәндең яртыһынан күберәк өлөшө башҡорт телендә шиғри формала яңғыраш ала. Һәр сүрә алдынан ҡыҫҡа, әммә бик йөкмәткеле итеп сүрәнең индерелеү ваҡиғаһы бәйән ителә. Ошо тарихи конкретика сүрәнең мәғәнәһен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Бирелгән мәғлүмәттәр ябай ҙа, аныҡ та, шуның өсөн һәр сүрәнең ни өсөн әһәмиәтле икәне күңелгә һеңдерелә. Һылтанмалар шулай уҡ киң шәрех менән бирелә. Улар аша ла әһәмиәтле тарихи мәғлүмәт менән байыясаҡбыҙ. Һүҙҙең моңон тоябыҙ. Маҡсатҡа өлгәштерә торған мәргән атылыш, тип әйтер инем уны. Беҙ был хеҙмәтенең ташҡа баҫылыуы менән Мәүлит Ямалетдиновты ҡотлайбыҙ.
Дөйөм алғанда, Ҡөрьән һүҙҙәрен шиғри юлдар аша ҡабул итеү ниндәйҙер күңел бөйөклөгөн хасил итә. Камиллыҡты һәм аһәңлекте тоймау мөмкин түгел. Бер Аллаһтың барлығын, берлеген, бөйөклөгөн тойоу шиғри камиллыҡ аша нығыраҡ биреләлер, күрәһең. Теүәл үлсән-гән рифмалы юлдар быға ярҙам итә. Шиғри сәнғәт аша аңлатыу, тип әйтергә мөмкиндер. Күп һүҙ йөрөтөү, ситләтеүҙәр, уратыуҙар юҡ.
Билдәле булыуынса, халҡыбыҙҙың мәшһүр улдары, ир-азаматтары изге яуға барғанда, оло ғәмәлдәр атҡарғанда Ҡөрьән менән ант иткән. Был бөйөк Китап киләсәктә лә сауаплы эштәргә илһамландырыр. Мәүлит ағайҙың шиғри аңлатмалары ла халыҡҡа Ҡөрьәндең йөкмәткеһен, мәғәнәһен, асылын аңларға булышлыҡ итер, ул да замандың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә, Аллаһтың мәңгелек китабына йөҙ борорға, диҡҡәт итергә саҡыра. Тимәк, беҙ бында дини китаптарыбыҙ аша киләсәкке юлыбыҙға ла яҡтылыҡ өҫтәйбеҙ, тип әйтергә хаҡлыбыҙҙыр. Шиғри аңлатма ғалимдарыбыҙ тарафынан өйрәнелер әле, етди һығымталар яһалыр, тип уйлайым. Сүрәләрҙең телебеҙҙә шиғри формала яңғыраш алыуы ҡабатланмаҫ күренеш.

Мәңге тере, мәңге бар (һәм мәңге буласаҡ) Алла,
Унан башҡа илаһ итеп тотор зат юҡ донъяла.
Уны һис тә серем алмай, солғамай Уны йоҡо,
Күктәрҙә һәм ерҙәрҙә ни бар - бөтәһе лә Уныҡы.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1553

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru