«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЙЫЛҒАНДАН - ТЫЙЫЛ, ТИГӘН...
+  - 

 Бөтә донъяла, төрлө ил ҡәүемдәрендә ижтимағи тормошҡа, көнитмешкә, шәхси сифаттарға, әхлаҡ-әҙәпкә бәйле меңәр йылдар буйына ҡулланылған, йола-ҡағиҙәгә әйләнгән эш-ҡылыҡ тәртиптәре, ғөрөф-ғәҙәттәр, аманаттар бар. Улар оҙайлы ваҡыт ҡат-ҡат hыналып, күп ҡабатланып, ырыу, йәмғиәт ағзаларының ғәҙәтенә кергән. Йәшәйешкә ҡағылған, кешеләрҙең холҡон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡоролған йола-ҡағиҙәләр араһында тыйыу, әйтәйек, берәй эш-ҡылыҡҡа рөхсәт бирмәү, уны туҡтатыу, ғәмәлгә ашырмау, бәғзе теләккә, хис-тойғоға, кисереш-ярhыуға, тотанаҡhыҙлыҡҡа, тәртипhеҙлеккә ирек ҡуймау кеүек ғәҙәттәр ҙә бар.

Тәбиғәткә зыян ҡылыуға табу

Бер төр табу тәбиғәт, йыhан аhәңдәшлеген боҙмауға, тирә-яҡ мөхиткә зыян ҡылмауға ҡағыла. Самодий мифологияhында Ер-инә, тәбиғәт ауыртыуҙы тойған тере йән hымаҡ тасуирлана. Мәҫәлән, ергә hөңгө, бысаҡ менән сәнсеү, ҡаҙыҡ ҡағыу тыйыла. Кет мифологияhы буйынса, беренсе бөйөк шаман Дох үҙ арҡадаштары менән күккә сәфәр ҡылғанда, уның ҡатыны, тыйыуға буйhонмай, бысраҡ кейем ала hәм hөҙөмтәлә алты йәшендең инәhе уның ғаиләhен уты менән көйҙөрә. Боронғо Иран ҡомартҡыhы "Авеста"ла "Бысраҡ әйберҙе hыуға тыҡҡансы, hыуҙың таҙалығын уйла", тиелә. Урта бронза быуатында хасил Арҡайым торағында hыуҙы бысратыу тыйылған, керле әйберҙе яҡшылап таҙартҡандан hуң ғына hыуға hалып йыуылған. Арҡайым hәм "Ҡалалар иле" ҡәүеме йәшәгән ерҙәрендә ғаләмдең өлгөhөндә түңәрәктәр, дүрткелдәр яhап, донъя ҡороп, аhәңле йәшәйешкә ынтылған, Ер менән Йыhан бәйләнешен, ярашлығын, килешлеген, тәбиғәт гармонияhын боҙмаған. Зат-нәҫелдәр, яңы быуындар ҡанбабалар йолаhын, ҡарашын изге hанаған, ҡәҙерләгән hәм үҙҙәренең йәмғиәт ҡоролошонда ҡулланған.
Кеше менән тирә-яҡ мөхит донъяhы изге мөнәсәбәткә ҡоролған. Әҙәм балалары тәбиғәт менән килешеп йәшәгән, уның ҡанундарын hаҡлаған. Төҙөү, яhау, булдырыу, ижад итеү тәбиғәтте боҙмаған. Боронғо ышаныу-инаныуҙар, тыйыуҙар шуға инандырған. Арҡайымда тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәт яҡын туғандарса булған. Меңәр йылдар үткәс тә был ер - тәү асылында. Үҙенә генә хас туғайҙары, ҡалҡыулыҡтары, тупрағы, hыуы, үҫемлектәре, тереклек донъяhы булған ерҙәрҙә арҙар ипле эш итеп, hаҡлыҡ менән генә балсыҡ hәм ағастан үҙҙәренең торлағын, "Ҡалалар иле"н төҙөгән. Бының өсөн, әлбиттә, соҡорҙар ҡаҙырға тура килгән. Ҡаҙылған ер, балсыҡ, ғәмәлдә, төҙөлөшкә киткән тупраҡ миҡдарына тиң булған. Был шуны аңлата: кешеләр күсеп киткән, торлаҡ бөткән осраҡта был ер тәбиғи хәленә ҡайтҡан. Тикшерелгән мәҙәни ҡатлам хәҙер ҙә таҙалығы менән айырылып тора. Бында бөтә нәмә илаhи йолаға, ғаләм ҡоролошона ярашлы булған. Арҙар үҙҙәренең йолаларын, рухи ҡиммәттәрен изге күреп hаҡлаған hәм бик ентекләп ғәмәлләштергән. Был - хәҙерге быуындар өсөн ғәйәт оло аҡыл hәм hабаҡ алырлыҡ илаhи үрнәк.

Тирә-яҡ мөхиткә шундай аңлы, hаҡсыл мөнәсәбәт әле беҙ ғүмер иткән төйәктә дүрт мең йыл элек булған. Хәҙер иhә кеше үҙен ғаләмдең бер өлөшө икәненә төшөнhә лә, тыйыуҙарҙы hанға hуҡмай, тәбиғәтте үҙ мәнфәғәттәре өсөн генә файҙалана, тирә-яҡ мөхит ҡанундарын боҙа, тәбиғәтте яhилдарса hәләк итеп, үҙен дә hәләкәткә илтә. Әлеге рухи, әхлаҡи, экологик торғонлоҡ, бәлә-ҡаза нәҡ шул хаҡта hөйләй.
Боронғо риүәйәттәр табу hалынған урындар, йәғни тауҙар, мәмерйәләр, күлдәр тураhында ла hөйләй. Грек мифологияhында аркад батшаhы Эпит Посейдондың әҙәмдәргә тыйылған мөҡәддәс урынына инә. Тиҙҙән Эпит hуҡырая hәм үлә. Башҡорт халҡының "Аҡ бүре" әкиәтендә инәләрен эҙләргә сыҡҡан өлкән ул, шунан уртансы ул юлдаштары менән ҡара урманға инеп, аттарын ебәреп, үҙҙәре йәшел үләнгә түшәлеп ята. Улар янына бер кеше килә лә:
- Кем ҡушты hеҙгә бында килеп, рөхсәтhеҙ минең урманымды, үләнемде тапап йөрөргә? - ти.
- Кит бынан, ғауғалама, hин бер үҙең, беҙ күмәк. Юғиhә, үҙеңде hәләк итербеҙ, - ти егеттәр.
Шул саҡ урман кешеhе әпсен-төпсөн уҡый ҙа тегеләргә ҡарап өшкөрә. Былар шул урында таш булып ҡата ла ҡуя.
"Уғланы Ҡороҡса батыр" әкиәтендә килен йәрәшергә алыҫ юлға сыҡҡанда өйҙә ҡалған Ҡороҡса әйтә: "Ике ерҙә хәтәр бар, шунда туҡтамағыҙ. Матур йылға буйында ҡунмағыҙ, матур күл бар, унда ла ҡунмағыҙ". Әйләнеп ҡайтып килгәндә йәйрәп ятҡан күл буйында аталары, ҡунмайыҡ, тип ҡарай, ләкин уландары тыңламай. Иртән тороуға уларҙы бер аждаhа ҡойроғон ауыҙына ҡабып әйләндергән дә ятҡан. Ҡороҡса батырға шул арҡала байтаҡ hынауҙар үтеп, кәләшен аждаhанан ҡотҡарырға тура килә.
"Юлбат" әкиәтендә егеттәрҙе йыртҡыс януарҙарҙан ҡотҡарған бүре әйтә: "Был тау - бер юханың төйәге. Бындағы бер әйбергә лә теймәгеҙ, hыуын эсмәгеҙ, алмаhын ашамағыҙ". Юлбат тыйыуға ҡарамаҫтан, ағалары тауҙан сылтырап аҡҡан, тирә-яғында алмалары ҡыҙарып бешкән шишмә буйында ятып ҡала, hыуын эсә, алмаларын ауыҙ итә. Йоҡлап ятыусыларҙы иҫ китмәле ҙур йылан урап ала. Ағайҙарын сығарған өсөн Юлбатҡа аждаhа батша ҡуйған бөтә ауыр шарттарҙы үтәргә ҡуша. Шулай итеп, тыйылған ерҙә төн ҡунырға, hыу эсергә, емештәрҙе ашарға, болондарҙы тапарға, урманды ҡыйратырға ярамай.
Fөмүмән, кеше илаhи ҡөҙрәтҡә эйә тәбиғәт менән аңлашып, ерҙәге урынына төшөнөп, уны иң яҡын туған кеүек күреп, hөйөп йәшәргә бурыслы. Башҡорт юрау-hынамыштарына бәйле, урманда, ҡырҙа ҡыуыш ҡорор, ағас ҡырҡыр, табынға ултырыр алдынан: "Ер хужаhы, ағас эйәhе, ошо урманда төйәкләнергә, бесән сабырға, утын ҡырҡырға рөхсәт ит", - тип hорау кәрәк. Нигеҙ ҡорғанда ла шулай итеү хәйерле. Өй hалғанда асыуланышырға, тиргәшергә ярамай, ҡыуаныу яҡшы. Йәшәр өсөн өй hатып алғанда хужаhын рәнйетеү килешмәй. Бөтәhенә лә тығылыусы, бөтә ерҙә етешеүсе булараҡ, шайтанды иҫкә төшөрөү тыйыла.
Боронғо төркиҙәрҙең бағымсылары, шамандары инаныуынса, урмандар, үҫемлектәр, тауҙар, күлдәр, йылғалар - бар донъя йәнле, бөтә ер-hыу, мөхит рухтар менән тулы: "рух - үҙе тауҙыр, ә тау үҙе - рухтыр". Абдулҡадир Инан "Шаманизм: тарихта hәм бөгөн" китабында яҙыуынса: "Шаман доғаларынан асыҡ аңлашылыуынса, шамандар тау рухтарына туранан-тура мөрәжәғәт итеп, hәр нәмәне тойоусы бер барлыҡ итеп таныған… Бер риүәйәттә hүрәтләнеүенсә, монголдар тарафынан эҙәрләнгән алтайҙар Ҡарағай тауына килеп урынлаша hәм тау рухына арнап ҡорбан сала. Ошо берҙән-бер тау урман менән ҡапланған була, шуға ла монголдар юлды таба алмай. Шулай итеп, алтайҙар ҡотолоп ҡала hәм хәҙергәсә Ҡарағай тау улар өсөн изге hанала".
Ҡанбабалар үҫемлек, тереклек донъяhын изгеләштергән hәм hаҡлаған. А. Инан билдәләүенсә, "урман hәм ағас культы, боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән ырыуҙарҙың урман байлыҡтары, hунарсылыҡ менән көн күреүенә hәм шул айҡанлы фәлсәфәүи ҡараштарына бәйле. Мәҫәлән, Иранда Мәкү ханлығында ҡараҡойондар йәшәгән ауылдарҙың береhе Софу янында изге урман бар. Бындағы ағастарҙы киҫеү түгел, уларға тейеү ҙә - ҙур гонаh. Урман өсөн ҡорбанға салынған хайуандарҙың hөйәктәре ошонда күмелгән, ҡатындар ағастарға сәскәләр бәйләгән. Урман культына бағышланған байрам өсөн биш көн буйы hарыҡ hөтө йыйылған.
Урман башҡа ҡәүемдәрҙә лә мөhим культтарҙың береhе иҫәпләнә. Яҡут hунарсылары туғыҙ йәнле урман рухы булыуына инана. Рухтарҙың иң бөйөгө, хужаhы ла бар. Улар hунарсыларҙы ҡурсалай, бәрәкәт килтерә. Һунарсылыҡ менән көн иткән шор төркиҙәре лә урман рухын бик ихтирам итә. Уларҙың инаныуынса, рухтар hунарсының ғәйепhеҙ hәм тура hүҙле булыуын теләй. Аусы ауға сығыр көндө енси мөнәсәбәткә инеү тыйыла. Өйҙә ҡалған ғаилә ағзалары ла тәбиғи асылға ярашлы изге эштәр генә ҡыла. Һунарсылар ауҙан ҡайтҡанға тиклем күңел асыу, уйын, көлкө, шаярыу ярамай".

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
(Дауамы. Башы 24-25-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1015

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru