«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОТОШ БАШҠОРТОСТАНДЫ ЯРАТАЙЫҠ!
+  - 

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалала 1 172 287 башҡорт йәшәй. Милләтте сығышы (ауыл, ҡала), белеме (урта, юғары), дине (динле, динһеҙ), ырыуы һәм башҡа күрһәткестәр менән бүлгеләргә ярамаһа ла, "Өфө башҡорто" рубрикаһында баш ҡала башҡортоноң типаждарын асыҡларға тырышыуыбыҙ. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - инженер, техник фәндәр кандидаты, яҙыусы, БР Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Радик ВАХИТОВ.

Өфө башҡортоноң төп сифаттары, башҡа башҡорттарҙан айырылып торған һыҙаттары нимәлә?

- Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе башҡорттар менән аралашырға тура килә. Ғөмүмән, башҡорттарҙы "Өфө башҡорто", "Баймаҡ башҡорто", "Салауат башҡорто" һәм шундай территорияларға шартлы бүлеп ҡарау яҡлы түгелмен. Минең өсөн башҡорт икәнһең - тотош Башҡортостан һинең тыуған ерең булырға тейеш. Тарихҡа күҙ һалһаҡ та, борон ата-бабаларыбыҙҙың ерҙәре йәйрәп ятҡан, һәм улар ошо ерҙәрҙең барыһын да үҙенең тыуған ере, үҙен ошо ерҙең балаһы тип ҡараған һәм һанаған. Милләтебеҙҙе былай ҙа ян-яҡтан тартҡыларға, бүлгеләргә әҙер генә торалар, шуға күрә, исмаһам, үҙебеҙ "ҡала башҡорто", "ауыл башҡорто" һ.б. тип халҡыбыҙҙы бүлгеләмәйек. Беҙҙең уртаҡ атамабыҙ - башҡорт, һәм уның эсенә милләткә хас бөтөн нәмә лә һыйған. Бары шуны ғына билдәләп китер инем - Өфө башҡорттары, башҡаларҙан айырмалы, баш ҡаланы ғына түгел, тотош Башҡортостанды үҙенең тыуған ере тип ҡарауы менән башҡаларҙан айырылып тора, шул ғына.

Башҡортостан Республикаһы - уға исем биргән халыҡтың тыуған ере, берҙән-бер аҫаба төйәге. Уның баш ҡалаһы ла берәү генә һәм унда ла милли рух, милли үҙенсәлек күҙгә салынып торһон өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- Европа беҙҙе генә түгел, тотош Рәсәйҙе быуырға маташа, ә беҙ һаман уға оҡшарға тырышабыҙ, аҙымдарыбыҙҙы уға ҡарап үлсәйбеҙ. Көнбайыштан күҙ алмайынса, Көнсығышҡа табан барырға тырышабыҙ. Ә беҙгә алға ҡарарға кәрәк, алға ҡарап бармаһаҡ, атлағанда абынып йығылырға мөмкин. Әлбиттә, үткән йылдар менән сағыштырғанда, бөгөн Өфөлә башҡортса аралашыуҙы күрергә, башҡорт менталитетын тойорға мөмкин. Әммә был ғына бик әҙ. Был йәһәттән ҡалала республикаға исем биргән халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, көнкүрешенә һ.б. ҡағылышлы объекттар булдырыу, үҙәктәр төҙөү яҡшы булыр ине, тип уйлайым. Мәҫәлән, Өфөлә С. Аксаков музейы бар, ә Салауат Юлаевтыҡы юҡ. Кем Башҡортостан Республикаһы символы? Кем хатта гербта һүрәтләнгән? Йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков байрамы уҙғарыла, ә Салауат көндәре район һабантуйы кимәленә ҡалдырылды. Бигерәк тә Салауат Юлаевтың 260 йыллыҡ юбилейы йөрәкте һыҙландырҙы. Ҡунаҡтар бары тик күрше-тирә райондарҙан ғына ине, ә тоҡомло аттар ярышында ике генә ат ҡатнашты: береһе "Янғантау" шифаханаһыныҡы, икенсеһе - Ҡыйғы районыныҡы.
Ә ҡала башҡорттарына үҙеңдең башҡорт булыуың менән ғорурланыу, ауыл ерҙәрендә йәшәүселәр менән тығыҙ бәйләнештә булыу зарур. Атай-олатайҙар төйәгенә йышыраҡ ҡайтайыҡ. Байрамдар, һабантуйҙар үткәреүҙә ярҙам күрһәтәйек, туғандар менән бәйләнеште өҙмәйек, шәжәрәләребеҙҙе төҙөп, нәҫел-ырыуыбыҙҙы беләйек, ауыл проблемалары тураһында киң мәғлүмәт саралары аша сығыш яһайыҡ, иң мөһиме - балаларыбыҙҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтәйек.

Бөгөн ҡала башҡорт мәҙәниәте ниндәй кимәлдә?

- Башҡорт мәҙәниәте бит ул йырлап-бейеүҙе, сәхнәлә сығыш яһауҙы ғына үҙ эсенә алмай. Минең өсөн башҡорт мәҙәниәте - ул тыуғандан алып кешегә һалынған һәм уның көндәлек тормошонда сағылыш тапҡан сифаттар. Ошо күҙлектән ҡарағанда, мәҙәниәтебеҙ юл сатында торған һымаҡ. Ни өсөн тигәндә, ҡала башҡорттары, барлыҡ ҡала халҡы кеүек үк, европалашып бара. Мәҫәлән, йырсылар, бигерәк тә ир-ат башҡарыусылар, оҙон башҡорт халыҡ йырҙарын Европа костюмдары кейеп сығып башҡара. Ярай әле, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ матур милли костюмдар кейеүгә күсеп бара. Хәйер, хәҙер сәхнә костюмдарын, башҡарыусыларҙы ғына түгел, хатта йәшәйеш ҡанундарын да Европа стандарттарына яраҡлаштырырға тырышабыҙ. Ундағы ҡанундарҙан туғанлыҡ хисе юйыла бара. Элегерәк Көнсығыш халыҡтары толдарҙы, етемдәрҙе, эскелекте белмәгән, сөнки туғанлыҡ бәйләнештәре йәмғиәттә ҙур роль уйнаған. Ә хәҙер, европаса, барыһы ла дәүләт иңенә ятты, балаларҙы ата-әсәләренән тартып алалар, уларҙы ҡарарға хөкүмәттең хәленән килмәй. Атай-олатайҙарыбыҙ бындай күренеште күрһә, ғәрлегенән ер тишегенә инер ине, моғайын. Шулай уҡ урамда ла Европа стиле, Европа атамалары күҙҙе сыбарлай. Йәштәрҙең ҡолағында наушник, күҙҙәре телефонға текәлгән. Башҡорт мәҙәниәтенә хас ихласлыҡ, ябайлыҡ онотолоп барғандай.
Ә минең өсөн башҡорт мәҙәниәте - ул яҡташым Хәбир Ғәлимовтың йырҙары, моңо, сәхнәлә генә түгел, тормошта ла үҙ-үҙен тотошо, әҙәплелеге аша ҡаныма һеңгән мәҙәниәт. Йәш сағында ул олатайым Ҡыҙыхан менән дуҫ булған, һуңынан был дуҫлыҡ беҙҙең ғаилә менән дә дауам итте.

Атай-әсәйҙәрҙең нәҫел тамырҙары - район, ауыл менән бәйләнеш нисек?

- Салауат районының Иҫке Ҡаратаулы ауылын мин үҙемдең дә тыуған ауылым тип иҫәпләйем, 4 йәшемә тиклем ошо ауылда йәшәгәнмен. Шунан инде бар ғүмер Өфөлә үтте. 1952-1953 йылдың ҡышында атайымды, Салауат районы прокуроры вазифаһында эшләүсе Шакир Ҡаҙыхан улын БАССР Прокуратураһының тәфтиш бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнеләр, һуңынан ул 27 йыл буйы БАССР Юғары Суды рәйесе булып эшләне. Әсәйем Мәмдүҙә Рауил ҡыҙы ғүмер буйы дарыуханала бухгалтер булды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң Өфөлә башҡорт мәктәптәре булманымы икән, мине рус мәктәбенә уҡырға бирҙеләр. Ҡалала беҙгә, рус булмаған милләт балаларына, барыбер түбәнһетеп ҡарайҙар ине. Шуға, бала сағымдан уҡ үҙемде башҡалар араһында тиң итеп тойор саралар эҙләнем. Уны мин үҙемдең данлы тарихымда таптым, тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киттем. Ә ул тарих эргәлә генә ине. Йәйге каникулдарымды ауылда Фатима өләсәйемдә үткәрҙем. Ололарҙан Салауат батыр тураһында риүәйәттәр тыңланым. Мин уларҙың барыһын да хәтеремә һалып барҙым. Тарихты өйрәнә торғас, үҙебеҙҙең Салауат Юлаевтың нәҫелдәре икәнен белдем.
Юҡҡа ғына, кеше олоғая бара, башы ергә нығыраҡ эйелә, тимәйҙәр. Беҙ, Салауат Юлаев нәҫелдәре "Салауат Юлаев вариҫтары" ассоциацияһы ойошторҙоҡ, Салауат районынан сыҡҡан яҡташтар ойошмаһы ҡатнашлығында йыл һайын район һабантуйынан һуң Салауат Юлаевтың тыуған ерҙәренә барыу, уның тыуған ауылы Тәкәйҙә дини йолалар үтәү буйынса яҡшы традиция барлыҡҡа килтерҙек. Шулай итеп Салауаттың һәм уның атаһы Юлайҙың үлеменән һуң 200 йыл үткәс беҙ, уның вариҫтары, уларға бағышлап ҡорбан салдыҡ һәм һаман да ошо йоланы тоторға тырышабыҙ.

Земфира ХӘБИРОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.17 | Ҡаралған: 1000

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru