«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ҮҘАҢ ҺӘМ РУХ ТУҒАН ТЕЛ ҺӘМ МОҢ МЕНӘН ИНӘ БАЛАҒА
+  - 

"Өфө башҡорто" рубрикаһының сираттағы ҡунағы - музыка белгесе, журналист, педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Абрар ҡыҙы ИҘРИСОВА. Ул баш ҡалала тыуып үҫеп, ғүмере буйы уның рухи ҡиммәттәренә хеҙмәт итә. Атаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, композитор Абрар Хаҡ улы Ғабдрахмановтың, әсәһе - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев ордены кавалеры Нажия Аллаярованың аманатын дауам иттереүсе урта быуын вәкилдәренең береһе ул.

Миләүшә Абрар ҡыҙы, һеҙҙең ғаиләлә "Өфө башҡорто" быуыны кемдән башланды?

- Минән. Атайым менән әсәйем сығыштары менән Учалы районының Наурыз һәм Яңы Байрамғол ауылдарынан. Баш ҡалабыҙҙа ғаилә ҡороп, төпләнгәс, йәш ғаиләнең тәүге емеше булып мин донъяға килгәнмен. Атайым менән әсәйем студенттар булып, береһе Өфөлә, икенсеһе Мәскәүҙә юғары белем алған саҡта, мин ете йәшемә тиклем олатай-өләсәй һәм атай-әсәй араларында йөрөнөм. Күберәген ауылда булдым. Шуға ла асылым тас ауылса минең - олатай-өләсәй тәрбиәһе. Ә бит ул заманда ҙур ҡалала башҡортлоҡто һаҡлап алып ҡалыу бик ауыр булған. Рухлы, моңло, аҡыллы, изге күңелле олатайым менән өләсәйем ҡарамағында тәрбиәләнеүем, әлбиттә, минең өсөн бәхет булған инде ул... Беренсе класҡа Өфө ҡыҙы булып, уҡырға барҙым. Башта 91-се мәктәптең башҡорт класына йөрөттөләр. Унан Телеүҙәк янындағы 35-се мәктәпкә рус класына күсерҙеләр. Ә мин, бығаса тик башҡортса ғына һөйләшкән бала, рус телен белмәйем тиерлек... Ауыл байманлығына өйрәнгән бала булараҡ, "Ауылға ҡайтҡым килә, минең өйөм унда", тип илап та ала инем. Үҙемде ете ят мөхиттә хис иттем мин ул заманда, ҡыйын була торғайны. Торараҡ имтихан тотоп, махсус музыка мәктәбенә (колледжға) уҡырға индем.

Бала саҡта ҡаланың ниндәй урындарында уйнай, йөрөй инегеҙ?

- Салауат һәйкәле янында йыш була инек. Һәйкәл тирәләй ул заманда иҫке ағас өйҙәр күп ине, ихаталары тулы - алма баҡсалары. Беҙ, бер өйөр бала-саға, шул баҡсаларға төшөп, алма урлап, шул шуҡлығыбыҙҙан ҡыҙыҡ табып, таулы-түбәнле сабышып йөрөр булдыҡ. Һәйкәлдең аҫ яғындағы таштарҙа һикерешәбеҙ. Хәтеремдә, әхирәтем Лена шундағы таштарҙы "Был беҙҙең һарай таштары, ошонда өйөбөҙ ултырҙы" тип күрһәтә торғайны. Йылға, яр буйҙары ла - беҙҙең яратҡан урындар. Архирейка тип аталды шул яр буйындағы йорт-барактар. Иҫ киткес матур урында урынлашҡан ине улар. Муйыл, сирень, алмалыҡтар араһында ғына. Шундай бер иҫке генә барактың беренсе ҡатында әсәйемдең ағаһы ғаиләһе менән көн итте. Мин ике туған апайым менән уйнарға барам. Йорт торған ярҙың аҫтында ғына Ағиҙел йәйрәп ағып ята! Эй, күңелле, ҡабатланмаҫ мәлдәр!..

Ҡалала "тыуған йортом" тип әйткәндәй йортоғоҙ бармы?

- Бар! Ҡалабыҙҙың Ленин урамындағы икенсе һанлы йорто ул. Өфөлә 1938 йылда Сталин архитектураһында төҙөлгән иң беренсе бейек ҡатлы йорт. Уны "Дом специалистов" тип атайҙар әле лә. Күренекле шәхестәр йәшәгән унда - яҙыусылар, артистар, композиторҙар. 1961 йылда атайым менән әсәйемә шул йорттоң бишенсе ҡатындағы коммуналканан туғыҙ метрлыҡ ҡына бер бүлмә бирәләр. Шунда 7 йыл, мин мәктәпкә төшкәнсе йәшәнек. Йорттоң ихатаһы ла башҡа йорттарҙыҡына оҡшамаған: дүрткел. Дүрт яғынан да йорт менән кәртәләнгән һәм уртала балалар майҙансығы, матур фонтаны бар ине. Хәҙер инде ул фонтандың һөлдәһе генә ҡалған. Бик матур, үтә лә күркәм йорт булды. Бына шул йортто "тыуған йортом" тип иҫәпләйем. Мин бит һаман да уның еҫен дә хәтерләйем!
Аҙаҡ башҡа йортҡа күстек. Әммә тап шул йорт гел үҙенә тартып торҙо, тормошҡа сығып, ғаиләм булғас та, шунда ҡайтҡым килеп, шул уҡ подъезда фатир һатып алдыҡ. Балалар үҫкәнсе, һигеҙ йыл йәшәнек унда...

Атай-әсәйегеҙ ҡаланың, республиканың күренекле кешеләре. Уларҙың аралашып йәшәгән ғаилә дуҫтарын хәтерләйһегеҙме? Шул аралашыу, ҡатнашыу мөхите ниндәйҙер тәрбиәүи төшөнсәләргә нигеҙ була алдымы икән, нисек уйлайһығыҙ?

- Беҙгә бик күп кеше килә ине. Эш буйынса ла, ҡунаҡҡа ла, кәңәшкә лә. Күмәк булып йыйылып китәләр, һөйләшәләр, бәхәсләшәләр, ижад менән шөғөлләнәләр ине. Легендар шәхесебеҙ Заһир Исмәғилевтарҙың ғаиләһе менән бик тығыҙ аралашыу булды. Заһир Ғариф улы менән Мәхсүфә Хәсән ҡыҙы беҙҙе йыш ҡына Йоматауҙағы дачаларына алып ҡайтҡаны хәтеремә уйылған. Мәхсүфә апай мәрхүмәнең телде йоторлоҡ ваҡ бәлештәренең таты әле лә тел осомда ғына кеүек. Тағы ла яҙыусы, журналист Рәүеф ағай Насировтың, һуғыш ветераны, хәрби осоусы Муса Ғайса улы Билаловтың ғаиләләре менән бер туғандар кеүек булдыҡ. Ижадташ дуҫтары Яҡуп Ҡолмой, Рафаэль Сафин, Абдулхаҡ Игебаевтар, музыка белгесе Фәрит Камаев, скрипкасы Михаил Швайштейн, пианист Елизавета Крылова, әсәйемдең әхирәттәре Ғәлиә Солтанова, Йыһания Рәхмәтуллина, Флүрә Ноғоманова, уҡытыусыһы Миләүшә Мортазина... Һанай башлаһаң, улар шул тиклем күп. Һәм һәр береһе - күренекле шәхес! Бына шундай шәхестәр менән осрашыуҙар, аралашыуҙар бала күңелендә эҙ ҡалдырмай буламы һуң!

Һеҙ атайығыҙ Абрар Ғабдрахмановтың юлын дауам иттереүсе лә. Унан ниндәй һабаҡтар алып ҡалдығыҙ?

- Атайым оҙаҡ йылдар Башҡортостан радиоһында эшләне һәм радио тыңлау беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө булды. Иртәнсәк тә, төшкө ашҡа ҡайтҡанда ла, ял көндәрендә лә ул радионы ҡолағынан ысҡындырмай, тыңлап, фекерләп, анализлап йөрөй. Үҙем башта телевидениела, унан радиола эшләй башлағас, бына ошо мөхиттең, ошо һабаҡтарҙың күңелемә һеңдерелеүенә һөйөнөп бөтә алманым. Сөнки минең өсөн бында барыһы ла таныш, яҡын ине. Бөтөн музыкаль тәьҫораттар, сәнғәт әҫәрҙәре, әҙәби мираҫ мейегә һеңә барған.
Теҙә китһәң, атайымдан, әсәйемдән өйрәнгән, отҡан, мираҫ итеп алған аң-белем, тәжрибә-кәңәш етерлек ул. Йомғаҡлап әйткәндә, миңә улар иң мөһиме - милли рух тойғоһон һеңдерә килгән. Телевидение, радио, матбуғат өлкәһендә эшләгән, ижад иткән башҡорт белгестәренең бурысын ошо позицияларҙы ныҡ тотоп, милләт өсөн хеҙмәт итеүҙә күрәм.

Бөгөн ҡалала һеҙ күреп үҫкән мәҙәни мөхит бармы, һаҡланғанмы?

- Һәр замандың үҙ заңы бит инде. Ваҡыт уҙыу менән кешеләр ҙә үҙгәрә, ҡала мөхите лә. Элекке мөхиттә лә ыңғай күренештәре лә, киреләре лә булған кеүек үк, әлеге мәлдә лә, ҡыуандырғаны ла, көйөндөргәне лә етерлек. Атай-әсәйҙәребеҙгә, ауылдан килеп, Өфөнө "яулауы" анһаттан булмаған, әлбиттә. Ләкин уларҙа йәшлек дәрте, ижад хыялы, "яҡты киләсәккә" инаныу көслө булған. Унан килеп, совет заманында бит милли сәнғәткә, әҙәбиәткә ҡараш бит етди була, уларҙы үҫтереүгә ил етәкселеге тарафынан күп көс һалына. Башҡорт композиторҙары алдында профессиональ музыка сәнғәтен төҙөү маҡсаты ҡуйыла! Тимәк, йәш ижадсыларға бөтөн юлдар ҙа асыҡ: тик эшлә генә! Һөҙөмтәлә, улар быуыны беҙҙең милләт тарихын, ҡала тарихын, ил тарихын яҙған. Ә беҙ улар аманатын киләһе быуындарға тапшырыуға бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ.

Әлеге ҡала тормошонда, күренешендә, йәшәйешендә һеҙгә нимәләр оҡшай һәм оҡшамай?

- Тормош алға бара, ҡалалағы үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар артынан эйәреп өлгөрөп тә булмай. Һөйөндөргәндәре лә, көйөндөргәндәре лә бар, әлбиттә. Нимәгә күңел кителә? Ҡаланың тап башҡорт халҡының баш ҡалаһы булыуын күрһәтер урындар аҙ. Ул беҙҙең милли төйәк булыуын ҡысҡырып торорға тейеш тә бит... Мәҫәлән, Ҡаҙағстандың ҡалалары улар ҡаҙаҡ донъяһы икәнлеген әллә ҡайҙан һөйләп тора. Беҙҙә ниндәйҙер дөйөмләштереү, барыһына ла ҡулайлы булыу яғын ҡайырыу тойола. Сит ил яҙыуҙары, көнсығыш стилен алырға тырышыу күҙгә ташлана.
Бына, Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы бейек йорттар өҫтөндәге башҡорт орнаменттары ниндәй колоритлы! Шундай биҙәк үҙәк урамдарҙың барыһында ла булһын ине ул. Ленин урамын ҡар бөртөктәре менән биҙәгәнсе, үҙебеҙҙең биҙәктәр торһа, Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана ҡаршыһындағы аллеяны милли эпос геройҙары, йәки үҙебеҙҙең данлыҡлы шәхес-тәребеҙҙең һәйкәлдәре, кистәрен янып-балҡып торған ҡурай фонарҙары, тирмә формаһындағы биналар биҙәһә, ҡалай отошло булыр ине. Республикабыҙға килгән ҡунаҡтар бит тәү сиратта баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын байҡай. Уларҙы халҡыбыҙҙың асылын күрһәтерҙәй архитектуралы биналар, һәйкәлдәр ҡаршылаһа, милли көйҙәр, ҡурай яңғырап торһа, ни тиклем онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтыр ине улар. Баш ҡалабыҙҙың ҡабатланмаҫ йөҙө булырға тейештер бит! Быларҙың барыһын да, теләк булғанда, эшләп була.
Шөкөр, "Ете ҡыҙ" фонтаны, Салауат Юлаев һәйкәле, "Ватан" майҙаны кеүек урындар бар, әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә бит ҡала ҙур! Черниковка, Дим, Һупайлы биҫтәләре кеүек микрорайондарҙа башҡорт ҡалаһы икәнлектең әҫәре лә юҡ...
Шатландырғаны шул: мин бәләкәй саҡта ҡала урамдарында башҡортса һөйләште бик һирәк ишетә инек. Яҙа-йоҙа ишетеп ҡалһаҡ: "Был ҡайһы төпкөл райондан килде икән", - тигән уй тыуа торғайны. Нисектер, күптәр туған телендә аралашырға тартына ине шикелле. Хәҙер урамдарҙа ололар ҙа, йәштәр ҙә рәхәтләнеп, тартынмайынса башҡортса әңгәмәләшә, бер-береһенә мөрәжәғәт итә. Ә шулай ҙа урамда миңә берәйһе туған телдә һүҙ ҡушһа йәки нимәлер һораһа, әле һаман аптырап-ҡыуанып китәм...

Һеҙҙең ғаиләлә тәрбиәләнгән Өфө башҡорттары кемдәр улар?

- Ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ үҫтерҙек. Оло ҡыҙыбыҙ Айгөл ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй, Марсель кейәүебеҙ, ейәндәребеҙ менән Мәскәү башҡорттарын тәшкил итә улар бөгөн. Айгөл беҙҙең сәнғәт институтын тамамланы, музыка белгесе, олатаһының ижадына арналған китап-монография сығарҙы. Ейәндәребеҙ Ибраһим менән Алтынай Мәскәүҙәге "Алтын ай" башҡорт фольклор төркөмөндә шөғөлләнә, бәләкәс кенә булып бейеп, шиғырҙар ятлап йөрөйҙәр. Уртансы ҡыҙыбыҙ Диләрә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы, Халыҡ-ара бәйгеләр еңеүсеһе, "Онегин" һәм "Алтын битлек" Рәсәй театр премиялары лауреаты. Әлеге мәлдә ул бик мауығып, бар көсөн һалып ижад итә. Австрияла урынлашҡан опера агентлығы уны үҙенең эксклюзив солисткаһы итеп ҡабул итте, һәм ул һуңғы йылдарҙа, беҙҙең театрҙа эшләү менән бер рәттән, шул агентлыҡ менән дә тығыҙ хеҙмәт итә. Әйткәндәй, сит илдәрҙә сығыш яһағанда Диләрә концерт программаларына йыш ҡына башҡорт халыҡ йырҙарын индерә. Һәм ҡыуандырғаны шул: ҡайҙа ла беҙҙең моңдо халыҡ хайран ҡалып ҡабул итә, ихласлап алҡышлай.
Кинйә ҡыҙыбыҙ Асия Санкт-Петербург консерваторияһында скрипкаға уҡый, өсөнсө курс студенты. Консерваторияның уҡыу программаһы, әлбиттә, классик музыка өлгөләренә нигеҙләнә. Ә шулай ҙа Асия яҡташтары менән осрашыуға ла ваҡыт таба, Петербургтың "Аманат" исемле башҡорт студенттары ойошмаһының әүҙем ағзаһы. "Аманат"тың йыйылыштарында Асия скрипкала башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап, йырлап, концерттарҙа ҡатнаша килә, шуның менән сикһеҙ ғорурлана... Халыҡ әйтмешләй, атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун бескән...

Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында ҙур ҡалала башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыу бик ауыр булды, тинегеҙ. Бөгөн ҡала ерлегендә ошо милли аманатты һаҡлауҙың ниндәй юлдарын күрәһегеҙ? - Уның юлы бер генә - ғаиләлә башҡортса һөйләшеү, башҡортса йәшәү. Балаларым менән русса һөйләшеп китһәм, атайым: "Һин дә башҡортса һөйләшмәһәң, уларға бер кем дә туған телен өйрәтмәйәсәк", - тип һәр ваҡыт иҫкәртеп торҙо. Беҙҙә башҡорт мөхите йәшәй: туған телдә һөйләшеү-аралашыу, ҡунаҡ килһә - башҡортса һыйлау, балаларҙың башҡортса концерттарын ойоштороу ғәҙәткә ингән. Хәҙер ейәндәрҙе лә шул матур тәртиптә тәрбиәләге килә. Балаға бит милли үҙаң, рух туған тел һәм моң менән инә. Был рухи байлыҡты башҡа бер ниндәй белем дә йәки өйрәтеү ҙә алмаштыра алмай. Үҙ теленә, туған мәҙәниәтенә битараф ата-әсә үҙ балаларын ошо хазинанан үҙ теләге менән мәхрүм итә, уларҙы рухи фәҡирлеккә дусар итә, маңҡорт яһай. Һөҙөмтәлә ул балалар ни рус, ни башҡорт түгел...

Һеҙ - музыка белгесе. Халыҡ моңдары тураһында бер генә фекер әйтегеҙ әле?

- Беҙҙең халыҡ көйҙәренең үҙенсәлеген бала саҡтан күңеленә һеңдереп үҫкән кеше генә тоя ала. Нота билдәләренә һыймай беҙҙең моң, сөнки Европа мәҙәниәте ҡанундары, нота системаһы, ғөмүмән, беҙҙең традицион сәнғәткә ят нәмә. Башҡорттоң оҙон көйө - ул юғары сәнғәт, һәм бик ҡатмарлы сәнғәт. Хатта бик-бик оҫта итеп эшкәртеп, нотаға һалынған оҙон көйҙө лә, эстән тоймаһа, йырсыға башҡарыу ауыр. Өйрәнеп-ятлап ҡына йәнһеҙ итеп башҡарыусыларҙан йырҙарыбыҙҙы йәлләйем, сөнки көйҙөң аһәңе, моңо юҡҡа сыға... Ә ошо аһәң, моңдо бары тик телдән-телгә тапшырып була. Мине шатландырғаны шул: балаларым башҡорт моңон тойоп, аңлап үҫтеләр.
Диляраны оло сәхнәләргә сығарыусы ла - оҙон көйҙәребеҙ булды. Халыҡ-ара академик вокал конкурстарында, сит илдәрҙә күп тапҡыр еңеү яулаһа ла, үҙе әйтеүенсә, еңеүҙәренең иң ҡәҙерлеһе - "Ирәндек моңдары" башҡорт халыҡ йырҙары конкурсында яуланған Гран-при. Ҡала ҡыҙының шундай абруйлы бәйгелә еңеп сығыуы, минеңсә, үҙе үк күпте һөйләй. Әйткәндәй, ул "Алтын битлек" премияһын алған тәүге башҡорт йырсыһы ла!
Үҙемә килгәндә, бынан 3 йыл элек сәнғәт фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡланым. Хеҙмәтемдең темаһы - беренсе быуын башҡорт композиторҙары, милли музыка сәнғәтенә юл ярыусылар - Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Хәбибулла Ибраһимов, Камил Рәхимов, Мәсәлим Вәлиев, Таһир Кәримовтарҙың ижады. Уларҙың әҫәрҙәрен электән радионан тыңлап үҫтем. Ләкин улар хаҡында бик аҙ белеүебеҙ гел эсте бошора торғайны. Бигерәк тә телевидениела эшләй башлағас, был композиторҙар хаҡында монографияларҙың, уҡыу әсбаптарының наҡыҫлығы айырыуса күҙгә ташланды. Ә бит уларҙың тормошо, ижады - беҙҙең байлығыбыҙ! Башта беренсе профессиональ башҡорт йырсыһы, композиторы, музыка белгесе, йәмәғәт эшмәкәре Ғ. Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм ижад юлы хаҡында китап яҙҙым. Тик был ғына, әлбиттә, әҙ булып күренде. Ҡулымдан килгәнсә ошо бушлыҡты тултырыу, ошо оло талант эйәләренең фиҙакәр хеҙмәтенә тейешенсә баһа биреү ниәте менән диссертацияға тотондом. Унда башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенең аяҡҡа баҫыуын, беренсе композиторҙарҙың эстетик ҡараштарының формалашыуы, халыҡ ижадына таянып ижад ителгән тәүге әҫәрҙәре, тора-бара профессионаллек дәрәжәһенә үрләүенә байҡау яһала, вокаль әҫәрҙәре, халыҡ көйҙәренең эшкәртмә-ләре тикшерелә. Был эштә композиторҙарҙың шәхси архивтарын өйрәнергә, китапханаларҙа, дәүләт архивтарында ҡаҙынырға, хатта Ырымбур һәм Ҡаҙан ҡалаларына сәфәр ҡылырға тура килде...
Әйткәндәй, башҡорт фольклорына, композиторҙар ижадын өйрәнеүгә арналған диплом эштәре, диссертациялар яҙыуға ла ҡараш бик һүлпән беҙҙә. Шундай бай музыкаль мираҫыбыҙ булып та, уны ҡәҙерләй, һаҡлай белмәйбеҙ. Был йәһәттән беҙгә Ҡаҙан консерваторияһынан үрнәк алыу бик файҙалы булыр ине. Унда йыл һайын консерватория уҡытыусылары һәм студенттары тарафынан татар музыкаһына бағышланған ғилми хеҙмәттәр яҙыла һәм даими нәшер ителеп тора! Ҡаҙанға юл төшкән һайын сумкалар тултырып яңы китаптар алып ҡайтам...
Диссертациямды монография итеп сығарырға ниәтләйем. Милли музыка сәнғәтебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар, бигерәк тә йәштәр, уҡыусы балалар беҙҙең "аҡһаҡалдарыбыҙҙың" ижадын, сәнғәтебеҙ үткән юлдарҙы белергә тейеш бит!

Шулай итеп...
"Бына был, исмаһам, Өфө башҡорто! Өфөнөң ысын, уяу, рухлы башҡорто!" тигән ҡанатлы уй йөрөнө оҙаҡ ҡына Миләүшә Абрар ҡыҙы менән һөйләшеүҙән һуң. Өфө шулай ҙа бәхетле, уның ошондай ул һәм ҡыҙҙары бар!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.17 | Ҡаралған: 1136

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru