«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ АТЫН МИЛЛИ БРЕНДЫБЫҘ ИТЕП ТАНЫЙЫҠ
+  - 

Башҡортто атһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ул үҙен тарихта ат менән бергә таныта. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр раҫлауынса, хәҙерге Башҡортостан ере атты ҡулға эйәләштергән донъялағы иң боронғо урын булып тора. Быны боронғо кеше йәшәгән урындарҙа табылған ат һөйәктәре һәм йылҡысылыҡ менән бәйле башҡа әйберҙәр раҫлай. Иң тәүге арба ла Уралда табылған, ә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге киң билдәле ат һәм башҡа хайуандар һүрәттәренә, ғалимдар әйтеүенсә, 18 мең йыл тирәһе. Тимәк, башҡорт аты республикабыҙҙы донъяға таныткан брендтар рәтендә мотлаҡ булырға тейеш.

Мәшһүр "Урал батыр", "Аҡбуҙат" һәм һуңғараҡ тыуған башҡа эпостарҙа, риүәйәттәрҙә ат менән башҡорттоң айырылғыһыҙ бер бөтөн икәнен асыҡ күрәбеҙ. Халҡыбыҙ үҙен белә-белгәндән алып был изге мал уның юлдашы ла, ярҙамсыһы ла, ашатыусыһы ла булған, бергә утты-һыуҙы кискән, яу яланында ауған, еңеүҙән йөрәкһегән, юғалтыуҙан әсе йәшен түккән, донъяһының ҡотона, табыныу объектына әүерелгән.
Хәҙерге башҡорт аттары Көньяҡ Урал тарпандарының тән төҙөлөшө үҙенсәлектәрен генә түгел, уларҙың ауыр тәбиғәт шарттарына яраҡлашып йәшәй алыу һәләттәрен дә һаҡлаған. Башҡорт аты - Европалағы йорт хайуандары араһында ҡарау талап итмәгән, йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөп йән аҫрай ала торған берҙән-бер хайуан. Кәүҙәгә ҙур булмауына ҡарамаҫтан, иҫ киткес көслө, сыҙам, ышаныслы, тоғро, батыр йөрәкле. Тағы ла бер бик үҙенсәлекле яғы - башҡорт тоҡомло аттарҙың һөтө лә, ите лә, тиреһе лә аллергия тыуҙырмай. Шуның менән ул балалар аҙығы етештереүҙә ҡиммәтле сеймал булып тора.
19-сы быуаттан башлап совет осоронда ла әле башҡорт атын эреләтеү маҡсатында уны башҡа эре тоҡомдар менән ҡушыу саф башҡорт атын юҡҡа сығарыу сигенә алып килә. Айырым ғалимдарҙың фиҙаҡәрлеге менән генә көньяҡ райондарҙа ҡалған саф башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеп, тоҡом сифаттарын тағы ла яҡшыртыуға ирешәләр. 1990 йылда башҡорт аты, халыҡ селекцияһы менән тыуған тоҡом статусын алып, илдең селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрына индерелә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан йылҡы һаны буйынса илдә Саха (Яҡут) Республикаһынан ҡала икенсе урында килә, иң күп ҡымыҙ ҙа беҙҙә етештерелә. Республикала был йүнәлештә биш тоҡомсолоҡ заводы, ун репродуктор эшләй, әммә улар башҡорт атын бренд булараҡ үҫтереү мәсьәләһен хәл итмәй.
Бының өсөн, тәү сиратта, булған бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, башҡорт атын популярлаштырыу өҫтөндә эшләү кәрәк. Һүҙ ҡуйыртыуҙың бөтә сәбәбе лә - ошо тәҡдимде еткереү: тәғәйен бер көндө Башҡорт аты көнө тип билдәләү. Ошоно республикала иғлан итеп нығытҡас, Рәсәй кимәленә сығарырға тырышырға кәрәк буласаҡ. Башҡорт аты быға лайыҡ. Рәсәйҙең сиктәрен һаҡлауҙа, ул алып барған һуғыштарҙа аттарыбыҙ яугирҙарға ҡарағанда ла күберәк булған, сөнки һәр бер яугир икешәр ат менән киткән. Хужалыҡ эштәрендә ҡулланыуға тип элек-электән һәм әле лә башҡорт аттарын Рәсәйҙең үҙәк өлкәләренә, күрше төбәктәргә, Ҡаҙағстанға күпләп һатып алалар. Атһөйәрҙәр форумдарында яҙыуҙарынса, мәғлүмәттең, йәғни пиарҙың етерлек булмауы башҡорт атының хаҡын төшөрә, шулай уҡ ҡымыҙының шифаһы хаҡында ла белеп бөтмәйҙәр.
Төрлө илдәрҙә ат көндәре үткәреү традицияһы бар. Мәҫәлән, Италияла, Испанияла был көн ат сабыштары, йәрминкәләр, театрлаштырылған тамашалар, бейеүҙәр менән үрелеп, оло байрамға әйләнә. Венгрия, Монголия, Нидердандтар, Болгарияла ат байрамдары ерле халыҡта ғына түгел, туристарҙа ла ҙур популярлыҡ яулаған.
Рәсәйҙә ат көнө изге ыҙа сигеүселәр, йорт хайуандарын һаҡлаусылар (покровитель) Фрол һәм Лавр хөрмәтенә 31 августа билдәләнә. Борон был көндө аттарҙы эшкә екмәгәндәр, иң яҡшы аҙыҡ ашатып, сиркәүгә алып барғандар, изге һыу бөрккәндәр, кисен ат күргәҙмәләре, бәйгеләр ойошторғандар.
Быларҙан айырмалы рәүештә, Башҡорт аты көнө рәсми рәүештә милли байрам статусын алырға тейеш. Шул ваҡытта ғына уға тейешенсә иғтибар бүленеп, был ғәжәйеп тоҡомдо һаҡлап ҡалыу ғына түгел, туризмды үҫтереү, халыҡ шөғөлдәренә юл асыу кеүек маҡсаттарға ла ирешергә мөмкин буласаҡ.
Глобалләштереү осоронда үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү, күберәк халыҡты ҡыҙыҡһындырыу өсөн туризм менән йәшәгән илдәр нимә генә уйлап сығармай ҙа, ниндәй генә хеҙмәт тәҡдим итмәй, бары килһендәр, һатып алһындар ғына. Ә беҙҙең аҙым баҫҡан һайын легенда, ауыл һайын оҫталар, тәбиғи милли аш-һыу, үҙенсәлекле мәҙәниәтебеҙ бар - беҙ донъяға шуның менән ҡыҙыҡ та инде. Беҙҙең милли ҡиммәттәребеҙ Ер шарының башҡа бер мөйөшөндә лә юҡ, ҡабатланмаҫ һәм шуның менән оло баһаға лайыҡ та инде. Башҡорт атының статусын күтәреп, уның тирәләй генә лә әллә күпме саралар үткәрергә була, фантазияң ғына етһен. Халҡыбыҙҙың даны, ҡото булған атыбыҙ хаҡында дәүләт кимәлендә әле хәстәрлек күрмәһәк, тиҙҙән ҡайһы бер йылғыр күршеләребеҙҙең беҙҙең атты егеп йөрөүен тамаша итергә тура килмәгәйе. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мөхтәрәм йәмәғәт?

Гөлдәр НУРИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.18 | Ҡаралған: 824

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru