«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИХ, ҺЕҘ, МАТУР ҠЫҘҘАР! ЙӘКИ ГҮЗӘЛ ЗАТТАРЫБЫҘҘЫ ЙӘЛЛӘҮЕМ ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
+  - 



Һуңғы осор йыш ҡына Ер йөҙөндәге иң гүзәл заттарыбыҙ - ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында фәлсәфәләргә бирелеүсәнмен. Ғәзиз әсәйҙәребеҙ, һөйөклө хәләл ефеттәребеҙ, ҡәҙерле апай-һеңлеләребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ, ейәнсәрҙәребеҙҙе һәм башҡаларҙы тәшкил иткән йәмғиәтебеҙҙең бына ошо өлөшө тураһында уйланмаған бер ир-ат заты ла юҡтыр.

Эйе, беҙ уларҙы "гүзәл", "нәфис", ҡайһы берҙә "көсһөҙ" заттар тип тә атайбыҙ. Бәғзе ваҡыттарҙа наҙлы сәскәләргә тиңләйбеҙ уларҙы. Ә ниндәйҙер осраҡта бына ошо "көсһөҙ" заттарыбыҙ ир-аттар ҡулынан килмәҫлек эштәрҙе лә атҡарып ташлай ҙа баһа! Ауыр һуғыш мәлендә, ирҙәрҙең күпселеге яуға киткәс, тылдағы бөтә эштәрҙе үҙ иңенә йөкмәп, илдәге етештереү кимәлен мәртәбәләргә күтәргән кеше бит улар. Ҡулдарына ҡорал тотоп, ирҙәр менән бер рәттә яуҙа ҡатнашҡандары, һуғыш яланында иҫ киткес батырлыҡ күрһәткәндәре лә бихисап. Әле булһа Ер йөҙөндә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәр төрлө эштәргә "егелеп" ғүмер һөрөүен дауам итә. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, һәммә эш уларҙың хәленән килә. Был хәҡиҡәтте һис инҡар итеп булмай. Әммә... "Көсө етә", тигәс тә, бына шундай нәфис гүзәлдәребеҙҙән һаман да "һабан һөйрәтеү" дөрөҫ буламы икән, тигән һорау мине һәр саҡ борсой.
Планетабыҙҙың ҡайһы мөйөшөн генә алып ҡараһаҡ та, ҡатын-ҡыҙ үҙ асылында ҡала инде ул. Уйым менән бер аҙ алыҫҡараҡ, сит яҡтарға барып байҡаштырып йөрөп килеүҙе лә кәрәк тип таптым. Телевизорҙан яңылыҡтар тапшырыуы һайын тиерлек Көньяҡ Кореяның экс-президенты Пак Кын Хеның ҡылған мутлыҡтары өсөн уға хатта ниндәйҙер ҙур енәйәт эше асыу хаҡында бер килке һөйләй торғас, ул меҫкенде ғүмерлек төрмәгә хөкөм итергә йыйыналар, тип ишеттем. Быға ышанғы ла килмәй бит, йәмәғәт! Мин үҙем сәйәси күҙәтеүсе түгелмен, хатта, дөрөҫөн генә әйткәндә, уның үҙ илендә ни менән булышҡаны хаҡында белгем дә килеп тормай. Бәғзеләргә, бәлки, бик ирмәк тә тойолор, әммә миңә бына ошо ҡатын бигерәк тә йәл. Телетапшырыуҙар мәлендә уны насарлап һөйләй башлауҙары менән шунда уҡ телевизорымды икенсе каналға күсереп тә ҡуя инем. Йөҙөнә, ҡиәфәтенә ҡарағанда башҡорт ҡатынына оҡшап ҡына торған, бигерәк тә яғымлы, мөләйем күренгән ошо гүзәл заттың насар кеше булыуына һис кенә лә ышанғым килмәй, ысын. Үҙем ир-ат вәкиле булғанға ла шундай алдаҡсы тойғолар тәьҫирендә түгелменме икән, тигән инәле-сығалы уйҙарым да юҡ түгел. Бәлки, ысынлап та, кешеләрҙең күпселеге тормошта башҡаларҙы "тыштан ғына" күреп, ана шулай алданалыр, тигән фәлсәфәләгә лә төшөп китәм ҡайсаҡ...
Күптән түгел АҠШ-тың президенты булырға маташҡан Хиллари Клинтонды ла бик ныҡ йәлләгәйнем. "Товарищ Трамп"тан еңелгәс, Хиллари апай өсөн хатта борсолоп та алдым. Алсаҡ йөҙлө был ханымдың уңышһыҙлыҡтарын бер аҙ онотоп, "күңел яраһы" уңалып ҡына килгәндә, Марин Ле Пен исемле йәнә бер гүзәл зат сәйәсәт аренаһында пәйҙә булды. Рәсәй менән Францияның мөнәсәбәтен яҡшыртырға вәғәҙә иткән был ҡатын-ҡыҙҙы ла йәлләп, Макрон менән нисек алышҡандарын күҙәттем. Шул уҡ ваҡытта Ле Пендың президентлыҡҡа үтеүен дә теләмәнем, сөнки уның өсөн ғәйәт ҙур юғары вазифаны башҡарыуҙың ниндәй ауыр булырын күҙаллап ҡыҙғандым үҙен. Ярай әле, был апайыбыҙ ҙа еңелеп ҡуйҙы... Элегерәк Рәсәйебеҙҙең Әбей батшаһы хаҡында ла йыш ҡына уйлана инем. Бала сағымда уны, нишләптер, үҙебеҙҙең өләсәйҙәргә оҡшата биреберәк, яулыҡ ябынған бер әбей һымағыраҡ итеп күҙ алдына килтерә инем. "Әбей", тигәндәре әллә ни әбей ҙә булмаған икән. Ярайһы ғына сибәр бер ҡатын итеп, уны киноларҙа күрһәтә башлағас, бына шул нәфис зат та миңә йәл тойола башланы. Икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй иле менән идара итә алыуына аптырай инем. Аляска ярымутрауын американдарға юҡ хаҡҡа ғына тиерлек һатып ебәргәне хаҡында ишетеп, үкендем. Әлеге ҡатын-ҡыҙ йомшаҡлығылыр инде, тинем. "Ярай, илебеҙ былай ҙа киң, еребеҙ етерлек", тип, ахырҙа, тынысланып ҡуйҙым…
Эй, нәфис ҡатын-ҡыҙҙар... "Хөкүмәт" тип аталған гигант машинаның руле артына ултырырға нисек ҡурҡмай улар, тип уйланам йыш ҡына. Бөтөн бер ил еңел генә йөрөтөп алып китерлек автомобиль ише генә түгел дә баһа... Бала сағымда берәй кешене, йә иһә хайуанды йәлләп илаһам, әсәйем мәрхүмә гел генә: "Эй, ошо малай, һәр нәмәне лә йәлләр ҙә йөрөр...", - ти торғайны. Ысынлап, та, барыһын да йәлләйем, йәмәғәт. Һинең йәлләүеңә, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, иғтибар итмәйҙәр бит әле: ҡыҙҙарыбыҙҙың күпселеге, һис нәмәгә ҡарамай, һаман да эш тип яна, ҡайҙа булһа ла эшләргә ынтыла, кемдер әйтмешләй, "шытып сығып бара", ауыҙыңа май булғыры. Нәҡ теге элекке Советтар Союзы мәлендәге йырҙарҙа йырланғанса: "... матурҙар - алтын кеүектәр, эштә - ялҡын кеүектәр..." Шунлыҡтандыр, илебеҙҙең бихисап штат берәмектәренең бик күбен ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ биләй. Уҡытыусы, тәрбиәсе, табип, эшҡыуар... Тағы бер аҙ юғарыраҡ вазифалар - мәктәп директоры, дауалау учреждениеларының бәғзе бүлектәрен, киң матбуғат сараларын етәкләүселәрҙең күпселеге гүзәл заттарҙан тора. Йәнә бер аҙ үргәрәк менә биреп ҡараһаҡ, хатта унда ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ туп-тулы! Дәүләт Думаһында ла уларҙың булыуы, закон яһап ултырыусыларыбыҙға һәр төрлө аҡыллы кәңәштәр биргеләүе зарур икән. Үҙ эштәренә ифрат та яуаплы ҡараған бындай ҡатын ҡыҙҙарыбыҙ һәр ерҙә лә кәрәктер шул. Ғаилә тормошонда ла бәғзе ваҡыт ҡатының ирҙәр эшенә ҡағылышлы ниндәйҙер бер "умный совет" биреп ебәрә бит. Ә үҙҙәренең өлкәһендә, һөйләп тораһы ла юҡ, ҡатын-ҡыҙ бигерәк тә яҡшы йүнәлеш биреүсән инде. Шуға күрә лә, "Дума" тигән ерҙә уларҙың булыуы - мотлаҡтыр, ахырҙа. Мәҙәниәт, мәғариф, тағы ла ниндәй министрлыҡты етәкләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙ эштәрен уңышлы башҡара... Бына шулай һанай килә-килә, баштараҡ иҫкә алған сит илдәге ханымдар һымаҡ "хөкүмәт башына" ла килеп еттек, йәмәғәт! Ҡатын-ҡыҙһыҙ бер ерҙә лә тиерлек булмай икән дә баһа! Тик, әлеге әйткәндәй, хөкүмәт башлығы дәрәжәһен барыбер уларға биргем килмәй, кәк хәтишь! Илебеҙҙә губернатор, президент булырға ынтылыусы гүзәлдәребеҙҙең булмауы менән дә ифрат ҡәнәғәтмен, сөнки, наҙлы заттарыбыҙҙы, әлеге әйткәндәй, "тәртә араһына екке" килмәй. Үҙемдең хәләл ефетемде, мәҫәлән, президент итеп күрергә бер ҡасан да теләмәҫ инем (сер итеп кенә әйтәм, ул да ир-егеттәр менән бер сафта егерме йыл хәрби хеҙмәт емешен татыған кеше).
Бына шулай, үҙ-үҙем менән бәхәсләшә-тартҡылаша, бер уйыма икенсеһен, үҙемдең хистәремә реаль тормош ысынбарлығын ҡапма-ҡаршы ҡуя киләм. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы кәмһетергә ниәтләй, тип, моғайын, бер кем дә уйламайҙыр. Эйе, тап киреһенсә, уларҙың күп кенәләрен ғәйәт ауыр йөктө үҙ иңендә йөкмәп китеп барған һылыуҙар һымаҡ итеп күреүем. Әммә ир халҡына тәғәйенләнгән йөктө һөйрәй алыуҙа, хатта күп кенә шундай юғары вазифаларҙы ирҙәрҙән кәм башҡармауҙа ғына торһа ине эш. Фекеребеҙҙе туплап, һәр яҡтан етди, тәрәнерәк итеп уйлап ҡараһаҡ, Аллаһы Тәғәлә ирҙе - көслө, бер аҙ тупаҫыраҡ, һалҡыныраҡ һәм ҡатыраҡ итеп итеп, ә ҡатын-ҡыҙ затын һәр тарафтан нескә һәм наҙлы итеп, хатта йөҙгә лә матур итеп яралтҡан бит. Бынан тыш, ир заты ғүмерҙә эйә була алмаҫлыҡ сифаттар бирелгән уларға. Мәҫәлән, бала табыу ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға йөкмәтелгән. Был - үҙе бер бөйөк эш! Ә баланы наҙлап үҫтереү? Йәш сабый менән икәүҙән-икәү ҡалып, иртәнән-кискә тиклем, исмаһам, бер көнгә түҙә алырлыҡ бер ирҙе табып буламы ошо донъяла? Тейешенсә бала наҙлау һәләте, оло сабырлыҡ тигән юғары сифаттар - тик әсә кешелә генә була. Бына шул айырманы ғына алып ҡарағанда ла, "ир - ир урынында, ә ҡатын - үҙ урынында булырға тейештер", тигән ҡәтғи ҡарарға киләһең…
Дөрөҫөн генә әйткәндә, көрәк, һәнәк, салғы, балта тотоп эш эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға тыныс ҡына ҡарай алмайым. Бала сағымда, атайым эштә булғанда, аҙбарға мал тәрбиәләргә сыҡҡан әсәйемдең ауыр бесән күтәреүен күреп, йәлләй инем. Атайым үҙе лә уны, хатта еткән ҡыҙ булып үҫеп килгән апайымды ла, йәлләп, бесән сабыуға, хатта йыйыуға ла бер ваҡытта ла алып йөрөмәне. Бер аҙ үҫә төшкәс тә, янында үҙем булған осраҡтарҙа әсәйемә шул физик эште эшләтмәҫкә тырыштым. Ә хәҙерге көндә хәләл ефетемде баҡса эшенә йәлеп итмәҫкә тырышам. Шунда ла, ныҡышып, ҡайһы берҙә бара ул баҡсаға, әммә уға көрәк, тәпке һымаҡ ҡоралдарҙы бирмәйем. Минеңсә, быны ла ҡәҙерлеләребеҙҙең һәр төрлө эшкә булған хоҡуғын сикләү, тип ҡабул итеү ярамай.
Беҙҙең яҡ диалектында "әгәр мин булһам", тигән һүҙбәйләнеш йөрөй. Шуның һымаҡ, әгәр мин булһам, йәғни, минең мөмкинселегемдә булһа, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ифрат та ауыр булған һәр төрлө хөкүмәт эшенә бер ваҡытта ла екмәҫ инем. Ә инде физик көс талап иткән эштәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Балалары һанына ҡарап, гүзәлдәребеҙгә "ғүмерлек стипендия" түләр инем. Ғаилә усағын һүндермәй, бар кешелекте йәмләүсе ошо заттарыбыҙҙың шәхси тормоштағы эштәре лә һанап бөтөргөһөҙ бит! Бына шундай яуаплы, хатта ауыр бурыс йөкмәтелгән гүзәлдәребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ныҡлы иман, һаулыҡ, сабырлыҡ бирһен, тип һорайым. Ғүмер бер генә килә бит! "Киске Өфө"нөң "Килешмәйем" рубрикаһында минең менән килешмәүсе ирҙәрҙең сығыштары килеп сығырына ла әллә ни шикләнмәйем. Уларҙы ла уҡырға әҙермен.
Һүҙ аҙағында. Яҙыусы Әхмәр Үтәбай, мәргән фәйләсүф булараҡ, сираттағы мәҡәләләренең береһендә хөкүмәт парламентындағы ҡатын-ҡыҙҙы һалҡын һәм таҙа булған Йылайыр йылғаһының буръяғыраҡ, әммә йылымыс булған Һаҡмарға ҡушылған урыны менән сағыштырҙы. Йылы Һаҡмар гүзәл заттарыбыҙҙың тыумыштан булған йомшаҡлығына ишара булһа, һалҡын Йылайыр - хөкүмәт кешеһенә хас була торған ҡәтғилек. Бик йәтеш сағыштырыу! Хатта бына шундай ғәжәйеп, ҡапма-ҡаршылыҡлы сифаттарҙы бергә туплауға һәләтле булған шәпле, көслө, ҡапылда ел-ямғырға бирешмәҫтәй ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ла барыбер наҙлы сәскә һымаҡ итеп күрәм, уларҙы ла барыбер ҡыҙғанам. Кәк хәтишь...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.18 | Ҡаралған: 804

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru