«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫНЫ ХӨРМӘТ ИТ, БАЛАҢДЫ ЛА ШУҒА ӨЙРӘТ
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Лиза ӘҒӘҘУЛЛИНА, Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы: Мине мәғариф өлкәһендәге иң борсоған мәсьәлә - ул уҡытыусы абруйы. Был һорауҙы мине наградлаған ваҡытта ил Президенты Владимир Путинға ла биргәйнем, ләкин аныҡ ҡына яуап алманым. Мин хеҙмәт юлымды 1959 йылда пионервожатый булараҡ башланым, ул заманда белем усаҡтарында тәрбиәгә ҙур әһәмиәт бирелә торғайны. Тәрбиәле бала уҡыуҙа ла яҡшы өлгәшә, уҡытыусыға ла, ата-әсәһенә ҡарата ла матур мөнәсәбәттә була, тормошта ла үҙ урынын таба, тип һанала торғайны. Уҡыусылар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре өсөн дә мәктәптә "Ата-әсәләр университеты" була торғайны. Һәр уҡытыусыға бер тема бирелә, шул тема буйынса мәғлүмәттәр табып, өйрәнеп, доклад әҙерләп, ата-әсәләргә аң-белем тарата инек. Мәктәп, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт структуралары, киң мәғлүмәт саралары - бөтәһе лә бер маҡсатта, бер йүнәлештә эшләне. Уҡытыусыларҙы хөкүмәт бик яҡшы күтәрмәләне, йәш белгестәр өсөн торлаҡ уңайлыҡтары булдырылғайны, биш йыл һайын эш хаҡын арттырып торҙолар, 30 йыл эшләгән уҡытыусыға Ленин ордены тапшырыла, төрлө маҡтаулы наградалар бирелә ине. Ә бөгөн уҡытыусыға ла, мәғарифҡа ла, бала тәрбиәһенә ҡарата ла бөтөнләй икенсе ҡараш. Мәктәптә бала тәрбиә алмай, тормошта уға кәрәк булмауы ла мөмкин булған мәғлүмәт алыу менән сикләнә. Синыф сәғәттәрендә лә тәрбиәүи дәрестәр үткәрелмәй, улар йышыраҡ йә Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә сәғәт булараҡ ҡулланыла, йә башҡа берәй эшкә сарыф ителә. Ата-әсәләр йыйылышы аҡса йыйыу, юҡ-бар нәмә өсөн бәхәсләшеү менән үтә, унда ыҙғышып та китәләр хатта. Матбуғатта, телевидение һәм радиола уҡытыусының абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән, мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыуға ҡоролған бер бүлек тә юҡ. Уҡытыусылар тураһында күберәк яман мәғлүмәт еткерелә, ә бала күңелен нисек яуларға, ата-әсәләр менән нисек уртаҡ тел табырға, уҡытыу һәм тәрбиә эшен нисек берҙәй алып барырға, алдынғы педагогик кадрҙар тураһында бер ыңғай, яҡты, матур тапшырыу төшөрөлмәй. Уҡытыусыларҙың социаль етешлеге лә хөкүмәт килтергән һандарҙан ныҡ айырыла бит ул: республикала уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 28 мең тип мәғлүмәт бирәләр, ысынында, 15 меңгә ең һыҙғанып эшләп йөрөйҙәр йәш коллегаларым. Хөкүмәт программаһы менән генә уҡытыусының абруйын күтәреү буйынса етди эштәр атҡарырға мөмкин. Уҡытыу системаһындағы үҙгәрештәр тәрбиә мәсьәләһенән ситләшмәҫкә, киреһенсә, белем һәм әхлаҡи тәрбиә бер рәттән алып барылырға тейеш. Ошо турала бөтә киң мәғлүмәт саралары һөйләһә, матур миҫалдар күрһәтһә ине. Ил башлығынан был хаҡта ла һораным, ләкин киң мәғлүмәт сараларына реклама кәрәк бит, тип яуап бирҙе лә ҡуйҙы. Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары өсөн ойошторолған "Изгелек дәресе" ("Добрый урок") тигән дәресемде телевидение төшөргәйне, шуны интернеттан табып, һәр кем ҡарап сыҡһа, файҙалы булыр ине. Бына шундай тапшырыуҙар, шундай дәрестәр етмәй беҙгә бөгөн. Ололар һәм хөкүмәт уҡытыусыға ниндәй мөнәсәбәттә була, балалар ҙа шулай ҡараш менән үҫә. Беҙ синыфта ете ҡыҙ уҡыныҡ, етәүебеҙ ҙә артабан төрлө фәндәр буйынса уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. "Уҡытыусы ашаймы икән?" тип уйлана торғайныҡ, беҙ уҡытыусыны илаһи бер зат итеп күргәнбеҙ. Балалары яҡшы белем алһын, әхлаҡлы һәм алдынғы ҡарашлы шәхес булып үҫһен тип теләгән ата-әсәләр уҡытыусыларға ҡарата үҙҙәре лә хөрмәтле мөнәсәбәттә булырға, балаларына ла шуны өйрәтеп үҫтерергә тейеш. Ә бөтә ил кимәлендә ошондай ҡарашты булдырыу өсөн хөкүмәт тарафынан киҫекмәҫтән тейешле саралар күрелеүе талап ителә, сөнки остазын хөрмәт итмәгән быуында илһөйәрлек тә, рух та, тәртип тә булмай.

Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.18 | Ҡаралған: 612

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru