«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛ ӨҪТӨНӘ КИЛГӘН БӘЛӘГӘ ҠАРШЫ ИЛ МЕНӘН БЕРГӘЛӘП КӨРӘШӘЙЕК!
+  - 

Был юлы ҡәләмгә тотонорға яҡташыбыҙ, шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның социаль селтәрҙәге адресыма яҙған бер хәбәре сәбәп булды. Хатта шундай юлдар бар: "Беҙҙең ауылда - Иҫке Монасипта бер ҡасан да эскесе исеме сыҡмаған бер нисә кеше йәшләй мәрхүм булды. Байрамда күңел асҡандан һуң һауыға алмағандар. Емертеп донъя көтөп ятҡан кешеләр улар. Бәлки, һатыуға ағыулы араҡы эләккәндер, бәлки, шундай самопал менән ағыуланғандарҙыр, тип борсолам. Был хафалы хәл нисек береһен дә һағайтмай икән? Бүтән ауылдарҙа шулай ҡапыл үлеүселәр тойолмаймы икән?"

...Тағы ниндәй генә һүҙҙәр табырға һуң был афәт тураһында йәнгә үтерлек итеп яҙыр өсөн? Ҡырыла бит халыҡ, ҡырыла. Халҡыбыҙҙың күпме аҫыл ул-ҡыҙҙары шул ағыу арҡаһында мәлһеҙ яҡты донъя менән хушлаша. Бәғзеләр аҡса эшләүҙең еңел ысулына йәбеште - ҡырҙан осһоҙ хаҡҡа сифатһыҙ араҡы алып ҡайта ла һата. Әйтәйек, 5 йыл буйы өйөнән йыраҡта белем эстәп, яңы эш башлаған уҡытыусының эш хаҡы 10 мең һум тирәһендә тирбәлә, ул был аҡсаны алыр өсөн көн һайын таңдан эшкә йөрөй, өйгә ҡайтҡас, дәфтәр тикшерә, иртәгәге көнгә әҙерләнә. Ә теге хәмер һатып аҡса эшләүсе был 10 меңде бер көндә табып, теттереп кенә йәшәй - таңдан донъяңды көтә һалып эшкә лә бараһы түгел, кискә лә эш эйәреп ҡайтмай. Бөтә эше - ауылдаштарын ағыулау, сиргә һабыштырыу, хатта үлтереү, ғаиләләрҙә ыҙғыш сығарыу.
Бына әле лә эшкә юлланғанда бер йорттан теҙелешеп ир-аттар сығып, йәнәшәләге өйгә эйәртенешеп, әллә ниндәй эш ҡырырға йыйынғандай дәртле баҫып инеп барғандарын күреп ҡалдым да, эргәмдәге кешенән, бер-бер хәл булғанмы әллә, тип ҡыҙыҡһынмай түҙмәнем: "Был йортта ҡаҙаҡ араҡыһын ҡойоп һаталар, ә теге ирҙәр ингән өй - притон", - шулай булды ҡыҫҡа яуап. Баҡһаң, ҡырҙан бер яртыһын 70 һум иҫәбенән алып, халыҡҡа 150 һум менән һатып ятҡан замана "эшҡыуары" йәшәй икән был йортта. Хәйер, ундай йорттар бихисап хәҙер.
Шундай "ҡаҙаҡ араҡыһы" эсеп йөрөгән иренең, өс көн ҡарауыллап, өйҙән сығармаһалар ҙа айныға алмай, һаман иҫерек килеш булыуын да аптырап һөйләгәйне бер танышым. Хатта бер шундай атай ишаратының балалары хаҡында ла белмәүе хайран итте. "Ҡатын, беҙҙең малай мәктәптә ҡалай оҙаҡлай ул", - тигән ул бер айныҡҡан арала. Ә "малай" күптән инде юғары уҡыу йорто студенты. Балаһының мәктәп тамамлағанын да, хатта уҡырға ингәнен дә белмәгән атай ишараты. Икенсе бер атай улын армияға оҙатырға ла ҡайтып инмәгән, притондарҙа йөрөп ҡалған. Улы бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, аһ-аһ, мин запойҙан да сығып өлгөрмәнем, малай армияла ла йөрөп ҡайтҡан, тип ыржайған. Йәнә бер атай ишараты ҡыҙы юғары уҡыу йортонда уҡып, сессияһы тамамланып, каникулға ҡайтҡас, танымай, "Һаумы, балдыҙ" тип ҡаршы алған. Ә артабанғы хәл бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ һымаҡ. Иренең эскенән башы сыҡмағас, ҡатыны айырыла. Байтаҡ ҡына айырым йәшәйҙәр. Һәйбәт кенә кеше тәҡдим яһағас, ҡатын бәхетен икенсегә һынап ҡарамаҡ булып, ризалыҡ бирә. Никах көнөн билдәләйҙәр. Был хаҡта элекке ир ишараты ҡайҙандыр белеп ҡала һәм никах уҡылған көндө теге йортҡа килә. Ҡатынын ҡыҙғанып, яңы ирен дөмбәҫләргә, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул. Улай булһа, әҙ генә булһа ла ихтирам тигән нәмә уяныр ине. Ҡайҙан эсергә табырға белмәй йөрөгән ир ишараты теге иргә ҡатынын бер яртыға һатырға ниәт итә… Тәү ҡарашҡа көлкө һымаҡ күренһә лә был хәлдәр, бер ҙә генә көлкө килмәй, илағы килә...
1985-1986 йылдарҙағы алкоголгә ҡаршы компания алкоголь һатыуҙы 51 процентҡа, реаль ҡулланыуҙы 27 процентҡа кәметә. 2007 йылда спирт һатыу кеше башына йылына 10 литр була. Шуның 80 проценты һыра, 13 проценты - араҡы һәм ликер изделиелары. 2009 йылда йән башына спирт ҡулланыу 18 литрға барып етә. Был Рәсәйҙә йәшәгән һәр кеше йылына 90 шешә араҡы эскән тигән һүҙ. Иғтибар итегеҙ - һәр кеше, эскеселәр генә түгел. Ә шул һандар эсенән эсмәгән кешеләр һанын алып ташлаһаҡ, хәл бөтөнләй ҡот осҡос төҫ ала. Был эскелек ниндәй генә аҫыл заттарҙың башына етмәне инде, күпме таланттарҙы "ашаны".
Белгестәр алкоголизмдың Рәсәйҙә эпидемия төҫөн алыуын билдәләй. 2003 йылдан башлап илдә йән башына алкоголь ҡулланыу кимәле тик артыу өҫтөндә. Бүтән илдәр араһында Рәсәй был йәһәттән лидерҙар иҫәбендә. 2014 йылда, мәҫәлән, алкоголь ҡулланыу, төбәгенә ҡарап, йән башына 16 литрҙан 30 литрға тиклем тирбәлгән. Ә бында бит илдәге бөтә халыҡ - яңы тыуғанынан алып 100 йәштәгеһенә тиклемгеһе алынған. Даими эсеүселәр иҫәбенә күпме тура килеүен яҡынса самаларға була. Йәнә шуныһы: был рәсми статистикала һалым органдарында теркәлгән, лицензия менән сауҙа иткән һатыу нөктәләре аша үткән алкоголь тураһында ғына һүҙ бара. Быға йәнә көмөшкә, итәк аҫтынан һатылған фанфуриктар, одеколондар, техник спирттар, йәнә теге ҡойоп һата торған араҡыларҙы өҫтәһәң, йығылып китмәле һандар килеп сығыр ине.

Бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр алкоголизмы үҫеүе ныҡ һиҫкәндерә. Балаларыбыҙ - беҙҙең киләсәгебеҙ, өмөтөбөҙ. Ә теләһә ниндәй алкоголь менән ағыуланған организм сәләмәт тоҡом ҡалдыра аламы? 2013-2014 йылдарҙа Башҡортостанда алкоголь менән ағыуланып, 33 бала донъя менән хушлашҡан: 2013 йылда - 19, 2014 йылда - 14. Ҡот осҡос статистика! Йыл һайын республикала алкоголь һәм уның суррогаттары менән ағыуланып, 13-18 мең самаһы кеше үлә. Донъя менән хушлашҡан ирҙәрҙең өстән бер өлөшөнөң һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15 процентының үлемендә төп сәбәпсе - алкоголизм. Әгәр был мәғлүмәттәрҙе һандарға күсерһәк, йыл һайын алкоголизмдан илдә 500000 тирәһе кеше үлә. Һуғыштарҙа, эпидемияларҙа ла был тиклем кеше һәләк булмай. Рәсәйҙә үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуҙың 62,1 проценты, үлтереүҙәрҙең - 72,2, панкреатиттан үлемдәрҙең - 60, цирроздан үлемдәрҙең - 67,7, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән донъя менән хушлашыуҙың 23,3 проценты алкоголде саманан тыш ҡулланыуға бәйле.
…Бынан 8 йыл самаһы элек булды был хәл. Төшкө аштан һуң эшкә китеп барам. Күперҙе сыҡҡас, бер кешенең машина туҡтатмаҡ булып ҡул күтәргәне күҙгә ташланды. Үҙенең таланты менән республика кимәлендә абруй яулап, тик данына көсө етмәй, урам берәҙәгенә әйләнеп барған замандашым икән. Ул саҡтағы мөхәрриремдең, шул ниндәй уйҙар менән йәшәп ята икән, күңеленә юл ярып ҡара әле, тигән һүҙҙәре ҡылт итеп иҫкә төштө лә, был форсатты файҙаланайым әле, тип, машинамды туҡтаттым. Йүгереп килеп минең янға инеп ултырҙы. Тик… ҡайҙан ултыртҡан көнгә төштөм… Ниндәй генә еҫтәр килеп бәрелмәне танауға… Ниндәй кеше ине бит, ниндәй көнгә төшкән, тип уйланым да: "Ғәзиз (исеме үҙгәртеп алынды), ниңә был хәлгә төшөп йөрөйһөң инде?" - тип әйтеп ҡуйҙым. "Ниндәй хәлгә төшкәнмен, хәлем һәйбәт ул минең", - тигән яуап ишетелде. Өҫтөндә таушалып бөткән иҫке, бысраҡ футболка, тубыҡтары сығып, ҡаҡашҡан осһоҙло ғына трико. Ә бит ҡасандыр саң ҡунмаҫ костюм-салбарҙар, йылтырап торған туфлиҙар кейеп, ҡиммәтле хушбуйҙар аңҡытып ҡына йөрөй торғайны. Мөхәррирҙең әйткәнен юллап, әңгәмә ҡора башланым. Һөйләшеүгә әүәлгесә әүәҫ кенә. Тик бер нәмә лә булмаған һымаҡ һөйләшә. "Башспирт" магазины тирәһенә етеп килгәндә юлдашым ҡапыл туҡтатыуҙы үтенде һәм 20 һум аҡса һораны. Һап-һау, айыу тотоп менмәле ир-егеттең хәйер һорауы сәмемә тейҙе. "Әгәр аслыҡтан һораһаң, бирер инем, һин бит эсергә һорайһың. Бирмәйем бер тин дә эске өсөн, бар, төш тиҙерәк машинанан. Юғал күҙемдән", - тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Күндәм генә төштө. Салонда еҫе генә тороп ҡалды. Аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, уның үлем хәбәре ишетелде. Сәбәбе лә, диагнозы ла билдәле…
Эйе, Хоҙай был әҙәм балаһына күпте биргән ине. Тик нәфсеһен тыя алманы, ихтыяр көсө булманы. Әҙәм балаһы йыш ҡына барҙың ҡәҙерен белмәй шул, юғалтҡас ҡына аңлай. Хәйер, аңламай яҡты донъя менән хушлашыусылар ҙа осрай… Эксперттар баһалауынса, ялған араҡы Рәсәй баҙарының өстән ике өлөшөн тиерлек тәшкил итә. "Ялған араҡы етештереүселәр үҙҙәрен бик иркен тоя, ә республиканан ситтә етештерелгән спиртлы эсемлекте килтереүселәр халыҡты эскелек һаҙлығына батыра. Ауыл ерендә ҡайҙа ялған араҡы һатылғанын белмәйҙәрме ни? Һәр ауылда тиерлек шундай нөктәләр бар. Барыһы ла белә, әммә өндәшмәйҙәр. Берәүҙәр ҡурҡа, икенселәр аҡса эшләй", - тигәйне бер кәңәшмәлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. Эйе, ҡурҡыуҙан бигерәк, битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ баҫҡан бөгөн халыҡты. Күрше күршенең нимә ҡыланғанын белмәгән заманда йәшәйбеҙ. Икенсенән, бер-береһе менән тәмһеҙләшкеләре лә килмәй. Ауылдарҙан ярҙам һорап, битараф булмаған кешеләрҙән редакцияға хаттар килгеләй килеүгә. Бына минең алда шундай хаттарҙың сираттағыһы:
"Беҙ һеҙгә үҙебеҙҙең үтенесебеҙҙе белдермәксе булдыҡ. Исем-шәрифтәребеҙҙе ҡуйып тормайбыҙ. Сөнки үсләшеп, донъяларыбыҙға ут төртөп китеүҙәре бар. Ауыл самогонсылары үҙәккә үткәрҙе бит. Былай дауам итһә, бер 5-6 йылдан ауылдың ир-аттары үлеп бөтәсәк. 23 февралдә эсә башлаған ирҙәр бөгөн булһа айныға алмай (март аҙағы). Сөнки бер магазинда фанфурик 40 һум, икенселәрендә 30 һум. Уларҙа, ғөмүмән, спирт менән һыра өҙөлгәне лә юҡ. Өҫтәүенә, самогонсылар көнө-төнө 150 һумға самогон һаталар. Ауылда һуңғы 10 йыл эсендә 23 кеше эскелек арҡаһында үлде. Уларҙың өсәүһе ҡатын-ҡыҙ, ҡалғандары ирҙәр. Хәйер, эскән ирҙәре үлгәнгә артыҡ ҡайғырмай хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар. Сөнки хөкүмәт аҡса бирә". Мине был хаттағы йәнә "айный алмай йөрөйҙәр" тигән юлдар һиҫкәндерҙе. Ысынлап та, ғәҙәттә, эскән кеше йоҡлап уянғас та айныға, ә һуңғы ваҡытта теләһә нимә эскән кешеләр айҙар буйы айный алмай. Тимәк, алкоголгә бәйлелек тыуҙыра торған берәй матдә ҡушыла инде, тигән уй килә башҡа.
Эш юҡ, шуға эсәбеҙ, ти бәғзеләр. Ғаиләләренә ашарға аҡса тапмаһалар ҙа, эсергә ҡайҙандыр табалар бит әле. Уны бит аҡсаһыҙ бирмәйҙәр. Уйлаһаң, уйылып китмәле, яҙһаң, ярылып ятмалы хәлдәр.
Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның яҙғандарын тағы уҡыйым. Уҡыйым да, сараһыҙлыҡтан, тағы уйға ҡалам. Йөрәк сәнсеп-сәнсеп ҡуя. Сөнки был бәлә минең яҡындарымды ла, хөрмәтле гәзит уҡыусы, һинең алыҫ йәки яҡын туғандарыңды ла урап үтмәне, улар араһында ла бөгөн хәмер ҡоло, замана афәте ҡорбаны булып йөрөүселәр бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Әленән-әле, шул-шул үлеп ҡалған ти, тигән хәбәр ишетелә. Һәм… шыбырлабыраҡ шуны өҫтәйҙәр: эсеп йөрөгән булған… Рәсми статистика ла аяуһыҙ. Ул көн һайын тигәндәй үҙгәреп тора. Бына ошо юлдарҙы яҙған ваҡытта йәнә бер шомло хәбәр килде - ҡорбандар тағы ла берәүгә артҡан…
Ил өҫтөнә килгән бәлә был. Шуға ил күтәрелергә тейештер. Илебеҙ халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүенең 72 йыллығын билдәләнек быйыл. Шөкөр, беҙ ул һуғыш афәттәрен күрмәнек, киләсәктә лә күрергә яҙмаһын. Бөгөнгө ир-аттарҙың бәғзеһе үҙ теләктәре менән хәмергә әсир төшкән. Килер быуындарға ошо алкоголь тигән яуыз дошманды тар-мар итеүҙең 72 йыллығын байрам итергә яҙыр микән? Яҙған хәлдә лә, бөгөнгө "яугирҙәр" араһынан ул ваҡиғала "ветеран" булып ҡатнашыусылар булыры ғына икеле...

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА,
Бөрйән районы "Таң" гәзите хәбәрсеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.17 | Ҡаралған: 1122

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru