«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РАБИҒА ҠУШАЕВАҒА ҺӘЙКӘЛ ҠУЯЙЫҠ!
+  - 

Усаҡ йылыһы кеше өсөн бик ҡәҙерле. Һалҡын өйҙә ҡот булмай. Усаҡ тоҡана, яна икән, тормош та көйләнә, йә көйләнәсәк. Сыралы-утынлы өйҙә берәү ҙә өшөмәгән, ризыҡһыҙ ҡалмаған. Ҡатын-ҡыҙ йортта ошо усаҡты һаҡлай, ваҡытында дөрләтә, улай ғына ла түгел, ул үҙе үк - йортҡа яҡтылыҡ һәм йылылыҡ биреүсе. Иртәгәһе көнөн дә мотлаҡ уйлай ул. Ҡатын кешенең хәстәре даими. Ҙур йорт - ватан алдында ҡатын-ҡыҙ бурысы шундай уҡ бөйөк. Оло йорт өсөн хәстәрлек тә улар ғәменән ситтә түгел. Аталары, яҡын туғандары менән берлектә халыҡ өсөн изге эштәр атҡарған улар. Ҡаһарман ир-аҙаматтарҙы бына шундай әсә тәбиәләгән һәм шундай уҡ тоғро хәләл ефете йәнәшәһендә булған. Хан, бейҙәрҙең, юлбашсыларҙың ҡатындары, ҡыҙҙары тураһында мәғлүмәт, әлбиттә, бик аҙ килеп еткән. Шулай ҙа тоҫмалларҙай миҫалдарҙы тарихыбыҙ һаҡлаған.

Үткән быуат башындағы инҡилаб тарихыбыҙҙы яңы исемдәр менән тулыландырҙы, һәм башҡорт һылыуының эш-ғәмәленең ҙурлығы, бөйөклөгө менән Рәсәй, шәреҡ халыҡтары араһында айырым урын биләгәнен раҫланы. Башҡорт ҡыҙы күп изге башланғыстарҙа тәүге юл ярыусыһы булды: ижтимағи-йәмғиәт тормошонда, ижадта. "Хөрриәт" тигән һүҙ батша Рәсәйенең колониаль иҙеү аҫтында йәшәгән халыҡтар өсөн бәлзәм бәрәбәрендә ине. Алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Рәсәйҙә барған ыңғай демократик башланғыстарға әүҙем ҡушылды. Мәхрүмлектәр, ғәҙелһеҙлектәр, кәмһетелеүҙәр кисерҙеләр, ләкин милләтенең оло хыялын тормошҡа ашырыуҙа фиҙаҡәрлек күрһәттеләр. Улар бөгөн дә башҡорт ҡыҙының рухи ныҡлығы кәүҙәләнеше. Шулар араһында ҙур трибунанан ялҡынлы телмәр тотҡан ун алты йәшлек Рабиға Ҡушаеваның исемен оноторлоҡмо ни! 1917 йылдың июлендә үк әле Ырымбурҙа үткәрелгән I Башҡорт йыйынында берҙән-бер делегат ҡыҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙы хоҡуҡтарына ҡағылышлы сығышында шулай ти: "Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ - милләтебеҙ әсәләре, шуны аңларға ваҡыт!" Башҡорт тарихында тороп ҡалған был ялҡынлы һәм дәлилле сығыш ниндәйҙер шауҡымға, модаға эйәреү түгел, ә халҡы яҙмышын яҡшы яҡҡа үҙгәртеү маҡсатында, ҡатын-ҡыҙға шул осор талабы буйынса мөнәсәбәт итеү, ижтимағи тормошта улар индерәсәк хеҙмәткә ышаныс, уларҙың мөмкинлектәрен асыуҙа юл биреү кеүек яҡты идеялар ята. Синфилыҡ көрәше ҡыҙған Рәсәйҙә ошо хөрриәт идеяһы ҡасанға тиклем дауам итерен фаразлау ҡыйын, шуға ла уны милләт өсөн файҙаланып ҡалырға тырышыу, ил эсендә генә түгел, ә бәлки, донъя кимәлендә башҡорт халҡының тауышын ишеттереү. Был маҡсатҡа белем-ғилем аша ғына өлгәшергә мөмкин булыуын тәрән аңлаған Рабиға Ҡушаева ең һыҙғанып эшкә тотона.
Атаһы Янғол старшинаның тәрбиәһе һөҙөмтәһе, хатта ҡаланан уҡытыусылар алып ҡайтып балаларын уҡытыуы был ғаиләләге мөнәсәбәтте күҙалларға ярҙам итә. Егәрле хужа Янғол старшина ауылдаштарына ла ярҙам итеп йәшәгән. Тик революцияға тиклем вафат була. Уның уйҙары, теләк-ынтылыштары улдары һәм ҡыҙҙарының эшмәкәрлегендә сағыла.
1921 йылдың ноябрендә Рабиғаны БАССР Үҙәк Башҡарма Комитетының икенсе сессияһында Советтарҙың IX Бөтөн Рәсәй съезына делегат итеп һайлайҙар. Башҡортостан делегацияһын Совет хөкүмәтенең етәксеһе В.И. Ленин ҡабул итә. Рабиға был осрашыуға башҡорт милли кейемен кейеп барып, аҫаба халыҡтың вәкиле, милләт ҡатын-ҡыҙы, милләт әсәһенең асыҡ образын кәүҙәләндерә. Үҙ позицияһын Рәсәй кимәлендә әйтә һәм дәлилләй белгән ҡатын совет власы өсөн дә бик ҡулай булмағандыр. Яратҡан эшенән, мәғарифтан айырып Мәскәүгә ебәрелеүе, бөтөнләй икенсе өлкәгә эшкә ҡуйыуҙары уның әүҙемлеген ауыҙлыҡлау ҙа була.
Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың яҙмышы фажиғәле. Ҡушаевтар, Йомағоловтар... Мәскәүҙә Рабиғаның үлтерелеүе - асылда шул уҡ ҡоротоу сәйәсәте. Үҙ халҡы өсөн фиҙәҡәр Рабиға барыбер тыуған яғына ҡайтыу, ҙурыраҡ эштәр алып барыу менән яныуына шик тотмайбыҙ, сөнки ул республикала күп башланғыстарға нигеҙ һалып китә. 1921 йылдың ноябрендә Рабиғаның инициативаһы менән һәм уның мөхәррирлегендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн "Азат ҡатын" тип аталған гәзит сыға башлай. Был гәзит - Башҡортостанда тәүге ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы. Улай ғына ла түгел, совет иле республикалары өсөн дә өлгө булған ваҡиға. Сөнки Рәсәйҙең күп төбәгендә бындай матбаға һуңғараҡ сыға башлай.
Рабиға Ҡушаева тарихыбыҙҙа тәүге сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булып ҡалды. Тарихсы Р. Сөләймәнова был шәхестең тормош юлын өйрәнеп, билдәһеҙ биттәрҙе асыҡлап, бик ҙур эш башҡарҙы. Әммә бөгөн ижтимағи-сәйәси тормошта ҡайнап йәшәгән мәғрифәтселекте үҫтереүҙә, демократик институтты булдырыуҙа үҙ өлөшөн индергән был оло шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереү юҡ кимәлендә. Яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға был йәһәттән иғтибар ҙурыраҡ, тип әйтә алабыҙ. Һәҙиә Дәүләтшина - Рабиғаның ауылдашы. Улар икеһе лә Хәсән ауылынан. Тәржемәүи хәлендә крәҫтиән ҡыҙы тип алынһа ла, ауылдаштары әйтеүенсә, ул да ауылдың уҡымышлы нәҫеленән, указлы мулла ғаиләһендә тыуа. Тик атаһы вафат булып, етемлекте иртәрәк татый. Рабиға 1901 йылда тыуа, тағы ла дүрт йылдан буласаҡ яҙыусы Һәҙиә ошо уҡ ауылда донъяға килә. Был яҡтағы ваҡиғалар, әлбиттә, художестволы эшләнештә, "Ырғыҙ" романында тороп ҡала.
Эйе, нәфис әҙәбиәт үҙ ҡанундары менән йәшәй, һәм совет әҙәбиәтенең талаптары ла бик ҡәтғи, совет реализмы принциптарынан тыш әҫәр донъя күрмәҫ ине, шуға ҡарамаҫтан, "Ырғыҙ" башҡорт тормошон тасуирлауы, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеүе, характерҙар, сюжет үҫеше буйынса тиңе булмаған әҫәр, тарихи хәтер. Тел байлығы - мәңгелек үрнәк. Ырғыҙ буйы шул бай телде бөгөн һаҡлаймы? Л. Соболевтың ҡасандыр: "Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романын белмәй тороп, башҡорт халҡының тормошон аңлау мөмкин түгел", тиеүе - бөгөн дә көнүҙәк. Талант эйәһенең "Ырғыҙ" романы башҡорт донъяһының визит карточкаһы булып тора.
Егерменсе быуат башында тыуған тағы ла бер арҙаҡлы шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ яыусыһы Зәйнәб Биишева Һәҙиә Дәүләтшинанан өс йәшкә генә кесе. Мин атаған ике шәхестән айырмалы, уға оҙон, матур ғүмер кисерергә, ижад итергә насип булды. Беҙ уны Шәреҡ донъяһында тәүге трилогия яҙған әҙибә тип таныйбыҙ, хаҡлы ғорурланабыҙ. Бына нисек була ул күсәгилешлек. Төрки донъяһының яңы киңлеген асты ул донъяға... Әҫәрҙәре ҡат-ҡат бүтән телдәргә тәржемә ителде. Алтмыштан ашыу телгә тәржемә ителгән, тиҙәр әҙәбиәт белгестәре. Ҙур бейеклек был. Донъяны гөрләткән ошо әҫәрҙәр буйынса бөгөнгө заман талабына тура килтереп, лайыҡлы фильмдар ҙа төшөрөлөр, тигән өмөт йәшәй.
Әле телгә алынған өс башҡорт ҡатыны күп йәһәттән - тәүгеләр, милләт бәҫен күтәрер изге эштәрҙең башында тороп, юл ярыусылар. Был мәҡәләлә һәр эштәрен тәфсирләүҙе маҡсат итеп ҡуйманым. Ә талантлы булыу менән бер рәттән, юғары рухлы, әхлаҡлы, сабыр һәм иманлы булып йәшәүҙәрен, ауыр саҡтарҙа эске көстәрен юғалтмауына һоҡланыуымды белдергем килә. Сөнки уларҙың һәр береһе иң яҡын, ғәзиз кешеләрен юғалта (ире йәки балаһы), шулай ҙа һынмайҙар, бөгөлмәйҙәр, милләт, ватан өсөн яналар, ижад итәләр. С. Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаға 1980 йылда Бөрө ҡалаһында бюст ҡуйылды. Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы алдында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға тантаналы шарттарҙа һәйкәл асылыуы быйылғы йылдың матур бер яңылығы булды. Һәм ул халыҡ тарафынан ҙур ваҡиға тип ҡабул ителде. Һис шикһеҙ, килер быуындар ҙа ғорурланыр. Тик уйға ла һалған нәмә лә бар... Ошо бюстан алыҫ түгел Октябрь проспектында ихата һепереүсегә һәйкәл бар. Ул тулы килеш һынландырылған, тип әйтәйек. Ысынлап та, ихата һепереүсене ҡулһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ләкин беҙҙең яҙыусыларыбыҙ ҙа ҡәләмдәрен талмаҫ ҡулдарында тибрәтте бит. Халыҡ менән мәңге ҡаласаҡ тере һүҙҙәре, гүйә, бармаҡтарҙан тамды һәм рухи мәрйен булып теҙелде... Халыҡ яҙыусыһы монументаль һәйкәлгә лайыҡ түгелме?
Егерменсе быуат беҙгә бына ошондай өс сағыу шәхесте бирҙе, һәр береһе "милләт әсәһе" тип баһаларлыҡ эштәр атҡарҙы, рухи мираҫтары күп быуынға етерлек. Хәйер, әсәнән тыш милләт юҡ. Ә был өс исем телгә алғанда "тәүгеләр" тигән һүҙ йышыраҡ ҡабатланасаҡ, сөнки улар тарихта ҡалыр изге эштәргә нигеҙ һалды. Бөгөн ҡайһы ғына өлкәгә күҙ һалмайыҡ, ҡатын-ҡыҙ эшмәкәрлеге менән яуланған үрҙәр, бейеклектәр менән ғорурлана алабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге, ойошмалары, ағинәйҙәр ҡорҙары һ.б. гөрләп эшләй. Р. Ҡушаеваның хыялы тормошҡа ашты. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең өҫтә лә бер бурыс бар. Әгәр ҙә ошо оло йөрәкле шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әүҙемлек күрһәтһә, баш ҡалабыҙҙа уға һәйкәл ҡуйылһа, тарихыбыҙға яҡын килергә ярҙам итер ине. Бындай һәйкәл башҡорт ҡатын-ҡыҙының данлы үткәненә, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ, әсә тигән исемгә лайыҡлы һәйкәл булыр ине.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.16 | Ҡаралған: 1286

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru