«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘҒА ОРАН ҺАЛА, УЙЛАНДЫРА, ҒӘМЛӘНДЕРӘ
+  - 

Фотоһүрәттә - Белорет почтамты начальнигы урынбаҫары Вәлимә Гарданова "Киске Өфө"нө 2003 йылдан башлап алдырып уҡыйым. Был гәзит менән тәүге танышыуым әле лә хәтерҙә. Ниндәйҙер бер гәзиттең йыртылып бөткән бер киҫәге ҡулыма килеп эләкте. Шул өҙөктә яҙылған юлдарҙы уҡып ҡарау менән "Был бик шәп гәзит күренә, нисек атала һуң ул?" тип, таныштарымдан һораша башланым. Миңә был гәзит битенең "Киске Өфө"нән икәнен әйттеләр. Ул мәлдә мин хаҡлы ялға сыҡҡан инем инде.

Гәзит ҡулыма килеп эләккәс тә: "Ҡайһылай шәп гәзит был, ниңә ул беҙ эшләгән саҡта ла нәшер ителмәне икән, тәрбиә дәрестәрендә балалар менән рәхәтләнеп уҡыр инек", - тип үкенеүем хәтерҙә уйылып ҡалған. "Киске Өфө" гәзитенән мин күңелем көҫәгән һорауҙарға яуап табам, йәнемә рухи аҙыҡ алам. Баҫманың бөтөн биттәрен дә ентекләп уҡып сығам. Ниндәй генә өлкәне яҡтыртмай ул! Тормош менән, замана менән бергә атлаған гәзит ул - "Киске Өфө". Көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә, тарих төпкөлөнә лә төшә. Сәйәси ваҡиғаларҙы үҙ халҡыбыҙ күҙлегенән нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Был айырыуса сәйәсәт темаһынан алыҫыраҡ йөрөгән кешеләргә - ҡатын-ҡыҙҙарға файҙалы. "Уңыш ҡаҙан!" рубрикаһындағы кәңәштәрҙе тормошта ҡулланабыҙ, позитив булырға өйрәнәбеҙ.
Тағы, был гәзит кешегә оптимистик рух менән йәшәргә ярҙам итә. Мин ни өсөн бындай фекергә килдем? Сөнки уның биттәрендә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр күренешкә ыңғай ҡараш менән бағып, тормоштан йәм табып йәшәргә саҡыралар. Гәзиттең баш мөхәррире лә үҙенең сығыштарында һәр саҡ: "Шөкөр итеп йәшәйек", - ти. Был дөрөҫ саҡырыу, минеңсә. Булғаны менән риза булып, холоҡһоҙланмай, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәргә кәрәк шул. "Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе, бәләкәй генә булһа ла үҙ шәмеңде яндыр!" - был аҡылды ла "Киске Өфө"лә уҡығайным.
Гәзиттең эстәлегенә килгәндә, барыһы менән дә ризамын. "Өфө башҡорто" тигән рубрика асып, баш ҡалала тыуып үҫкән шәхестәр менән таныштыра башлауығыҙ ҙа яҡшы булды. Халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованы Өфө башҡорто булараҡ уҡып, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыҡ. Гәзиттә булған бар рубрикалар менән ризамын. Йәмилә Шәрәфетдинова, Вәсилә Әбдрәхимова, Фәүзиә Мөхәмәтшиналар төҙөгән башватҡыстарҙы ла яратып сисәм. Улар аша бик күп боронғо башҡорт һүҙҙәрен белеп ҡалдым. Киндер ыштан, баҡтиһәң, утысма икән. Ул һүҙҙе мин тәүгә ишетәм. Ул һүҙҙе мин сисә алмағайным, яуаптар баҫылғас ҡына яҙып ҡуйҙым.
"Киске Өфө" милләт, ил яҙмышы өсөн борсолоп, халҡыбыҙға оран һала, әүҙемдәрҙе үҙенең геройҙары һымаҡ фиҙаҡәр булырға, яңылыш һуҡмаҡҡа ығыбыраҡ барыусы йәштәрҙе аҡылға килергә, тормош мәшәҡәттәренә батып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән, ғәмһеҙлек ҡабырсағына бикләнгән замандаштарҙы уйланырға саҡыра. Башҡорт халҡының, ҡала башҡорттарының мәҙәнилеген белдергән үҙенсәлекле бер күрһәткес булыуға дәғүә итерлек гәзитебеҙ оҙон ғүмерле булһын, тип теләйем. Әйткәндәй, гәзит уҡыусы белә торғандыр, "Киске Өфө" гәзитенә яҙылып, теләһәң, квитанцияңды ебәреп, бынамын тигән китаптарға эйә булаһың. Теләһәң, тыуған көнөңдә гәзит биттәрендә редакциянан ҡотлау сәләме ҡабул итеү мөмкинлеге лә бар. Күптән түгел редакциянан миңә тип исемләнгән бүләк-китап килеп етте. Мин ул китапты оло кинәнес менән уҡып сыҡтым. Гүзәл Ситдиҡованың "Йәннәт баҡсаһында" исемле йыйынтығында һүҙ авторҙың Мәккә ҡалаһына хаж сәфәре ҡылыуы тураһында бара. Гүзәл Ситдиҡова сәйәхәтен шул тиклем тулы, йәнле, мауыҡтырғыс итеп тасуирлай - уны уҡығанда үҙең хаж ҡылғандай, изге урындарҙа үҙең йөрөгәндәй булаһың. Бына шулай, "Киске Өфө"нө, башҡа баҫмаларыбыҙҙы ла уҡып, Башҡортостандың мәғлүмәт киңлектәрендә "ҡолас ташлап" йөҙәм, бөтөн яҡшы хәбәрҙәр менән дә ваҡытында танышып барырға, мәғлүмәтлелегемде арттырып барырға тырышам. Башҡаларҙы ла миңә ҡушылырға саҡырам.

Миңлегөл УСМАНОВА.
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.17 | Ҡаралған: 968

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru