«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАНДА БУЛҒАН ҠОМАР АҢЫБЫҘ УЯНЫУЫН КӨТКӘН ИКӘН ДӘ
+  - 



Ошо көндәрҙә Иглин районында традицион яндан уҡ атыу буйынса III халыҡ-ара "Мәргән уҡсы" фестивале үтте. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, Словакия, Германия, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан илдәренән һикһәндән артыҡ кеше ҡатнашты. Сәмле ярыштарҙа үҙ таҫыллыҡтарын күрһәтергә килгән уҡсылар, көс һынашыуҙан тыш, Иглин районы һабантуйы күренештәрен дә тамаша ҡылып, ерле халыҡтың мәҙәниәте менән яҡындан таныша алды.

Райондың һабантуй байрамын Иглин районы хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов һәм саҡырылған ҡунаҡтар - РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Азамат Хәсәнов, Башҡортостандың "Ерҙәрҙе мелиорациялау идаралығы" директоры Артур Заманов асып ебәрҙе.
- Һабантуй - борон-борондан дуҫлыҡ, тыныслыҡ, икмәк үҫтереүсе, ерҙе яратыусы һәм ҡурсалаусы әҙәмдең Ер, Һауа менән бәйләнеше символы һаналған. Бөгөн дә байрам заман кешеһенә үҙ асылын юғалтмай, ошо ҡиммәттәрҙе тапшырып килә. Иглин районында эшсән, тырыш, берҙәм кешеләр йәшәй, улар иген, данлыҡлы Иглин һуғанын үҫтерә, умарта тота, балалар тәрбиәләй. Ғөмүмән, төрлө милләт кешеләре бында уртаҡ тел табып, торған ерен йәмләп, донъя көтә. Ошондай күркәм сараның "Мәргән уҡсы" халыҡ-ара фестивале менән бергә үткәрелеүе бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки бергә аралашып йәшәгән төрлө милләт кешеләренә үҙебеҙҙең мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йәшәү рәүешебеҙҙе сағылдырырға, илде һаҡларлыҡ батыр ир-егеттәребеҙ барлығын күрһәтергә форсат бирә, - тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы үҙенең сығышында. Ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләгәндән һуң, һабантуйҙың иң сағыу бәйгеһе - ат сабышы башланды. Елдәй елгән арғымаҡтар күңелдәрҙе елкендереп, бер-бер артлы киң майҙанды урап ярыша торғансы, һабантуйҙағы башҡа күренештәргә күҙ һалырға сират етте. Иглин районда төрлө милләт кешеләре йәшәй, шуға ауыл биләмәләренән килгән күргәҙмәләрҙә лә уларҙың ошо үҙенсәлеге сағылыш тапҡайны. Милли аш-һыуҙар менән тулы ашъяулыҡлы тирмәләргә терәлешеп, ут күрше булып урыҫ "изба"лары, таш мейестәр ултыра. Тамаша ҡылырға килеүселәр ҡунаҡсыл хужаларҙың һәр "ихатаһына" инеп сыҡҡандан һуң, Иглин районының ғына түгел, дөйөм Башҡортостан халҡының көнкүреш үҙенсәлектәренә, ғөрөфтәренә байҡау яһай алыуы тураһында һөйләне. Артабан күптәр ауыл халҡының күргәҙмәһенә ҡапма-ҡаршы яҡта урынлашҡан төрлө биҙәүестәр, күндән эшләнгән әйберҙәр һатылған рәткә йүнәлде. Бында ысын таштарҙан, ҡиммәтле металдарҙан, финифть ярҙамында яһалған алҡа-беләҙектәрҙән тыш, боронғо өлгөләргә ҡарап та, заманлаштырып та эшләнгән селтәрҙәр, күн янсыҡтар, боронғоларына оҡшатып пластиктан яһалған сулпылар, башҡорт халҡының музыка уйын ҡоралдары һәм башҡа бихисап ҡыҙыҡлы әйберҙәр теҙелгәйне.
Ана, күҙҙе ҡамаштырған ошо күргәҙмәләр киҫешкән ерҙә... традицион яндан уҡ атыу буйынса III халыҡ-ара "Мәргән уҡсы" фестивале үткәрелгән майҙан янында тимер Аҡбуҙат баҫып тора. Батырҙарҙы бер майҙанға йыйырға, рухландырырға йыйынғандай, ҡанаттарын йәйеп, әле генә Күктән килеп төшкәндәй кеүек тойолдо ул. Уның эргәһенә йыйылған халыҡ төркөмөн үтеп, бәйге майҙанына аяҡ баҫтыҡ һәм... бер кемгә иғтибар итмәй, бары тик уҡ атыу күнекмәләре менән мәшғүл уҡсылар араһына килеп индек.
Мәргән уҡсылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе Юлай Ғәлиуллин әйтеүенсә, быйыл өс турнирҙан торған бәйгелә 82 уҡсы ҡатнашҡан. Беренсе көндә үткәрелгән республика турнирында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған уҡсылар көс һынашҡан. Улар араһынан ни бары ун ике иң мәргән, етеҙ уҡсы "Евразия кубогы" турнирында республика намыҫын яҡлау хоҡуғын алған. Уғатарҙар был этапта "Бүрәнә", "Шыршы", "Ҡабан", "Шүлгән", "Яу", "Тәҙрә" тигән алты төр һынау үткән. Атамаларына ҡарап та һынауҙарҙың ҡатмарлығын, сәмле кешенең көс-ғәйрәтен тоҡандырып ебәрерлек булыуын күҙалларға мөмкин. Республика турнирында беренселекте яулаусы Сибай ҡалаһы уғатары Хөрмәт Таһиров әйтеүенсә, сослоҡ та, таҫыллыҡ та, мәргәнлек тә талап ителгән был ярышта. "Мин йәш саҡтан ҡулыма уҡ-һаҙаҡ тотоп, мәле тура килгәндә атып ҡарарға әүәҫ кешемен. Ошо ярыштар үткәрелә башлағас та үҙем эшләгән ян менән килеп, икенсе урын алып ҡайтҡайным. Быйыл республика уғатарҙары араһында беренселекте яуланым, кеше йөрәгенең ныҡлығынан тора бит ул мәргәнлек", - ти ул. Был турнирҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ярышты. Улар араһында Учалы ҡалаһынан Лиана Ихсанова иң мәргәне тип табылды, икенсе урынды Ғафури районынан Гүзәл Ибәтуллина, өсөнсө урынды Учалы ҡалаһынан Лилиә Низаметдинова яуланы.
Ә бына фестивалдең икенсе көнөндә үткәрелгән ярышта иртәнән кискә тиклем башҡорт уғатарҙары Мәскәү өлкәһе, Омск һәм Силәбе ҡалалары, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Словакия, Германия илдәренән килгән бәйгеселәр менән бергә II халыҡ-ара "Евразия кубогы" турнирында урындан тороп сәпкә тейҙереү һәм һыбай уҡ атыу буйынса оҫталыҡтарын һынаны. Мәргәндәрҙе сәмләндереү ниәтендә ойоштороусылар был турнирҙы ла үҙҙәренсә төрләндереп ебәргән: "Даға", "Ҡотҡарыу", "Баҫҡыс", "Ҡарауылтау" тигән һынауҙар аша үтте уҡсылар. "Даға" тип аталған һынауҙа уғатарҙар 20 метр алыҫлыҡта ҡуйылған сәптәге даға һүрәттәренә икешәр уҡ эләктерҙе. "Ҡотҡарыу" һынауы ла ситтән ҡарап тороусыларға бик ҡыҙыҡлы тойолдо: аманатҡа алынған һылыу ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн яуыз урлаусыны "уҡтан атып йығырға" кәрәк ине. "Баҫҡыс" тигән һынауҙа төрлө алыҫлыҡта биш сәп ҡуйылған, беренсеһенә уғың теймәйенсә, икенсеһенә күсергә ярамай ине. Үҙ сиратында, 15 метр алыҫта ҡуйылған икенсе сәпкә арба аҫтынан атыуҙы һынландырып, һуҙылған бау аҫтынан атырға кәрәк булды. Ә бына өсөнсө сәпкә тубыҡланып, дүртенсеһенә - ҡапыл артҡа әйләнеп ебәреп атырға, бишенсеһенә 30 метр алыҫлыҡҡа атыу талап ителде. Был һынауҙарҙы үтеп сыға алған уғатарҙар "Ҡарауылтау" тигән һынауға барып етте. Уның айышы шунда ине: 110 метр алыҫлыҡта өскә өс метр булған дүрткел сәпте дошман ғәскәре тип һанлап, күктән уҡтар яуҙырырға. "Евразия кубогы" турнирында еңеүсе исемен алыу өсөн бына ниндәй ҡатмарлы һынауҙарҙы үтеп сығыу талап ителде.
Ярыш барған арала сит илдәрҙән үҙ иҫәбенә килергә мөмкинлек тапҡан уғатарҙар менән аралашырға тура килгәйне. Минск ҡалаһынан Егор Яцук Башҡортостанға икенсе тапҡыр килгән, ул былтырғы "Мәргән уҡсы" турнирҙарында ла ҡатнашҡан. "Был шөғөл менән биш йыл тирәһе мауығам, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашыра алыуыма шатмын, - ти Егор. - Башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан таныша алдым, ойоштороусылар бәйгене юғары кимәлдә үткәреүҙән тыш, башҡорттарҙың мәҙәниәте, тарихы тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә һөйләне. Һыбай йөрөп уҡтан атырға өйрәнергә генә ҡалды хәҙер, күптән был эшкә тотонорға итәм дә, бер сәбәбе сығып тик тора. Бөгөн башҡаларға ҡарап, бик ҡыҙығып торҙом әле, таҫыллыҡ талап иткән был эштә лә егетлегемде һынап ҡарарға ниәт бар".
Һәр халыҡтың йолаһы, ғөрөф-ғәҙәте, йәшәү рәүеше, кейем-һалымы үҙенә күрә айырым бер ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәргә эйә булған кеүек, яу сабыу, һунар итеү эшендә лә айырмалыҡтар булған. Уғатарҙарҙың яндары, ҡалъяндары, кейемдәре лә әллә күпме тарих һөйләй. Сөнки уларҙың күбеһе уҡ-һаҙаҡты ҡулына алырҙан алда үҙ халҡының тарихын өйрәнеүҙән башлаған. Мәҫәлән, Словакияның Глоговец ҡалаһынан килгән Давид Филип атлы ир-уҙаман тарихи китаптар уҡырға яратыуы арҡаһында бынан алты йыл элек үҙенә яңы шөғөл тапҡан. "Мин тарих менән электән ҡыҙыҡһынам һәм Генрих Шлимандың "Троя" тигән китабын уҡығас, шул осорҙоң рухын тойоп ҡарау өсөн уҡ-һаҙаҡ алып, кейемдәрен кейеп ҡарағым килде. Шунда уҡ бер ян һатып алдым да, өйрәнә лә башланым. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бөгөн бында минең генә яным башҡаларҙыҡынан оҙонлоғо менән айырылып тора, был инглиздарҙың оҙон яны. Словакия, Европа территорияһында йәшәгән халыҡтар күсмән булмаған, бер ваҡытта ла һыбай атмаған, шуға күрә яндары ошо рәүешле оҙон итеп эшләнгән. Ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙа күрһәтелеүенсә, ян ике метрҙан да ашыу булған хатта. Башҡорттар атҡан яндар ҡыҫҡа һәм һыбай атырға уңайлы булһа, беҙҙең яндар оҙон, уғатарҙың көсөнә ҡарап йыуаныраҡ итеп тә эшләнер булған", - ти алыҫтан килгән бәйгесе. Әйткәндәй, үҙе аэропортта диспетчер булып эшләгән Давид Филип йәй айҙарында аҙна һайын тиерлек яңы фестивалдәргә йөрөй. Яҡын киләсәктә ул Мәскәүҙә, Калининградта, Польшала, Ҡырғыҙстанда үткәрелгән уғатарҙар ярышында ҡатнашасаҡ.
Ә бына Омск ҡалаһының "Служилые люди Сибири" хәрби-тарихи реконструкция үҙәге уҡытыусыһы Даниил Вяткин эшен һәм яратҡан шөғөлөн бер үк ваҡытта алып бара. Ул традицион уҡтан атырға өйрәнергә теләгән 14-17 йәшлек үҫмерҙәргә өҫтәлмә дәрестәр үткәрә, үҙе яндар эшләй. "Уҡ атып ҡарарға теләп, интернет селтәрендә тәүге мәғлүмәттәр эҙләй башлаған саҡта Төмән өлкәһенән Иван Агапов исемле яндар эшләүсе оҫта менән таныштым. Тәүге яндарҙы унан өйрәнеп эшләнем, шунан Азия халыҡтарының яндары менән ҡыҙыҡһынып киттем, сөнки улар күпкә яҡшыраҡ. Был яндарҙы эшләүе ҡатмарлы, улар ҙур ауырлыҡты күтәрә, ҡыҫҡараҡ булғас, һыбай атҡанда ла уңайлы. Керешен ысҡындырһаң, ян киреһенә бөгөлөп тора, шуға һәр халыҡтың яны үҙенә генә хас геометрик параметрҙарға эйә булған, төрлө материалдарҙан яһалған. Мин боронғоға оҡшатырға тырышһам да, әлегә стилләштерелгән яндар эшләйем, сөнки ата-бабалар кеүек тәбиғи материалдар - тарамыш, мөгөҙ, һөйәк ҡушмайым. Бындай биокомпозит янды киләсәктә эшләп ҡарарға хыялланам..." - тине Даниил әңгәмәләшкәндә.
Әйткәндәй, "Евразия кубогы" II халыҡ-ара турнирында еңеүсене билдәләүе еңел булманы. Һынауҙарҙы үтеп бөткәс, өс уҙаман: Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин, Мәскәү өлкәһенән Роман Кузнецов һәм Өфөнән Фидан Сәғитов һикһән икешәр мәрәй йыйған булып сыҡты. Майҙандағы бөтә халыҡ улар өсөн ойошторолған "Кереш" тигән өҫтәмә һынауҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Уғатарҙар сәпкә бер-береһенә яҡын итеп өс уҡ атырға тейеш булды. Атҡас, баһалама ағзалары шул уҡтарҙың араһын кереш менән уратып үлсәп билдәләне. Һөҙөмтәлә, беренсе атҡанда Фидан Сәғитов бөтә уҡтарын да сәпкә тейҙерә алды, ә ҡалған ике уғатарҙың берәр уғы ситкә осто. Шуға күрә, беренсе урынды Фидан Сәғитов яуланы. Артабан ярышып, икенсе урынға Роман Кузнецов сыҡты, өсөнсө урынды Салауат Юлбирҙин алды. Башҡорт ир-егеттәренең күптән түгел генә ошо шөғөлгә ылығып китеп, донъя кимәлендәге ярыштарҙа күп тапҡырҙар көсөн һынап өлгөргән оҫта уҡсылар менән бер рәттә бәйге тотоп һынатмауы үҙе үк ғорурлыҡ. Тимәк, Салауат Юлбирҙин әйтмешләй, "ҡанда булған ҡомар аңыбыҙ уяныуын көтөп кенә ятҡан".
Бәйгеселәрҙең кемеһелер ике йыл элек кенә ҡулына уҡ-һаҙаҡ алһа, кемеһелер был шөгөл менән унар йыллап, хатта ғүмере буйы ла шөғөлләнгән булып сыҡты. "Һыбай уҡ атыу" турнирында беренсе урын яулаған Мәскәү өлкәһе уҙаманы Павел Поляков ғүмер буйы атта һыбай йөрөгән, күп тапҡырҙар джигитовка буйынса Рәсәй чемпионы ла булған. Ә уҡ атырға тотоноуына бер йыл тирәһе. "Сығышым буйынса Дон буйындағы Ветютнев тигән утарҙан булам, ғүмерем буйы атта һыбай йөрөйөм, - ти Павел. - Һыбай уҡ атып, сәпкә тейҙереү өсөн атта бик яҡшы йөрөргә кәрәк, был сабып барғанда тик сәпкә тейҙереү тураһында ғына уйларға, иғтибарыңды тупларға ҡулайлы. Башҡорт ир-уҙамандары яҡын киләсәктә был тәңгәлдә оҫтарып китеренә шигем юҡ, сөнки тарих биттәренән дә башҡорт халҡының яугирлығы яҡшы билдәле, мин был хаҡта беләм. Башҡорт яугирҙары 1812 йылғы Ватан һуғышында Дон казактары менән бергә Рәсәй империяһы территорияһын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Мылтыҡ, пушка туптары кеүек һалҡын ҡорал ҡулланылған заманда уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт яугирҙары ҡаршыларына килеп сыҡҡас, француздар уларҙы көлкөгә алған. Ләкин үҙҙәрен уратып алып, бер туҡтауһыҙ уҡтар яуҙырған башҡорттарҙы күреп, тиҙҙән был көлкө ҡурҡыу тойғоһона алмашынған. Миңә ошондай бөйөк тарихтың бер сатҡыһы булыуымды аңлау - ҙур ғорурлыҡ".
Павел Поляковтың һүҙҙәренә ҡушып, шуны әйтергә кәрәк, традицион яндан атыу буйынса III халыҡ-ара "Мәргән уҡсы"фестивалендә ярыш майҙанына сыҡҡан ир-егеттәрҙе, ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙарҙы ситтән күҙәтеп торғанда ла халҡыңдың тарихы менән яҡындан танышыу теләгенән, шул бөйөк милләттең бер өлөшө булыуыңды аңлау тойғоһонан күңелдәр елкенде, башҡа милләт вәкилдәренең башҡорттар тураһында ололап һөйләгән һүҙҙәренән күҙҙәргә йәш эркелде. Бигерәк тә бөгөнгө заманда арабыҙҙа тарих биттәрендә үҙ исемдәрен ташҡа яҙып ҡалдырған батыр ирҙәр, сая ҡыҙҙар кеүек милләттәштәр барлығын күреп белеүҙән йәнгә рәхәтлек йүгерҙе. "Һыбай уҡ атыу" турнирында беренсе урынға 12 мәрәй йыйып - Павел Поляков, икенсе урынға - 10 мәрәй йыйып Рушан Хәсәнов, өсөнсө урынға 8 мәрәй йыйып Артур Батыршин сыҡты. Ир-егеттәр менән типә-тиң ике ҡыйыу ҡыҙ ярышты: Ишембай районынан Алһыу Кинйәбаева һәм Мәскәү өлкәһенән Майа Динова. Улар еңеү яуламаһа ла, һыбай сабып барышлай уҡ атырға ҡыйыулыҡтары еткәне өсөн дә тәбрикләрлек ине. Ни тиһәң дә, хәҙерге көндә хатта ир-егеттәр араһында ла һыбай йөрөргә йөрьәт итеүселәр һирәк бит.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Атҡан ерҙә уҡ ҡалыр, тиҙәр. Шуның кеүек, бәрәкәтле Иглин районы ерендә мәргәндәр атылған уҡтарын ғына түгел, тотош халыҡтарҙың тарихын ҡалдырып, оло майҙан ойоштороп таралышты. Был тарих һабантуйҙы тамаша ҡылырға килгән халыҡ күңелендә, уҡсыларҙың сәмле ярышын күҙәтеп, йөрәктәрендә осҡон тоҡанған бала-саға, ҡыйыу ир-егеттәргә, сая ҡыҙҙарға ҡарап таң ҡалған йәш әсәйҙәр аңында уйылып ҡалды, тип ышанғы килә.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 779

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru